Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Евгений ШИШКИН

Ғəйеплеме ни мин?

ДРАМА

Ике шаршауҙа

Ҡатнашалар: 

Раҡаев Сəғит Хəсəн улы                – адвокат

Тəслимə                                             – Раҡаевтың ҡатыны

Нурислам                                          – Тəслимəнең дуҫы

Зəбихə ҡарсыҡ

Сəлихйəн ҡарт                                 – Зəбихə ҡарсыҡтың бабайы

Назаров  Харрас Хəким улы          – эшҡыуар, йылҡы үрсетеүсе

Сəлимə                                              – Назаровтың ҡатыны

Нурия                                                – судта сəркəтип, Тəслимəнең əхирəте

Антонина Ивановна                       – судта иҙəн йыуыусы

Ҡасимов Мəрүəн Əслəм улы         – шахмат клубы етəксеһе

Вəсилə                                               – шахмат клубының барында эшлəй

 

Беренсе шаршау

1-се күренеш

Зəбихə ҡарсыҡ һандыҡтан муйынсаҡтарын, биҙəнгестəрен ала. Уларҙы кейеп, көҙгөгə ҡарай. Икенсе бүлмəнең ярым асыҡ ишегенəн Сəлихйəн ҡарт уны күҙəтеп тора. Ауыҙын ҡыйшайтып, мыҫҡыллы йылмая. Тышҡы ишекте шаҡыйҙар. Сəлихйəн ҡарт йəшенə.

Зəбихə ҡарсыҡтың өйө.

Зəбихə ҡарсыҡ. Кем йөрөй ул был ҡараңғыла? Тышта күҙгə төртһəң күренмəҫлек. (Биҙəүестəрен сисеп, ишек асырға бара.) Кем унда?

Тəслимə. Мин, Зəбихə əбекəй, мин, Тəслимə. Һуңлаңҡырап киттем, асыуланма инде. Ҡурҡыттыммы əллə?

Зəбихə ҡарсыҡ. Бабайҙы ғына уятып ҡуймайыҡ. Ə минең ҡурҡырлығым бөткəн. Урлар байлығыбыҙ ҙа юҡ. Ҡартлыҡ менəн сир -сырхауҙы ғына сəлдерəбеҙ тимəһəлəр. Йə, һаумы-шəпме? Оноттоң беҙҙе, ҡыҙыҡай, оноттоң. Əллə ҡасандан бирле күренгəнең юҡ. Ай-һай, ҡалай матурайып киткəнһең. Яңылыҡтарың да күпкə оҡшаған.

Тəслимə. Бар, əбекəй, бар. Ə быныһы – һиңə күстəнəс. (Өҫтəлгə бер төргəк кəнфит һала.) Кейəүгə сыҡтым бит, əбекəй. Күрəһеңме никах балдағымды?

Зəбихə ҡарсыҡ. Ҡайһылай яҡшы булған. Ҡотло булһын. Тəмле итеп сəйҙəр эсеп алайыҡ əлəйһəң. Күптəнме инде балдаҡ кейгəнеңə?

Тəслимə. Дүрт ай ҙа ике көн, əбекəй.

Зəбихə ҡарсыҡ. Һанап та сығарҙы. Улай көнө-сəғəте менəн һанағас, бик яратаһың, күрəһең, кейəү балаҡайҙы.

Тəслимə. Яратам, бик яратам. Көтөп алдым бит, шуға ла сикһеҙ ҡəҙерле. Үҙең белмəгəн ни бар, əбекəйем, ҡарт ҡыҙ булып ҡалаһың, тип ҡолаҡ итемде ҡалдырманылар бит. Ə мин никах сəғəтем һуҡҡанын  көттөм.

Зəбихə ҡарсыҡ. Теге мəлде бер һаҡалтай менəн күрə биреп ҡалғайным, əллə шулмы?

Тəслимə. Һаҡаллыһы уның – Нурислам. Дуҫ егет. Оҡшатып та йөрөй ине лə бит. Ə мин яратып китə алманым. Ҡайһы берҙə шулай ултырам яңғыҙым иламһырап, унан уйлайым: ярай, мин дə үҙ усағымды яғырмын əле. Үҙемде шулай тип йыуата торғайным.

Зəбихə ҡарсыҡ. Шунан, яҡтыңмы һуң инде усағыңды? Тоҡандымы уты? Ашыҡманыңмы, тиеүем…

Тəслимə. Тоҡанды, əбекəй. Ялпылдап яна. Өтөп алып бара. Торам-торам да бəхетем өсөн ҡурҡып ҡуям. Таныштарымдың ирҙəренə ҡарайым да, ғибрəт: береһе эскесе, икенсеһенеке ҡарун, өсөнсөһөн тағы ташҡа үлсəйем.

Зəбихə ҡарсыҡ. Һинеке фəрештə мəллə?

Тəслимə. Фəрештə генəме һуң, əбекəй. Ир аҫылы. Ул ысынлап көслө, ышаныслы. Мин уға тулыһынса ышанам.

Зəбихə ҡарсыҡ. Ышаныуын ышан да, ҡыҙый, сос бул. Фəрештə лə бит əле тутыйғош түгел, ситлеккə ултыртып булмай. Тутыйғош ул, ярай, биклəп ҡуйҙыниһəң, ултыра сырҡылдап.

Фəрештə, етмəһə үҙе абышҡа – осто китте барҙы. Күҙең упайып торҙоң ҡалдың булыр.

Тəслимə. Абышҡа түгел шул, əбекəйем, ысын ир-егет.

Зəбихə ҡарсыҡ. Эй, ҡыҙый, ир– аттың ни барыһы ла бер сыбыҡтан ҡыуылған инде ул. Ə шулай ҙа былай төнлəтеп йөрөүең бушҡа түгелдер, ə, ҡыҙый?

Тəслимə. Төш күрҙем, əбекəй. Ҡурҡыныс тип тə, шомло тип тə əйтə алмайым. Əллə ниндəй, сəйер. Өсөнсө көн инде эсем бошоп тик тора.

Зəбихə ҡарсыҡ. Ниндəйерəк инде ул төшөң?

Тəслимə. Имеш,  сəхнəлəмен. Зал тулы кеше. Ап-аҡтан кейенгəнмен дə йырлайым икəн, тим. Ə бит ғүмеремдə лə сəхнəгə сыҡҡан кеше түгелмен. Йырлар инем, моңом юҡ, ҡолағыма айыу баҫҡан. Ə бында, əбекəйем, рəхəтлəнеп йырлайым ғына.  Ə йыры шул тиклем матур. Һаман да ҡолағымда яңғырап тора. «Ғəйеплеме ни мин?» тип атала. Ишеткəнең юҡмы?

Зəбихə ҡарсыҡ. Бəлки, ишеткəнмендер ҙə… Хəҙер бит, моңом юҡ, тип уйлағандар һирəк, ауыҙ күтəрергə тартынмайҙар.

Тəслимə (йырларға маташа). «Ғəйеплеме ни мин, ғəйеплеме ни мин һөйгəнгə?» Йəбеште лə ҡуйҙы бит ошо йыр. Гел телемдең осонда ғына тора. Үҙемде əллə нисек тоям.  Кешелəр сəйер итеп ҡарай башлаған кеүек, əйтерһең, миңə мөһөр баҫылған. Берəйһенең күҙе тейҙеме икəн əллə, əбекəй? Əллə боҙом һалды, сихырланымы берəй хəйерһеҙе? Һин бит табипһың, сихыр ҡайтара белəһең. Ярҙам итһəң ине.

Зəбихə ҡарсыҡ. Минең табиплығым инде… Йə, ярай, бынауында ултыр.  Кофтаңды  сис. Ҡана, əпсен -төпсөн əйтеп өшкөрəйем. Онотолор йырың, иншалла...

Зəбихə ҡарсыҡ сыға. Тəслимə яңғыҙы.

2-cе күренеш

Ишектə Сəлихйəн ҡарт күренə.  Тəслимəне күҙəтə. Тəслимə, уны абайлап, ҡысҡырып ҡуя һəм кофтаһы менəн ҡаплана.

Сəлихйəн ҡарт. Хи-хи-хи… Был нимə – стриптиз тиҙəрме хəҙерге заманда?

Тəслимə. Ҡалай ҡурҡыттың, Сəлихйəн бабай. Улай аҫтыртын ғына күҙəтеп йөрөү килешмəй ҙə инде. Гонаһ.

Сəлихйəн ҡарт. Нишлəп гонаһ булһын? Шундай сибəр ҡыҙға һоҡланып ҡарап тороу гонаһ буламы ни? Ана, ожмахта беҙҙе хур ҡыҙҙары көтөп тора, ти бит. Ҡарсыҡ менəн сөкөрҙəшкəнегеҙҙе ишетеп яттым да… Кейəүгə сыҡҡанһың икəн. Балдағың ҡайһылай ялтырап тора. Кейəү балаҡай байҙыр инде. Хəҙер бит ҡыҙ-ҡырҡынға  мотлаҡ бай кəрəк.

Тəслимə. Ниңə?

Сəлихйəн ҡарт. Аҡыллы булып тыуғанға. Ҡыҙҙарҙың əле яңылышыуҙары ла ихтимал. Ə кейəүгə сығып алдымы – уйында тик аҡса.  Аҡсаһы бар ир аҫылының – мөхəббəт тə бар, аҡсаң юҡ икəн – мөхəббəт тю-тю.

Тəслимə. Мөхəббəткə аҡсаның ни ҡыҫылышы булһын?

Сəлихйəн ҡарт. Элек ул, бөтəбеҙ ҙə ярлы саҡта, бисəлəрҙең мөхəббəт тип һушы китə торғайны. Хəҙер иһə аҡсаң булмаһа, яратам тип ауыҙыңды ла асма, фəтеүəһеҙ. Шар кеүек хəҙер аҡсаһыҙ мөхəббəт, төрттөң – шартланы.

Тəслимə. Бушты ғына һөйлəйһең дə инде, Сəлихйəн бабай. Һөйөү аҡсанан өҫтөн. Ул юғарынан килə.

Сəлихйəн ҡарт. Ə минеңсə, аҫтан.  Эйе, түбəндəн. Билдəн түбəн килеп ҡыҫтымы, ир-ат башын юғалта.  Бына шул саҡта инде аңшайып торма, бисə, ҡороҡла егетте. Тимəк, бисəлəргə ысынлап та һөйөү юғарынан, аҡылын юйған ирҙең  башынан килə, ə ир-атты ул аҫтан ҡыҫтай. Кем инде ул кейəү балаҡай? Хе-хе-хе. Һөнəре буйынса, тим?

Тəслимə. Адвокат.

Сəлихйəн ҡарт. Адвокат! Беҙҙең заман өсөн хəтəр һөнəр. Бурҙарҙың, ришүəтселəрҙең барыһына ла һыуҙан ҡоро сығыр өсөн яҡлаусы кəрəк. Ҡайҙа элəктерҙең?

Тəслимə. Судта. Унда минең əхирəтем эшлəй. Уның янына ингəйнем, таныштыҡ – Раҡаев.

Сəлихйəн ҡарт. Үəт һин уны. Йоҡларға ятҡанда ла шулай фамилиялап ҡына еппəрəһеңме?

Тəслимə. Ҡуйсəле, бабай!

3-сө күренеш

Зəбихə ҡарсыҡ һыулы стакан, яндырылған май шəм, ҡыҙыл еп тотоп инə.

Зəбихə ҡарсыҡ. Уф, ҡарт шайтан! Һин генə етмəгəйнең бында. Бар-бар, сыҡ.

Сəлихйəн ҡарт. Һаман сихырсылығыңды ҡуймайһың, ə, мəсекəй ҡарсыҡ.

Зəбихə ҡарсыҡ (Сəлихйəн ҡартты төрткөлəп сығара). Шайтан ҡотортҡандыр мине ошо ҡарт пəрейгə кейəүгə сығырға! (Тəслимəгə.) Баҫ əле ошонда, ҡыҙыҡай. (Май шəм, ҡыҙыл еп менəн йөрөтөп Тəслимəне имлəй, һыу бөркə, өшкөрə.) Боҙом, күҙ тейеү кеүек нəмə күрмəйем. Күңелең тыныс түгел, төшөң шуға болара. Иреңде артыҡ ныҡ яратаһың, шуға борсолаһың. Баштараҡ шулай була инде ул. Үтə дөрлəп барма, һүрəнерəк ярат. Шунда йоҡоң тыныс булыр.

Тəслимə.  Нисек инде һүрəнерəк, əбекəй? Яратыуҙы сиклəп буламы ни? Кəрəкмəй ҙə… Үҙ-үҙеңде мəхрүм итеп…

Зəбихə ҡарсыҡ. Үҙең белəһең. Һəр кем көсө етерлекте артмаҡлай. Күп күтəреп күтəртеп ятыуың да бар.

Тəслимə.  Ҡурҡма, əбекəй, көсөм етер…

Зəбихə ҡарсыҡты ҡосаҡлап хушлаша ла сығып китə.

4-се күренеш

Сəлихйəн ҡарт инə.

Зəбихə ҡарсыҡ. Ҡайһылай ҡанатланып йөрөй, бисараҡай. Бəхетемде көтөп алдым, эҙлəгəнемде таптым, ти.

Сəлихйəн ҡарт. Элəктергəн тоҙаҡҡа адвокатты.

Зəбихə ҡарсыҡ. Һинең өсөн, ҡарт шайтан, бөтə бисəлəр ҙə алдаҡсы, аусы.

Сəлихйəн ҡарт. Ысыны шул булғас. Ир-ат бит, бахыр, шаран-яран: «мə, ал» тип тора. Ə бисəлəр «бир»- ҙəн башҡаны белмəй. (Йоҙроғон асып-ябып, элəктергəнде ишаралай.) Шуға күрə лə ирҙəрҙең ғүмере ҡыҫҡа.

Зəбихə ҡарсыҡ. Уның байы, күп эсəлəр, күп уйнаш итəлəр. Кит əле, йəнде көйҙөрөп торма. (Ҡапыл ҡулындағы муйынсағы өҙөлөп китə.) Аһ-аһ, быныһы ни булды тағы? Тигенгə түгел был. (Тəслимə киткəн яҡҡа ҡарай.) Артыҡ ныҡ ярата. Уныҡылай саф күңел, ихлас йөрəк күтəрə алырмы шундайын бəхетте? Сыҙай алырмы? (Муйынсаҡтарҙы сүплəй.) Ə аҙғын күңеллегə шундай кейəү тəтеһə, был саҡлы бəхет тə булмаҫ ине.

Сəлихйəн ҡарт. Ысын бəхет сафлыҡты ярата, быныһы раҫ. Ялған менəн бысраҡты бар тип тə белмəй. Нимə, ҡарсыҡ, билеңдəн алдымы? Сихыр-михырың кəкрəйтə  һине.

5-се күренеш

Раҡаевтарҙың фатиры. Йоҡо бүлмəһе. Ҡунаҡ бүлмəһе.

Тəслимə менəн Раҡаев. Тəслимə батмус менəн иртəнге сəй алып инə.

Раҡаев. Эй, шəпһең дə инде, йəн киҫəк. Сəйең дə тəмле, ҡоймағың да телде йоторлоҡ. (Ҡоймаҡлап сəй эсə.)

Тəслимə. Һиңə оҡшай икəн, мин бəхетле.

Раҡаев. Йəн киҫəк тип атағаныма ҡаршы түгелһеңме?

Тəслимə. Юҡ, һиңə оҡшай икəн, мин риза.

Раҡаев. Ирҙəргə нимə оҡшағанын белгең килəме?

Тəслимə. Минең һиңə нимə оҡшағанын белгем килə.

Раҡаев. Улай икəн, мин һиңə ғаилə бəхетенең серен асам. Ышанаһыңмы миңə, йəн киҫəк?

Тəслимə. Донъялағы иң яҡшы табипҡа ышанған кеүек ышанам. Һин – аҡыллы. Һин – тəжрибəле. Һин – минəн өлкəнерəк. Һин – күренекле адвокат. «Адвокат» «профессор» тигəн кеүек үк – шундай ғорур яңғырай. (Раҡаевты ҡосаҡлай.) Мин һинең һəр һүҙеңə, һəр ҡарашыңа ышанам.

Раҡаев. Шулай итеп, тыңла: əгəр ҡатын кеше ғаилəһендə бəхетле булырға телəй икəн, иң беренсе һəм иң мөһим ҡағиҙəне ҡолағына ғына түгел, йөрəгенə киртеп ҡуйырға тейеш. Ишетəһеңме, йəн киҫəк, иң төп ҡағиҙəне: бер ваҡытта ла иреңə һорау бирмəҫкə… Аңланыңмы?

Тəслимə (ғəжəплəнеп). Һмм, аңланым кеүек, тик ныҡлап түгел. Нисек инде? Бер ваҡытта ла, бер ваҡытта ла?

Раҡаев. Тап шулай. Был ҡағиҙəне мəңгелеккə хəтереңə һалып ҡуй. Ирҙəрҙең ҡатынының бəйлəнсек һорауҙарынан да нығыраҡ йəненə тейгəн бер нəмə лə юҡ. Һөйлəргə кəрəк таба икəн, ул һорамаһаң да  һөйлəр. Ҡыҫтау, эҙəрлəү тоймаһа, ирҙəр ихласыраҡ була.

Тəслимə. Ə икенсе ҡағиҙə?

Раҡаев. Бер ваҡытта ла ир кешегə үҙеңде көслəп таҡма. Бына, мəҫəлəн, урман буйлап китеп бараһың икəн, ти. Ҡояш көлə, ҡоштар һайрай. Гөлйемеш сəскəһендə бал ҡорто һут йыйып ултыра. Иҫ киткес матур күренеш, шулаймы? Əммə шул саҡ бал ҡорто, эшен ташлап, һинең баш осоңда безелдəп урата башланы. Нимə эшлəйһең? Сəбəлəнеп тиҙерəк ҡасырға ашығаһың. Бына шулай. (Мəғəнəле итеп бармағын һелкə.) Кем ҡатынын ярата, уны былай ҙа онотмай. Бəхетте көслəп таҡмайҙар, йəн киҫəк. Аңланыңмы?

Тəслимə (ҡаушап). Аңланым. Өсөнсө ҡағиҙə лə бармы?

Раҡаев. Кешенең шəхси азатлығына ҡул һуҙмаҫҡа. Ғаилə тормошо өсөн ошонан да ҡурҡынысы юҡ. Ир кеше үҙенең азат икəнен тойорға тейеш. Үҙенең бəлəкəй генə серҙəре, əйтəйек, һис кемдең аяғы баҫмаған, асылмаған утрауы булырға тейеш.

Тəслимə. Ниндəй серҙəре?

Раҡаев. Беҙҙең адвокат контораһында Петр Ильич эшлəй. Бик аҡыллы, һөйкөмлө кеше. Тик бер бəлəкəс кенə етешһеҙлеге бар: ат сабышы ярата. Ҡарарға ғына түгел, аҡсаға уйнарға. Аҙнаһына ике тапҡыр тотализаторҙа уйнай. Уйнай ҙа отола. Һəр ваҡыт тип əйтерлек отола. Ə бер мəл артыҡ күп юғалтҡан. Ə ҡатыны һиҙеп ҡалған да боғаҙынан алған – һөйлəттергəн. Моғайын, Петр Ильич  берəй əмəлен табып түлəп бөтөр ине. Əммə бисəһе, уның шəхси азатлығына ҡул һуҙып, бөтөн эште боҙған. Нишлəһен Петр Ильич, бөтəһен дə асыҡтан-асыҡ һөйлəп биргəн.

Тəслимə (түҙемһеҙлəнеп). Шунан, нимə менəн барып бөттө?

Раҡаев. Айырылыштылар. Ҡатыны һəр ваҡыт унан йолҡоп-бынан йолҡоп дачаға аҡса йыйған булған, ə бында шундай аҡса туҙҙырыу… Кисерə алмаған инде.

Тəслимə. Кит əле, шуның өсөн генə айырылышырға. Көлкө лə инде.

Раҡаев. Улар өсөн бер ҙə көлкө түгел. Тəүҙə боғаҙынан алып дөрөҫлөктө талап ит тə аҙаҡтан кисерə алма… Шул да булған ҡылыҡ!

Тəслимə. Тағы ла ҡағиҙəлəр бармы?

Раҡаев. Бар: əрлəшмəҫкə, кенə тотмаҫҡа, əхирəттəреңде тыңламаҫҡа…

Тəслимə. Ə мөхəббəт?

Раҡаев. Мөхəббəт ул, йəн киҫəк, көн һайын уйнатырға бесəй балаһы түгел. Мөхəббəт ул уҫал эт кеүек. Уға ғəҙəттəн тыш хəлдəрҙə генə  мөрəжəғəт итергə мөмкин. Мөхəббəт ул – ғаилə тормошонда тыныс ҡына йоҡлап ятырға тейеш. Уны һəр саҡ һөслəтеп торһаң, бер көн килеп умыра тешлəп  алыуы мөмкин. Əммə ғаилəгə ысын хəүеф янай икəн, ҡабатлап əйтəм, етди хəүеф, ə берəй ялбыр баш йəки хыялый секретарша түгел – бары шул саҡта ғына мөхəббəт тигəн уҫал этте уятырға мөмкин. Ундай мəлдə инде мөхəббəт мөғжизəлəргə һəлəтле. Ишеттеңме, йəн киҫəк?

Тəслимə. Ишеттем, ҡəҙерлем, бөтəһен дə ишеттем.

6-сы күренеш

Суд залы.

Нурия, Раҡаев, Сəлимə.

Нурия (шаяртып судья өҫтəленə сүкеш менəн һуға). Суд ултырышы ябыҡ тип иғлан ителə. Əфəнделəр, барығыҙға ла китергə мөмкин. (Өҫтəлдəн ҡағыҙҙарын йыйып алып, Раҡаевҡа мөрəжəғəт итə.)  Һау булығыҙ, Сəғит Хəсəнович! Минəн Тəслимəгə күптин-күп, суҡтин-суҡ сəлəм!

Раҡаев. Һау бул, Нурияҡай. (Ул бер ҡайҙа ла ашыҡмай.)

Сəлимə (Нурияның сығып киткəнен түҙемһеҙлек менəн көтөп алып, Раҡаевҡа ташлана). Ниһайəт, Сəғит!  Ултырыш бөткəнсе үлə яҙҙым. Мин бит бөгөн генə килдем, шунда уҡ бында йүгерҙем.

Раҡаев (Сəлимəне ҡосаҡлап). Ҡайҙа, ҡайҙа, күрəйек əле һине, ҡəҙерлем… Бына бит ул чиновник бисəһе булыу ҡайһылай килешə. Тағы ла күркəмерəк булып киткəнһең. Шундай нəзəкəтле ханым.

Сəлимə. Ул чиновник түгел, ə эшҡыуар – ат үрсетə.

Раҡаев. Ат үрсетеүсе лə булһын, ти. Уныһы мөһим түгел, Сəлимəкəй.  Һин уның эргəһендə тағы ла сағыуыраҡ, ылыҡтырғысыраҡ булып киткəнһең: сəсең-башың, кейемең, үҙ-үҙеңде тотошоң – барыһы ла үҙгəргəн. Ҡулыңдағы сумкаңа тиклем.

Сəлимə. Хатта сумкамды ла хəтерлəйһең! Һин һаман да шундай иғтибарлы. Өйлəнеүең дə боҙмаған. Йə, һөйлəп ебəр, кем ул һинең ҡатының булыу бəхетенə ирешкəн зат?

Раҡаев. Көнсөллəшмə инде, Сəлимəкəй. Һиңə һис кенə лə килешмəй. Миңə вариҫ кəрəк, аңлайһыңмы? Ундай хыялдан баш тартырға мин бит əле бəлтерəп бөткəн ҡарт түгел.

Сəлимə. Һин миңə уның тураһында һөйлəмəгəйнең. Кемдəн көнлəшеп янырға инде миңə хəҙер?

Раҡаев. Минəн көнлəш. Ҡатыным иҫ киткес минең!

Сəлимə. Нимəһе менəн иҫ киткес инде ул?

Раҡаев. Тормоштан ҡыуаныс табып, лəззəтлəнеп йəшəй белə ул. Донъя ҡыуған, аҡса ғына ҡайғыртҡан кеше бит шул һөйөнөс тигəнде онотоп ташлай. Ярай, Сəлимəкəй, дөрөҫөн əйткəндə, һинең менəн ҡатынымды тикшереп торғом килмəй. Тағы бер генə нəмə əйтəм: минең йəштə етди уйлап өйлəнергə кəрəк. Бер һəм берəгəйле булырлыҡ итеп.

Сəлимə (ҡыланып). Тимəк, беҙ бүтəн осраша алмайбыҙмы инде? Миңə һине күреү, һөйлəшеп ултырыу ҙа тыйыламы? (Судьяның креслоһына барып ултыра.)

Раҡаев. Минең бер ваҡытта ла ҡатын-ҡыҙҙың күңелен күрəм тип кенə алдашҡаным юҡ. Əгəр ҙə алдымда, ҡатыныммы, əллə, Сəлимəкəй, һинме, тигəн һорау торһа, һине ҡосаҡлап, танауыңдан үпəс итер инем дə, ҡыҙғаныс, əлбиттə, ҡəҙерлем, əммə мин ғаилəмде һайлайым, тип əйтер инем. Арабыҙҙа булғандар арабыҙҙа ғына ҡалһын, үпкəлəшмəйек, үкенмəйек, дуҫ булып ҡалайыҡ һəм биғəйбə. Əгəр ҙə мəгəр һайларға тура килһə, тиеүем.

Сəлимə (хəйлəкəр йылмайып). Əммə беҙҙең алда ундай һорау тормай шикелле, эйеме?

Раҡаев. Мин дə шулай тип уйлайым.

Сəлимə. Эх, Сəғит! Һинең менəн ярты йыл күрешкəнебеҙ юҡ. Судта һин минең эшемде шаҡ ҡатырғыс итеп еңеп сыҡҡан көндəн алып.

Улар судья өҫтəле эргəһендə ҡосаҡлашып үбешəлəр.

7-се күренеш

Суд залы эргəһендəге коридор.

Антонина Ивановна  биҙрə күтəреп инə. Тəслимə  йүгереп килеп керə.

 

Тəслимə. Суд ултырышы тамамландымы?

Антонина Ивановна. Бөттө, күптəн бөттө.

Тəслимə. Адвокат Раҡаев киттеме икəн, белмəйһегеҙме?

Антонина Ивановна. Кем килгəн дə кем киткəн, уны ҡайҙан белеп бөтəһең?! Көн оҙонона көтөүе менəн йөрөйҙəр. Ана тағы күпме бысраҡ ташығандар.

Тəслимə (суд секретарының бүлмəһе янына барып). Ə Нурия киттеме?

Антонина Ивановна. Ул китте.  Бүлмəһен йыуып та сыҡтым инде.

Тəслимə. Их, өлгөрмəй ҡалдым. Икеһе лə киткəн. (Ҡолаҡ һала.) Ə залда кемдер бар. Ана, көлөшəлəр.

Антонина Ивановна. Кемдəрҙер хихылдаша шул.

Тəслимə суд залының ишеген аса ла унда Сəлимə менəн Раҡаевты күрə. Һиҫкəнеп, шунда уҡ башын кире ала. Уның артынан Антонина Ивановна ла башын тыға.

Антонина Ивановна (Сəлимə менəн Раҡаевҡа). Эй, пар күгəрсендəр. Гөрлəшер өсөн башҡа урын эҙлəргə тура килер. Миңə иҙəн йыуырға кəрəк.

Сəлимə. Хəҙер китəбеҙ.

Раҡаев (көлөп). Бер ниндəй ҙə криминал юҡ, был бары дуҫтарса осрашыу ғына.

Сəлимə менəн Раҡаев көлөшə-көлөшə сыға. Ишек артында йəшенеп торған Тəслимə Антонина Ивановна артынан ултырыштар залына инə.

Тəслимə. Ысынлап та булдымы был хəл, əллə күҙемə генə күрендеме? (Антонина Ивановнаға.) Һеҙ ысынмы? Тереһегеҙме? Исемегеҙ нисек?

Антонина Ивановна. Мин  Алевтина… Əй, юҡ та. Антонина Ивановна мин. Алевтина – һеңлемдең исеме. Ҡалай ҡурҡыттыңсы… Нимə булды?

Тəслимə. Төшөмдə генə күрмəнемме мин быны? Ысынлап та йоҡламайыммы? Семтегеҙ əле мине!

Антонина Ивановна. Һеҙ нимə, гражданка? Нимə һөйлəгəнегеҙҙе аңлайһығыҙмы?

Тəслимə. Был ул ине. Ə теге ҡатын бында ултыра ине. Əгəр ҙə был дөрөҫ икəн, ул хатта əҙəм аҡтығы ғына ла түгел, күпкə насарыраҡ. (Сығып йүгерə.)

Антонина Ивановна (яңғыҙы). Тереһеңме, тип һорайсы. Əллə аҡылынан яҙған инде. Ҡайһылай ҡурҡытты, хатта исемемде онота яҙҙым. (Үҙ-үҙен семетə лə сырылдап ҡуя.) Бөтə бисəлəр ҙə тиле. Эй, бисара! Барыһы ла шул ирҙəр арҡаһында инде. Сəсрəп киткерҙəре. (Судьяның креслоһына ултыра ла тиктомалдан илап ебəрə.) Бөтə ирҙəр ҙə бер, хəрəм ҡатҡырҙар!

8-се күренеш

Шахмат клубы. Бер яҡтан – бар, икенсе яҡтан – стенала шахмат таҡтаһы һəм уйын залына инə торған ишек.

Ҡасимов таҡта янында йөрөй һəм үҙ алдына ниҙер һөйлəнə. Вəсилə бар эргəһендə тора. Раҡаев менəн Сəлимə инə.

Вəсилə. Һаумыһығыҙ, Сəғит Хəсəнович! Рəхим итегеҙ!

Раҡаев. Ҡасимов əфəнде бындамы?

Ҡасимов. О! Кемде күрəм! Əйҙүк, əйҙүк, һағындырып ҡына килəһең. (Ҡулын ҡыҫа.)

Раҡаев. Тышта ел, һыуыҡ. Бына, һеҙгə инергə булдыҡ.

Ҡасимов. Бик дөрөҫ эшлəгəнһегеҙ. (Вəсилəгə.) Вəсилəкəй! Беҙгə ҡəһүə менəн тағы ла ҡатырағын ҡой əле. Ошондайын ҡəҙерле ҡунаҡтарҙың хөрмəтенə.

Вəсилə. Хəҙер, хəҙер, Мəрүəн Əслəмович, баш өҫтө.

Ҡасимов. Күптəн күренгəнегеҙ юҡ. Эш тə эш, тиһегеҙ инде. Өйлəнгəнһегеҙ, тип ишеткəйнем. Шундайын да күркəм хəлəл ефетегеҙ менəн таныштыра һалығыҙ инде беҙҙе.

Сəлимə. Һеҙҙең менəн танышыуыма шатмын. Һеҙҙең шахмат клубы тураһында, был боронғо уйынға мөкиббəн киткəнлегегеҙ хаҡында Сəғит Хəсəновичтың күп һөйлəгəне бар.

Раҡаев. Икегеҙҙең дə танышыуға шат булыуығыҙ бик һәйбəт. Əйткəндəй, Сəлимə минең ҡатыным түгел. Ул минең… Минең клиент. Хəйер, минең дуҫ, тип əйтһəң, яҡшыраҡ булыр.

Ҡасимов (Сəлимə көҙгө янында өҫ-башын рəтлəгəн арала Раҡаев ҡына ишетерлек итеп). Əһə, хəҙер был шулай аталамы инде?

Раҡаев. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Мəрүəн Əслəмович, нисек ошо сибəркəйгə битараф ҡалып була?

Ҡасимов. Ə кəлəшегеҙ?

Раҡаев. Кəлəшем ғəжəйеп минең. Сəлимə кеүек бəҫле ҡатындар улар күпте талап итə. Улар менəн артыҡ мəшəҡəтле. Ə минең Тəслимəм ихлас, ябай, уның эргəһендə миңə рəхəт. Уның кеүектəр ирҙəрен һəр ваҡыт ярата.