Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мирас Иҙелбаев

Төрки донъяһының рухи Мәккәһе

Башҡорт телендә «төрки» тигән матур һүҙ бар. Ҡаҙаҡса – «түрiк». Рус  телендә иһә был һүҙ  ике мәғәнәһен йәнәш ҡуйғанда ғына тулыһынса аңлашылыр: «тюрки» (с ударением на первый гласный звук) – «тюркские народы», «тюрки» (с ударением на второй) – «тюркские языки». Төрки телдәренең береһендә һөйләшкән, уны үҙ туған теле тип һанаған һәр кем, әгәр үҙенең тәрән тамырҙары менән  ҡыҙыҡһынһа,  үҙенең ошо һүҙгә мөнәсәбәтле икәнлеге менән ғорурлана алыр ине. Ә был телдәрҙә – төрки телдәрендә – 160 миллиондан ашыу кеше һөйләшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә үҙ телен дә һанға һуҡмаған, туған телендә бөтөнләй һөйләшә белмәгәндәр бар. Ошо ике рухи сиктә йәшәгәндәрҙең күңел байлығы нисбәтен күҙ алдына килтереп ҡарасы! – берәүҙәр үҙенең кем икәнлеген дә белмәйенсә быҫҡый, төтәй; берәүҙәрҙең дәрт-дарманы, ҡөҙрәте, изге ынтылыштары ярты донъя кешеләренең күңелен йылытыуға етә.

Һүҙем – Ҡаҙағстан Республикаһының Төркстан ҡалаһында урынлашҡан Әхмәт Йәсәүи исемендәге Ҡаҙаҡ-төрөк университеты вице-президенты, филология фәндәре докторы, профессор Күлбәк Иргөбәк  (Күлбек Ергөбек) хаҡында.

Күлбәктең үҙен, ижадын, фәнни эшмәкәрлеген яҡындан белгән олуғ шәхестәр, уның изге эшмәкәрлегенең киң ҡоласлығына, мул емешлелегенә хайран ҡалып, төрлөсә баһа бирәләр: «Төркиәт яугиры» (Академик Н. Васильев, Яҡут-Саха), «Төрки донъяһы рухиәтен ҡосағына һыйҙырыусы» (Намык Кемал Зейбек, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәре), «Тонкий знаток и арбитр литератур нашей Центральной Азии» (Сыңғыҙ Айытматов). Эйе, ул – төрки халыҡтарының төпкөл борондан килгән тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен үҙенең усына һалып, хәҙерге көндә барлыҡ  төркиҙәрҙең нәҫелдәре йәшәгән алыҫ тарафтарға таратыусы, үҙ тамырҙарына битараф булмағандарҙы изге ынтылыштарға рухландырыусы. Күлбәк Иргөбәк уҙаман менән берәй  сарала осрашып, әҙ генә ваҡыт булһа ла аралашып өлгөргән һәр кемдә уның тураһында ошондай юғары фекер тыумай ҡалмайҙыр…

 Төркстан – төркиҙәрҙең изге ере. Был ҡала – бик боронғо. Кәм тигәндә бер мең ярым йыллыҡ тарихы бар. Ул тарих – төрки халыҡтары тарихы. Яҙмышы шулайҙыр: ул төркиҙәрҙең оло сәйәси ваҡиғалары, дәһшәтле яуҙары, дини һәм мәҙәни тормошо үҙәгендә урынлашҡан. Хәҙергеһе – уның өсөнсө исеме. Тәүгеһе – Шагвар. ХII – ХV быуаттарҙа – Яссы. Дөйөм төрки шиғриәтендә суфыйсылыҡ идеологияһын таратыуҙы башлап ебәргән, тауышы быуаттар аша төркиҙәр йәшәгән алыҫ ҡитғаларға, шул иҫәптән ХIII – ХIV быуаттарҙа Башҡортостан еренә лә килеп еткән Әхмәт Йәсәүи тигән мәшһүр әҙиптең ижади ҡушаматына лайыҡ булған исем. Тап ошо ҡала уртаһында Әхмәт Йәсәүиҙең һәр кемде хайран ҡалдырырлыҡ мәғрур кәшәнәһе ултырыуы был төбәкте төркиҙәрҙең изге урынына, рухи үҙәгенә  әүерелдергән. Ошо рухи үҙәк усағы һүрелмәһен өсөн бөгөнгө көндә уға даими рәүештә  ҡуҙ өҫтәп торола.

Әйтеүе генә анһат, был изге эште асылда бер кеше тормошҡа ашыра, төрки халыҡтары йәшәгән башҡа төбәктәрҙә бығаса күрелмәгән яңынан-яңы саралар уйлап таба; дәүләт, хөкүмәт органдарының ғына ҡөҙрәтенән килерҙәй иҫтәлекле фәнни-мәҙәни үҙәктәрҙе бер үҙе ойоштора.

2004 йылда Төркстандың үҙәк урамдарының береһендә ҡаҙаҡ халҡының данлы улы Бейсембай Кенжебаев исемендәге Төркиәт музейы барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә уның фондтарында төрки халыҡтарының һәр береһенең арҙаҡлы шәхестәре тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр тупланған, күргәҙмәгә үҙҙәренең портреттары, уларҙың тормошона, эшмәкәрлегенә, ижадына ҡағылышлы фотолар, документтар ҡуйылған. ХIХ быуаттың күренекле зыялыһы Әбүбәкер Диваевтан башлап башҡорт халҡының арҙаҡлы вәкилдәренә лә урын бирелгән. Музей Әхмәт Йәсәүи исемендәге Төркстан университетына ҡарай. Ойоштороусыһы, нигеҙ һалыусыһы, әлеге көндә үҙ балаһындай күреп хәстәрләп, фондтарын даими байытып тороусыһы – Күлбәк Иргөбәк.

2007 йылда Күлбәк Иргөбәктең шәхси китаптары иҫәбенә ҡалала Төрки телле халыҡтар китапханаһы асыла. Төркиәт музейы кеүек үк, ул да донъялағы берҙән-бер үҙенән башҡа, ҡабатланмаҫ мәҙәниәт усағы, тиһәк тә хата булмаҫ. Икеһе менән дә танышырға теләге булған берәй төрки сығышлы кеше, Мәккәгә барғандай барып күрһә, хажда алған рухи яңырыуға бәрәбәр тәьҫирҙәр тейәп ҡайтыр ине. Китапхана фондын хөрмәтле профессор, төрки телле халыҡтар йәшәгән төбәктәр менән бәйләнеш тотоп,  үҙе өҙлөкһөҙ байытыу хәстәрлеген күрә. Хәҙер унда утыҙ меңдән ашыу баҫма һаҡлана. Һәр телдәге китаптар өсөн айырым бүлектәр тәғәйенләнгән, байыраҡтарына  махсус бүлмәләр бирелгән. Башҡорт телендәге китаптар  бүлеге лә бар. Уларҙы Күлбәк, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы менән бәйләнешкә инеп, бөртөкләп йыйған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа бүлектәргә сағыштырғанда, башҡорт телендәге китаптар әлегә әҙерәк; быға ул бик борсола, беҙҙең әүҙемерәк ярҙам итеүебеҙҙе һорай. Шуныһы хайран ҡалырлыҡ: музейҙа Күлбәк Иргөбәктең үҙенең авторлығына ҡараған китаптар бүлеге лә бар; уның менән танышҡандан һуң, ғалимдың бай, һөҙөмтәле эшмәкәрлегенә хайран ҡалаһың. Бер мәҡәләлә уның бөтә ижадын байҡау, хатта фәнни эшмәкәрлек йүнәлештәрен дөйөм баһалау ҙа мөмкин түгел. Ни бары өс кенә йүнәлешенә иғтибар итеп ҡарайыҡ.

Ул – 2002 йылдан Әхмәт Йәсәүи исемендәге Ҡаҙаҡ-төрөк университетында сығып килгән  «Төркиәт» («Тюркология») журналының баш мөхәррире. Журнал 2003 йылдан Париж ҡалаһындағы халыҡ-ара ISSN үҙәгендә теркәлгән. Мөхәрриәт исемлегендә Алжир, Анкара, Бейрут, Прага, Тараз, Мәскәү, Санкт-Петербург, Алматы, Төркстан, Абакан, Бишкек, Горно-Алтайск, Ҡазан, Кызыл, Күксәтау, Нальчик, Новосибирск, Нөкөс, Ташкент, Чебоксар, Өфө (Иҙелбаев М. Х., Ҡунафин Ғ. С.), Якутск ҡалалары  ғалимдары бар. Журнал биттәрендә сығыш яһаған авторҙарҙың географик контингенты, әлбиттә, тағы ла киңерәк.

2003 – 2004 йылдарҙа профессор Күлбәк Иргөбәктең «Таяныстар һәм йүнәлештәр» («Арыстар  мен ағыстар») исемле күп томлыҡ китаптар серияһы сыға. Улары – ҡаҙаҡ әҙәбиәте хаҡында. Ауыҙ-тел һәм яҙма әҙәбиәттең борондан бөгөнгәсә һуҙылған тарихы, бөтә әҙәби төрҙәр, ҡаҙаҡ әҙәбиәтенә бәйле киң ҡоласлы теоретик мәсьәләләр урын алған унда. Бер һүҙ менән әйткәндә – ҡаҙаҡ һүҙ сәнғәтенең энциклопедияһы.

Ошо мәҡәлә менән әйтергә теләгәнемдең иң мөһиме – хөрмәтле Күлбәк Иргөбәктең күп тармаҡлы фәнни эшмәкәрлегенең әлеге йүнәлештәренең өсөнсөһө. 2010 йылдан изге Төркстан ерендә «Түрикстан йыйнағы» тигән ҙур күләмле серия сыға башлай. Ошоға тиклем ул йыл һайын баҫыла килә. Беҙҙеңсә, башҡортса, әйткәндә, ул – «Төркистан (йәғни Төрки донъяһы) йыйынтығы». Исеме үк әйтеп тора: бындай етди исемле йыйынтыҡтың йыл һайын донъя күреүендә күпселек төрки халыҡтарының ғалимдары ҡатнашырға тейеш һымаҡ.  Совет заманында төрки халыҡтары ғалимдары өсөн Мәскәүҙә рус телендә (!) «Советская тюркология» журналы сыға торғайны. Күләме 15 табаҡ самаһы ине. Күҙ алдына килтерегеҙ: 30 табаҡҡа яҡын күләмле «Түрикстан жинағы»н Күлбәк Иргөбәк бер үҙе сығара. Барлыҡ төрки донъяһындағы фән һәм мәҙәниәт тормошо, арҙаҡлы шәхестәр, күренекле ваҡиғалар, оло ҡаҙаныштар тураһындағы төп мәҡәләләрҙең авторы ла – ул, бер үҙе! Бер сығарылышта – илле-алтмышлап мәҡәлә. Быйыл уның бишенсе китабы донъя  күрә. Әлбиттә, баш һүҙ йәки бүтән мөмкинлектәр менән унда башҡа авторҙар ҙа баҫыла ала. Йыйынтыҡтың төп ҡағиҙәһе – төрки телдәренең һәр ҡайһыһында сығыш яһарға мөмкин. Совет заманында төрки телле ғалимдарҙың «Советская тюркология» журналы үтәй алмаған  хыялын  Күлбәк Иргөбәк профессор йөҙөндә «Түрикстан жинағы» ап-анһат тормошҡа ашыра.

Минең алдымда  – был йыйынтыҡтың  Күлбәк Иргөбәк үҙе бүләк иткән беренсе, өсөнсө һәм электрон почта аша ебәргән бишенсе китаптары. Ҡаҙаҡ әҙәбиәте классиктары һәм бөгөнгө вәкилдәренән тыш, уларҙа төрки халыҡтарының арҙаҡлы әҙиптәре, төркиәт фәненә хеҙмәт иткән  донъя ғалимдары хаҡында бай мәғлүмәт таба алабыҙ. Күҙ алдына баҫтырыу өсөн, ҡайһы бер исемдәр теҙмәһен генә килтереп ҡарарға уйлағайным, булдыра алманым: энциклопедиялағы исемдәрҙе айырып алып та, һанап бөтөп тә булмай. Башҡортостанға ҡағылышлылары хаҡында ғына бер-ике һүҙ әйтеп ҡарайыҡ. 1978 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры Алма-Атала гастролдә сығыш яһаған ваҡытта 26 йәшлек Күлбәк СССР-ҙың халыҡ артискаһы Зәйтүнә Бикбулатованан интервью алған. Йыйынтыҡтың өсөнсө китабын (2011) әҙерләгән саҡта ошо һөйләшеүгә кире ҡайтып, аңлатмалар биреп,  тулыландырып урынлаштырған. Бынан тыш, йыйынтыҡтың төрлө баҫмаларында Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында материалдар сығарған. Өсөнсө китапта Күлбәк 2010 йылда үҙенең Башҡортостанға килеүе, заманында ҡаҙаҡ шағиры Мағжан, яҙыусы Бейембәт Майлин уҡыған «Ғалиә» мәҙрәсәһендә, Мәжит Ғафури музейында, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһында булыуы тураһында яҙа. Ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәте, әҙәби процесы, айырым яҙыусылары ижады менән яҡындан ҡыҙыҡһынып тора. Үҙ-ара алышҡан хаттарыбыҙҙың береһендә ул «Ағиҙел» журналын даими уҡып барыуы, заманында Мостай Кәрим менән «аралашҡан әҙәм» булыуы, Гөлфиә Юнысова ижадын «борондан – Совет хөкүмәте ҡәҙәренән» белеүе тураһында яҙа. Башҡортостанға һуңғы килеүендә ул айырым яҙыусылар, шул иҫәптән Ҡәҙим Аралбай, Фәнис Янышев менән яҡындан таныша. Ә Ғиниәт Ҡунафин менән беҙ уны 2011 йылдың октябрендә Төркстанға Халыҡ-ара ғилми конференцияға барған саҡта «астыҡ». Шул саҡтарҙа минең башҡа шундай бер уй килгәйне: төрки халыҡтарының һәр ҡайһыһынан шундай бер уҙаман табылып, үҙ халҡы төбәген изге ергә әүерелдерә ала. Бының өсөн Күлбәк Иргөбәктән үрнәк алып, уның менән тәжрибә уртаҡлашып, фән һәм мәҙәниәттең төрлө тармаҡтарында дөйөм төрки ҡаҙаныштары юғарылығынан тороп, уның кеүек оло мөхәббәт тойғоһо менән ҡолас ташлап эшләргә кәрәк.

***

Был мәҡәлә «Төрикстан жинағы»ның бишенсе китабына баш һүҙ өсөн яҙылғайны. Унан һуң миңә тағы ла Ҡаҙағстанға, Төркстан ҡалаһына юл төштө. Ошо йылдың апрель аҙағында Әхмәт Йәсәүи исемендәге Ҡаҙаҡ-төрөк университеты базаһында V халыҡ-ара Төркиәт конгресы үтте. Был оло сара Күлбәк Иргөбәккә алтмыш йәш тулыу ваҡытына тап килде. Бер юлы уны ла юбилейы менән ҡотлау өсөн Ҡаҙағстанға Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы ағзаһы шағирә Гөлфиә Юнысова менән бергә юл тоттоҡ.

Тап ошондай исемдәге фәнни форум – Халыҡ-ара төркиәт конгрестары – Рәсәй Федерацияһында ла даими үткәрелә. Улар Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Рәсәйҙең төрки телле республикалары һәм төбәктәре баш ҡалаларында сиратлап ойошторола. Әлбиттә, донъяның башҡа илдәренән дә күп кенә ҡунаҡтар ҡатнаша. Миңә ошо үҙебеҙҙең конгрестарҙа  һәм шәрҡиәтселәр съездарында ла сығыштар яһарға тура килде. Ҡаҙағстанда ла, Рәсәйҙә лә төркиәткә һәм шәрҡиәткә ҡағылышлы киң даирәле көнүҙәк проблемалар уртаға ҡуйылып, халыҡ-ара күләмендәге етди мәсьәләләрҙе хәл итеү йүнәлешендә юғары кимәлдә һүҙ алып барыла. Шулай ҙа Ҡаҙағстан конгрестарының ҡайһы бер үҙенсәлектәре лә күҙгә бәрелмәй ҡалмай. Беренсенән, улар бер генә  урында – төркиәттең изге төбәгенә әйләнгән Төркстан ҡалаһында ғына уҙғарыла. Икенсенән, донъяның төрлө мөйөштәренән йыйылған ғалимдар төрки телдәрендә генә сығыш яһай. Докладтарға, әлбиттә, тыңлаусылар өсөн рус, инглиз, төрөк телдәренә бер юлы тәржемә яһала бара; әммә, иғтибар итеүемсә,  был туранан-тура тәржемә менән  бик һирәктәр генә файҙалана. Ғәҙәттә, тәүге һөйләмдәренә ныҡлап ҡолаҡ һалһаң, артабан тыңлаған һайын сығыштарҙың асылына еңелерәк төшөнә бараһың. Тағы ла бер үҙенсәлек: пленар ултырыштарҙа ла, секцияларҙағы һөйләшеүҙәрҙә лә, тәнәфестәрҙәге йәки мәҙәни сараларҙағы аралашыуҙарҙа ла төрки халыҡтарының тарихи туғандашлыҡ тамырҙары, бөгөнгө рухи берҙәмлеге, киләсәк яҙмышы тураһында оло хәстәрлек атмосфераһы хөкөм һөрә. Сит республикалар вәкилдәре Рәсәй эсендәге төрки халыҡтарының бөгөнгө хәле, үҙ-ара мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынып бара; уңайы тура килгәндә, шуларға бәйле үҙҙәренең ҡыуаныстарын йә борсолоуҙарын да белдерергә ынтылалар. Миңә, мәҫәлән, тәнәфестәрҙә аралашҡан ваҡыттарҙа:«Зинһар, Башҡортостанда ваххабизм кеүек күренештәргә юл ҡуймағыҙ, ул бер ҡасан да һеҙҙе лә, беҙҙе лә йүнлегә килтермәйәсәк», –  тип үҙҙәренсә ысын күңелдән кәңәштәр биреүселәр, киҫәтеүселәр булды. Башҡортостандан, Рәсәйҙән ситтә йәшәүселәр беҙҙәге хәлде, әлбиттә, күбеһенсә Интернет селтәрендәге имеш-мимеш хәбәрҙәр буйынса ғына күҙ алдына баҫтыра. Шулай ҙа уларҙың беҙҙең хаҡта туғандарса борсолоуы, үҙҙәренсә ҡурсаларға тырышыуы ыңғай тәьҫир уята.

Көнсығыш һәм төркиәт фәненең Ҡаҙағстандағы ғәмәли үҙәге һаналған Ә. Йәсәүи исемендәге Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетының вице-президенты булараҡ, Күлбәк Иргөбәккә конгрестың ойошторолоуы, барышы өсөн тулы яуаплылыҡ һалынған ине. Ундай вазифалағы кешенең ваҡыты, ғәҙәттә, минутына тиклем иҫәпләнгән була. Шулай ҙа Күлбәк Башҡортостандан килгән делегацияға даими иғтибар бүлеү мөмкинлеген тапты. Беҙҙең республикаға, башҡорт халҡына ҡаҙаҡтарҙың, шул иҫәптән – Күлбәктең дә, ихтирам һәм айырым иғтибар менән ҡарауын беҙ Ғ. Ҡунафин менән Төркстандағы ғилми конференцияға үткән килгәндә үк тойғайныҡ. Бындай мөнәсәбәтте был юлы ла ап-асыҡ күрҙек. Конгресс башланыр алдынан ғына Алматыла командировкала булып, төн йоҡламай юлдан ҡайтҡан вице-президент беҙҙе поездан үҙе ҡаршы алды, ҡатын-ҡыҙ затына күҙҙең яуын алырлыҡ сәскә гөлләмәһе тотоп килергә лә онотмаған. «Өфө – Ташкент» поезы Төркстанға иртә килде, конгресс икенсе көндә генә асыла, алда әле башланмаған тотош көн бар. Ҡунаҡханаға урынлашып, тамаҡ ялғап алғас, ҡаршы алыусыбыҙ беҙгә ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышыу өсөн машинаһын һәм оҙатып йөрөүсеһен биреп ҡуйҙы. Башҡа көндәрҙә лә шулай: төрлө илдәрҙән  йыйылған ике йөҙгә яҡын ҡунаҡты  университетҡа, ҡунаҡханаға, ашханаға, экскурсияларға, мәҙәни сараларға йөрөтөү өсөн ике ҙур автобус бүленгән; ә Күлбәк Башҡортостандыҡыларҙы үҙе алып йөрөй, юл ыңғайында ике республикаға, әҙәбиәт, фән һәм юғары уҡыу йорттарына ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында иркенләп һөйләшәбеҙ. Бер саҡ Сырдаръя йылғаһын телгә алдыҡ та, мин ХIХ быуаттың беренсе яртыһында Рәсәй дәүләте тарафынан ойошторолған Хива походтарын, унда ебәрелгән ғәскәрҙә башҡорттарҙың да күпләп ҡатнашыуын, сәсәндәрҙең «Һыр» (Сырдаръя) тигән йыр ҙа сығарыуын иҫкә алдым; үткән килгәнемдә был йылғаны күрергә насип булмағанын да әйтеп һалдым. Күлбәк шунда уҡ конгресс программаһына күҙ ташлап алды ла билдәләп тә ҡуйҙы: «Иртәгә төшкә тиклем мөмкинлек бар. Төркстандан алтмыш саҡрым ғына. Мотлаҡ алып барып күрһәтәм…» Шулай итеп, һөйләшеүҙең иртәгәһенә ярты көн йөрөп, яу походтарында ата-бабаларыбыҙҙың эҙҙәре ҡалған ерҙәрҙе күреп ҡайттыҡ.

Төркиәт ғилеме донъяһында Күлбәк Иргөбәктең таныштары, дуҫтары күп. Кемеһе менән аралашһа ла, әлбиттә, шул кешенең иле, халҡы тураһында һүҙ сыға. Һәр береһенең илендәге көнүҙәк йә борсоулы мәсьәләләрҙе ул һәйбәт белә, яңылыҡтарҙы ҡыҙыҡһынып һораша, кәңәштәрен бирә. Иң яҡын дуҫтары менән оҙағыраҡ, иркенләп һөйләшеп алыр, бер юлы ҡаҙаҡтарҙың ҡунаҡ һыйлау йолаһын да күрһәтеп ҡалыр өсөн, ул ситтән килгән унлап кешене өйөнә саҡырҙы. Төркиәнән, Монголиянан, Ҡытайҙан, Яҡут-Саханан, Таулы Алтайҙан, Ҡарағалпаҡстандан, Үзбәкстандан, Башҡортостандан вәкилдәр йыйылды. Ошо төбәктәрҙең һәр береһенә ҡағылышлы йәнле һөйләшеү менән бергә, ҡунаҡтар үҙ-ара танышып, ғилем өлкәһендәге хеҙмәттәшлек, артабанғы бәйләнештәр тураһында килешеп өлгөрҙө. Күлбәктең дуҫтары беҙҙең дә яҡын таныштарға әйләнде.

Алдан белеүемсә, Күлбәк үҙенең 60 йәшлек юбилейын ошо Конгресс көндәре менән тап килтерергә ниәтләнгәйне. Һуңынан кире уйланы. Төп сәбәптәрҙең береһе:үткән йылдың аҙағында уның әсәһе донъя ҡуйҙы. Беҙҙең быуын кешеләре, хәҙерге заман йәштәре кеүек sms йәки скайп менән генә ҡәнәғәтләнә алмай, оҙон-оҙон хаттар аша хәбәрләшергә күнеккәнбеҙ. Күлбәк менән Интернет аша ла элекке кеүек оҙон хаттар яҙышабыҙ. Әсәһен юғалтыуҙы ул бик ауыр кисерҙе. Шул ваҡыттағы хаттарының береһендә ул ҡайғыһын шулай уртаҡлашҡайны: «…Йылдың аҙағында ҡәҙерле әсәм донъя ҡуйҙы. 94 йәштә ине. Өлкән йәш. Нисек кенә булмаһын, әсәнең аты – Әсә. Атайҙан 37 йәш самаһында тол ҡалған әсәнең дүрт улды һис кемдән кәм итмәй тәрбиәләп үҫтереп, бөгөнгө көнгә еткереүе ҡайҙан мөмкин булды, тиһегеҙ? Был – бар ғүмерен үҙенең балаларына арнап үткәреү мосолман әсәләренең генә ҡулынан килерлек булһа кәрәк?! Минең әсәм шундай кеше ине». Ҡаҙаҡ йолаһы буйынса, яҡын кешеңде ерләгәндән һуң бер йыл үтмәйенсә, тыуған көндәргә, юбилейҙарға бәйле күңел асыу саралары ҡорорға ярамай, әҙәпһеҙлек һанала. Шуға күрә быйылғы йыл аҙағынаса кисектереп торған. Ваҡыты еткәс, юбилейын Астанала юғары кимәлдә билдәләргә йыйына. Бирһен Хоҙай. Был хәлде мин алдан белә инем. Әммә Ҡаҙағстанға ураған һайын юл төшөп тормай. Моғайын, конгрестың пленар ултырышында берәй форсат тыуыр әле тип, әҙерләнеп барҙыҡ. Әмәлгә ҡалғандай, пленар ултырышта конгресты Рәсәй Федерацияһынан ҡатнашыусылар исеменән ҡотларға миңә һүҙ бирҙеләр. Ойоштороусылар менән алдан һөйләшеп ҡуйыу буйынса, һүҙемдең аҙағында трибунаға Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһынан вәкил булып килгән шағирә Гөлфиә Юнысованы саҡырҙым. Ул башҡортса шиғыр уҡып, Күлбәк Иргөбәккә беҙҙең Яҙыусылар берлеге идараһының ҡотлау хаты менән бүләген тапшырҙы. Үҙебеҙ ҙә уға бүләктәр биреп, башҡорт еләне менән бүреген кейҙерҙек. Ошо мәл

Күлбәк Иргөбәк, Мирас Иҙелбаев һәм Гөлфиә Юнысова Әхмәт Йәсәүи исемендәге Ҡаҙаҡ - төрөк университеты алдында. Төркстан ҡалаһы.

аҙаҡ  пленар ултырыштың үҙәк ваҡиғаһына әйләнде. Тәнәфестә күптәр беҙҙең янға килеп, елән  (Урта Азия халыҡтарында уға оҡшаш кейемде «сапан» тиҙәр), айырыуса – бүрек тураһында һораша. Башҡа төбәк кешеләре Салауат Юлаев һүрәттәре аша күреп  белгән башҡорт баш кейеме  улар өсөн дә бик матур күренә  икән. Күлбәк үҙе лә атҡа менгәндәй шатланды…

Төркстан ҡалаһы Башҡортостандан ярайһы уҡ алыҫ ҡына арала ята. Поезд менән теп-теүәл ике тәүлек бараһың, дүрт тапҡыр сик буйы тикшереүен үтәһең. Самолет менән барам тиһәң, Өфөнән Мәскәүгә, Алматыға осорға кәрәк. Алыҫ юлға автомобиль менән сығыуҙың хикмәттәрен әйтергә лә түгел. Шулай ҙа беҙҙең республиканан унда йыш ҡына йөрөп торалар икән. Артистар гастролдәргә барып сыға. Дин әһелдәре, изге йәнле бәндәләр Әхмәт Йәсәүи, уның остазы Арыслан баба кәшәнәләрен күрер өсөн сәфәр ҡыла. Йәштәр Халыҡ-ара университетта белем алыу өсөн йүнәлә. Ғалимдар ике йылға бер тапҡыр даими уҙғарылып торған халыҡ-ара конгрестарға, улар араһында ойошторолған ғилми конференцияларға юл тота. Сауҙа юлы менән барып сыҡҡан йүнселдәр ҙә осрай. Шуныһы ғәжәп: ул урынға бер тапҡыр аяҡ баҫһаң, һис һүҙһеҙ ҡабат күрге килә. Изге ер, аралар алыҫ булһа ла, күңелдәрҙе яҡынайтып, ниндәйҙер илаһи көс менән үҙенә тартып, өҙлөкһөҙ саҡырып тора, күрәһең…