Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәт МӘХМҮТОВ

Тәүге роман авторы

(Ғәйнан Хәйриҙең тыуыуына – 110 йыл)

Ғәйнан Хәйри (Ғәйнан Бәҙретдин улы Хәйретдинов) 1903 йылдың 15 июнендә Башҡортостандың хәҙерге Нуриман районы Иҫке Күл ауылында тыуған. Башланғыс белемде үҙҙәренең ауылындағы мәҙрәсәлә ала. Күрше ауылда бер аҙ ваҡыт китапхана мөдире булып эшләгәндән һуң, Ырымбурҙа асылған Башҡорт педагогия техникумына уҡырға китә һәм 1924 йылда уны уңышлы тамамлап сыға. Шул уҡ йылда Өфөгә ҡайта. Уны Арғаяш кантонындағы Ҡолой волкомына комсомол секретары итеп ебәрәләр. 1926 йылда «Яңы ауыл» гәзите редакцияһында эшләй башлай. Артабан егетте «Башҡортостан йәштәре»  гәзитенең яуаплы редакторы итеп билдәләйҙәр. 1928–1933 йылдарҙа «Сәсән» журналында һәм «Трактор» тип аталмыш журналда яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡара, бер үк ваҡытта педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡый.

Ғәйнан Хәйри яҙыусылыҡ эшен әүҙем журналистлыҡ һәм ойоштороу-йәмәғәт мәшәҡәттәре менән бергә алып бара. Пролетар яҙыусыларҙың Башҡортостан ассоцияцияһын ойоштора, байтаҡ гәзит-журналдарҙың редколлегия ағзаһы була. 1938 йылдың 16 декабрендә үпкә ауырыуынан үлеп ҡала.

Тәүге шиғырҙары 1922-1923 йылдарҙа, йәғни Ғәйнан Хәйри педтехникумында уҡыған саҡта, баҫыла башлай. Артабан уның ижады ныҡ баҙыҡлана, һәм ул башҡорт әҙәбиәтенең төп көстәренең береһенә әйләнә. Комсомол хеҙмәткәре булараҡ, автор шиғырҙарында һәм хикәйәләрендә яңы тормош төҙөүсе ауыл йәштәре тормошон сағылдыра, синфи көрәш картинаһын аса.

Ғәйнан Хәйри айырыуса проза жанрында уңышлы ижад итә. Уның «Ҡатын», «Кооператорҙар» кеүек повестарында шул осор тормошо характерлы образдар аша, оҫта һүрәтләүҙәр ярҙамында яҡтыртыла. Яҙыусы очерк жанрын үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерә.

Шулай ҙа Ғәйнан Хәйри әҙәбиәтебеҙ тарихына тәүге башҡорт романы авторы булараҡ инеп ҡалды. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе, халыҡ тормошондағы киҫкен  үҙгәрештәрҙе сағылдырған «Боролош» романы беҙгә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында үҙ ваҡытында баҫылмай ҡалып, бары 1967 йылда ғына донъя күрҙе.