Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Тамара Искәндәриә

Шишмәләр тынған мәлдә…

Рух көмбәҙе

Йыһан икән ҡалҡаны,

Меңәр йондоҙ ҡалҡҡаны:

Оло йөрәк – ысын ирҙең

Күкрәгендә ҡаҡҡаны.

 

Илем, тиеп ҡалҡыр ул,

Илем, тиеп балҡыр ул.

Йөрәгенең түрҙәрендә

Йөрөтөр гел халҡын ул.

 

Тыуған төйәк – гөлөбөҙ,

Рух  көмбәҙе – телебеҙ.

Хоҙай биргән бер ҡомартҡы,

Саф хазина – илебеҙ!

 

 

Һунар

Бүре өйөрөнөң айға ҡарап

Олоғанын улар көтмәҫтәр.

Көндөҙгөләй яҡты ошо төндә

Ҡуптарылыр оло бер мәхшәр.

Дала буйлап сабыр асырғанып

Һунар тынын тойған бүреләр.

Алыҫҡараҡ оя эргәһенән!

Көсөктәре ҡала – тереләр.

 

Бына саба улар, бына саба

Төнгө ауыл һырты буйлатып.

Ҡыйҡыу-һөрән һалып

Һунар килә,

Суҡмар оса һауа шыйлатып...

 

Суҡмарҙарын ҡандан таҙартырҙар

Тағы “һайт”лап бүре ҡыуырға.

...Йә, ниңә һуң, шағир,

Һиңә тағы

Ул һунарҙың тынын тойорға?

 

Йә, ниңә һуң, шағир,

Һиңә тағы

Суҡмар тауышынан тайшаныу?

Һунар табышына әйләндеңме,

Ауырмы ни шуға ышаныу?

 

Донъя әүернәһе хикмәттәре

Бөтмәгәнме әле асылып?

Йөрәгеңде ҡабат ярып үтә

Заман һунарының асылы...

 

Һунар бара, һунар!

Ерең, иркең,

Телең, динең –

Барыһы бизмәндә.

Меңйыллыҡтар үҫкән үҙлегеңде

Ҡыйып үтмәкселәр бер мәлдә.

 

Шулай уҡмы заман суҡмарынан

Һиңә телһеҙ, өнһөҙ ауаһы?

Китә ҡалһаң, шағир, Ерең иңрәр,

Йән тетрәтер күктәр ауазы!

 

...Һунарсылар белмәҫ ғәмәлдәр бар

Ғаләм тигән бөйөк яланда.

Халыҡ йөрәгенә йығылдың һин,

Уяуһың һин, шағир, һаман да.

 

***

Ап-аҡ бите дәфтәремдең –

Ҡабарып та ятҡан тупраҡ.

Устарымдан төшкән орлоҡ

Бирһен ҡыяҡ, үрһен япраҡ.

 

Эфирҙарҙан һоҫоп алам

Ваҡ мәғлүмәт, оло хәбәр.

Нимә уйлай был кешелек,

Ерҙә ни бар? Ниндәй хәтәр?

 

Хәүефләнә, буғай, халыҡ,

Етә, тиеп, ахрызаман.

Ғәрәсәттәр ҡупһа, тиҙәр,

Ҡалырбыҙмы имен-аман?

 

Сайҡалғанда киң даръялар

Айҡалмаҫмы яҙмыш-тәҡдир?

Бөйөк ҡөҙрәт эйәһенә

Ялбарабыҙ: именлек бир!

 

Именлек бир Еребеҙгә!

Именлек бир Һыуыбыҙға!

Именлек бир Ай-Ҡояшҡа,

Ә иң элек – Рухыбыҙға!

 

Изге йөрәк, зирәк аҡыл –

Шуларҙан мин егәм пар ат.

Яҡшылыҡты ерҙә тарат!

Планеталар яһай парад.

 

***

Күңелдәге төйөн,–

Хәс бер тейен,

Һикереп-һикереп уйнай күкрәктә.

Хаталарым, һеҙ, саф хаталарым,

Хафаларым ята йөрәктә.

 

Үҙ-үҙемә тағы йомоламын.

Тағы йотам ҡайнар һауаны.

Мин түгелме инем ихлас бер йән,

Берҡатлының иң-иң ауаны?!

 

Башында ҡар ятҡан тауҙай ҡырыҫ –

Сағыулыҡтан күҙҙәр ҡамаша! –

Һис бер өнһөҙ, ғәмһеҙ, мәрхәмәтһеҙ

Үҙ хатамды ҡылам тамаша.

 

 

Күбәләк

Һандуғаслы был иртәлә

Шишмәләр тынған мәлдә,

Йөрәккәйем, күкрәгеңә

Күбәләк ҡунған әллә?

 

Күбәләкте күпһенмәйем,

Ул да ҡунырға хаҡлы

Мине яратҡан күкрәккә…

Һылыулығың шул саҡлы!

 

Мәңгелеген был мәлдәрҙең

Күбәләк тә тоялыр.

Ҡыҫҡа ғүмерен йәлләп, ул

Саф йәштәрен ҡоялыр.

 

Мәлдәрҙең дә була икән

Мәңгелеге, ҡыҫҡаһы?!

Күбәләк, һин үпкәләмә,

Һин – осраҡлыҡ оҫтаһы:

 

Беҙгә әле киләсәкте

Ҡаршылап атлайһы бар.

Күбәләкле был иртәне

Хәтерҙә һаҡлайһы бар.

Йә, ос!

 

 

Талдарҙан балдар тама

Балдар тама

Тал-тирәктән.

Балдар тама

Телеңдән.

Тик бер мәлгә онотолам

Йәшәүҙән һәм үлемдән.

 

Тал ямғыры…

Талма уйға,

Аҡҡан һыуҙарға ҡарап.

Йә тегеләй, йә былайға

Йөҙә, тип, унда карап.

Аҡ караптар сағылалар

Һыуҙарҙың шаршыһында,

Береһе – ағым ыңғайында,

Береһе – ҡаршыһында…

 

Аҡҡан һыуға нимә булһын,

Талдары ҡалһа ярҙа,

Талдарынан бал тамдырған

Беҙ икәү унда барҙа.

 

 

Йыһат-доға

Һағынамын йөҙөңдө,

Һағынамын һүҙеңде,

Һағынамын һинең янда

Ҡалған үҙкәй-үҙемде.

 

Аҡ һыуҙарға баҡһам да,

Һыуҙар булып аҡһам да,

Һылыулығым ҡайтмай инде,

Алҡаң һөйөп таҡһам да.

 

Йыһандарға ҡарайым,

Һыулы сәсем тарайым.

Толомомдоң остарына

Йыһат-доға урайым.

 

Йыһандарҙа ҡара юҡ,

Йыһаттарһыҙ ара юҡ,

Ер менән күк араһында

Һөйөүгә сик-сара юҡ.