Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ғәлим ХИСАМОВ

ӨН ҺӘМ ҺАН

Роман-фараз

Бағыу – тәрбиәләү

Йылғыр ғына малай ҡомлоҡта уйнай. Бер ир рәшәткәгә килеп терәлде лә быны күҙәтергә тотондо. Аҙыраҡ торғас, һорайһы итте:

– Һин нимә эшләйһең?

Малай башын күтәреп ҡараны, ҡом һоҫоп алған бәләкәй көрәк тотҡан ҡулы туҡтап ҡалды.

– Уралтау яһайым.

– О-о! Бигерәк ҙур эшкә тотонғанһың икән. Өйөп бөтөрә алырһыңмы һуң?

– Алырмын. Бына Ямантауҙы, Елмерҙәк һыртын ҡойоп ҡуйҙым инде. Теге яҡҡа тәпәшерәк үрҙәр китә.

– Бөтәһен дә белеп, уйлап эшләйһең икән. Исемең кем һинең?

– Мин – Урал. Урал булғанға уйлайым да инде.

– Ә һиңә был матур исемде кем ҡушты?

– Ҡушыуын атайым ҡушты. Ә уға мине Урал тип атарға бик ҙур ғалим кеше кәңәш иткән.

– Нимә тип әйткән?

– Улыңа Урал тип ҡуш, тигән. Урал исеме – башҡорттоң бик боронғо, урыҫса әле лә үҙгәрмәй торған исеме. Уны йөрөткән кеше бөйөк була. Кешегә ниндәй исем бирәһең, ул шуға тиңләшә, тигән.

– Атайыңа ул кәңәште мин бирҙем.

Малай оло кешегә күҙен ҡыҫа биреберәк ҡараны, ирен осонда ғына йылмайыу ғәләмәте сағылды.

– Ә һинең исемең кем, ағай?

– Мин – Сәсән.

– Сәсән ағай, ә һин тормоз икәнһең.

– Ниңә?

– Ниңә, ниңә? Мин һиңә әйтеп торам бит: атайыма Урал кәңәшен бик ҙур ғалим, ныҡ аҡыллы кеше биргән, тип. Ә һин – Сәсән. Ғалим түгел, кәүҙәң дә ҙур түгел...

Сәсән, был һүҙгә ни тиергә лә белмәй, шаҡ ҡатты ла ҡуйҙы. Малай, шунан файҙаланып, йәнә өндәште.

– Ҡулыңдағы гәзиттәге һүрәткә кем төшкән?

– Кем?

– Уны кем белмәһен. Минең һеңлем Ғәлиә лә белә.

– Ҡайҙа ул Ғәлиә?

– Ана йөрөй, бәләкәйҙәр төркөмөндә.

– Ә һин ниндәй төркөмдә?

– Уртансыла.

– Ғәлиәне саҡыр әле. Һорайыҡ.

Малай йән фарманға ҡысҡырҙы:

– Ғәлиә! Ана һине Сәсән ағай саҡыра.

– Ни эшләп ҡысҡыраһың? Барып етәкләп кенә килтер.

– Минең ваҡыт юҡ ыбыр-сыбыр менән йөрөргә. Һинең менән һөйләшеп былай ҙа эшем ҡалды. Ғәлиә! – Йәнә бер һөрәнләне лә тау өйөргә тотондо Урал.

Ул арала күбәләктәй кейенгән өс йәштәр самаһындағы ҡыҙыҡай эргәләренә йүгереп килде һәм ағаһына текәлде. Урал, һис ни өндәшмәҫтән, рәшәткә аръяғындағы кешегә эйәге менән генә ымланы:

– Һине саҡыра.

Ғәлиә ят кеше яғына атламаны, һораулы ҡарашын ғына Сәсәнгә төбәне. Сәсән гәзитте йәйгәс,  һүрәткә төртөп күрһәтте.

– Был кем?

– Әйткәйнем дә инде: Ахимов. Башҡотостандың, э-э, пезиденты.

– Кемгә әйткәйнең?

– Атайыма һуң.

– Тағын әйтте... – Урал, белдекле кеше булып, Ғәлиәне арҡаһынан рәшәткә яғына табан этте. – Белә ул.

– Нимә тинең, Ғәлиә?

– Уны әйтегә бүтән һүәт юҡ бит.

Урал ярҙамға килде.

– Атайҙың журналында тағы берәүҙең һүрәте бар ине. Кемдеке әле, Ғәлиә?

– Ельсиндыҡы.

– Кем һуң ул Ельцин?

– Әсәйҙең (Рәсәйҙең) Ахимовы.

Сәсән көлөп ебәрҙе. Шунан файҙаланып, Ғәлиә үҙ төркөмөнә йүгерҙе, Урал ҡом тауы төҙөргә ныҡлап тотондо. Әммә күп эш ҡыра алманы, йәнә Сәсәндең тауышы ишетелде.

– Урал, әйт әле, ҡайһы ҡапҡанан инергә була һеҙҙең баҡсаға?

– Ниндәй баҡсаға? Балалар баҡсаһынамы? Йәшелсә баҡсаһынамы? Был һүҙҙәр баҡ, бағыу, йәғни ҡарау, тәрбиәләү мәғәнәһенән килә. Балалар тәрбиәләү урыны һәм йәшелсә тәрбиәләү ере. Шуға уларҙы аныҡ әйтергә кәрәк.

Сәсән асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп торҙо. Шулай ҙа һораны.

– Быларҙы һиңә кем өйрәтә һуң?

– Атайым.

– Атайың агроном да инде, тел белгесе түгел.

– Агроном булғанға баҡсаны белә, вәт!

Сәсән был малай менән башҡаса һүҙ көрәштерә алмаҫын аңланы.

– Рәхмәт һиңә, Урал. Тау өйөү эшендә уңыштар теләйем, – тип йәшелсә баҡсаһына табан атланы. Уралдың атаһы уға, баҡсанан һуған өҙ, тип сығарғайны, ә ул, Уралға әүрәп, йомошто онота яҙған.

Олатай

Көндө арттырыуға була, берәү Ҡояшты офоҡ ситендә ҡалҡып килгәндә генә тотоп, арҡанлап ҡуйырға самалаған. Бәйләп ҡуйһаң, йәнәһе, көн бөтмәҫ тә бөтмәҫ ине. Тик был бәндә Ҡояш ҡалҡҡан офоҡтоң ситен генә тапмаған. Тапһа, бәлки, бәйләп тә ҡуйыр ине. Шунан бирле Ҡояшты туҡтатырға самалаусы булғаны юҡ. Ҡояш тәгәрәй ҙә тәгәрәй һәм үҙе артынан ваҡытты һөйрәп тик бара. Ваҡыт уҙа, көндәр, айҙар, йылдар тулып китә...

Сәсән менән Уралдың ҡабаттан осрашыуы күп ваҡыт уҙғас булды. Уралдың атаһы менән әллә ниҙә бер күрешеп йә телефондан һөйләшеп торҙо Сәсән. Шуға Урал тураһында ла хәбәрҙар ине. Уның, үҙ ауылында мәктәпте алтын миҙалға тамамлағас, беҙҙең тирәләге юғары уҡыу йорттары менән мөрхәтһенмәйенсә, Мәскәү дәүләт университетына барып һис бер ауырлыҡһыҙ инеп китеүен белә ине. Өҫтәүенә, ниндәй һөнәр һайлаған бит – математик. Башҡорт егеттәренең күбеһе хәрби кеше булырға хыяллана, әммә күҙгә күренгәндәре, нигеҙҙә, филолог, уҙа барһа – химик йә биолог. Шуға Уралдың математикаға ынтылыуы ғәжәберәк тойолғайны.

– Ни эшләп уны һайланы? Үҙенә ҡыйын булмаҫмы? – тип һораны Сәсән Уралдың атаһынан.

– Әлләсе. Математика – барлыҡ фәндәрҙең дә һөҙлөгө. Аҡыл менән йәшәүҙең, эҙмә-эҙ фекерләүҙең иң һуңғы түбәһе лә – математикала, ти, бит. Әйҙә инде, йәне теләгән – йылан ите ашаған, үҙ яҙмышын үҙе ҡорһон.

Уларҙың күрешеүе уйламаҫтан ғына булды. Сәсән балет театрынан сығып килә ине. Ҡаһирәнән килгән театрҙың  сығышын ҡарап, шуның тәьҫирендә ине әле. Бер уйлаһаң, барыбер бәхетле инде Египет. Ни заман элек фирғәүендәр унда пирамидалар, һарайҙар, теге донъя храмдары һалдырған. Шуның менән дан тотҡан ул саҡтағы Египет. Һуңғы дәүерҙә сит ил кешеләре – күбеһенсә инглиздар – шул тарихи байлыҡтарҙы өйрәнгән дә Египетты йәнә бөйөк иткән. Ә бөгөн ниндәйҙер француз Ҡаһирә театрында ер йөҙөндә тиңдәше булмаған балет ҡуя. Башҡарыусылары араһында берәр ғәрәп булдымы икән һуң? Әммә был бер кемде лә борсомай. Бөтөнөһө лә Ҡаһирәне, Египетты маҡтай. Форма (спектакль) менән йөкмәткеһенең (башҡарыусылар, йәғни ғәрәп түгел) тура килмәүе Сәсәндең йөрәген һыҡрандырҙы.

Шуны уйлап ҡына килә ине, таныш тауышҡа боролоп ҡараны. Бәй, Ишдәүләт тә баһа. Тик Ишдәүләт егерме-егерме биш йылдар әүәл шулай ине. Моғайын, Уралдыр. Кеше бер-береһенә шул тиклем дә оҡшар икән. Сәсән бының яғына атланы. Сал сәсле кешенең үҙенә табан килгәнен самалап, Урал да шымды.

– Беҙҙең йәшлектең тауышын ишетеп туҡтаным. Мин Сәсән ағай булам, бәлки, ишеткәнең барҙыр.

– Ишетеү генә түгел, китаптарығыҙҙың һәр береһен уҡып барам. Телгә һаран атайым да, һеҙҙең турала һүҙ сыҡһа, туҡтамай һөйләргә әҙер.

– Рәхмәт. Бына йылдар осраштырҙы беҙҙе.

– Мин Өфөгә ҡайттым, Сәсән ағай. Үҙебеҙҙең университетта юғары математика кафедраһына эшкә саҡырҙылар. Ризалаштым да...

– Мәскәүҙе ҡалдырып китеү йәл булманымы һуң?

– Йәл дә бит. Әммә ҡайтҡы килә. Һәр башҡорт илендә тороп илен күтәрергә тейеш. Ситкә хеҙмәт итеп ил күтәреп булмай.

Сәсән сәп иттереп үҙ маңлайына үҙе һуғып алды. Ҡаһирә театры менән баяғы француз тураһындағы фекерҙең осо бына ҡайҙа ята бит. Француздың хеҙмәте Ҡаһирәне күтәрә, ә Францияға бынан бер генә бөртөк тә фәтеүә юҡ. Ҙур оҫталыҡ менән уйналған балет ғәрәптең дә ике ятып бер төшөнә инмәй. Ул ашар ризыҡ, балаларын кейендерерлек аҡса хаҡына Францияға барып бил бөгә. Ә француздар, ғәрәпкә рәхмәт әйтәһе урынға, уны төрлөсә ҡыйырһыта, мыҫҡыл итә.

Бына ни өсөн ҡаршылыҡлы уйҙар тыуҙырған Ҡаһирә театрының балеты Сәсән күңелендә. Фекеренең осона сығып бөтмәй ҡалған икән. Шуның ҡарауы, быны Урал бер һүҙ менән генә әйтте лә бирҙе: ситтә хеҙмәт итеп ил күтәреп булмай.

Сәсәндең үҙ маңлайына үҙе һуғып алғанын күргән Урал һорайһы итте:

– Олатай, берәр мәшәҡәт иҫегеҙгә төштөмө әллә?

– Юҡ, һис мәшәҡәт юҡ. Былай ғына... Ә һин ниңә мине олатай тинең әле?

– Беҙҙең яҡта атайҙан оло хөрмәтле кешегә шулай өндәшәләр бит.

– Эйе шул. Ә беҙҙә башҡасараҡ. Олатай – ул әсәйҙең атаһы. Атайҙың атаһы – ҡартатай. Ә атайҙан йә әсәйҙән өлкән ир кешеләрҙең һәммәһе лә – бабай. Бына бит, бер башҡорт телендә бер үк төшөнсәне сағылдырыр өсөн ни тиклем фекер йыйылған.

– Ниҙән улай тинең, олатай?

– Үҙең уйлап ҡара: ба, аба – һүҙе менән бик күп телдәрҙә һөйләшкән кешеләр бер үк төшөнсәне – ир кеше тигәнде аңлатҡан. Әйтәйек, төрөктәр баба тип атаһына өндәшә, башҡорттарҙың бер өлөшө атаһынан өлкән ир кешегә апа тип әйтә, урыҫтарҙа баба оло кешегә әйтелә торған һүҙ, инглизда ла, фарсыла ла ошоға оҡшаш һүҙҙәр бар.

Сәсәнде тыңлаған һайын Уралдың күҙҙәре сағыулана барҙы.

– Олатай, һине минең ҡаршыма Хызыр Ильяс сығарғандыр, моғайын.

– Әллә...

– Эйе, эйе. Һүҙҙәр тамырын юллаусы берәр ғалим менән танышырға кәрәк ине, тип йөрөй инем әле. Ундай кеше үҙемдең олатайым икән дә баһа.

– Мин бит телсе ғалим түгел. Тик үҙемдең зауҡым өсөн генә һүҙ тамырын эҙләп китәм ҡай саҡта.

– Ә миңә ғалим дәрәжәһен йөрөтөү-йөрөтмәү мөһим түгел. Миңә һүҙ ҡәҙерен белеүсе кәрәк.

– Нимәгә ул һиңә? – Сәсән ғәжәпләнде. – Һин бит математик. Һинең эшең – һан.

– Һан бит, олатай, һүҙҙән тора, өндән ҡорола. Бер, ике, өс... Ни өсөн тап шулай, ә башҡаса түгел? Ҡасан барлыҡҡа килгән һан? Һүҙ – өн менән бергәме, әллә һуңмы? Һандарҙың тыуыу хәжәте фекер үҫешенең һөҙөмтәһеме, әллә башҡасамы? Кеше тәүҙә нимәне һанарға өйрәнгән: ерҙәге малдымы, әллә күктәге йондоҙҙарҙымы?

Уралды тыңлай-тыңлай элгестән кейемен алған Сәсән инде үҙе Уралдың һорауҙарына фекер ялғарға дәртләнә башланы. Әммә күмәк кеше араһында оҙаҡ һөйләшеүҙе хупламайынса, кейенеп тышҡа сыҡҡас ҡына:

– Һин ҡайҙа йәшәйһең, туған? Әйҙә, беҙгә барайыҡ. Шунда һорауҙарыңа яуап эҙләрбеҙ, – тип саҡырҙы.

Урал ҡалайтырға ла белмәне. Оло кешенең саҡырыуын кире ҡаҡһаң да ҡыйын. Ризалашһаң...

– Ғәфү үтенәм, олатай. Киленең булырҙай кешегә вәғәҙә биреп ҡуйғайным. Көтәлер. Бармаһам, үпкәләр. Бүтән ваҡытта инермен инде һеҙгә.

– Ярар. Ҡатын-ҡыҙға биргән һүҙҙе үтәү фарыз. Телефон һандарыңды әйт. Икенсе юлы мин шылтыратҡас та килеп ет.

– Вәғәҙә.

 

Хоҙайҙар

Ял көнөндә Сәсән Уралға шылтыратты. Тегенеһе, Сәсәндең саҡырыуын ишеткәс тә, ҡанатланғандай итте.

– Кешеләр араһында биоток бар, тип раҫлай берәүҙәр, икенселәр ҡырҡа кире ҡаға. Минеңсә ул бар, һис шикһеҙ бар.

– Ни әйтергә самалайһың? Тел төбөңдө төшөнөп бөтмәйем.

– Сәсән олатайҙы күрергә кәрәк ине, тип уйлағайным. Тап шул мәлдә шылтырау яңғыраны...

– Ә-ә.  Һин әйткән биотокты борон башҡорттар уй, һиҙем тигән. Халыҡ ижады менән таныш булһаң, белергә тейешһең, унда ике сәсәндең әйтеше бар. Береһе: «Ни була ул иң етеҙ елгән нәмә?» – тип һорай. Икенсеһе: «Уйҙан да етеҙерәк, унан да шәберәк сапҡан бер нәмә лә юҡ,» – ти. Ана шул була инде биоток. Һин уйың менән кемгәлер ҡуҙғытыу һалаһың, ул шунда уҡ һинең уйыңа яуап рәүешендә ниндәйҙер хәрәкәт яһай. Йәғни һинең ни уйлағаныңды һиҙә. Әгәр уйың уға оҡшай һәм уйлаған кешегә кире яуабын биреүҙе һораһа, әлеге минең кеүек шылтырата йә башҡаса хәбәр еткерә. Ошондай осраҡта ғына һин биоток барлығын аныҡ беләһең инде. Юҡҡа ғынамы ни беҙҙең атай-әсәйҙәр: «Кешегә яманлыҡ эшләмәү генә түгел, хатта кеше тураһында яман уйлама», – тип өйрәткән.

– Олатай, һинең менән һөйләшеү үҙе аҡыл һандығын асыу менән бер. Әйткәндәй, олатай, мин артабан үҙеңә «һин» тип өндәшһәм, асыуланмаҫһыңмы?

– Киреһенсә, улым. Беҙҙең телебеҙҙә күплектә өндәшеү тик күп кешегә генә өндәшкәндә урынлы. Юҡһа беҙ, бүтәндәргә эйәреп, бер кешегә лә күп иткәндәй өндәшәбеҙ. Шулайтып тел ҡағиҙәһе боҙола. Ә телде боҙоу – үҙеңдән үҙең көлөү, үҙеңде кәмһетеү тигәнгә бәрәбәр.

Ярар, күберәк тә һөйләп ташланым, буғай. Телефон уй түгел бит, тиҙлеге яй, хаҡы – күп. Әйҙә, килен баланы ал да кил. Ҡалғанын күрешкәс һөйләшербеҙ.

Бер нисә сәғәттән осраштылар. Сәсән олатай ҡаланан ситтә йәшәй булып сыҡты. Матур, ыҡсым ғына йорт, ҡура-ҡора, баҡса. Алма ағастарын күреп аптыраны Урал. Берҙән, ағас күп. Икенсенән, быйыл уңыш шул ҡәҙәр ишелеп үҫкән. Бер ағас емештәрен күтәрә алмағас, төбөнә Сәсән таяуҙар терәткән.

Хужа ҡапҡа төбөндә ҡаршыланы ҡунаҡтарҙы. Сәләм алғас та, эре ике алма өҙөп, ентекләп йыуҙы ла йәштәргә һуҙҙы.

– Ошо алмалай күкрәп йәшәгеҙ.

Өй яғынан тауыш ишетелде:

– Ирек, ҡунаҡтарҙы өйгә саҡыр, сәйем әҙер. – Урта йәштәр тирәһендәге мөләйем, сибәр ҡатын ине. Урал бер иргә, бер ҡатынға ҡараш ташланы. Уның ни уйлағанын тойҙо Сәсән.

– Минең ҡатыным, – тип таныштырҙы. – Исеме Сәскә.

– Ниндәй сәскә?

– Сәскә генә, бер ниндәй ҙә түгел.

– Ә мин Зөлхизә булам. – Урал менән килгән ҡатын тупһала торғанына ҡул һуҙҙы.

– Сәскә, – булды яуап, ҡул ҡыҫыштылар.

Өйҙә матур ғына табын ҡоролған. Ирҙәр ҡул йыуып, ул-был иткәнсе, ҡатын-ҡыҙ үҙ-ара аңлашып, өҫтәлгә аш-һыуҙы бергәләп урынлаштыра башлаған да, Зөлхизә:

– Ҡайҙа, еңгә, үҙем эшләйем. Ошоноһон тегендә ҡуяйыммы? – тип йүгергеләй ине инде. 

Сәскә иренә лә йомош ҡушҡылап өлгөрҙө:

– Ирек, ҡунаҡтарҙы түргә әйҙә. Һүҙ менән генә һыйлап ни.

Урал күрһәткән урынға ултырҙы, үҙенең теле осона ғына һорау эленде. Ахыр түҙмәне, әйтте.

– Олатай, еңгә үҙеңде Ирек ти ҙә ҡуясы.

Быны ишетеп, Сәскә келтерләтеп көлдө.

– Олатайыңдың исеме Ирек бит. Сәсән тигәне – ҡушаматы. Күптәр уны Ирек тип белмәй ҙә инде, сәсәнлегенә шул тиклем күнделәр. Ҡәҙимге исем тип белә лә ҡуялар.

– Тәүге осорҙараҡ ауыҙ салшайтыусылар бар ине. Имеш, үҙен үҙе сәсән тип атаған. Сәсән исемен йөрөтөрҙән элек есеменә өлгәшер кәрәк, йәнәһе. Хәҙер мыҫҡыл  итергә маташыусы юҡ. Шиғыр ҙа сығарғас, бүтән әҫәр ҙә яҙғас, сәсән булһын инде был, тинеләр шикелле. Ә ҡушаматты, ысынлап та, мин үҙем алдым. Берәүҙәр үҙҙәрен шағир тип атай, икенселәр – яҙыусы, өсөнсөләр – драматург. Мин дә шулар араһына инеп китер ҙә инем, бер хәл булмаһа...

– Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтар, аш-һыуҙан етешегеҙ әле. Һыуынып китмәһен.

Урал, быны ишетеп, үҙенсә генә уйланы: «Вәт зирәк ҡатын. Ирен һүҙҙән тыйып, битен йыртманы. Ризыҡҡа өндәне лә ҡуйҙы». Сәсән дә аңланы ишараны.

– Рәхим итегеҙ  аҙыҡ-әүҡәттән, – тип үҙе ҡалаҡҡа үрелде.

Һүҙҙең дауамын Урал ялғаны. Сәй эсеп, иркенәйеп-ирәйеп алғас:

– Олатай, бая һүҙҙең осона сыға алмағайныҡ, – тип әңгәмәгә әйҙәне.

– Эйе шул. – Сәсән, гүйә, шуны ғына көткән. – Боронғо кешеләр, элекке телдәр, уларҙың тарихы тураһында күберәк белергә тырышам мин. Бер китапта әлеге беҙҙең Уралтауҙа бынан дүрт-биш мең йылдар  әүәл ҙур ғына дәүләт булғаны тураһында яҙылғайны. Тора-бара ул йәмғиәт бүлгеләнеп бөтә, берәүҙәре бынан күсенә, икенселәре торған ерендә ҡала. Китеүселәрҙе, имеш, Иран тигәндәр. Ҡалыусылар Туран булған. Урал армыттары араһында бейек кенә һырт бар – Ирәндек тиҙәр. Ана шул ирандарҙың бында йәшәүенә бер дәлил инде ул. Ирәндекте бөгөнгө беҙҙең телгә әүерелдерһәң, Иран тауы була бит.

– Был Ирандың әлеге Көнбайыш Азиялағы Иран дәүләтенә ниндәйҙер ҡағылышы бармы?

– Ҡағылышы туранан-тура. Уралдағы боронғо Иран менән әлеге Иран – икеһе бер үк донъя.

– Бер үк донъямы, әллә бер үк дәүләтме?

– Үҙең дә һиҙгерһең, улым. Минең дәүләт тип әйтергә теләгәнде тойоп өлгөрҙөң.

Урал тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы.

– Әммә, дәүләт түгел, әлбиттә. Бер үк дәүләт икән, тимәк, бер үк ерҙә урынлашырға тейеш.

– Тап шулай. Әлбиттә, икеһе ике дәүләт. Әммә бер үк тамырҙан, бер үк ерҙән сыҡҡандар.

– Уралдан?

– Эйе. Әгәр уҡыған йә ишеткәнең булһа, «Авеста» тип яҙыулы балсыҡ таҡталар бар.

– Улары – шумерҙарҙыҡы. Боронғо шумер халҡыныҡы.

– Улым, кемгәлер нимәлер бирергә йә тартып алырға ашыҡмай тор. Мин һине аңлайым, йәш кеше бик ҡырҡыу, ҡыйыу, өҙә һуғырға әҙер була. Сөнки уның беләктәре, күкрәге көскә тулышҡан. Типһә тимер өҙөрҙәй сағы. Үҙенең көсөн һиҙгәнгә күрә, ул ҡырҡа һуғырға әҙер. Уның көсөнә ҡаршы сығырҙай әҙәм юҡ. Йәшерәктәре – әле көсһөҙ, ҡарттарының көсө шиңгән инде.

– Олатай, минең бер һүҙҙән фәлсәфә ҡорҙоң да ҡуйҙың. – Урал, үпкәләгәндәй итеп, ирендәрен бөрөштөрҙө. Шул уҡ ваҡытта һоҡланыуҙан күҙҙәре осҡонланып яна ине.

– Юҡ, улым. Фәлсәфәне ҡороп бөтмәнем әле. Сөнки фәлсәфәнең башланғыс нөктәһе һәм шуның йомғағы – йәғни һығымтаһы була. Ә мин һиңә фекерҙең тик урта бер өлөшөн генә әйттем.

– Ә ни һуң уның башы?

– Башы булыр бер һорау: нимә ул, мәҫәлән, көс? Көстө мин өс төргә бүлер инем. Йән, тән һәм аҡыл көсө. Кеше инә ҡарынында саҡта уҡ йәнләнә. Йәғни уның йоҙроҡтай ғына тәненә йән инә һәм әлеге тәнде хәрәкәтләндерә башлай. Ҡарындағы бала ҡыбырлай. Әсәйҙәр уны, бала тибешә, ти. Мәле еткәс, йән көсө нығына һәм, тәнде хәрәкәтләндереп, яҡты донъяға тыуырға өндәй. Әсәй кеше бушана. Ошонан башлап йән көсө күбеһенсә йоҡомһорай, инде тән көсө арта башлай. Тән ҙурая, ит-һөйәгенә көс ҡуна. Сәңгелдәктә ятҡан баланы күҙ алдына килтер әле. Аяғын-ҡулын туҡтауһыҙ тыпырсындыра, көс йыя. Шул саҡта битеңде баланың аяғына яҡын килтер әле, тешеңде һындырғансы йә күҙеңде сығарғансы тибеүе ихтимал. Ә ҡулда бындай көс бик һуң ғына буласаҡ. Һинең күҙ төбөң күгәреп йөрөгәне булманымы һуң?

– Булды... – Уралдың ауыҙы йырылды. – Дүртенсе класта уҡығанда микән, дүрт-биш малай мине күмәкләп туҡманы. Ике күҙ ҙә күм-күк йөрөгәйне.

– Ни эшләп туҡманылар инде?

– Дәрестә, һәр һорауға ла яуапты белгәс, ҡул күтәрә лә ултыра торғайным. Быларға ошо оҡшаманы. Йәнәһе, мин – шәп, улар – насар. Шуға мине аҡылға ултыртырға булғандар...

– Ултырҙыңмы һуң?

– Ултырҙым. Ҡулды һирәгерәк күтәрә башланым. Әммә уларҙан шөрләгән өсөн түгел. Ә, быларҙан ҡайһылайтып ҡон ҡайтарырға икән, тип уйлай торғайным.

– Уйлап таптыңмы?

– Таптым. Тәүҙә спорт секцияһына йөрөп, ҡул-аяҡты нығыттым һәм сыныҡтым. Шунан тегеләрҙең һәр береһен тотоп туҡманым.

– Абау, ҡайһылай ҡанһыҙһың. – Ирҙәрҙең әңгәмәһен тыңлап ултырған Зөлхизә тороп уҡ китте.

– Килен, һин яңылышаһың. – Сәсәндең тауышы ҡырҡыу ғына сыҡты, ҡатын туҡтап ҡалды.

– Ир кеше йә ир булаһы кеше иң алдан үҙен һаҡларға, һаҡлай белергә, шунан яҡындарын яҡларға тейеш. Әйт әле, Урал һине берәрһенән йәберләттерәме?

– Юҡсы...

– Тимәк, ул үҙен һаҡлап, һине яҡлап йөрөтә.

– Миңә лә, уға ла берәүҙең дә бәйләнгәне юҡ әле.

– Сөнки Урал һине лә, үҙен дә кемдер бәйләнерлек хәлгә төшөрмәй һаҡлай. Көс ҡулланыуҙың иң яҡшы өлгөһө тап бына шул инде ул. Көстәрҙе сәкәштерергә юл ҡуйырға ярамай. Бына был – аҡыл көсө.

Зөлхизә шым ғына ашъяҡҡа сығып китте. Сәскә күптән шунда ине. Шымтайып ҡына ингән йәш ҡатынды йылмайып ҡаршыланы.

– Үпкәләмә һин минең иргә. Ҡайһы берҙә ҡатыраҡ әйтеп ҡуя ул. Әммә нахаҡҡа рәнйетмәҫ.

– Апай, шул тиклем күп белгән кеше менән йәшәү ҡыйын түгелме һуң?

Сәскәнең ниңәлер теҙ быуындары ҡалтырап китте һәм янындағы ултырғысҡа ултыра төштө, күҙҙәре ҙурайҙы, бер һүҙ ҙә өндәшә алмай байтаҡ ултырҙы. Шунан ғына:

– Ирек күп беләме ни? – ти алды.

– Аһ, белмәйенсә ни. Боронғоно үҙе ҡатнашҡан кеүек һөйләп тик ултыра. Бөгөнгөнө һис уйламаҫтай яҡтан килтереп һуҡтыра.

– Әлләсе... Миңә ҡалһа, ул күп белергә тейеш, тип тик йөрөйөм. Сәсән кеше бит. Ә тормошта уның күп йә аҙ белгәне һиҙелмәй ҙә ул. Һин дә мин һөйләшеп, күбеһенсә шаяртып өндәшеп тик йөрөй. Донъябыҙ бөтөн, аш-һыуыбыҙ өҫтәлдә, тигән кеүек.

– Тимәк, үҙе әйткән аҡыл көсө ныҡ инде унда.

– Бәлки. Һин үҙеңдекенең дә шулай булырын теләр инеңме?

– Теләр инеңме, тип? Аҡыл, минең белеүемсә, һай йә тәрән була. Әлбиттә, мин дә аҡыллы кеше менән йәшәр инем.

– Бирһен Хоҙай...

– Бирерме икән һуң Хоҙай? Ғөмүмән, бармы һуң ул Хоҙай?

– Ай-һай, килен, бигерәк тәрәнгә төшә башланың. Кем булып эшләйһең һуң һин, белемең ниндәй?

– Белемем бик күп түгел. Педучилище бөттөм, балалар баҡсаһында эшләйем. Балалар менән эшләгәнгә күрә һорайым да инде. Иртәнсәк атай, әсәйҙәр балаларын килтерә лә йә: «Иди с богом», – тип, йә: «Аллаға тапшырҙыҡ», – тип китәләр. Уларҙың балаһын Бог та, Алла ла түгел, беҙ ҡарайбыҙ. Шуға аптырайым. Хоҙай бармы икән һуң? Булһа, беҙҙең эшкә берәй ярыҡтан ҡарап торамы икән?

– Ошондайыраҡ һорауҙы мин дә байтаҡ йылдар элек Ирек ағайыңа биргәйнем. Ҡапыл ғына яуап та ҡайтарманы, күтәрелеп тә бәрелмәне. Йылмайып ҡына ҡуйҙы, өндәшмәне. Бәлки, тиҙ генә яуабын да тапмағандыр. Бәлки, был үҙе лә уйланһын әле, тигәндер. Көндәр, айҙар ғына түгел, йылдар үтте. Ул хаҡта мин дә һүҙ ҡуҙғатманым, Ирек тә өндәшмәне. Бер ваҡыт ул минең алға китап һалды.

– Ошоно уҡы әле, – ти.

Ҡараһам, «Урал батыр».

– Уҡығаным бар уны, – тимен.

– Ә һин йәнә уҡы. Ентекләп уҡы. – Ул элек тә күп һөйләшмәҫ ине, әле лә шулай.

Зөлхизә ауыҙ ситенән генә көлөп ҡуйҙы, әммә яуаплап торманы, һорамайынса әйбер алғанда тотолған ҡыҙ бала ише, ҡарашын йәшерҙе, әммә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыуы йөҙөндә ҡалды.

– Күп һөйләй ул, тарихҡа төшөп китһә. Тыңлаусыһы булһа – һөйләй. Уның телмәре күберәк ҡысҡырып фекер йөрөтөүгә оҡшай. Үҙ фекерен, үҙе уйлағанды кемгәлер һөйләп, шуларҙың дөрөҫлөгөн тикшерә кеүек ул. Шуға күрә ундай хәбәре өсөн көймә һин уға. Шуның ҡарауы, бүтән саҡта аҙ һөйләшә ағайың. Күберәген ым-ишара, бер-ике һүҙ менән аңлата ла ҡуя.

Зөлхизә өндәшмәне, эстән генә әңгәмәсеһенә һоҡланды. Ирен ҡайһылай яҡлай, тип аптыраны. Әйтерһең, инә ҡарсыға себештәрен һаҡлай. Ә Сәскә уй ебен һаман һүтте:

– «Урал батыр»ҙы өр-яңынан уҡып сыҡтым. Шунан Ирек алдына китапты һалдым да өндәшмәй генә торам.

– Таптыңмы? – ти был.

– Нимәне?

– Хоҙай тураһындағы һорауыңа яуапты.

– Юҡ. «Урал батыр»ҙа  Хоҙай ҙа, Алла ла, Бог та юҡ бит.

– Юҡ шул. Тимәк, «Урал батыр» Хоҙайҙар ҙа, Алла ла, Бог та, Иуда ла, Будда ла барлыҡҡа килмәҫ борон сығарылған. Юҡһа, береһе булмаһа, икенсеһе телгә алыныр ине. Азия халыҡтарының яртыһынан күберәге табынған Буддалар 6-7 мең йыл самаһы әүәл уйлап табылған, тиҙәр. Буддалар бит – кеше ҡиәфәтле ярым хоҙайҙар. Улар, йәнәһе, йәберһәтелгән кешеләрҙе яҡлар өсөн ҡара көстәргә ҡаршы баҫҡандар. Иң ныҡ көскә лә ҡаршы тора алырлыҡ булғас, әлбиттә, улар ҙур кәүҙәле, тәрән аҡыллы инде. Ә ҡәҙимге кешеләр ул заманда ла, әле лә Буддаға аһ-зарын һөйләй, үтенесен белдерә, ярлыҡау һорай. Будда уға һис шикһеҙ ярҙамлаша. Сөнки ул бит үҙе лә кеше затынан, шуға кеше хәлен яҡшы белә һәм уның донъяһын еңеләйтергә тырыша. Ә кеше Буддаға ярҙамы өсөн күстәнәс бирә, ҡорбан килтерә, доғаларын арнай. Тәүҙә Будда берәү булған, унан һуң улар күбәйгән. Сөнки кеше күмәк, тормоштоң тармағы ла аҙ түгел. Бер Будданың бар ергә лә өлгөрә алмауы бар. Шуның өсөн һәр эштең үҙ Буддаһын ҡойғандар. Һауа торошон күҙәтеүсеһе – үҙенә башҡа, диңгеҙ йә урман эшенеке – үҙенә айырым, өй һәм йорт ҡаралтыһын һаҡлаусы – үҙе бер һәм ҡапҡа төбөндә һаҡта ултыра. Өҫтәүенә, Буддаларҙың берәүҙәре аждаһаға, икенселәре бүрегә, өсөнсөләре  торнаға оҡшаған...

Ошоларҙы теҙеп әйтте лә ағайың минән: «Мин ни эшләп һиңә Буддаларҙы ентекләп һөйләй тип беләһең? Беҙҙең халыҡ тормошо менән берәр уртаҡлығын тоймайһыңмы?» –  тип һорай.

– Ә ниңә улай ти? Апай, һин дә сәсәнме әллә?

Сәскә көлдө.

– Юҡ. Ҡайҙа ти ул миңә. Мин барлығы  химиясы. Университеттан  химиясы итеп сығарҙылар. Шунан һуң химия институтында эшләйем. Әммә тарих, боронғолар тураһында уҡыштырам. Иректең йоғонтоһо инде. Элекке менән минең ҡыҙыҡһынғанды белгәнгә күрә һорай ул Буддалар тураһында.

– Эйе, – мәйтәм,– оҡшашлыҡ бар. «Урал батыр»ҙа Һәүбән, Аҡбуҙат, Айһылыу ярым кеше, ярым Хоҙай рәүешендә. Етмәһә, Ибн Фаҙлан, башҡорттар 12 хоҙайға табына, шуның береһе – торна, тип яҙып ҡалдырған.

– Ай, минең матурымды! Үҙҙәрен ғалим тип йөрөткән бәндәләр күрә алмаған яҡынлыҡты шартлатып әйтте лә бирҙе, – тип ебәрҙе Ирек.

– Арттан этеүсе булһа, менәбеҙ инде Айға, – тип мин дә кәзекләгән булам.

– Будда һындарына ышаныу бөгөнгө көндән 6-7 мең йыл әүәл барлыҡҡа килгән,  тип һанай тарихсылар. Әгәр Будда ышаныуҙарына ауаздаш фекер итеү башҡорттоң «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу» кеүек ҡобайырҙарында сағыла икән, тимәк, был ҡобайырҙарҙың ижад ителеү осоро ла шул уҡ Буддалар йәшенә яҡын тигән һүҙ.

– 6-7 мең йылмы?

– Бәлки, аҙыраҡтыр, бәлки, күберәктер. Әммә бер сама. Уның ошолайлығын дәлилләгән тағы бер нәмә бар.

– Нимә?

– Тау. Башҡортостанда Торатау тигән тау барлығын һәммәһе лә белә. Геологтар уның ошо урында ҡалҡҡан дәүерен, 20 миллион йылдар әүәл, ти. 20 миллион йыл элек эзбиздән торған тау өйөлгән һәм беҙҙең көнгә тиклем килеп етеп, Тора исемен йөрөтә икән, тимәк, тау бик күп йылдар ошо исемдә йөрөй. 7 мең йылмы уның исеменә, күберәкме, – әйтеүе ауыр. Әммә 1 мең йыл икәнлегенә яҙма тарих шаһит. Бая һин әйткән ғәрәптәр, был тирәгә килеп-китеп йөрөгән фарсы, грек, мадъяр сәйәхәтселәренең яҙмаларында бар был исем. Торатау элек-электән кешеләрҙең күмәкләп йыйылыр, Хоҙайҙарына табыныр урыны булған. Бәлки, тауҙың үҙенә лә Хоҙай һымаҡ күреп табынғандарҙыр. Сөнки бейеклек һәр ваҡыт дәһшәт, көс, ғәйрәт сығанағы бит. Египет пирамидалары юҡҡа ғына оло-оло тауҙар рәүешендә һалынмаған. Торатауға кешеләрҙең табыныуы тураһында һөйләгән бер факт та бар. Сыуаш халҡының Башҡортостанда йәшәгәндәре элегерәк: «Ай, Тура, Тура!» – тип һөйләнә-һөйләнә суҡына торғайны. Христианса ул: «Ай, Господи! Ай, Христос!» – тип суҡынырға тейеш бит. Юҡ, былар: «Ай, Тура!» – ти. Бында ике ышаныу бергә ҡушылған. Борон сыуаш һәм бүтән халыҡтарҙа Тора (Тура) Хоҙайы булған. Сыуаштар суҡындырылғас, бер үк кешеләргә ике Хоҙай ҙа һеңә башлаған.

– Һинеңсә, Торатау сыуаштарҙыҡы инде?

– Минеңсә түгел, һинеңсә... – Ирек, асыуланып, урынынан тороп  уҡ китте. – Анһат ҡына ер-тау өләшергә тораһың.

– Үҙең бит, сыуаш Хоҙайының тауы, тинең.

– Тиһәм ни! Ул саҡта, Торатау исеме, Тора Хоҙайы барлыҡҡа килгәндә, кешеләр сыуашҡа, башҡортҡа, мариға, сирмешкә бүленмәгәндер әле. Был исемдең тарихи тамыры бик тәрәндә ята. Башҡорттар һуңыраҡ, кешеләр милләттәргә бүлгеләнгәс, Тора Хоҙайын барыбер күңелендә һаҡлап ҡалдырған. Шулай булмай, Тора исемен бер түгел, әллә нисәмә тауға бирәме ни? Торатауҙар әлеге Ишембай, Өфө, Һүлейә ҡалалары янында бар һәм улар бөтәһе лә изге һанала.

– Сәскә апай, һауыт-һабаны ла йыуып бөттөм, әммә Хоҙай бармы-юҡмы – барыбер төшөнмәнем.

– Сөнки һин һөйләп бөткәнде көтмәнең. Һүҙҙең аҙағына сыҡманыҡ бит әле.

– Шулай уҡ оҙонмо ни һүҙ?

– Меңәр йыл тураһында бит һүҙебеҙ, шуға оҙонораҡ та тойолалыр. Әммә кем һүҙ мәғәнәһен күңеленә һеңдерә, ул, Хоҙай ҡарай ярыҡтан, тимәй инде, ә үҙе Хоҙайҙың йөҙөнә ҡарай башлай.

Зөлхизә шып туҡтаны. Уҫал да икән Сәскә, әңгәмәләшен белекһеҙлектә ғәйепләне лә ҡуйҙы. Зөлхизә шартлатып сығып китергә лә булып ҡуйғайны, тыйылды. Үҙе ғәйепле. Кешеләр меңәр йылдар буйы изге тип һанаған нәмәләрҙе үҙе мыҫҡыл итте. Тейешле яуабын алғас, түҙәһең инде. Шулай ҙа Зөлхизә тырт-мырт килеп, өндәшмәй торҙо бер аҙ. Әммә күпме йөрөйһөң инде турһайып, ахырҙа һүҙ башланы.

– Торатауҙың Буддаға ла ҡатнашы бармы инде?

– Ана шуны әйтә алмай торам. «Ниндәйҙер ҡатнашы бар, ти» ти бит Ирек. Туранан-турамы, әллә берәр төрлө тап килеүҙәнме, уныһын ул да өҙөп кенә әйтергә баҙманы. Буддаларҙың береһенең исеме Тура икән. Беҙҙең, йәғни ислам Хоҙайы менән бәйләнешлеме-юҡмы, бәлки, киләсәктә асыҡларҙар. Бығаса башҡорт донъяһы менән Буддаға табыныусыларҙың мөнәсәбәтен юллаусы ла булманы. Кем белә, бәлки, ысынлап та, уртаҡ тамырҙар барҙыр.

Зөлхизә һаман үҙенекен итте.

– Тимәк хоҙайҙарҙы кешеләр уйлап сығарған, улар кешенән айырымланып йәшәрлек йән дә, көс тә түгел инде?

– Эйе, ғалимдарҙың күбеһе шулай тип һанай. Киреһен раҫларға тырышыусылар ҙа байтаҡ, әммә тәүгеләре күмәгерәк. Улар, бер нәмә лә юҡтан яралмай һәм юҡҡа сыҡмай, тиҙәр. Мин бит химиясы, бер генә химик элементтың да эҙһеҙ юғалмауын беләм.