Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Фәрит Вахитов

Снайпер

Батырлығы тиңдәшһеҙ булыуға ҡарамаҫтан,

уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәгән 

«Снайпер Әхәт Әхмәтйәнов Ленинград фронтында 502 фашисты  юҡ иткән, ә уның өйрәнсектәре – 2300». Республика Хәрби дан музейында яҡташыбыҙ тураһында аҙмы-күпме мәғлүмәт һаҡлана. Үкенескә ҡаршы, Башҡортостанда был шәхес тураһында ишетеп белгән кешене табыуы ҡыйын, исеме хатта байрамдарҙа ла телгә алынмай, гәзит биттәрендә лә осрамай. Был, әлбиттә, ғәфү ителмәҫлек хәл, ләкин халыҡ хәтере – компьютер түгел, бөтәһен дә иҫендә тота алмай. Тарихи хәтер генә бөтәһен дә  үҙ эсенә һыйҙыра, түкмәй-сәсмәй  һаҡларға һәләтле.

Һуғыш яланында өлкән сержант  Әхәт Әхмәтйәнов, үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, бик юғары баһаланған, уны «Ленинград фронтының иң оҫта һәм уңышлы снайперы» тип атағандар. Һүрәте гәзит биттәрендә йыш донъя күргән, мәргәнлек тәжрибәһен үрнәк итеп ҡуйғандар. Төрлө милләт вәкилдәре яугирҙы «үҙенеке» итеү өсөн төрлө юлдар эҙләп ҡараған. Ғәжәпкә күрә, үҙ илендә бындай тырышлыҡ һалыусылар күренмәй. Һәр снайпер кеүек, өлкән сержант  Әхәт  Әхмәтйәнов та «шәхси үс алыу иҫәбе» тип аталған журналды тултырып барған. Ике йыл теркәлгән яҙмаларҙың аҙағы «502» иҫәбендә туҡтаған. Был – бик ҙур ҡаҙаныш! Башҡа коллегалары менән сағыштырғанда, яҡташыбыҙ уларҙы күпкә уҙып киткән, немец фашистарын еңеүгә тиңдәшһеҙ өлөш индергән. Хатта «Гиннестар китабы»на кандидат!

Фронтта уларҙы хөрмәтләп һәм ололап «һунарсы» тип йөрөтәләр. Снайперҙарға ихтирам ҙур, һәр ҡайһыһы көндөҙмө, төндәме «һунар»ға сыға һәм нәтижәһеҙ ҡайтмай.   Әхмәтйәнов, мәҫәлән, тәүге көндө үк журналына «1+1» тип яҙып ҡуя. 

«Һунарсы»ның эш көнө, уңышы ла, уңышһыҙлығы ла, хәрби етәкселектең күҙ уңынан  төшмәй. Шәхси иҫәбе 150-нән ашып киткәс, мәргән яҡташыбыҙ «Ҡыҙыл  Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Артабан Ватан һуғышы орденының  II  һәм I дәрәжәлеләренә лайыҡ була, миҙалдары ла аҙ түгел. Хәйер, ысын яугир орден  өсөн һуғыша буламы һуң? Иң мөһиме – дошманды ҡыйратыу, илгә, халыҡҡа тыныс тормош  ҡайтарып биреү. Һуғыш яланында Әхмәтйәновты ошо уй һәм теләк кенә йөрөтә.

Әхәт  Әбделхаҡ улы Әхмәтйәновтың тормош юлын өйрәнгәндә шуға иғтибар итмәй булдыра алманым: ул, ысынлап та, иң юғары исемгә тәҡдим ителергә хоҡуҡлы булған, әммә, ни сәбәптәндер, ситтә ҡалдырылған. Ни өсөн? Һуғыш йылдарынан ҡалған материалдарҙың күсермәһен дә тикшереп ҡараным, ләкин яуап табылманы. Ябай тарих түгел бит был, снайпер Әхмәтйәновтың  502 фашисты дөмөктөрөүе шәхси үс алыу иҫәбенең  һуңғы битендә теркәлеп, штаб хеҙмәткәрҙәре тарафынан мисәт менән нығытылып ҡуйылған. Ҡултамғалары ла бар. 

Батыр яҡташыбыҙ тураһындағы мәғлүмәттәрҙең бер өлөшөн музейға  һәүәҫкәр тарихсы Владимир Игнатьев килтерҙе. Апаруҡ танылған шәхес ул, мәҫәлән, «Ишембай» исемле 500 битлек китаптың авторы. Владимир Леонидович – үҙе көн иткән төбәкте өйрәнеүгә күп көс һалған шәхес. Уның аша миңә  Әхәт  Әхмәтйәновтың хәҙерге Ишембай районының Маҡар ауылында уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләгәне асыҡланды. 1918 йылдың 10 авгусында Әбделхаҡ Әхмәтйәновтың ғаиләһендә донъяға килә ул. Ауыл мәктәбен тамамлап, 1935 йылда Бөрйән районы  Әтек тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта. 1938 йылда Сермән педагогия училищеһын яҡшы билдәләр менән тамамлағас, бер йыл Маҡар урта мәктәбендә эшләй. 1939 йылда Һайран урта мәктәбенә уҡытыусы булып урынлаша һәм ситтән тороп Одесса ҡалаһындағы химик-технологик университетта белем ала.

1942 йылдың 19 июнендә Ҡыҙыл Армия сафына алынып, 1944 йылдың 1 майында госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң, демобилизациялана. Икенсе  группа инвалиды. 1944  йылдың 1 июленән Маҡар урта мәктәбе директоры һәм бер үк ваҡытта Маҡар район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаларын алып бара. 1947 йылдың 23 мартынан 1949 йылдың 5 июленә саҡлы ошо уҡ райондың – Һайран һәм артабан бер йыл Аҙнай урта мәктәптәренең директоры була. 1950 йылда элекке мәргән снайпер Бишбүләк районының Яңы Бикташ мәктәбенә етәкселек итә. Был мәғлүмәттәр – кадрҙарҙы иҫәпкә алыу буйынса шәхси листоктан. 1980   йылдың ноябрендә тултырылған, машинкала баҫылып, тейешле ҡултамғалар, мисәт ҡуйылған.

Ленинград фронтына етәкселек итеүсе генерал-лейтенант Говоровтың СССР Юғары Советы Президиумы исеменән Әхәт Әбделхаҡ улы Әхмәтйәновҡа немец баҫҡынсыларына ҡаршы көрәштә ҡуйылған бурыстарҙы үрнәкле үтәп, батырлыҡ һәм тәүәккәллек күрһәткәне  өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү тураһында 1942 йылдың 11 ноябрендә ҡул ҡуйылған документтың тулы тексы ла бар.

 

Атанан күргән – уҡ юнған

Булдыҡлы  улы ҡул араһына инә башлау менән,  Әбделхаҡ Ҡарамышев уны, үҙе менән эйәртеп, һунарға йөрөтә башлай. Йыртҡысты эҙәрлекләп, ҡулға төшөрөү серҙәрен өйрәтә. Үҫә төшкәс, Әхәт атаһының  Рус-япон, империалистик һуғыштарҙа күргәндәрен һөйләгәнен ишетә. Әбделхаҡ мәргән  атыусы була, дошман һалдатын бер пуля менән йығып һалыуы арҡаһында дан ҡаҙана. Һуғыштар туҡтап  торған мәлдәрҙә ярыштарҙа ҡатнаша. Мәргәнлеккә көс һынашыуҙарҙың береһендә был тамашаны юғары дәрәжәле генерал күҙәтеп торған, имеш.  Әбделхаҡ, мәжбүри программаны үтәп, беренселекте алғас, генерал, ҡыҙышып китеп, уға яңынан-яңы заданиелар бирә: хәрәкәттәге мишенгә, бик алыҫтағыһына тейҙерергә, осоп барған ҡошто атып төшөрөргә һ.б. Һәр ҡайһыһы үтәлә торғас, генерал шундағы берәүгә биш тинлек аҡса һона ла, йырағыраҡ китеп, күккә сөйөргә бойора. Әбделхаҡ был сәпкә лә атып тейҙерә. Һоҡланыуын йәшермәгән генерал мәргән һалдатты үҙенә саҡырып рәхмәт белдерә һәм  алтын сәғәт бүләк итә.

Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Әхәт һунарсы шөғөлөн яҡшы үҙләштерә. Тик табыштарын, атаһы һымаҡ,  Стәрле байҙарына илтмәй, сөнки ул уҡытыу  эшенә бирелгән, ә шулай ҙа  велосипед һатып алырлыҡ аҡса йүнәтә. Хаҡ юлда йөрөүсе ир  иртәгәһе лә салт аяҙ булыр тип өмөтләнә, ләкин йыш ҡына уның кеүектәрҙе хөсөтлө берәү һағалап тора. Йылан һиҙҙермәҫтән саҡҡандай, йәнеңде аяҡ аҫтына һалып тапарҙай хаслыҡ ҡыла. Кемдеңдер ялғаны арҡаһында Әбделхаҡ милиция тарафынан ҡулға алына. Быны ишетеп, улы Әхәт үҙенә тынғылыҡ тапмай интегә. Атаһының Өфөлә бикле тотолоуын асыҡлағас, егет велосипедына атлана ла баш ҡалаға юл тота. 

Егет – егетлеген итә, ат эсерә буранда, тигәндәй, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, өҫтөндәге бер ҡат күлдәге менән генә байтаҡ ваҡыттан һуң кире әйләнә. «Атай ҡотолоп ҡайтасаҡ» тиһә лә, үҙенең йөҙөндә шатлыҡ әҫәре күренмәй. Ысынлап та, Әбделхаҡ бер заман Маҡарға ҡайтып төшә, әммә уның йөҙөнән нур  ҡасҡан, рухы һындырылған. Ғаиләлә һаҡланған легендаға ҡарағанда, Әхәт атаһын ҡотҡарыу хаҡына ике тәгәрмәсле йүгерек арбаһын ғына түгел, хатта алтын сәғәтте лә сарыф иткән. Булғандыр, сөнки маҡсат итеп  ҡуйғанды еренә еткереп атҡарырға яратыуы үҫмер сағынан күренә. Нахаҡҡа ҡулға алынған атаһын ҡотҡарыу өсөн егет үҙен ҡорбан итергә лә риза булған. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, Әбделхаҡ Әхмәтйән улының Ҡарамышевтар фамилияһын йөрөтөүе лә, моғайын, күпте һөйләйҙер.

Армия сафтарында Әхәт булдыҡлылығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Урыҫ телен, математика, физика кеүек фәндәрҙе «һыу кеүек эскәнлектән», хәрби белемде тиҙ үҙләштерә. Тарихи шәхестәрҙән А. В. Суворовты бик яҡын күреп, уның «Наука побеждать» тигән китабын ныҡлы өйрәнә. Полкташтары араһында уның: «Был китап беҙҙең өсөн, совет һалдаты өсөн, яҙылған», – тигән хәбәр таратыуы менән хатта командирҙарҙы ла ғәжәпкә ҡалдыра. Урта буйлы, көләс ҡарашлы, баҫҡан урынында бейеп торған был егет һалдат йырҙарын да тиҙ өйрәнеп ала. Полигонға  сыҡһа – беренсе, йүгереүҙә – иң алдан, теоретик дәрестәрҙә командирҙың иң маҡтаулы һалдаты. Полк мәктәбендә снайперҙар тураһында һүҙ сығыуы була, Әхәт Әхмәтйәнов уға беренселәрҙән булып яҙыла. 1942 йылдың 12 авгусында Ленинград фронтына килгәндә яҡташыбыҙ инде өлгөрөп еткән снайпер була.

«Һәр һунарсы снайпер була алмай, – тип үҙ фекере менән уртаҡлаша өлкән сержант Әхмәтйәнов. – Был һөнәр серҙәренә төшөнөү өсөн зирәк аҡыл, юғары һиҙгерлек, күп кешеләрҙә осрамаған тапҡырлыҡ кәрәк. Башҡалар дошман өҫтөнә ут яуҙырып  еңһә, беҙ уларҙы берәмләп сүпләйбеҙ... Дошмандың ҡотон  алыу өсөн беҙгә бер генә пуля кәрәк. «Һунар»ға сыҡҡанда мин  үҙемде яңғыҙ бүре һымаҡ хис итәм. Бер дошманды теге донъяға оҙатыу өсөн миңә бер пуля ла етә. Ни бары бер пуля. Шуны онотмағыҙ!

Шундай хата ебәреүселәр була: үҙе тоҫҡап атҡан фашистың үлгәнме-юҡмы икәнен күрергә теләп, снайпер башын ҡалҡыта, – тип дауам итә инструктор Әхмәтйәнов. – Эйе, үҙем шаһит булдым бындай тәжрибәһеҙлектең, өйрәнсек егет «һунар»ға сыҡҡан тәүге көнөндә үк ятып ҡалды. Уның көтмәгәндә башын ҡалҡытыуын һағалап тороп, немец снайперы уны  мушкаға алып та өлгөрҙө. Беҙҙең өҫтөнлөк шунда: дошман яғында өҙлөкһөҙ хәүеф тыуҙырыусы көс булырға тейешбеҙ. Артиллерия снаряды йәки авиация бомбаһының ҡайһы ваҡыт  бушҡа шартлауы ихтимал, ә беҙҙең пуля дошмандың башына етмәй ҡалмай.  Бер пуля – бер үлем».

Снайпер Әхәт Әхмәтйәновтың яу юлын өйрәнеүемде хуплап, ҡарт журналист, дуҫым  Әлмир Нәбиуллин былай тине:

– Фронттағы яҡташтарыбыҙ Әхәтте яҡшы белгән,  үрнәгенә эйәрергә тырышҡандар, сөнки уның уңыштары тураһында фронт гәзиттәре даими хәбәр итеп торған. Ә татар телендә сыҡҡан фронт гәзиттәре тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡайһыһын асып ҡарама, яҡташыбыҙ Әхмәтйәновтың исеме ярылып ята.

Ә. Нәбиуллин 60-сы йылдарҙа ғилми эш башлап, Мәскәү  өлкәһенең Подольск ҡалаһында урынлашҡан Ҡораллы Көстәр үҙәк архивында  һуғыш осоро гәзиттәрендә фронт темаһы буйынса мәғлүмәттәр туплау менән шөғөлләнә. Әхәт Әхмәтйәновты һүрәтләгән материалдар араһында бығаса миңә мәғлүм булмағаны ла бар. Ул яҡташыбыҙҙың һалдат Саучев менән бергә немец снайперын әсир алыуы тураһында.

…Броня ҡалҡанға ышыҡланып «һунар» итеүсе фашист снайперы берәү генә булмаған. Ул мәлғүнде мәргән башҡорт яугиры тиҙ генә теге донъяға оҙата алмай. Баш вата торғас, уйлап тапҡан хәйләһе  тәү ҡарашҡа дыуамаллыҡ, аҡылһыҙлыҡ кеүек ҡабул ителә. Әхәт үҙе биләгән урындан сыға ла, асыҡ урында тороп, фашист снайперына ата башлай. «Мин был аҙымды ныҡлы уйлағандан һуң ғына яһаным»,– тип аңлата ул был тәртибен һуңынан. Яҡташыбыҙ, әлбиттә, дошманына бер урындан ғына тороп ут асмай, атҡан һайын урынын алмаштырып тора. Маҡсаты – әлеге немец снайперының иғтибарын үҙенә йәлеп итеү. Ә Саучев был ваҡытта алға үрмәләүен белә. 

Снайпер Әхәт Әхмәтйәнов хаҡында фронт баҫмаларында «ул фрицтарҙы көндөҙ ҙә, төнөн дә «сүпләй» тора» тип яҙалар, хатта  уға бағышлап шиғри юлдар ҙа бирелә (рус теленән тәржемә):

Изге антыңды онотма,

Яуҙа аяуһыҙ һәм ҡурҡыу белмәҫ бул!

Ҡурҡаҡтар һәләк булғанда,

Бөркөттәр еңеүгә ирешер.

Бөркөт булайыҡ, артҡа сикмәйек!

Ғаилә архивында 1943 йылдың июлендә 260-сы уҡсылар полкы штабы тарафынан өлкән сержант Әхмәт Әхмәтйәновҡа бирелгән таныҡлыҡ һаҡлана. Унан күренеүенсә, яҡташыбыҙға ҡыҫҡа ваҡытта полктың снайпер постарын тикшереп сығыу, бер ыңғай «һунарсы»ларҙың хәрәкәт итеү рәүешен, яңы килгән снайперҙарҙы өйрәтеүҙе тикшереү бурысы йөкмәтелә. Дошман разведкаһы был «иң-иң» мәргәндең кемлеген яҡшы белә. Үҙ позицияларында фашист командирҙары «Әхәт һунарға сыға» тигән белдереүҙәр яҙырға тотона. Тикмәгә түгел, сөнки Маҡар егете айырым  көндәрҙә ике,  хатта өс немецтың башына етә торған булған. Ул, ғәҙәттә, ябай һалдаттарҙы түгел, офицерҙарҙы эҙәрлекләй. Ләкин, ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы тигәндәй, уның үҙен дә дошман снайперҙары сығырынан-сығып сәпкә алырға тырыша. 

Бер саҡ Әхәт үҙенең уңайлы урынында «һунар»ын  дауам итеп, журналына «1» тип яҙып ҡуйыуы була, алыҫ түгел дошман минаһының шартлау тауышын ишетә. Тимәк, был тирәнән йәһәтерәк шылыу  хәйерле. Мәргәнебеҙ йыйына башлағанда ҡулына күҙе төшөп, ҡуйы ҡыҙыл ҡан һарҡыуын шәйләй. Эйе, мина ярсығы тейгән, тик һөйәккә барып етмәгән. «Хәҙер фашист миңә көн күрһәтмәйәсәк», – тигән һығымтаға килеп, Әхәт был турала командованиеға еткерә.

Интернет селтәренән... Татарстандан килгән оялсан математика уҡытыусыһы, өлкән сержант Әхәт Әхмәтйәновтың исеме ул ваҡыттағы фронт гәзиттәре биттәренән төшмәҫ данлыҡлы «ата» снайпер ине. Уның тапҡырлығы, мәргәнлеге, үҙ эшенең юғары оҫтаһы булыуы хаҡында «На страже Родины», «Красная звезда» гәзиттәрендә йыш яҙылған. Әхәт Әхмәтйәнов һирәк осрай торған снайпер оҫталығына эйә. Миҫалға «Минаға атыу» тип аталған мәҡәләне килтереү урынлы.

 

Минаға атыу

Был ваҡиға күптәрҙе һоҡландыра һәм ғәжәпкә ҡалдыра, сөнки снайпер Әхмәтйәнов, бығаса бер кемдең дә аҡылына килмәгән алымды ҡулланып, вермахттың Ораниенбаумға махсус рәүештә килтерелгән снайперын дөмөктөргән. Ул яуыз фашист һуғыш юлдарында бер нисә йыл йөрөү осоронда күптәрҙең башына еткән. Бәлки, Әхмәтйәновты ла ер йөҙөнән һөрөп ташларға тейеш булғандыр. Ихтимал, сөнки Әхмәтйәнов һәм уның  өйрәнсектәре юғары һиҙгерлек күрһәтеп, нәтижәле эшләй башлағас, фашистарҙың ҡотҡо һалыусылары арт һандарын ҡыҫып, маҡтаныуҙан һәм беҙҙекеләрҙе хурлауҙан туҡтарға мәжбүр була. Элгәре, урыҫтар һуғыша белмәй, көслө ҡоралдары юҡ, булғанын да ҡуллана алырҙай белгестәре күренмәй, тип көн дә тиерлек ҡабатлай торған булғандар. Ә хәҙер кикректәре шиңде. Иртән торғанда ла, кис ятҡанда ла һалдаттарына «Һаҡ булығыҙ, урыҫ снайперҙары сыға! Башығыҙҙы күрһәтмәгеҙ!» кеүек иҫкәртеүҙәрҙе тәҡрарлауҙан туҡтамайҙар. Яуыз снайперҙың «һунар»ға сығыуы беҙҙең командованиены борсолоуға һала, һәм  Әхмәтйәновҡа уның ҡәбәхәт яҙмышын хәл итеү бурысы ҡуйыла.

«Немец снайперы йәшеренеү системаһы һәм атыу оҫталығы менән беҙҙе тәрән аптырашта ҡалдырҙы, – тип һөйләгән Әхәт ағай хәрби журналистарға. – Мин уны бик оҙаҡ эҙәрлекләгәс кенә таба алдым».

Эҙәрлекләү һөҙөмтәһе тураһында командованиеға еткергәс, уларҙа сәйерһенеү, үҙ көсөбөҙгә шикләнеү кеүек фекер тыуа. Ләкин   Әхмәтйәнов «юҡ итмәһәм – мин булмам» тип  сәмсел эшмәкәрлеген туҡтатмай. Фашист снайперы махсус ҡалҡан артына ышыҡланып «һунар» итә икән.  Әхмәтйәнов уға винтовкаһынан атып ҡарай, әммә теге ҡалҡан шылт та итмәй. Броня тишә торған пуля ла файҙа килтермәй. Шулай ҙа, этләшә торғас, Маҡар мәргәне дошманының перискобын емерә ата. Был хәлдән һуң теге урынын ташлап ҡасырға мәжбүр була.

«Уның позицияһы бик ҡулай, моғайын, иртәгә ул тағы ошонда киләсәк, – тип дауам итә Әхмәтйәнов. – Төнөн мин  фашистарҙың сәнскеле тимер сымдары аша шыуышып үтеп, теге снайперҙың броня ҡалҡанына барып еттем. Йәһәт кенә ерҙе соҡоп, 82 миллиметрлы минаны броняның эргәһенә күмдем дә тупаҫ башын үҙебеҙҙең яҡҡа  ҡаратып ҡуйҙым. Уға аҡ ҡағыҙ йәбештергәс,  ротаға  әйләнеп ҡайттым». Был ваҡиғаны күп гәзиттәр ҡабатлап яҙа. Ләкин хәбәрселәр «ҡағыҙ бите йәбештерҙе» тип хәҡиҡәттән ситкә тайпылған. Һуғыштан һуң һөйләгән хәтирәләренең береһендә Әхмәтйәновтың «биш тин аҡса ҙурлығы  ғына аҡ ҡағыҙ» тигән аңлатмаһы бар.

Иртәгәһен  ҡояш күтәрелгәнсе яҡташыбыҙ үҙ  урынын биләп, дошманының килгәнен көтә. Аҡ ҡағыҙ  уға перископ аша асыҡ күренә. Хаталанып ҡуйырмын, тигән уй снайперҙың башына инеп тә сыҡмай. Бер генә һорау борсой: «Килерме-юҡмы?» Бына бер мәл броня өҫтөндә яңы перископ күренде. Тимәк, фашист үҙ алымының отошһоҙ түгеллегенә шикләнмәй.

«Мин аҡ ҡағыҙҙы сәпкә алам, ара ни бары 300 метр самаһы. Бер нисә секундтан уңышҡа ирешәсәгемә өмөтләнеп, тәрән тыныслыҡ тойғоһо кисерәм һәм көслө бармағым менән тәтегә йомшаҡ ҡына баҫам». «Һә!» тигәнсе шартлау тауышы яңғырай, ер  фонтаны күтәрелеп, бронялы ҡалҡан ҡайҙалыр оса, ул урында тәрән  соҡор барлыҡҡа килә. Снайперҙан нимә тороп ҡалғанын, моғайын, немецтар  үҙҙәре лә  белә  алмағандыр. Был көн снайпер Әхәт  Әхмәтйәнов «шәхси үс иҫәбе»нең  204-сеһен  теркәп ҡуя.

Снайперҙарға хәрби етәкселек тарафынан ҡәҙер-хөрмәт шунан да күренеп ҡала: уларға арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыу мөмкинлеге бирелә. Ут, алыш ҡыҙған мәлдәрҙә һалдаттарға баш күтәрергә, тын алырға форсат юҡ, ә снайперға мөнәсәбәт өҫтөнлөклө. Бер көн  Әхәтте иҫкәртеп ҡуялар:

– Һеҙҙең менән Дегтярев осрашырға теләй.

– Кем ул?

– Атыу ҡоралдары уйлап табыусы конструктор. Алдан һорауҙар әҙерләп тороғоҙ!

Энциклопедиянан. Василий Александрович Дегтярев – совет конструкторы, генерал-майор-инженер, артиллерия хеҙмәте белгесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Бер нисә пулемет һәм  пистолет-пулемет һ.б. уйлап сығарған  техник фәндәр докторы, ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты...

Күренеүенсә, Дегтярев снайпер винтовкаһы ижад итмәгән, әммә уның мәргәнлеге менән дан ҡаҙанған снайперҙар менән осрашырға теләүе тикмәгә булмағандыр. Осрашыуға Әхмәтйәнов менән бергә Федор Резниченконың да саҡырылыуы  ошо фаразға ишара яһай кеүек. Был ваҡытҡа орденлы өлкән сержант Резниченконың 285 фашисты дөмөктөрөүе билдәле.

Мөһим ғәмәлдең шаһиты булараҡ,  батыр яҡташыбыҙ бүләккә бирелгән портретты һаҡлап,  ошо юлдар авторына ул һүрәтте тотоп ҡарарға ла насип булғайны. Юғарыла телгә алынған Игнатьев менән иҫтәлекле осрашыу мәлендә булғайны был хәл. А-4 форматының дүрттән бер өлөшө ҙурлығындағы фотола урта йәштәрҙәге Дегтярев генерал кейемендә күренә. Һүрәттең артында «250 немец фашисын тар-мар иткән мәргән атыусы Әхәт  Әхмәтйәновҡа яҡты иҫтәлеккә» тип юғары камиллыҡта матур  хәрефтәр менән яҙылған һәм арҙаҡлы конструкторҙың ҡул тамғаһы ҡуйылған. Хатта фронт шарттарында фоторәсемдең таушалмағанлығы уға ихтирамдың юғары булыуына ишаралай. Ошондай уҡ фотоһүрәт, моғайын, Резниченкоға ла бирелгәндер.

Ҡоралдар белгесе һәм яҙыусы Г. Д. Нагаевтың «Русские оружейники» тигән китабының «Ленинград фронты снайперҙары» тип аталған яҙмаһында 1939 йыл аҙағында башланған Фин һуғышы телгә алына. Аҡ финдарға ҡаршы һуғышта конструктор Ф. В. Токарев уйлап тапҡан үҙ ҡоролошло винтовканы уңышлы ҡулланыу хаҡында ла әйтелә. Белгес баһалауынса, СВТ (самозарядная винтовка Токарева) үтә ҡырыҫ  ҡыш шарттарында ла тотҡарлыҡһыҙ эшләй һәм совет һалдаттары ҡулында дошманға ҡаршы көслө  ҡоралға әүерелә. Оҙаҡламай ошо компанияла Токаревтың оптик прицеллы үҙ ҡоролошло  винтовкаһы ла күренә башлай. Совет  һалдаттары  уға «снайпер винтовкаһы» тигән исем бирә. СВТ менән ҡоралланған совет һалдаттары ҡуйы урманға йә булмаһа тәрән көрт баҫҡан урындарға ышыҡланып дошманды ҡыйрата. Был ҡоралды уңышлы ҡулланған һалдаттар Токаревҡа фронттың төрлө тарафынан хаттар яуҙыра башлай.

«Ҡәҙерле Федор Васильевич! Бөйөк Октябрь бишеге булған Ленинградтан, уның  һаҡсыһы Кронштадт ҡәлғәһенән, фронттың Н-се  участкаһында һуғышыусыларҙан  сәләм ҡабул итегеҙ. Беҙгә хәбәр ителеүенсә, Һеҙ Ораниенбаум ҡалаһында уҡығанһығыҙ, унда Һеҙҙең конструкторлыҡ эшмәкәрлегегеҙҙең тәүге осоро үткән. Бөгөн был ҡаланы беҙ күкрәк көсөбөҙ менән һаҡлайбыҙ. Ышанығыҙ, хөрмәтле Федор Васильевич, Һеҙ ихлас яратҡан был ҡаланы һәм үҙебеҙгә тапшырылған рубежды беҙ дошманға бирмәбеҙ, күҙебеҙ ҡараһылай һаҡларбыҙ.

«За отвагу» миҙалы  менән бүләкләнгән снайпер Михаил Пухов бер операцияла Һеҙ ижад иткән үҙ ҡоролошло винтовка менән 30 гитлерсыға ҡаршы бәрелештә еңеүсе булып сыҡты. Һуңынан әйтте: «Был винтовканы уйлап тапҡан  кешегә минән мәңгелек рәхмәт». Ҡоралығыҙҙың көсөн һәм камиллығын тойған һәр һуғышсы Һеҙгә рәхмәтле. Беҙгә хат яҙһағыҙ ине. Дошманды тағы ла уңышлыраҡ ҡыйратыу өсөн был винтовканы тағы ла  нәтижәлерәк ҡулланыу мөмкинлектәре бармы? Һеҙҙең кәңәштәр?

Ихтирам менән: 285 фашисты юҡ иткән орденлы өлкән сержант Федор Резниченко һәм 250 фашисты дөмөктөргән өлкән сержант Әхәт Әхмәтйәнов».

Уны «хөрмәтле Токарев  олатай» тип ололайҙар. Баҡһаң, немец винтовкаһынан  атыусы фин снайперҙары яҡын  арала ғына уңышҡа ирешә алһа, беҙҙекеләр күпкә алыҫыраҡтан да сәпкә тейҙерә торған булған. Нагаев раҫлауынса, конструктор Токарев һуғышсыларҙың фекеренә ҡолаҡ һалыусан кеше була. 1945 йылда Мәскәүҙән Ленинград фронтына снайпер  винтовкаһының яңы өлгөһө килеп төшә. ДПА-5903 тип исемләнгән был ҡорал күренекле снайпер сержант Матвей Звягинцевҡа тапшырыла. Винтовканы фронт етәксеһе ҡулынан алғанда, уның 50 немецты дөмөктөргәнлеге билдәле булып, ҡыҫҡа ваҡытта снайперҙың шәхси  үс алыу иҫәбе 166-ға  етә. Ләкин 1944 йылдың 19 ғинуарында снайпер Матвей Звягинцев немецтарҙың көслө төркөмө тарафынан ҡамауға алына һәм, тиңе булмаған алышта дошмандың туғыҙ автоматсыһын юҡ итеп,  үҙе лә һәләк була.

Илья Эренбург һәм «яҡут» Әхәт Әхмәтйәнов

Күренекле публицист Илья Эренбургтың яҙмаларын һуғышсылар көтөп алған һәм доға урынына ҡат-ҡат уҡығандар. Кем дә  булһа Эренбургтың ҡәләме осона  эләккән икән, ҡаһарман, һис шикһеҙ, оло иғтибарға лайыҡ. Журналистан маҡталған яугирға ғорурланып, ололап ҡарау урынлы була. Эренбург ваҡланмай, мәҡәлә яҙа икән, иң юғары ҡаҙаныштар тураһында ғына. «Правда», «Красная звезда» гәзиттәре биттәрендә уның яҙмалары йыш күренә. Европа, бигерәк тә Америка илдәрендәге абруйлы баҫмалар публицистың яҙмаларын тотҡарлыҡһыҙ баҫтыра.

Әхәт Әхмәтйәнов тураһында ла ул «Известия» гәзитендә мәҡәлә баҫтырып сығара. Уның мәргәнлегенә һоҡланыуын, ирешкән уңыштарына шаҡ ҡатыуын тасуирлай. Бик күркәм һәм  ҡыуаныслы мәҡәлә Әхмәтйәновтың ҡулына килеп эләккәс,  ғорур, ләкин батыр мәргән ҡаштарын йыйырып, ҡул ғына һелтәй. Шатланаһы урынға рәнйей, сөнки мәҡәләлә хата киткән: публицист мәргән яугирҙың милләтен «яҡут» тип  күрһәткән. «Мин башҡорт» тип күкрәк киреп йөрөгән кеше өсөн был бик күңелһеҙ, ләкин бер ни ҙә ҡылыр әмәл юҡ, мәҡәлә ташҡа баҫылған, илгә таратылған. Башҡортостанда ла уҡығандарҙыр, тик кемдәр шатлыҡ кисерҙе  икән?

Илья Эренбургтың  был яҙмаһы Америкалағы «Нана» агентлығына ла ебәрелгәндер ҙә уның аша «Совинформбюро» хәбәрҙәре күп илдәргә таратылғандыр, тигән фараз бар. Һис шикһеҙ, мәргән Әхмәтйәновтың фронттағы уңыштары тураһында планетабыҙҙа  миллиондарса  уҡыусы  хәбәрҙар булғанлығын күҙ уңында тоторға нигеҙ бар. Мәшһүр яҡташыбыҙ тураһында үҙебеҙҙә лә күптәр яҙып, улар ҙа Эренбургтың хатаһын ҡабатлай, хатта арттырып та ебәрә. Әммә береһе лә хәҡиҡәтте эҙләп маташмай. Түбәндә килтерелгән яҙма үрнәктәрен данлы яҡташыбыҙҙың Салауат ҡалаһының муниципаль телевидениеһында эшләгән ейәнсәре Әлфирә Сабитова йыйған.

«Социалистическая Якутия» гәзитендә 1944 йылда баҫылып сыҡҡан «Артиллерия шартлауы аҫтында тыуған яҡ гәзитен уҡыйым» тигән мәҡәләлә шундай юлдар бар: «11 ғинуар. Фронттан сәләм! Бер ҡасан булмағанса бәхетле мин бөгөн: һалҡын землянкала, орудиелар шаңдауы, пулеметтар тыҡылдауы аҫтында тыуған  яғымдан килгән «Социалистическая Якутия» гәзитен уҡыйым. Был гәзиттең беҙгә, фронтовиктарға, маҡтау һәм һөйөү хисе менән тулы булыуы бөтәбеҙҙе лә  рухландыра».

«16 ғинуар. Яҡут Әхәт Әхмәтйәнов һунарсы булараҡ танылған. Ул айыуға, бүрегә  һәм төлкөгә һунар иткән, ҡараңғы Себер  урмандарында хужа булған. Һунарсы тәжрибәһе  Бөйөк Ватан һуғышының беренсе  көндәрендә үк кәрәк була. Ленинград фронтында Әхәт снайпер булып китә. Яңыраҡ ул 293-сө гитлерсыны юҡ итте...

ТАСС махсус хәбәрсеһе Павел Лукницкий».

Һуғыштан һуң яҙыусы М. И. Гордон фронт ваҡиғалары тураһындағы яҙмаларҙы «Невский-2» исемле китабында туплай. Унда «Әхәт Әхмәтйәнов» тип аталған белешмә лә урын алған. «Татарстанда математика уҡытыусыһы булып эшләгән тыйнаҡ Әхәт Әхмәтйәнов снайпер булараҡ танылды. Уның исеме фронт гәзиттәре битенән төшмәне. Өлкән сержант Әхмәтйәнов данлыҡлы снайпер ине. «На страже Родины» һәм «Красная звезда» гәзиттәрендә уның батырлығы, тапҡырлығы һәм мәргәнлеге тураһында күп яҙыла килде. Ул гитлерсылар  араһынан иң яуызын эҙләп табып, сәпкә ала ла мәргәнлеге менән юҡ итә тора».

Хәбәрселәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында яҡташыбыҙ әле яҡут кешеһенә, әле татарға әүерелә торһа ла, һуғышсан бурысын  намыҫ менән үтәй. «Мин башҡорт!» – тип һөрән һалырға, күрәһең, мөмкинлеге булмай.

Күренекле генә яҙыусының яҡташыбыҙ өлгөһөндә дөйөмләштерелгән урыҫ снайперы образы тыуҙырырға тырышыуы менән бәйле хәл дә күҙәтелә. 1983 йыл нәшер ителгән 12 томлы «Венок славы» китаптарының  III томында яҙыусы Виталий Василевскийҙың «Удар в ночи» исемле хикәйәһе урын алған. Ысынбарлыҡтан алыҫлашмаҫҡа тырышҡан автор ваҡиғаның Ленинград ҡалаһынан 32 километр төньяҡтараҡ 1942 йылдың  авгусында барғанлығын иҫкәртеп үтеүҙе кәрәк тапҡан. Хикәйәлә төп персонаж – снайпер сержант Романцов. Һуңынан белдереүенсә, яҙыусы был образдың прототибы итеп Ленинград фронтындағы иң көслө һәм киң танылыу тапҡан Әхәт Әхмәтйәновты алған. Яугир булараҡ снайпер Романцов камиллыҡҡа, оҫталыҡҡа эйә, дошманға ҡот осҡос хәүеф һала.

Персонаждың мәшһүр яҡташыбыҙ икәнлеген Виталий Василевский 1971 йылдың йәйендә Бәләбәй ҡалаһына килгәнендә асып һала. Баҡһаң, Златоуст ҡалаһында тыуған авторҙың мәктәп йылдары Бәләбәйҙә уҙған икән. Ул 1-се мәктәптә уҡыған йылдарында буласаҡ яҙыусы Сергей Крушинский менән бергә ҡулдан яҙылған «Костер» исемле журнал сығарғандар. В. Василевский – Ә. Әхмәтйәнов менән полкташ. Баштараҡ взвод командиры, һуңыраҡ «На страже Родины» гәзитенең хәбәрсеһе булып йөрөгән. Снайпер образын һүрәтләгәндә уны тормоштағы кеүегерәк теркәһә лә яҙыҡ булмаҫ ине, сөнки һуғышта урыҫ булмаған халыҡтарҙан да һоҡланғыс батырҙар аҙ осрамай. Башҡорттар иһә айырыуса иғтибарға лайыҡ.

Бәләбәйҙәге сәфәрендә В. Василевский мәргән снайпер Әхәт Әхмәтйәновтың Башҡортостанда йәшәүен, тәүҙә уҡытыусы булып эшләүен әйтә, ләкин ҡайһы ҡала йәки райондан икәнлеген атамай. «Әхәт Әхмәтйәнов үҙ-үҙен аямайынса, ихлас һуғышты, илде талап, халыҡты мәсхәрәләүсе фашистарҙан үс алыуҙы изге бурысы һананы, – тип һөйләй В. Василевский Бәләбәйҙәге машина эшләүселәр техникумы студенттары алдында сығыш яһап. – Һуғыштан һуң да, ситкә сығып китмәйенсә, ошонда йәшәйҙер. Һеҙ уны эҙләп табығыҙ!» – тип кәңәш бирә. Уның иҫтәлектәре ҡаһарман яҡташыбыҙға оло ихтирам, һоҡланыу һәм ғорурланыу хистәре менән тулы. Магнитофон таҫмаһына яҙылған был фәһемле телмәрҙе техникум эҙәрмәндәре әле лә һаҡлай һәм снайпер Әхәт Әбеделхаҡ улы Әхмәтйәновты эҙләп табырға кәрәклеген ваҡыт-ваҡыт яңыртып тора икән.

Интернеттан  алынған яҙмала ошондай юлдар бар: «30 йыл үтеп китте. Беҙ, Бәләбәй машиналар эшләү техникумы студенттары, Әхәт Әхмәтйәновты эҙләп табыу эшенә яңынан тотонабыҙ. Уның тураһындағы материал «Жди меня» программаһына ла индерелде, Республика хәрби комиссариатына юллама ебәрелде. Виталий Василевскийҙың улы – «Новый мир» журналының баш мөхәррире Андрей Василевскийға ла хат яҙып һалдыҡ. Унан тыш, Башҡортостанда ла Әхәт Әхмәтйәновты белгән кешеләр булырға тейеш, тигән ҡараштабыҙ. Ғаиләһендә документтары, фотолары һаҡланалыр бит! Уны белгән фронтовиктар ҙа барҙыр. Снайперҙың полкташтары нимә лә булһа хәбәр итһәләр ине, тип уйлайбыҙ. Бәлки, уның менән олатайығыҙ осрашҡандыр? Бер котелоктан, бер ҡалаҡтан ашаған, бер телем икмәкте бүлешкән  кем дә булһа юҡмы икән ни? Виталий Василевский китабында Романцов фамилияһы менән һүрәтләнгән Әхмәтйәновтың ғаиләһе булыуы ихтимал, уларҙа мәшһүр снайперҙың документтары, фотолары һаҡланмаймы икән? Беҙҙең  эҙләнеүҙәргә кем дә булһа яуап бирергә тейештер бит, ниңә бирмәйҙәр икән?»

«Социалистическая Якутия» гәзитендә яҡут улы Әхәт Әхмәтйәнов тураһында уҡығас, – тип яҙа  техникум уҡытыусыһы, – аптырашта ҡалдым һәм йылдар буйы эҙләнеүемдең бушҡа булыуын аңланым. Беҙ Башҡортостанда эҙләгән батырҙың ҡарлы-боҙло Яҡутстандан, Себер тайгаларынан сығыуы асыҡланды. Ҡыҙғаныс, – ти хат авторы, – беҙҙе ҡыҙыҡһындырған Әхмәтйәнов тураһында башҡаса бер ни яҙылмаған. Был Әхмәтйәнов снайпер Романцов прототибы ролен үтәгәнме? Әхмәтйәновты Башҡортостандан тип күрһәтеп, Василевский яңылышмағанмы? Техникум уҡыусыларына бурыс йөкмәтеүе  урынһыҙ булмағанмы? Йомаҡ серле булып сыҡты. Беҙ уны сисә алманыҡ», – тип тамамлана бәләбәйҙәрҙең Интернетта урын алған яҙмаһы.

1968 йылда Подольск ҡалаһындағы үҙәк архивта эшләгән яҡташыбыҙ, журналист Әлмир Нәбиуллиндың шәхси архивында бығаса билдәле булмаған тағы бер батырлыҡ тураһында очерк һаҡлана.

«Әхмәтйәнов хеҙмәт иткән полк ҡаршыһында мәкерле фашист снайперы оялап алыуы, броня ҡалҡанға ышыҡланып «һунар» итеүе асыҡлана. Әхәт Әхмәтйәнов броня артындағы снайперҙы ҡулға төшөрөү планын ҡора.

Бына рядовой Саучев йәшеренеп кенә алға шыуыша. Әхәт асыҡ ергә сыға ла, урынын тиҙ-тиҙ алмаштырып, снайперға табан ут сәсә. Маҡсаты – уның иғтибарын үҙенә йәлеп итеү. Ул арала Саучев дошман снайперына яҡынлаша. Әхәт туҡтауһыҙ ата.

Мөғжизә: Саучев һеләүһен тиҙлегендә броня артындағы снайперға ташланғанда, Әхәт тә осоп килеп етә. Икәүләп немецтың ауыҙын томалап, ҡулдарын шаҡарып бәйләйҙәр ҙә ҡайтыр юлға сығалар.

Командованиела кемдер Әхәттең был планын  дыуамаллыҡ тип атағайны, снайперҙы тере килеш алып ҡайтҡас, өндәшмәҫ булды».

Әҙәм ышанмаҫтай был тарихты Ә. Нәбиуллин 1-се Украина фронтының «За честь Родины» гәзитенән күсереп алған һәм «Кызыл таң» гәзитенең 1978 йылғы 24 июнь һанында баҫтырып сығарған. Әхәт Әхмәтйәновты оҫта снайпер итеп һүрәтләү менән бергә башҡорт тоҡомонан булыуын да атағандар.

Ленинград яҙыусыһы, йәмәғәт эшлеклеһе  Николай Тихонов исеме заманында йыш телгә алынған талант эйәһе ине. Бер полк снайперҙары уның менән танышырға теләк белдергәс, Тихонов: «Һеҙ миңә иң булдыҡлы иптәшегеҙҙе, фашистарға траншеянан күтәреп ҡарарға ирек бирмәгәнен күрһәтегеҙ!» – ти.

– Ундайҙар беҙҙә аҙ түгел, – тип яуаплай полк командиры һәм исемдәрен һанап китә. Николай Семенович  Әхмәтйәновты һайлай һәм ошо турала яҙып сыға.

«Алдыма сағыштырмаса ҡыҫҡа буйлы, тар яурынлы, күкрәгенә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены таҡҡан ир килеп баҫты. Снайпер Әхәт Әхмәтйәнов икән. Башҡорт. Уҡытыусы. Егерме биш йәштә. Фронтҡа үҙе теләп килгән. Бер туған һеңлеһе Әхәттең  күҙ алдында тиҙ арала һәләк булған. Әхәттең күҙҙәре һиҙелерлек ҡыҫылған, дошманды өҙлөкһөҙ эҙәрлекләү, күҙгә көсөргәнеш  төшөүҙән киләлер».

Ике арала һөйләшеү былайыраҡ булып ала.

– Винтовкаңда йондоҙҙар төшөрөлгән. Нимәне аңлаталар?

– Ә-ә, был матур һүрәттәрме?

– Эйе, ошо көмөш төҫөндәге йондоҙҙар.

– Иң ҙурҙары икәү, ике йөҙ фашисты аңлата.

– Кесерәктәре?

– Уларҙың һәр береһе егермешәр фашисты.

– Ә быныһы, бик бәләкәйе?

– Быныһы пустяк, ни бары ун фашисты. Беҙ уны иртәгә үк үҙгәртәбеҙ.

Һөйләшеү яҙыусыла ыңғай тәьҫорат ҡалдыра. Николай Тихонов снайпер   Әхмәтйәнов тураһында гәзиттәрҙә мәҡәләләр баҫтыра. Һуңынан был документаль очерк «Венок славы» китаптарының  береһенә индерелә. Рәхмәт әҙипкә, яҡташыбыҙҙың булмышын дөрөҫ тамғалаған, башҡорт икәнен   асыҡлауҙы  кәрәк тапҡан.

Энциклопедиянан. Снайпер атамаһы тәү тапҡыр Бөйөк Британия армияһында 1914 – 1918 йылдарҙағы Бөтә донъя һуғышында барлыҡҡа килә. Совет ҡораллы көстәрендә снайперҙар әҙерләү 1941 – 1945 йылдарҙа киң ҡолас менән йәйелдерелә. Уларға дошман снайперҙарын, офицерҙарын, күҙәтеүселәрен, элемтәселәрен, орудие һәм пулемет расчеттарын, түбәндән осоусы самолеттарҙы юҡ итеү бурысы йөкмәтелә.

Фашистик Германия армияһында снайперҙар 30-сы йылдарҙа уҡ күпләп өйрәтелгән. Ҡыҙыл Армияла уларҙың  һуңлап әҙерләнә  башлауы ҙур юғалтыуҙарға килтерә. Уның  ҡарауы, беҙҙең  мәргәндәр иҫәп яғынан ғына түгел, сифат буйынса ла алға сыға һәм Бөйөк Ватан һуғышының  хәл иткес осорҙарында дошмандың йәнле көсөн генә түгел, әхлаҡи ныҡлығын һындырыуҙа  ла шаҡтай ҙур роль уйнай.