Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Хәлил БАРЛЫБАЕВ

Яҙмыш-һикәлтәле юл

Сәйәсәт – үткеһеҙ һаҙлыҡ

Совет осоронда мин сәйәси тормошта бик әүҙем ҡатнашманым, бер ниндәй юғары органдарға ла һайланманым, нигеҙҙә уҡытыу һәм ғилми эш менән шөғөлләндем. Тик СССР менән КПСС-тың тарҡалыуы башланғас ҡына, мине сәйәси тормошҡа йәлеп итергә тотондолар. Илдә төрлө  сәйәси ойошмалар төҙөлөп, Мәскәүҙәге иптәштәр мине «Марксистик платформа» тигән ойошмаға өгөтләп, шундай уҡ ойошма Башҡортостанда ла барлыҡҡа килгәс, мин уның етәксеһе булып киттем. 1990 йылдың июнендә РСФСР Коммунистар партияһының ойоштороу съезы булып, унда мин ойошманың контроль-ревизия комитеты ағзаһы итеп һайландым. И. Полозков, В. Купцов, Г. Зюганов партияның етәкселәре булып китте. Миңә яңы ойошма  үҙәк комитетының, контроль-ревизия комитетының бер нисә пленумында ҡатнашырға насип булды. Бер йыл  самаһы уҙғас, ГКЧП фетнәһе һөҙөмтәһендә СССР ҙа, КПСС та, РСФСР Компартияһы ла юҡҡа сыҡты.

Ошонан һуң мине төрлө ойошмаларҙың ревизия комиссияларына һайлау традицияға әүерелде. 2001 – 2004 йылдарҙа башта «Берҙәмлек һәм Ватан» – «Берҙәм Рәсәй», аҙаҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының контроль-ревизия комитеты рәйесе урынбаҫары булдым. 2003 йылда Рәсәй Шахмат федерацияһы  съезында мине ойошманың контроль-ревизия комиссияһы рәйесе итеп һайланылар. Аҙаҡ тағы ике съезда яңынан һайланып, әле лә  шул вазифаны үтәп йөрөйөм.

***

1991 йылдың февраль-мартында Мәскәү янындағы Морозовка тигән СССР етәкселеге  резиденцияһында бөтә союздаш, Балтик буйы республикаларынан тыш, һәм автономиялы республикаларҙың вәкилдәре тарафынан яңы Союз килешеүе төҙөлдө. Уның йөкмәткеһен әҙерләүҙә Башҡортостандан ике вәкил: мин һәм Зөфәр Йәнекәев ҡатнаштыҡ. Килешеүҙе эшләү бик көсөргәнешле көрәш, хатта талаш-тартҡылаш аша барҙы. РСФСР Юғары Советындағы низағтар арҡаһында, РСФСР-ҙың делегацияһы оҙаҡ ҡына ойошторолмай торҙо, хатта Морозовкала ҡыҙыу эш башланған ваҡытта ла вәкилдәр юҡ ине. Юғары Советтың ҙур залында делегацияны һайлау ултырышында  Мортаза Рәхимов  менән мин дә ҡатнаштым. Делегацияның етәксеһе итеп Рамазан Абдулатиповтымы, әллә Сергей Шахрайҙымы һайлау тураһында  һүҙ сыҡҡас, Рәхимов  бер нисә тапҡыр һикереп тороп: «Шахрая не надо! Шахрая не надо!» – тип ҡысҡырғанда, уға мин дә ҡушылдым. Ул ваҡытта демократия шулай сәскә атҡайны. Ахырҙа яңы Союз Килешеүен төҙөүҙә РСФСР делегацияһының етәксеһе итеп Р. Абдулатипов, ә ағзалары составына  С. Шахрай һ. б.  һайланды.

Ҡайһы бер союздаш республикаларҙың СССР-ҙан сығыу яғында булыуы шул саҡта уҡ күренә ине. Был йүнәлештә бигерәк тә Грузия, Украина вәкилдәренең ҡараштары ныҡышмалы булды. Беҙ, Татарстан вәкилдәре менән берләшеп, союздаш республика статусы   өсөн ҡырталашып, ярайһы ғына уңышҡа өлгәштек. Союздаш республикалар беҙҙең яҡлы булһа, башҡа автономиялы республикалар етәкселәре, көнләшеп, ҡаршы төшөп маташты. Р. Абдулатипов етәкселегендәге РСФСР вәкилдәре лә, өҫтән күрһәтмә  буйынса, беҙгә аяҡ салыу яғында булды. Шулай ҙа Килешеүҙә Башҡортостан һәм Татарстан союздаш республика кимәленә өлгәшерлек ярайһы отошло статьялар урын алды. Улар аҙаҡ мөстәҡиллек өсөн көрәштә ныҡлы нигеҙ булдырҙы.

Документтың төп нөсхәһен әҙерләү тамамланғас, делегациялар хөрмәтенә ҙур мәжлес ойошторолоп, унда республикалар исеменән тостар әйтелде. Башҡортстан Республикаһы исеменән һүҙ әйтеү, Зөфәр Йәнекәевтың тәҡдиме буйынса, миңә тура килде. Мин: «Башҡорт халҡы йырға бай, йырларға ярата һәм яҡын дуҫтарына йыр бүләк итеү йолаһын тота, шуға күрә мин һеҙгә, яңы дуҫтарыма, йыр бүләк итәм», – тип «Азамат»ты йырланым. Зал ҙур, акустика хайран ҡалырлыҡ, микрофон аша йыр, мин башҡа бер ваҡытта ла улай булдыра алмағанса, матур янғыраны. Оҙаҡ, дәррәү ҡул саптылар. Рамазан Абдулатипов йүгереп килеп, йырың иҫ киткес шәп булды, уның хаҡына арабыҙҙағы бөтә ҡапма-ҡаршылыҡтар буйынса һинең менән килешәм, тип ҡулды ҡыҫып, рюмкаһын   сәкештереп, коньягын бөтөргәнсе эсеп ҡуйҙы.

Килешеү проекты яҙылып бөткәс, 1991 йылдың 19 авгусында уға бөтә республикалар  делегациялары Кремлдә ҡул ҡуйырға тейеш ине. Шул көн  иртәнсәк мин Өфө аэропортына китеп барғанда, радиоалғыс ГКЧП фетнәһе хаҡында хәбәр итте. Миңә кире боролоп ҡайтырға һәм көн буйына телевизорҙан «Лебединое озеро» балетын ҡарарға тура килде.

Был хәл илебеҙҙе аяныслы яҙмышҡа дусар иткән ваҡиғаларҙың һуңғы нөктәһе булды. Яңы Союз килешеүенең йөкмәткеһе, халыҡ-ара сәйәсәт нормаларына ярашлы, бөтә республикалар һәм халыҡтарҙың мәнфәғәтенә яуап бирерлек итеп төҙөлгәйне. Уға ҡул ҡуйылып, тормошҡа ашырылһа, СССР тарҡалмай ғына, яңы йөкмәтке  алып, һуңғы   йылдарҙа  күҙәтелгән  кире һәм  аяныс хәлдәр барлыҡҡа килмәҫ ине. ГКЧП фетнәһе, әлбиттә,  өс көндән баҫтырылды. 

2011 йылдың апрелендә шул уҡ Морозовкала, хәҙер шәхси пансионатта, миңә Мәскәү Дәүләт эшмәкәрлеген администрациялау академияһының сит ил делегациялары менән берлектә үткәргән «Глобализация һәм социаль капитал» тигән ғилми конференция эшендә ҡатнашырға тура килде. Аҙаҡ ресторанда ойошторолған банкетта тост әйтеү өсөн һүҙ бирелгәс, мин 20 йыл элек ошонда ниндәй тарихи ваҡиға булыуы хаҡында һөйләнем. Улар, бигерәк тә Германия делегаттары, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлап, һорауҙар бирҙе. Йырлауымды ла өҫтәгәс, тағы ла йырлап күрһәтеүемде һоранылар. Инәлтеп торманым, «Азамат»ты  башҡарҙым. Дәррәү ҡул саптылар.

***

1990 йылдың мартында Башҡорт АССР-ы Юғары Советына депутаттар һайлау булып үтте. Ул осорҙа демократияның нисек «сәскә атҡан»ын хәҙер күҙ алдына ла килтереп булмай торған шул күренештән белергә була: Борай районынан –   Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары В. Байтурина, Баймаҡтан Хөкүмәт Рәйесе М. Мирғәзәмов үҙе, башҡа урындарҙан шулай уҡ күп кенә юғары власть вәкилдәре депутатлыҡҡа кандидат булып сығып, һайланмай тороп ҡалды. Баймаҡтар Радий Уралбаевты, райондағы геология-разведка ойошмаһы директорын – депутат итеп һайлап, Башҡортостан тарихын икенсе юлдан ебәрҙе. Улар М. Мирғәзәмов  өсөн тауыш бирһә, һис шикһеҙ, республиканың беренсе етәксеһе булып оҙаҡ ваҡыт, бәлки, бөгөнгә тиклем ул ҡалыр ине. Шуға күрә, минең фаразым буйынса, Башҡортостандың 1990 – 2000  йылдарҙағы тарихы баймаҡтар тарафынан эшләнде.

***

Мортаза Рәхимовтың Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Рәйесе итеп һайланыуы көсөргәнешле, асыҡтан-асыҡ, демократияның бөтә ҡанундарына тура килгән  көрәш шарттарында үтте. Рәйеслеккә унан тыш дүрт кеше: Р. Ғимаев, М. Ишморатов,   М. Резбаев һәм М. Шаһиев дәғүә итте.  Ул саҡта мин Хөкүмәттең иҡтисад бүлеге мөдире вазифаһын башҡарып йөрөй инем. Һайлауға бер нисә көн алда миңә «Башкирхлебопродукт» идаралығының генераль директоры Дамир Ҡыуатов шылтырата: «Хәлил, беҙ Мортаза Ғөбәйҙуллович менән уның һайлау алды программаһын, сессияла яһаясаҡ сығышын яҙып ултырабыҙ. Ярҙам итһәң, яҡшы булыр ине». Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытым юҡ ине, программа һәм телмәр буйынса идеяларым менән уртаҡлашып, уларға уңыш теләнем. Мортаза Рәхимов  – иң ҡулайлы кандидат, тип уға тауыш биреүгә өгөтләп йөрөүселәр ярайһы күп булып,  С. Килдин, Д. Ҡыуатов, Ю. Садиҡов, Ю. Шәрипов, нефть эшкәртеү заводтары директорҙарының күпселеге ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Шуныһы фәһемле: уларҙың барыһы ла аҙаҡ власть даирәләре тарафынан ситләштерелде.

Иртәгә һайлау тигән көндө М. Мирғәзәмов Хөкүмәт ағзалары, Юғары Совет депутаттары һәм күп кенә район хакимиәттәре етәкселәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәнең һуңында: «Коллегалар, Юғары Совет Рәйесе вазифаһына   беҙ  кемде күрһәтергә тейешбеҙ, шул турала кәңәшләшеп алайыҡ», – тине. Ул һүҙен тамамлап та  өлгөрмәне, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов атылған уҡ һымаҡ һикереп торҙо ла: «Нисек кемде?! Ундай һорау булырға ла тейеш түгел! Әлбиттә, Рәхимовты яҡларға кәрәк», – тип һөрән һалды. Башҡа тәҡдимдәр булманы, ахыр сиктә Мирғәзәмов: «Улайһа, иртәгә Мортаза Рәхимовты яҡлайбыҙ», – тигән фатиха бирҙе.

Һайлауҙың тәүге  турында бер кем дә Рәйес булып һайланырлыҡ 226 тауыш йыя алманы. Һуңғыһында ғына М. Рәхимов, кәрәккәндән ун тауышҡа күберәк йыйып, Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Рәйесе булып һайланды. Был кампанияла Башҡортостан дәүләт телевидениеһы һәм радиоһы  етәксеһе, депутаттар менән Талейран һымаҡ эш иткән С. Килдиндың ролен мотлаҡ билдәләп китеү урынлы.

***

Тағы бер теорияма ярашлы, Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең яңы тарихы бер кеше тарафынан ныҡлы боҙолдо. Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағы  – 90-сы йылдар башында СССР Юғары Советы һәм РСФСР Юғары Советы сессиялары телевидение аша көн дә туранан-тура  күрһәтелә ине. Сәйәсәткә битараф кешеләр  «Рабыня Изаура»  сериалын ҡараһа, беҙ сессияларҙың  береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырышып, телевизорға йотлоғоп, текәлеп ултыра инек. Сөнки ундағы күренештәргә бер сериал да, спектакль дә тиңләшә алмағандыр: депутаттар һуғышып та китә, һүгенеп тә ебәрә, «иркен»  микрофонға сират  тороп,   «сәсәнлек»тә ярыша, бер-береһенең телмәрҙәрен ҡул сабып өҙә  ине. Иң ҡыҙыҡ тамаша, моғайын, РСФСР Юғары Советы Рәйесен һайлағанда булғандыр. Б. Ельцин менән И. Полозков, вазифаға дәғүә итеп, ике ай буйына тиҫтәләгән тауыш биреү үткәреп, ахыр сиктә бер нисә тауыш күберәк йыйып, Б. Ельцин РСФСР Юғары Советы Рәйесе итеп һайланғас, уға урынбаҫар тәғәйенләргә кәрәк булды. Күрәһең, иң ҙур һәм абруйлы республикаларҙың береһе күреп, ул юғары вазифаға Башҡортостан вәкиле, БАССР-ҙын ауыл хужалығы министры, депутат Исмәғил Ғәбитовты тәҡдим итте. Был фамилияны ишеткәс, шатланып һәм ғорурланып та өлгөрмәнем, Исмәғил ағайыбыҙ  микрофон янына килеп: «Я с таким человеком как Ельцин вместе работать не желаю, беру самоотвод», – тине лә   урынына барып ултырҙы.

 Әлбиттә, был хәлде аңларға була, сөнки Ельцинды ул саҡта ғына түгел, унан һуң да өнәмәүселәр, хатта дошман күреүселәр булды,   хәҙер ҙә күп. Әммә тыныс һәм тәрән  уйлап ҡарағанда, И. Ғәбитов Рәсәй Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары булһа, илдең тарихы бөтөнләй икенсе юлдан киткән булыр ине. Аҙаҡ ул вазифаны Р. Хасбулатов биләмәһә, бәлки, Парламент менән Президент араһындағы талаш-тартыш һәм Аҡ йортҡа танкынан атыу, хатта Чечен һуғышы ла ҡубып китмәҫ ине. Ә инде Башҡортостан вәкиле шундай юғары вазифаны тотоп торһа, республиканың  хәле  лә бөтөнләй икенсе булыуы шикһеҙ. Һығымта: яуаплы хәлдәрҙә тойғоларҙы тыйып эш итеү хәйерле.

***

1991 йылда РСФСР-ҙың яңы Парламенты һайланып, Федераль хөкүмәт ойоштороу барғанда, ҡайһы бер министрлыҡтарға етәксе итеп милли республикалар вәкилдәрен тәғәйенләргә булғандар. Милли эштәр һәм төбәк сәйәсәте министры вазифаһына Башҡортостандан кандидат итеп республикабыҙ етәкселеге мине тәҡдим итте. Аҡ йортта төрлө комиссиялар һәм комитеттарҙы урап сыҡҡас, РСФСР Министрҙар Советы Рәйесе И. С. Силаев менән йомғаҡлау әңгәмәһе ҡалды. Ҡабул итеү бүлмәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры булып эшләгән Сергей Шойгу менән  бергә саҡырғандарын көтөп ултырабыҙ. Иван Степанович мине ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Яғымлы йылмайған йөҙ, йор һүҙҙәр менән өндәшеп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғандан һуң ул: «Биографияғыҙ ҡайһылай бай! Ауылдан сыҡҡанһығыҙ, армияла булғанһығыҙ, вузда, дәүләт органдарында эшләгәнһегеҙ, Мәскәү университетын тамамлағанһығыҙ!» Мин, һөйләшеүгә ҡеүәт өҫтәп: «Эйе, Иван Степанович, МГУ-ла беҙ Руслан Хасбулатов менән бергә уҡыныҡ», – тип ысҡындырҙым. «Шулаймы, туҡта улайһа, – тине лә ул тура телефон аша Хасбулатовҡа сыҡты: – Руслан Имранович, беҙ бында Һеҙҙең однокашнигығыҙ Барлыбаев менән һөйләшеп ултырабыҙ... Эйе...Эйе... Беҙ уны милли эштәр һәм төбәк сәйәсәте министры вазифаһына ҡарайбыҙ. Эйе... Шулаймы? Эйе... Ярай... Ярай, улайһа». Силаевтың йөҙөнән йылмайыу юҡҡа сыҡҡайны, тауышында ла элекке күтәренкелек һәм йорлоҡ юғалды. Шулай ҙа ул, беҙ һеҙҙең кандидатурағыҙҙы ҡарауҙы дауам итербеҙ әле, тип яҡты йөҙ менән хушлашты. Әммә һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе булманы.

Был тарихтың да әхлаҡи яғы шунда: телеңде кәрәк-кәрәкмәгәндән тыйылып, урынына һәм ваҡытына ҡарап, үлсәп кенә асырға кәрәк. Хасбулатовтың исемен әңгәмәгә ҡыҫтырғанда, мин  көнләшеү хисе барлығын, дуҫтарыңдың алдыңда берҙе   һөйләп, артыңда бөтөнләй   киреһен эшләүе ихтималлығын онотҡанмын. Ул осорҙа ниңәлер Кавказ республикалары вәкилдәре Башҡортостан һәм Татарстандың союздаш республика булып үҫергә ынтылыуына тыныс ҡарай алмай ине.

***

1990  йылдарҙың тәүге яртыһында республиканың үҙаллылығы өсөн көсөргәнешле көрәш алып барылды. Миңә СССР-ҙы яңыртып ҡороуға йүнәлтелгән яңы Союз килешеүен, Рәсәйҙең яңы Федератив  килешеүен, Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан араһындағы килешеүҙәрҙе төҙөүҙә ҡатнашырға насип булды. Төп ҡаршылыҡтар «Республикаға үҙаллылыҡты ниндәй кимәлдә алырға?» тигән мәсьәлә тирәһендә ҡуйырҙы. Министрҙар Советы Рәйесе М. Мирғәзәмов етәкселегендәге төркөм  үҙ өҫтөбөҙгә артыҡ яуаплылыҡ алмай, Рәсәй закондарынан ары уҙмай,  уларҙы үҙебеҙгә яраҡлаштырып эш итеү яғында ине.  Икенсе  төркөм, шул  иҫәптән мин дә, суверенитетты, Б. Ельцин әйтмешләй, «йота алған тиклем» алыу, республиканың  көслө һәм үҙ-аллы закондары системаһын булдырыу яғында инем. Көрәш шул тиклем ҡыҙыу барҙы ки – 1991 йылдың декабрендә, минән ҡотолоу өсөн, беҙгә ҡаршылар Хөкүмәттә  иҡтисад бүлеген бөтөрөп, үҙемде эшһеҙ ҡалдырҙылар. Мине иҡтисад буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлауым ҡотҡарҙы: ғилемле кешене дәүләт органдарынан ситләтеү уңайһыҙ булғанға,  тағы ла яуаплыраҡ  эш тәҡдим ителде.

Шул ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Хөкүмәттең иҡтисад бүлеген ябып, мине эштән сығарыуға ирешкән Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары менән Белорет ҡалаһында үткән ҙур кәңәшмәнән вертолетта  Өфөгә ҡайтырға тура килде. Юлдашым ныҡ ҡына ауырый ине. Уны вертолеттың бер яҡ стенаһына теҙелгән ултырғыстарға һуҙып һалып, һыу эсереп, йығылып китмәһен өсөн янында ултырып килдем. Әйткәндәре бөгөнгөләй хәтеремдә: «Хәлил, мине ғәфү ит! Һиңә күп насарлыҡ ҡылдым. Һин үҙең бер кемгә лә зыян килтермәйһең, ә һиңә насарлыҡ теләгән кешенең башына бәлә килә...» Күпмелер ваҡыт үткәс, бахыр,  ниндәйҙер хроник ауырыуҙан фани донъяны ҡалдырып китте, әйткәндәре тәүбә булған икән. Ерләшергә барып, ҡәберенә тупраҡ һалдым.

***

Сәйәсәттә әүҙем ҡатнашҡан кешенең кәйефе, урамдағы һауа торошо кеүек,   үҙгәреп тороусан,  холҡо ла хәл-торошоноң тәрән ҡанундарына бәйле була. Иртәнсәк уянғанда күңел үҙен төрлөсә тоя: йә тормошто сәскә баҡсаһылай күреп, тауҙар аҡтарып ташларҙай, йә ҡулдан бер эш тә килмәҫлек булып, хатта йәшәүҙән туйғандай. Яйлап тороп, эшкә тотона башлаһаң, Наполеондай ҡоролған планлы көнөң бик үк уңышлы булмай сыға, ә кәйефһеҙ уянған көндә, киреһенсә,  бәхетле осраҡҡа тап булаһың. Шуға күрә кәйефкә бик буйһонмай, аңлы рәүештә уға баш булырға, уны үҙгәртә белергә кәрәк. Кәйефкә бирелеп   йәшәү йыш ҡына яраҡһыҙ, хатта фажиғәле хәлдәргә килтереүе ихтимал. Әхмәр Үтәбайҙың үҙенә ҡул һалыусыларҙың күбәйеүе тураһындағы бәйәндәре  был турала асыҡ һөйләй.

«Что? Где? Когда?» телевизион программаһы  белгестәренә бирелгән  һорау менән бәйле ваҡиға хәтергә һеңеп ҡалған. Һорау: «Бер Мысыр батшаһына уның дуҫы яҙыулы балдаҡ бүләк итеп, кәйефең ныҡ ҡырылған саҡта шул яҙыуҙы уҡып йыуанырһың, тигән. Балдаҡ эсендә ниндәй һүҙҙәр яҙылған?» Белгестәр, күпме баш ватһа ла, яуапты таба алманы. Ә ул ябай ғына булып сыҡты, унда: «Был хәл барыбер үтеп китәсәк!» тип яҙылған икән. Кәйеф ныҡ хөртәйгән саҡта шул кәңәште   һынап ҡарағаным булды, ысынлап та, тынысландыра. 

Дәүләт милке һағында

Дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыуҙың  энергетика, нефть һәм газ сығарыу, эре машиналар һәм авиация төҙөү тармаҡтарынан башланыуын күреп хайран ҡалдым. «Кемдеңдер шул тиклем икһеҙ-сикһеҙ байлыҡты һатып алырлыҡ аҡсаһы булһын да, илдең стратегик тармаҡтарын шәхси бизнес ҡулына биреп ҡуйыу кемгә кәрәк булғандыр? Был эште урлашыу аша ғәмәлгә ашырыуға намыҫы етерме икән ни?» – тип уйландым. Күренеүенсә, быларҙың бөтәһен дә беҙҙең илдә тормошҡа ашырып була. АҠШ-тың  шул саҡтағы Дәүләт секретары Мадлен Олбрайттың фекеренсә, Рәсәйҙә үткән хосусилаштырыуҙы «егерменсе быуаттың иң ҙур енәйәте» тип баһаларға мөмкин. Хәҙер ҙә күп кенә юғары дәрәжәле кешеләр уны «енәйәтсел хосусилаштырыу» тип атай.

Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, Башҡортостанда был эштәр менән 1992 – 1995  йылдарҙа, Дәүләт милке фонды рәйесе, аҙаҡ Дәүләт милкенә идаралыҡ итеү комитеты  етәксеһе булараҡ, үҙемә шөғөлләнергә тура килде. 1992 йылдың мартында эшкә тотонғанда, илдә хосусилаштырыу ҡыҙа башлағайны. Уның  барышына анализ яһап, шул уҡ йылдың декабрендә БР Юғары Советы сессияһында сығышымда түбәндәгеләрҙе әйттем: «Анализдарҙан күренеүенсә, хосусилаштырыуҙың әлеге өлгөһө һәләкәткә, былай ҙа сирле иҡтисадтың емерелеүенә, предприятиеларҙың «бәйҙән ысҡыныу»ына, мөлкәттең социаль бурысы булмаған енәйәтсел төркөмдәр ҡулында тупланыуына, күптәрҙең эшһеҙ ҡалып, ярлыланыуына, социаль бәләләргә илтәсәк». Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һүҙҙәр хаҡ булып сыҡты, һәм ул туралағы бөгөнгө фекерҙәр һуңлап, яуҙан һуң йоҙроҡ болғағандай яңғырай.

Бөтә ил, һарыҡ көтөүе кеүек, һерлегешеп упҡынға китә башлай икән, айырым шәхесәр, хатта күп һанлы фирҡәләр ҙә бер ни ҡыла алмай, көтөүгә ҡушылып,  уны упҡындан йолоп алыуҙы хәстәрләргә бурыслы. Хосусилаштырыу эшенә лә мин шул фекерҙән сығып тотондом,   нисек тә булһа уны урлашыу юлынан ебәрмәҫкә,  республикабыҙ өсөн уңышлы  ысулын табырға тырыштым. Иң элек беҙ   компанияларҙың күпселек акцияһын сит ҡулдарға бирмәй, республикабыҙ халҡына, коллективтарға һәм хеҙмәтсәндәренә тапшырырға, БР Хөкүмәте ҡарамағында ҡалдырырға ынтылдыҡ.  Үҙебеҙҙә таратылған дүрт миллиондан ашыу ваучерҙың номерҙарын компьютер программаһына теркәп, уларҙың   хаҡы 10 мең  һум булһа, республика халҡына 40 мең һумлыҡ мөлкәт биреп йыйҙыҡ. Ә ситтән килгән номерлы ваучерҙарҙың хаҡын 10 мең һум менән сикләп,  мөлкәттең ситкә китеүенә кәртә ҡуйҙыҡ. Рәсәй законы буйынса, элек ҡуртымға бирелгән мөлкәт бүтән өлкәләрҙә ҡуртымсыларға бушлай бирелһә, беҙ ундай мөлкәтте дөйөм хосусилаштырыуға йүнәлттек. Башҡа төрлө ысулдар ҙа ҡулланылып, һөҙөмтәлә  илдең башҡа төбәктәренә ҡарағанда республика халҡы һәм Хөкүмәте ҡулында күберәк мөлкәт тупланды. Хөкүмәт ҡулындағы акциялар аҙаҡ, уларҙың капитализация хаҡы ун, хатта йөҙ тапҡырға артҡас, республика ҡаҙнаһын тулыландырырға, социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш ине.

Беҙ күргән саралар Мәскәү даирәләренә оҡшаманы.  РФ Дәүләт милкенә идара итеү комитеты рәйесе А. Чубайс беҙҙе ҡаты тәнҡитләне, мине вазифанан алырға маташты. Ул осорҙа БР Хөкүмәте Рәйесе булған А. Копсов шундай ваҡиғаны һөйләне. Бер ваҡыт ул М. Рәхимов менән РФ Хөкүмәте Рәйесе В. Черномырдинға инеү өсөн ҡабул итеү бүлмәһендә ултырғанда, А. Чубайс килеп инә лә, һаулыҡ һорашып бөтөр-бөтмәҫтән, Рәхимовҡа: «Һеҙ ни эшләп  Рәсәй закондарын боҙоп, хосусилаштырыуҙы үҙегеҙ уйлап сығарған юл менән алып бараһығыҙ, беҙҙең күрһәтмәләрҙе үтәмәйһегеҙ?» – тип бәйләнә башлай.  Рәхимовтың яуабы бик ҡыҫҡа була:  ул Чубайсты урыҫтың «өс хәреф»енә олаҡтыра. 

Хосусилаштырыу кампанияһы аҙағында, төрлө даирәләр тарафынан сыҙап торғоһоҙ әсе тәнҡиткә дусар ителә башлағас, А.Чубайс бер осрашҡанда, һеҙ үткәргән хосусилаштырыу уңышлыраҡ булған икән, тип хаталарын бер аҙ танығандай итте. Беҙҙе шефың (М. Рәхимов – Х. Б.) менән дуҫлаштыр әле, тип тә әйткеләне. Бер нисә йылдан һуң А. Чубайс, «Рәсәй берҙәм энергетика системаһы» акционерҙар ойошмаһы етәксеһе булараҡ,  беҙгә йыш ҡына килеп йөрөнө.

Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ахыр сиктә республикабыҙҙың мөлкәте өсөн булған көрәш, тырышлыҡтарыбыҙ тейешле һөҙөмтә  бирмәне. БР Президенты хакимиәте тирәһендәге йәбешкәктәр, миңә төрлөсә яҡынлашырға маташып, янауҙар, яла яғыуҙар, ришүәт биреү аша дәүләт мөлкәтен бушлай үҙләштерә алмағас, мине вазифамдан ситләтеүгә өлгәште. Ул йылдарҙа кеше үлтереү тауыҡ салыуға тиң ине, шуға күрә хәҙер, еңел ҡотолғанмын икән, тип уйлайым. 1995 йылда мине Башҡорт дәүләт университетына проректор итеп эшкә саҡырҙылар.