Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

Һин китәһең, мин ҡалам…

Хикәйә

Мәктәп тупһаһынан сығыу менән хәрби хеҙмәткә алынғас, Афғанстанға эләгеп, ғүмерҙәре өҙөлгән, ә тере ҡалғандарының яҙмыштары ҡырҡа үҙгәргән тиҫтерҙәремә бағышлайым.

Автор.

1

Йәшлегем биҙәге – ҡыңғырау сәскә,

Күпме хәтирәләр уяттың?!

Йөрәк төпкөлөндә бикләп тотҡан

Йәшерен серҙәремә юл таптың!

…Шау сәскәгә күмелгән туғайҙан икәү атлай. Ҡулға-ҡул тотоношҡандар. Үҙҙәре юҡтан да ҡыҙыҡ табып, шарҡылдап көлөшәләр, шаяралар.

Ҡыҙҙың башында ялан сәскәләренең иң сағыуҙарынан ғына яһалған нәфис таж. Өҫтөндә иҫ киткес матур, үҙенә үтә лә килешеп торған зәңгәр төҫтәге күлдәк. Егет ап-аҡ күлдәк, ҡара салбар кейгән. Тулҡынланып торған ҡара сәстәре, көлөп ҡараған ҙур яғымлы күҙҙәре уны тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Егет, ташҡын хистәрен тыя алмай, ҡапыл ҡыҙҙы ҡосағына ала ла уны шашып-шашып үбергә тотона…

Был икәү – Зәлифә менән Айбулат. Күрше ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып килгән Айбулаты менән Зәлифә бер нисә көн генә күрешмәгәйнеләр – шул тиклем һағынышҡандар!

– Зәлифәкәй, ана, күрәһеңме ҡаршылағы ҡаяны? – тип һорай егет, наҙлы ҡараштарын һөйгәненән айырып ала алмай.

– Эйе, күрәм! – ти Зәлифә. Үҙе һаман да шаярып, сыңғырҙатып көлә.

– Беләһеңме, нимә? Һин бына ошонда ғына баҫып тор, йәме? Мин хәҙер ошо ҡаяның иң бейек урынына менеп баҫам да бар донъяға һине яратыуымды яңғыратам!!!

– Ҡуй, Айбулат, мин бер үҙем бында ҡалмайым! Мин дә һинең менән! – Һөйгәненән аҙға ғына ла айырылғыһы килмәй шул уның.

– Юҡ, Зәлифәкәй! Мин оҙаҡ тормаҫмын, тиҙ арала яныңа кире төшөрмөн. Көт мине! – тине лә Айбулат, ҡаяға табан йүгерҙе.

Бына ул, ҡаяның иң бейек урынына менеп еткәс:

– Э-һе-һе-һе-й-йй! Ишетәһегеҙме, тауҙар? Ишетәһегеҙме, кешеләр? Мин Зәлифәне яратам!!! – тип ҡысҡырҙы.

Айбулатҡа ҡушылып, тауҙар уның һүҙҙәрен шаңдау булып ҡабатланы:

– Зә-зә-зә… я-я-я-ра-там!!!

Айбулат, ҡулдарын ҡарсыға ҡанаттарындай ике яҡҡа йәйгән дә, үҙе лә ҡоштай талпына. Зәлифәгә ул шулай ҡош булып осор ҙа китер төҫлө.

Бына ул:

– Зәлифәкәй, мин яныңа киләм, һин дә йүгер ҡаршыма! – тип ҡысҡырҙы ла ҡаянан төшә башланы.

Зәлифә атлығып ҡаршы йүгерҙе. Әле генә Айбулаттың һөйөү һүҙҙәрен яңғыратҡан ҡаяға ла яҡынлашты. Ҡапыл, көтөлмәгәндә, уның аяҡ аҫтындағы ер убылып китте лә, Айбулат менән икеһе араһында төпһөҙ упҡын барлыҡҡа килде. Зәлифә ҡаршы яҡҡа һикереп сығырға ла өлгөрмәй ҡалды. Ҡаушауынан, ҡурҡыуынан бөтөнләй быуынһыҙ ҡалған ҡыҙ, сарбайлап:

– Ай, Айбулат! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Ҡаянан төшөп еткән Айбулат та теге ярҙа үрһәләнә:

– Зәлифә! Зәлифәкәй, хәҙер ҡотҡарам мин һине, көт! – тип ялбара.

– Аһ, Айбулат, ҡалдырма мине, ал үҙеңдең яныңа! Мин һинһеҙ бөтөнләй йәшәй алмайым! – тип үкһеп-үкһеп илай Зәлифә.

Ә аралағы упҡын киңәйгәндән-киңәйә, Айбулат та йыраҡлашҡандан-йыраҡлаша бара. Үҙе, ҡулдарын болғай-болғай, һаман нимәлер ҡысҡыра…

– Аһ, Айбулат, ал мине үҙ яныңа! – Зәлифә ни эшләргә лә белмәй, үрһәләнә, Айбулатын саҡыра, өҙгөләнеп, ҡысҡырып илай…

Үҙ-үҙен белештермәй түгелеп илаған Зәлифә уянып киткәнендә шыбыр тиргә батҡан, туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәренән хатта мендәре сыланып бөткән, үҙе һаман да тыныслана алмай, һулҡылдап илай ине…

Күргән төшөнөң тәьҫиренән айырыла алмай, Зәлифә оҙаҡ ҡына ятты. Йыраҡтарҙа ҡалған ғәмһеҙ, сая йәшлегенең иң бәхетле бер мәле төшөнә кереп, тап өнөндә булғанса ҡабатланыуы күңелен бик ныҡ иләҫләндергәйне. Тик төшөнөң аҙағы шулай ҡурҡыныс тамамланыуы күңеленә шом һалды.

Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә таң ҡыйыла. Отпускыла булғас, иртә тороуҙың кәрәге юҡ.

Әллә таң алдынан ғына күргән  төшө сәбәпсе булдымы – Зәлифәнең йөрәге көнө буйы болоҡһоп тик торҙо. Ул, үҙенә урын таба алмай, ары һуғылды, бире һуғылды. Кискә табан бер аҙ тынысланғандай ҙа ине… тик оҙаҡҡа түгел икән шул! Кис еткәс, күптән ташлап ҡуйған бәйләмен ҡулына алып, йәтешләп кенә ҡәнәфигә ултырҙы. Бер журналда күреп ҡалған кофта үрнәген бәйләй башлаған да онотҡан икән… Ҡапыл, фатирҙы яңғыратып, телефон шылтыраны. Зәлифәнең былай ҙа борсоулы йөрәге ярһып туларға тотондо. Ҡаушауынан күпмелер ваҡыт телефон трубкаһын үрелеп алырға ҡыймай торҙо. Күңеле, ниҙер һиҙенеп, шомланды:

– Алло?

– …

– Алло, тыңлайым?!

Телефонда бер аҙҙан ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде:

– Һаумыһығыҙ! Миңә Зәлифә апай кәрәк ине… – Ни өсөндөр теге остағы ҡатын ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.

– Был мин – Зәлифә! Ә кем шылтырата?

– Мин – Айбулаттың һеңлеһе Аида…

– Эйе, Аида һылыу!

– Ғәфү итегеҙ, мин һеҙгә хәбәр итмәй булдыра алманым. Бөгөн… беҙҙең Айбулат ағай һәләкәткә осраны… – Телефондан Аиданың һулҡылдап илағаны ишетелде.

– Аһ!

Зәлифә телефон трубкаһы ҡулынан нисек төшөп киткәнен дә һиҙмәне.

Аптырап, тирә яғына ҡаранды ла йәнә трубканы ҡулына алды. Телефонда Аида өҙгөләнеп Зәлифәне саҡыра ине…

– Ишетәм, Аида һылыу… Ғәфү ит, зинһар, әллә нишләнем дә ҡуйҙым!

– Зәлифә апай, ерләү – иртәнән һуңға. Килеп өлгөрһәгеҙ, яҡшы булыр ине.

– Әлбиттә, ҡайтам, иртәгә иртүк юлға сығам, көтөгөҙ!

– Һеҙҙе вокзалда уҡ ҡаршы алырҙар. Ярай, хуш-һау булығыҙ.

– Һау булығыҙ…

«Бына ни өсөн уның йөрәге иртәнән бирле тулаған. Их, Айбулат… Һәләкәткә осраған,  тиме? Нимә булғанын һорашырға башыма ла килмәне. Хәйер…»

– Аһ, Айбулат йәнем!

Зәлифә, көтмәгәндә ишеткән ҡурҡыныс хәбәрҙең аяуһыҙ дөрөҫлөгө әле яңы аңына барып етеп, тыйыла алмай, үкһеп илап ебәрҙе. Ҡасандан бирле йыйылған ҡайғы-һағыштары, үкенестәре – барыһы бергә әсе күҙ йәштәренә әйләнеп, бер туҡтауһыҙ аҡты ла аҡты…

2

…Зәлифә – ауыл ҡыҙы. Йәмле Инйәр буйында урынлашҡан Уҫаҡлытау ауылынан. Бигерәк матур шул уның ауылы. Исеме лә есеменә тура килеп кенә тора – Уҫаҡлытау! Ә ундағы уҫаҡтарҙың матурлығы! Бигерәк тә көҙөн улар, иҫ киткес күркәм булып, күҙҙең яуын ала. Ул үҙенең яратҡан тауы Шылғантүбәлә ошо ағастар араһында йөрөргә һәләк ярата. Шылғантүбә – ауылдың ситендә генә, Бағарышты йылғаһынан һуң башлана. Әллә ни ҙур ҙа булмаған тау төрлө еләк-бәшмәктәр менән тулы. Юғарыға менеп ҡараһаң, бөтә ауыл ус төбөндәгеләй күренә.

Зәлифә быйыл ун биш йәшен тултырҙы. Һигеҙенсе синыфты тамамлағас, әллә берәй ҡайҙа уҡырға барырғамы, тип уйлап та ҡуйғайны. Шул үҙенең оялсан, ҡыйыуһыҙ булыуы арҡаһында кире ҡайтауланы. Синыфташ ҡыҙҙары фельдшерлыҡҡа уҡырға инеп тә ҡайттылар инде.

Әллә ниңә бигерәк ҡыйыуһыҙ шул. Берәй ят кеше менән һөйләшергә тура килһә, үҙенең тауышын хатта үҙе лә ишетмәй, әллә нишләй ҙә ҡуя. Оялыуынан ҡыҙарып бөтә. Шуға, бер ҡайҙа ла китмәй, ауылда ҡалды. Ике йыл эсендә, бәлки, кешеләрҙән тартыныуы кәмер?

Тағы ул тиҙ генә ауылын ташлап сығып китә лә алмай. Ул да китһә, ҡустылары ни эшләр?

Аталары бәләгә осрап һәләк булғас, әсәләре биш бала менән тороп ҡалды. Эшләгән эше лә бик ауыр. Инде Зәлифә лә уҡырға китһә?

Зәлифәнең дүрт ҡустыһы бар. Юнир үҙенән ике йәшкә кесе, Булат бишенсегә бара, ә игеҙәктәргә бары бишәр йәш. Малайҙар бигерәк тиктормаҫ, арттарынан ҡарап ҡына өлгөр!

Ә Юнир – апаһының иң беренсе ярҙамсыһы. Ҡайһы саҡта уның көсө етмәгәнде «һә» тигәнсе эшләп тә ҡуя. Быйыл бесән мәлендә үҙен нисек күрһәтте! Салғыһын шул тиклем матур итеп, ирҙәрсә һелтәй… Әсәләре ҡыуанып ҡарап тора ла: «Эх, атайығыҙ ҙа күрһә икән!» – тип әрнеп әйтеп ҡуя.

Булат ҡустыһы ла  өй эштәрендә ярҙамлаша башланы. «Тағы нимә эшләргә, апай?» – тип йүгереп килеп етә. Иң яуаплы эштәр – барыбер Зәлифә иңендә.

Быйылғы йәй бигерәк матур килде. Әле генә йәшенләп-күкрәп ямғыр яуһа, артынса уҡ ялтырап ҡояш килеп сыға. Тиҙ арала матур итеп йәйғор ҡалҡа. Ә ундай йәшенләп яуған ямғырҙан һуң ниндәй матур була тирә-яҡ! Бөтә донъя сафланып, йәшелләнеп ҡала. Баҡсаларҙа хуш еҫ аңҡый, өҙҙөрөп ҡоштар һайрай,  Зәлифәнең яратҡан тауында кәкүк саҡыра. Тик бына әсәһе генә  ниңәлер һөйһөнмәй ошо ҡошсоҡто. Ишетеп ҡалдымы, һуҡрана башлай. Моңло кәкүкһеҙ урман буламы икән ни? Тағы Зәлифә һандуғастарҙы тыңларға ярата. Хыялланырға яратҡан хисле ҡыҙыҡай урмандарҙа йөрөгәндә ниндәй генә ҡоштарҙы тыңламаны – һандуғасҡа еткергәндәрен ишеткәне булманы. Булмаҫтыр ҙа…

Ә быйыл бигерәк иләҫләнеп тыңлай ул йырсы ҡоштарҙы. Каникулдары башланғас, әхирәте Ғәлиә менән һәр кис һайын үҙҙәренең яратҡан тауына һандуғастар тыңларға ашыҡтылар. Яңғыҙ ҡайын төбөнә ултырып алалар ҙа көтә башлайҙар. Бына бер мәл аҫта, йылға буйындағы таллыҡта, «сут-сут» иткән тауыш ишетелә. Шунан һуң башлана!  Әхирәте менән тын алырға ла ҡыймай, һуштары китеп тыңлайҙар. Бер аҙҙан ҡоштар тына. Әхирәттәр хыяллана-хыяллана ҡайтырға сыға. Мөхәббәт тураһында серләшәләр.

– Китаптарҙағыса, киноларҙағыса мөхәббәт беҙгә лә килһә икән, эйеме, әхирәт? Берәйһенә үлеп ғашиҡ булырға ине! – тип шыбырҙай Ғәлиә, хисләнеп.

– Ысынында ундай мөхәббәт булмайҙыр ул? – ти Зәлифә, икеләнеп.

– Була икән шул! Ана, әсәйемдәр йәш саҡтағы әхирәттәре менән осраштылармы, тик шул турала һөйләшәләр. Үҙҙәренең тәүге мөхәббәттәрен һағынып, илашып та алалар. Атайҙар күрмәгәндә генә, кәнишнә. Һиңә лә сер итеп кенә әйтәм, һөйләй күрмә берәйһенә!

– Ҡуйсы, Ғәлиә, кемгә һөйләйем, ти? Мин ул турала кеше алдында әйтә аламдыр шул?

– Ярай, ярай, үпкәләмә! Былай ғына әйтәм!

Ғәлиә менән хушлашҡас, Зәлифә өйөнә ҡайтып еткәнсе ошо һөйләшеүҙе уйлап ҡайтты.

«Ысынлап та, уға ла шундай мөхәббәт килерме икән? Кем икән ул уның өҙөлөп һөйөр кешеһе? Ә нисек килә икән мөхәббәт тигәндәре? Зәлифәне лә өҙөлөп яратҡан кеше булырмы икән? Юҡтыр ҙа».

…Киләһе яҙға тиклем, эй, һағынырҙар инде һандуғастар моңон!

Тағы Зәлифә шишмә башына һыуға йөрөргә ярата. Уларҙың шишмәләре яҡындағы урман эсендә генә, ереклектәр араһында ағып ята. Күрше ағай ул шишмәгә матур итеп йорт та төҙөп ҡуйҙы.

Улаҡтан сылтырап ҡына аҡҡан һыуға биҙрәһен ҡуя ла тирә-яғына күҙ һала. Эй, бигерәк рәхәт шул бында! Эргәлә генә мөһабәт еректәр, йәйге эҫелә һалҡынса күләгә биреп, әкрен генә тирбәлә. Тирә-яҡты тағы ла йәмләндереп ҡоштар һайрай, йәйҙең хозурлығына ҡыуанып, өйөрөлөп-өйөрөлөп төрлө-төрлө төҫтәге күбәләктәр оса. Бал ҡорттары иң хуш еҫле сәскәләрҙән тырышып-тырышып һут йыя.

Ул йүгерә-йүгерә күгәрсен күҙе, ҡыңғырау сәскәләрен йыйып ала ла сылтыр шишмә үҙенең һыуын ҡойған Бағарышты йылғаһына яҡын уҡ барып, уны күҙәтеп тора. Яҙын ул йылға бик ныҡ таша, хатта ярында баҫып тороуы ла ҡурҡыныс була. Ярына һыймаған йылға туғайҙарға йәйелә. Күпмелер ваҡытҡа ағастар һыу аҫтында ҡала. Зәлифә уның шулай ярһып-ташып аҡҡан ваҡытын ныҡ ярата. Ниңәлер күңеле шул сағын үҙ итә. Тәбиғәткә һушы китеп, иләҫләнеп йөрөгән Зәлифә күршеләренең һыуға төшкәнен күреп ҡалһа, тиҙерәк биҙрәләрен көйәнтәләп, ҡайтырға ашыға.

Йәйге каникулдары үтеп тә китте. Өс көндән мәктәпкә! Ни өсөндөр был юлы беренсе сентябрҙе бигерәк тулҡынланып көтә Зәлифә. Әллә ниҙәр булыр кеүек…

3

– Аһ, Айбулат, йәнем!

Зәлифә, асырғанып ҡысҡырып ебәреүенән һиҫкәнеп, тирә-яғына күҙ һалды. Хәтирәләргә бирелеп, урынынан да ҡуҙғалмай күпме ултырҙы икән? Ул стеналағы сәғәткә күҙ һалды. Юлға сығырға ла ваҡыт етеп килә икән. Ә ул әҙерләнмәгән дә! Ҡазандан Өфөгә поезд иртәнге алтыла ҡуҙғала. Бары ике сәғәт ваҡыты ҡалып бара.

 Зәлифә тиҙ генә әйберҙәрен юл сумкаһына тултырҙы. Тамағына тәғәм ризыҡ ҡабаһы килмәһә лә, бер аҙ кофе эсеп алырға булды. Телефондан такси саҡыртты ла вокзалға йүнәлде. Бөгөн эш көнө булғанғамы, вокзалда кеше әллә ни күп түгел. Билетты тиҙ алды.

Бына ҡуҙғалырға ваҡыт. Вагонда кеше унда-һанда ғына. Зәлифәнең бер үҙенә бер купе тура килде. Әйберҙәрен урынлаштырғас, йоҡларға ятты. Тик, нисек кенә йоҡларға тырышһа ла, күҙенә йоҡо кермәне.

Бер аҙҙан ул хәтирәләренә кире әйләнеп ҡайтты.

4

…Бына 1 сентябрь ҙә етте. Мәктәп эсе гөж килеп тора. Зәлифә үҙенең синыфташтары янына килеп баҫты. Ни эшләптер Ғәлиә күренмәй. Әллә күрше районда йәшәгән өләсәһенән ҡайтып етмәгәнме?

Линейканан һуң һәр кем үҙ синыфына йүнәлде.

Зәлифә тәҙрә янындағы буш партаға барып ултырҙы. Линейка ваҡытында әллә ни иғтибар итмәгән икән: барыһы ла үҙгәреп, үҫеп киткән! Малайҙарҙың танау аҫтарында мыйыҡтары барлыҡҡа килгән, быға тиклем сибек кенә булған ҡыҙҙарҙың да кәүҙәләре тулышып үҙгәргән.

Барыһы ла шат, күҙҙәре ут булып яна. Бына бер саҡ ишектән… оҙон буйлы, ят егет килеп керҙе. Үҙе шул тиклем һөйкөмлө, кәүҙәһе лә баһадирҙарса көслө, матур, сөм-ҡара сәстәре тулҡынланып, елкәһенә үк төшөп тора. Шаян икәнлеге йөҙөнә сыҡҡан. Ихлас йылмайып, һаулыҡ һорашҡас, ул:

– Туғыҙынсы «Б» ошондамы? – тип һораны.

– Ошонда! – Синыф гөж килде.

Ул бер аҙ тапанып торҙо ла Зәлифә янындағы буш урынға килеп ултырҙы. Әллә ни булды шул саҡ Зәлифәгә. Биттәре ут булып янғанын тойоп, башын түбән эйҙе. Егет унан нимәлер һорашты, шикелле. Синыф етәксеһе килеп кергәс кенә, Зәлифә еңел тын ала алды.

Уҡытыусы барыһын да яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлап, уңыштар теләне. «Яңы уҡыусы ла бар икән», – тип, уның тураһындағы мәғлүмәттәрҙе журналына теркәгәс:

– Иртәгә уҡымайбыҙ. Бөтәбеҙ бергә походҡа барабыҙ. Йә, әйтегеҙ, ҡайҙа теләйһегеҙ: Инйәр буйынамы, әллә Оҫҡонтауғамы? – тип һораны.

– Оҫҡонтауға! – Ҡыуаныстан барыһы бер юлы ҡысҡырҙы.

– Ярай, әләйһә, әҙерләнегеҙ. Иртәгә сәғәт туғыҙға йыйылабыҙ. Үҙегеҙ менән ашарға алығыҙ. Урманда сәй ҡайнатып, бәрәңге бешерербеҙ.

Мәктәптән Зәлифә әхирәте Ғәлиә менән ҡайтты. Беренсе дәрескә ул, һуңлап булһа ла, килеп өлгөргән. Күптән күрешмәгәс, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

– Шунан, күршең менән таныштыңмы? – Шаян холоҡло Ғәлиә, мут йылмайып, әхирәтенә өндәште.

– Юҡсы! – Ҡырыҫ ҡына яуапланы Зәлифә.

– Бәй, ништәп улай асыуҙанаң ул? – Ғәлиә, аптырап, әхирәтенә төбәлде.

Бер ҙә юҡҡа әхирәтен үпкәләткәне өсөн Зәлифә үҙе лә уңайһыҙланды.

– Зинһар, ғәфү ит, һине үпкәләтермен тип уйламаным. Мин бит уны бөтөнләй белмәйем.

– Ә, беләһеңме, ул кем? – Әхирәте серле генә йылмайып, Зәлифәгә һүҙ ҡушты.

– Кем һуң? – Тиҙ генә һорағанын Зәлифә аңғармай ҙа ҡалды.

– Ул, ни, теге мәктәп урамында йәшәгән Илһам ағайҙың улы икән. Әсәләре ҡапыл ғына үлеп ҡалғас, өс баланы бер үҙенә ҡарауы ҡыйын тип, атаһының күрше ауылда йәшәгән бер туған һеңлеһе өс йәшлек Айбулатты үҙҙәренә уллыҡҡа алған, ти.  Уларҙың ауылында һигеҙ йыллыҡ ҡына мәктәп, шуға быйыл бында уҡыясаҡ. Оло ағаһы өйләнгән, ситтә йәшәй. Аида исемле һеңлеһе менән атаһы ғына икән өйҙәрендә. Улының үҙҙәренә йәшәргә ҡайтҡанына ифрат ҡыуанған атаһы. Ул былай ҙа: «Яңылыштан улымды бирҙем дә ебәрҙем, хәҙер  кире уйларға ла әллә нисегерәк бит әле?..» – тип гел ҡайғырып йәшәгән. Улын һәләк яратҡан. Ҡайһы саҡта барып та сыҡҡылаған һеңлеләренә. Әйтергә генә ҡыймаған эсендәген. Вәт!

– Ә һин быларҙы ҡайҙан белеп өлгөрҙөң һуң?

– Иртә менән күрше Мәсүрә апай беҙгә кергәйне, шул һөйҙәп сыҡты. Ә уның бит белмәгәне юҡ!

«Бына кем икән ул!»

Зәлифә Ғәлиәне ашыҡтырҙы:

– Әйҙә, ҡайта һалайыҡ. Ҡустылар үҙҙәре генә, иртәгәгә әҙерләнер кәрәк!

Ҡайтҡас, Зәлифә өй эштәрен, ни сәбәптәндер, осоп йөрөгәндәй тиҙ башҡарҙы. Үҙенең, ниңәлер, тик йырлағыһы ғына килеп тора.  Кискегә картуф билмәне бешерҙе, ҡоймаҡ ҡойҙо. Аш өлгөрөүгә әсәһе лә ҡайтып етте. Походҡа барыуҙары тураһында әйткәс, әсәһе:

– Ярай, һин походыңа әҙерлән, ҡалған эштәрҙе үҙем эшләрмен, – тип ихатаға сығып китте.

Зәлифә үҙенә бер нисә йомортҡа, бәрәңге алырға булды. Ҡоймағын да өҫтәне.

Иртәнсәк Зәлифә арҡаһына төйөнсөгөн аҫып, башына яулыҡ бәйләгәс, аяҡтарына резина итектәрен кейеп алды ла мәктәбенә йүнәлде. Йүгерә-атлай ашығып барып етте, мәктәп ишеген асты. Ә унда – шау-шыу!

Ҡолаҡтарын ҡапларҙай булып, тиҙерәк үҙенең синыфына йүнәлде. Кереү менән, үҙе лә һиҙмәҫтән, тәҙрә яғына күҙ һалды. Ә унда… теге егет ишеккә генә ҡарап ултыра ине. Зәлифә шым ғына урынына барып ултырҙы.

«Сәләм!» – тип өндәште Айбулат. Яуап итеп ҡыҙ һиҙелер-һиҙелмәҫ баш ҡаҡты. Синыф етәксеһе килгәс, бер аҙ һөйләшеп, пландар ҡороп ултырҙылар ҙа юлға ҡуҙғалдылар. Юл арыу уҡ оҙон, тик тау үренә генә. Шулай ҙа дәррәү атлай барыһы ла. Юл буйы шаярышып-көлөшөп барҙылар.

– Зәлифә, бир төйөнсөгөңдө, үҙем күтәрәйем, – тигән тауышҡа боролоп ҡараһа, янында Айбулат баҫып тора.

– Ҡуй, үҙем!

– Юҡ инде, күршеңә ярҙам итмәү килешмәҫ. Беҙ бит парталаш күршеләр.  Ҡайҙасы, бир үҙемә!

Ҡыҙыҡай икеләнеп бер аҙ торҙо ла төйөнсөгөн егеткә һондо. Үҙе, башҡалар ни уйлар инде тип, яҡ-яғына ҡаранды. Былай, иғтибар иткән кеше тойолманы шикелле. Уға нисектер рәхәт тә, күңелле лә булып китте. Әйбере әллә ни ауыр түгел ине лә…

Айбулат юл буйы урмандағы йәнлектәр, уларҙың ғәҙәттәре тураһында  һөйләп барҙы. Ул шундай мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй! Зәлифә уны шулай ге-е-е-л генә тыңлар ине… Их, ниндәй яғымлы уның тауышы! Һөйләй-һөйләй ҙә йә берәй ҡоштоң, йә хайуандың ҡыланыштарын ҡабатлап күрһәтә. Бигерәк тә ҡоштарҙың тауыштарын килештереп әләкләй. Ысын ҡоштарҙан айырырмын тимә!

Бер аҙҙан уларҙы Ғәлиә ҡыуып етте:

– Ай-һай, әхирәт, мине әллә ҡайҙа ҡалдырып киттең дә барҙыңсы?  Бындай егет барында минең турала оноттоң дамы? – тип шаяртты.  Зәлифә уңайһыҙланып:

– Үҙең тороп ҡалдың бит, ҡыуып етергә ине, – тип аҡланды.

– Әйҙәгеҙ, улайһа, бергә атлайыҡ. Әхирәтебеҙ ни өсөндөр тик тыңлап ҡына килә, үҙе бер ни ҙә һөйләмәй! – Айбулат Ғәлиәне лә йәнәш барырға саҡырҙы. Хәҙер инде Ғәлиәнең дә әйберен күтәреп алды.

Бына тауҙың иң бейек түбәһенә менеп еттеләр. Унда күмәкләшеп фотоға төштөләр. Юғарыла ел бигерәк әсе булғас, оҙаҡ тотҡарланмай, тирә-яҡҡа һоҡланып, бер аҙ торҙолар ҙа түбәнгә ашыҡтылар.

Төшөп етеп, усаҡ яҡҡас, картуф бешерергә ҡуйып, сәйнүктәрен элделәр.

Төшкө аш бик күңелле үтте. Кемдер мәҙәк, кемдер йәйге мажараларын һөйләп көлдөрә. Ашап алғас, бер аҙ ял итергә булдылар.

Тау үренә менгән саҡта Зәлифә таштарға бик ҡыҙыҡҡайны. Әле, ваҡыт барҙа, уларҙы ентекләп тикшереп, вағыраҡтарын кеҫәләренә тултырҙы. «Айбулатҡа күрһәтмәҫмен, әтеү, тағы ла күтәрергә уйлаһа, оят булыр!» Айбулат уны күҙәтеп торғанмы, таштарын кеҫәһенән сығартып, үҙенең рюкзагына һалып та ҡуйҙы:

– Ҡайтып еткәс бирермен,  – тип ихлас йылмайҙы үҙе…

5

Сыр-сыу килеп ҡысҡырышҡан, балалар илаған тауышҡа Зәлифәнең уйҙары бүленде. Поезд ниндәйҙер ҙур ғына станцияла туҡтаған. Вагонға кешеләр килеп тулды. Сәғәт ун бер ҙә булып киткән. Иртәгә иртә менән Өфөнән ауылы яғына поезд булырға тейеш. Ҡайтып ҡына өлгөрһә ине…

«Тыҡы-тыҡы, тыҡы-тыҡ…» Тәгәрмәстәрҙең шулай бер көйгә тыҡылдауына  ойой башланы. Яңы килеп тулған кешеләр урынлашып бөттө.

Зәлифә уянғанда төн уртаһы ине. Поезд, ваҡытына ярашлы, һуңламай ғына килә былай. Өфөгә етергә лә күп ҡалмағандыр.

Ул, әҙ-мәҙ тамаҡ ялғап, кофе эсеп алғас, әйберҙәрен сумкаһына тултырҙы ла тәҙрә янына ултырҙы.

Оҙаҡламай Өфө күренде. Вагондан төшкәс, ҡайһы яҡҡа китергә тип туҡтап ҡалғас:

– Һеҙ Зәлифә апаймы? – тип  янына утыҙ йәштәр самаһындағы егет килеп баҫты.

– Эйе.

– Уҫаҡлытауға юл тотаһығыҙ икән, тап һеҙҙе ҡаршыларға тейешмен! Әйҙәгеҙ,  машинаға ултырығыҙ! Аида апай: «Һуңлап ҡуймаһын, Өфөнән үк ҡаршылар кәрәк!» – тип һеҙҙе алып ҡайтырға ебәрҙе.

– Өлгөрмәй ҡуйырмынмы икән, тип борсола инем, ҡайһылай уңай булды!

Юлда күпмелер ваҡыт һөйләшмәй генә барҙылар. Ахырҙа Зәлифә түҙмәне:

– Һеҙ мине нисек танынығыҙ һуң? Мин бит һеҙҙе бөтөнләй белмәйем?

– Белмәйһегеҙҙер шул. Беҙгә бит аралашырға тура килмәне. Ә мин һеҙҙе бер ҡасан да онотманым. Беҙ, башланғыс синыф уҡыусылары, Айбулат ағай менән икегеҙҙең мөхәббәтегеҙгә һоҡланып, бергә йөрөгән сағығыҙға тура килһәк: «Эх, шулай Айбулат ағай кеүек ҙур үҫеп, ошо апай кеүек һылыу кәләшең булһын ине!» – тип хыяллана инек.

– Ҡуйығыҙсы, оялтмағыҙ мине, улай уҡ булмағандыр ҙа!

–  Ысынды әйтәм. Тик… һуңынан бергә була алмауығыҙ эсте бошорҙо…

– Яҙмыштыр инде… Бәй, беҙ бит танышманыҡ та. Исемегеҙ кем һуң һеҙҙең?

– Мин – Илнур. Айбулат ағайҙарға күрше Азаматтың улы.

– Иҫләнем. Бер зәп-зәңгәр күҙле, бик шаян малай булып хәтеремдә ҡалғанһың.

– Эйе, шул малай инде. Шаянлығым әле лә шул уҡ минең, күҙҙәрем дә зәп-зәңгәр көйө! – Илнур үҙенең әйткәненән рәхәтләнеп көлөп алды.

– Илнур, бер һорауым бар ине… Аиданан һораша алманым. Ни булған һуң Айбулатҡа?

Илнурҙың йөҙөнә күләгә ятты:

– Эх-х! Ана шул «Иртә уңмаған – кис уңмаҫ» тигәндәре дөрөҫтөр инде.

Быйыл, тәүге тапҡыр, Афған һуғышында ҡатнашҡандар осрашыуына Айбулат ағайҙы ла саҡырғайнылар. Шул тиклем ҡыуанды! Дәртләнеп китеп, күптән йөрөтмәгән машинаһын ремонтланы. Ул машинаһын берәүҙән осһоҙ ғына хаҡҡа алғайны. Иҫке – иҫке инде, күпкә бармай ватылды ла, шул килеш ихатаһында торҙо. Ремонтлағанда мин дә буш сағымда ярҙамлаштым. Ҡайтып килгән саҡта, Елмерҙәктәге теге «Ҡәйнә теле»н үтеп барғанда, машинаһының бер тәгәрмәсе ысҡынып китеп, бик бейектән упҡынға осҡан. Эх!!! – Илнур ыңғырашып ҡуйҙы. – Башҡа бер урында, бәлки, тере ҡалған булыр ине лә… Машинаһын ныҡлап тикшергән кеүек инек, ул тәгәрмәсте нисек күрмәнек икән? Эй, үкенес! Машинаһын ремонтламаған булһа, үҙем генә йөрөтөп ҡайтыр инем дә.  Айбулат ағай өсөн мин йәһәннәм тишегенә лә барырға риза инем бит!

– Әлеге шул яҙмыштыр инде. Ярай, ғазаплама үҙеңде, Илнур туғаным. Минең үҙемә бигерәк тә үкенесле. Быйыл ауылыма мотлаҡ ҡайтырға инем. Отпускыла булһам да, ҡайта алманым…  Уның менән күрешмәгәнгә ун ете йыл үтеп китте. Тик бер генә тапҡыр күреп ҡалһам да, үкенмәҫ инем.

– Эйе шул. Айбулат ағай үҙе лә һуңғы арала тик һеҙҙең турала һөйләне.

Тик бер генә тапҡыр күрергә ине, йомшаҡ ҡулдарынан тотоп, бер һүҙ өндәшмәй булһа ла, биш минут ҡына янында булһам, артабан йәшәүе лә еңеләйер ине,  тип хыялланды. Ул бит ғүмере буйына тик һеҙҙе һағынып йәшәгән. Яҙмыштың шулай мәрхәмәтһеҙ булыуына рәнйене лә ҡайһы саҡта. Һеҙҙең ирегеҙҙән айырылғанығыҙҙы яңыраҡ Ғәлиә апай хәбәр иткән икән уға. Ул хәбәрҙе ишеткәс, тамам ҡанатланып: «Отпуск алам да барыбер бер күреп ҡайтам Зәлифәмде! Ә, бәлки… кем белә?! Ә, Илнур?» – тип серле генә йылмайып та алғайны. Их, бер булмағас булмай икән! – тип әсенеп ҡуйҙы Илнур. Ҡысҡырып илап ебәреүҙән үҙен саҡ тыйып килгән Зәлифәне уйҙар баҫты…

 

6

…Шулай шау-гөр килеп, мәктәптә уҡыу көндәре үтә торҙо. Айбулат һәр ваҡыт Зәлифәгә ярҙамға килергә әҙер. Дәресен аңламайыраҡ ҡалдымы, ихласлап аңлатырға тотона. Ә үҙе бигерәк тырыш, тик «яҡшы» билдәләренә генә уҡый. Яңы йыл алдынан синыф етәксеһе:

– Яңы йыл кисәһен ойоштороуҙы беҙгә йөкмәттеләр. Әйҙәгеҙ, яҡшы ғына номерҙар әҙерләп, барыһын да хайран итәйек әле! – тип барыһын да дәртләндерҙе.

Репетициялар башланды. Әлеге лә баяғы, Айбулат бик ихлас тотондо. Әллә ҡайһы арала ҡайта һалып, баянын күтәреп килгән. Ултырғысҡа ултырҙы. Һәм… Зәлифә шул минуттан бөтә донъяһын онотто. Берсә ул йәшел болондарҙы гиҙеп сәскәләр йыя, берсә, ярһып аҡҡан йылғаларҙы күҙәтеп, убылып китерҙәй яр башында тора, берсә урман эсендә өҙҙөрөп һайраған һандуғастарҙы һушы китеп тыңлай… Йөрәге шул тиклем ашҡынып тибә, бына-бына атылып сығыр кеүек!

Айбулат баянда иҫ киткес уйнай ине. Ул уйнап туҡтағас, барыһы ла дәррәү ҡул сапты. «Уйна әле тағы?» – тип үтенделәр. Айбулат инәлтеп торманы, шундай ҙа һағышлы, таныш түгел көйҙө уйнап ебәрҙе. Бер аҙҙан үҙе лә ҡушылды:

Һандуғас, һандуғас,

Китмә, китмә, һандуғас?

Ҡанаттарың талдырып,

Тыуған ерҙе ҡалдырып…

Зәлифә йырҙы шундай иләҫләнеп тыңлай, Айбулаттан күҙен дә алмай. Ҡапыл, кемдер терһәгенә төрткәнгә һиҫкәнеп, әйләнеп ҡараһа, янында Ғәлиә баҫып тора һәм:

– Шәп бит, әхирәт, эйеме?– тип шыбырҙай. Йыр тәьҫиренән арына алмаған Зәлифә бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Өйөнә ҡайтҡас та, шул йыр ҡолағында яңғырап тик торҙо.

Яңы йыл кисәһе бик күңелле үтте. Уларҙың концертын да оҡшаттылар. Ә Айбулаттың баянына ҡушылып йырлауы барыһын да әсир итте. Уны бик оҙаҡ сәхнәнән төшөрмәнеләр. Ошо концерттан һуң Айбулатты исеме менән түгел, күберәк «Һандуғас» тип йөрөттөләр. Баянында өҙҙөрөп уйнағанында һандуғастан һис тә кәм түгел ине шул…

Айбулатҡа Зәлифә тәү күреүҙән ғашиҡ… Тәүге мәлдә уның янында ҡапыл юғалып ҡалһа, сәбәбен аңлай алмай, үҙ-үҙенә аптырай ине. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тик уның тураһында уйлай, ҡолағынан яғымлы тауышы китмәй. Айбулат берәйһе менән һөйләшкәндә башын артҡа ташлап, ихлас күңелдән ҡысҡырып көлә! Уның шулай көлгәнен ишетһә, Зәлифәгә шундай рәхәт. Өйөнә ҡайтҡас та, тик ул күҙ алдында тора. Уның тураһында уйламаған минуты юҡ. Айбулатты осратҡаны бирле уның күңелендә ниндәйҙер үтә һағышлы бер моң яралды төҫлө.

Йөрәгенең ярһыуҙарын баҫмаҫмы тип, йүгерә-йүгерә шишмәгә һыуға йүнәлә. Һыу буйынан ҡайтҡас, өйөндәге бар эштәрен тиҙ арала емертеп эшләп ҡуя. Ҡайҙан уға шул тиклем көс килә? Яңғыҙы ғына ҡалған сағында ул йырлаған йырҙарҙы эсенән генә көйләп йөрөй. Һуңғы арала уның гел йырлағыһы килә. Тик бына… ҡысҡырып йырларға ғына ояла шул! Их, шул оялыу-тартыныуҙарынан берәй ҡасан арына алырмы икән?

Ә бына Ғәлиә – бөтөнләй икенсе. Ул – ҙур йәшел күҙле, ҡылғандай һары сәсле, үтә лә шаян, сая, ҡыйыу ҡыҙ. Һүҙгә лә аптырап тормай, әйтер һүҙҙәрен сәсрәтеп әйтә лә ҡуя. Үҙен бер кемдән дә йәберләтергә бирмәй. Кәрәк икән, егеттәрҙең дә кәрәген бирә. Бәләкәйҙән малайҙар менән футбол, волейбол уйнап үҫте. Зәлифә уның шундай булғанына бер үк ваҡытта һоҡлана ла, көнләшә лә. Икеһе бөтөнләй ҡапма-ҡаршы холоҡло булһалар ҙа, айырылғыһыҙ әхирәттәр улар. Бәлки, шул кире яҡтары уларҙы бер-береһенә тарталыр ҙа. Тик Зәлифә, ни сәбәптәндер, үҙенең Айбулатҡа ғашиҡ икәнлеген әлегә тиклем Ғәлиәгә әйтергә баҙнат итмәй. Ниңә икәнен үҙе лә аңламай.

Хыялдарына сумып, бик уйланып йөрөһә, әсәһе борсолоп һорап та ҡуя:

– Нишләп һин, балтаһын һыуға төшөргән кешеләй, аптырайһың да йөрөйһөң ул?

– Юҡсы, бер ҙә улай түгелсе! – ти уңайһыҙланып Зәлифә. – Барыһы ла яҡшы.

Ғәлиә менән икәүһенең хыялдарында ғына булған мөхәббәт тигәндәре шулай ҡапыл килдеме әллә Зәлифәгә?

Иртән ул мәктәбенә шундай ашҡынып бара. Хәҙер ул уны күрмәй бер көн дә йәшәй алмаҫтыр кеүек. Ана теге юлы һалҡын тейҙереп, ныҡ ҡына ауырып алды. Яҡшылап төҙәлеп тә етмәйенсә уҡырға барҙы. Һуңынан оҙаҡ ҡына йүтәлләп йөрөнө.

Айбулат үҙе лә уға һәр саҡ иғтибарлы. Ни өсөндөр, Зәлифә ҡайҙа, ул да тик шунда булып сыға. Берәй ярҙам кәрәкһә, әллә ҡайһы арала янына килеп етә.

Әллә… Ғәлиә дөрөҫтө әйтә микән? «Айбулат ярата ла инде һине!? Күрмәйһеңме ни үҙең?» – ти ҙә ҡуясы.

Шулай, хыял донъяһында иләҫләнеп йөрөп, ике йылға яҡын ваҡыт уҙып киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ошо ғына ваҡыт эсендә мәктәп уҡытыусыларының, синыфташтарының ғына түгел, бөтә ауыл халҡының һөйкөмлө һөйәгенә әйләнде лә ҡуйҙы Айбулат. Кесе йәштәгеләргә – вожатый, ярҙам итер кешеһе булмаған оло йәштәгеләргә утын ярып, һыу ташып биреүҙе лә ул ойоштора. Ә унынсы синыфта уҡығанда тағы барыһын шаҡ ҡатырҙы.

Көҙгө һалҡын кистә, ниндәйҙер эше менән йөрөп, һуңға ҡалып ҡайтып килгәнендә, кемдеңдер ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишетеп ҡала. Күрше йортта оло ғына йәштәге ҡарт менән ҡарсыҡ көн күрә. Бала-сағалары – ситтә. Айбулат йыш ҡына уларға кереп, кәрәк икән, тиҙ арала ярҙам ойоштора. Һуңғы арала икәүһе лә бик бирешеп киткәйнеләр.

Айбулат, борсолоп, уларҙың өйҙәренә табан йүгерҙе. Солан ишеген асып ебәрһә, күҙ асҡыһыҙ төтөн тулған. Янғын сыҡҡан! Мейестән ишек яғына үрмәләгән ялҡын элгестә торған кейем-һалымға ҡабып та өлгөргән.

Айбулат тауыш килгән яҡҡа ашыҡты. Быуындары хәлһеҙләнгән ҡарт карауатта ятҡан ҡарсығын күтәрергә маташа, үҙе, иламһырап, ярҙам саҡыра. Айбулат ҡарсыҡты күтәреп алды ла ихатаға сығарҙы, бар көсөнә: «Янғын!» – тип ҡысҡырҙы. Кире әйләнгәнендә, өйгә инерлек тә түгел, ут-ялҡын ишекте ялмап алғайны. Ул соланда ҡулына эләккән кейемде башынан аша ҡапланы һәм өй эсенә атылып инде. Инде тамам хәлһеҙләнгән ҡарт иҙән буйлап ишеккә ҡарай шыуыша. Айбулат уға юрған ҡапланы ла, күтәреп алып, сығыу юлына ашыҡты. Ҡулдарының түҙеп торғоһоҙ әрнеүен тойҙо. Бабайҙың да, үҙенең дә кейемдәренә ут ҡапҡайны. Тиҙ генә уны ергә һалды, икеһенең дә кейемдәрендәге утты һүндерергә тотондо. Кемдер Айбулатты башынан аша һыу менән ҡойондорҙо. Шунда ғына Айбулат тирә-яғына абайлап күҙ һалды. Инде ныҡлап яна башлаған йортҡа кешеләр дәррәү һыу һибә... Ул үҙенең хәле бөтә башлағанын тойоп, янындағы бүрәнәгә сүгәләне. Кемдер уға нашатыр тамыҙылған ҡулъяулығын һуҙҙы. Ҡарт менән ҡарсыҡты күтәреп ҡайҙалыр алып киттеләр. Бер аҙҙан Айбулат янына кешеләр йыйылды:

– Янғынды һүндерҙек. Ярай ҙа, артыҡ янып өлгөрмәгән. Таҙартып-ағартып бирһәк, йәшәргә яраҡлы, – тинеләр. Барыһы ла уға маҡтау һүҙҙәре яуҙыра.

Шул саҡта, ярай ҙа, Айбулаттың ҡулдары ныҡ янманы. Бер нисә көн ҡыҙарып, әсетеп торғас, уңалды.

Ошо ваҡиғанан һуң Айбулат ауылдаштарының ғорурлығына әүерелде. Уның хаҡында хатта район гәзитенә лә яҙып сығарҙылар. Ә ул һаман шаян, өлгөр, моңло тауышлы «Һандуғас» булып ҡала бирҙе. Бына кемгә үлеп ғашиҡ булды Зәлифә!  Уның һөйөүе көндән-көн арта ғына бара.

Унынсы синыфты Зәлифә тик «яҡшы» билдәләренә тамамланы. Артабан яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтеп ташлар икән? Өләсәһе әйтмешләй: «Маңлайыңа яҙылғанды күрелә инде…» Тик бына Айбулаттан айырылыуын башына һыйҙыра алмай шул ул. Уны бөтөнләй күрмәһә, нисек йәшәр һуң? Эй алла, әгәр юлдары айырылып, Айбулатты бөтөнләй күрмәҫ булһа? Эйе, түҙә алмаҫ унһыҙ бер көн дә!

…Сығарылыш кисәһе яҡынлашты. Зәлифәгә әсәһе Белореттан бик матур күлдәк алып ҡайтты. Итәктәре оҙон итеп тегелгән, зәңгәр төҫтә. Кейеп ҡарағайны, бик килешә үҙенә! Әсәһе:

– Ҡара, минең ҡыҙым хәс тә аҡҡош балаһына оҡшанысы! – тип телен шартлатты.

«Аҡҡош балаһы» – әсәһенең иң маҡтаулы һүҙе.

Кисә башланғас, иң тәүҙә мәктәп директоры сығарылыш уҡыусыларын ҡотланы. Унан һуң уҡытыусылар, синыф етәкселәре күҙ йәштәре аралаш уларға уңыштар, яҡты киләсәк теләне.

Бына мәктәп тамамлаусылар уҡытыусылары хөрмәтенә әҙерләгән концерттарын башланы.

Ниһайәт, баянын күтәреп Айбулат сәхнәгә сыҡты. Өҙҙөрөп «Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары»н уйнап ебәрҙе. Берәм-берәм егеттәр, ҡыҙҙар сығып, баянға ҡушылып йырланылар. Йәштәрҙең барыһының да күҙҙәрендә йәш, саҡ тыйылып торалар. Улар йырлап бөткәс, зал бер аҙға тын ҡалды. Унан гөрләтеп ҡул саба башланылар.

Айбулат сәхнәлә бер үҙе ҡалды. Баянында һағышлы итеп «Китмә, һандуғас!»ты уйнаны. Тын да алмайынса тыңланылар.

Бына моң өҙөлдө. Айбулат башын эйҙе лә әкрен генә сәхнәнән сығып китте.

Алҡышлап күпме саҡырһалар ҙа, ҡабат сыҡманы. Үҙенең дә күңеле ныҡ тулышҡан инеме? Бәлки…