Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Йыһат Солтанов

СӨЙӨМБИКӘ ҺЫЛЫУ

Драма-хроника

3 шаршауҙа, 13 сәхнә һәм эпилогта

Ҡатнашалар (бөтәһе лә реаль ваҡиғаларҙағы тарихи шәхестәр):

Йософ            — башҡорт (нуғай) иленең көньяҡ яртыһының,

                        йәғни Бәләкәй урҙаның мырҙаһы, аҙаҡтан кенәз

Һылыубикә      — Йософтоң ҡатыны

Сөйөмбикә        — Йософтоң ҡыҙы, тәүҙә 14 йәштә

Юныс                — Йософтоң өлкән улы, Аҡтүбә ҡалаһы мырҙаһы

Йәнсура батыр  — азаматтар башлығы, тәүҙә 16 йәштә

Үҫәргән                             — Йософтоң Мәскәүгә йөрөмтәл илсеһе

Исмәғил                            — Ҙур урҙа кенәзе, Йософтоң бер туған ағаһы

Тимер                                — Исмәғилдең Мәскәүгә йөрөмтәл илсеһе

Йәнғәли                            — Ҡасим ханы Шәйехғәлиҙең аҡылға бер төрлөрәк бер

                                          туған ҡустыһы, Ҡазан ханы, тәүҙә 27 йәштә

Сафагәрәй                        —Ҡазан ханы

Ҡушаҡ                 — Сафагәрәйҙең, һуңынан Сөйөмбикәнең хан гвардияһы

                                                    башлығы

Мурали бәк     

Хоҙайғол уғлан              — Сөйөмбикәне Яуыз Иванға һатҡан Ҡазан

                                                     олуғтарының етәкселәре

Ҡолшәриф                       — Ҡазандың баш муллаһы

Бойорған Сәйет             — Ҡазан ханлығының баш муллаһы

Елена (шәүлә)                — Мәскәү бөйөк кенәзе мәрхүм Василийҙың мәрхүмә

                                                    ҡатыны, Яуыз Ивандың әсәһе

Иван (Яуыз Иван)         — Рәсәй батшаһы, 21 йәштә

Макарий                            — митрополит

Адашев                              — Яуыз Ивандың ышаныслыһы. Ҡазан, Әстерхан

                                                   ханлыҡтарын яулап алыу буйынса дипломатик

                                                   эштәрҙе башҡарыусы, Ҡазан ҡәлғәһен

                                         шартлатыуҙа инженер эштәре башлығы

Петр Серебряный        — кенәз, татарса яҡшы белә

Кадыш Кудинов            — Мәскәүҙең Бәләкәй урҙалағы илсеһе

Вәкил                  — Төркиә вәкиле, ғәмәлдә башҡорттарҙы урыҫ

                                          дәүләтенә (Мәскәүгә) ҡаршы аяҡландыртыусы шпион.

Әбей                    — Сөйөмбикәнең тәрбиәсеһе

Бабай                   — Йәнғәлиҙең тәрбиәсеһе

 

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ

1-се сәхнә

Сәхнә төбөндә дата: «1532 йыл». Яйыҡ йылғаһына һул яҡлап ҡойған Урта Бүртә йылғаһы тамағында, уның уң ярында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенә ҡарай) тәбиғәттең иң хозур бер төбәге. Биналары ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән Кесе һарайсыҡ ҡаласығы һыҙатлана—Йософ мырҙа йәйләүе. Мырҙа һарайы эргәһендә нәҙек манаралы мәсет. Йәмле июнь айы, Яйыҡтың ҡусҡыллыҡҡа күмелгән яр буйҙары. Аръяҡта — үркәс-үркәс тауҙар, таҫмаланып офоҡҡа тартылған юл. Һыҙылып таң атып килә, һандуғастар өҙҙөрөп һайрай. Композитор Наил Ғәлиевтың Шәриф Бикҡол шиғырына «Оҙата кил» йыры Венер Килмөхәмәтов башҡарыуында тирбәлеп яңғырай. Алыҫтарға бағып кемделер көткән, һандуғастар моңонан ныҡ болоҡһоған яңғыҙ ҡыҙ һыны.

 

Сөйөмбикә. Уф, Аллаҡай ғынам, ошондалыр, ахырыһы, һинең аҫыл ожмахың! Былбылдарын ғына тыңла: «Ожмах! Ожмах! Ожмах!» — тип сутылдайҙар бит... Ысындыр ҙа был. Сөнки ете ер, ете диңгеҙ аръяғынан килеп киткән мосафирҙар ҙа бит тыуған Башҡортостанымды, ҡитғабыҙҙың ожмахы, тип таныйҙар. Их, һандуғаслы гүзәл Башҡортостаным! Ошо йәшемдә генә лә арҡыс-торҡос күп буйланым һине мин. Көньяҡтың эҫе – көйҙөргөс самум елдәре өтөп торған Үҫәргән диңгеҙенән алып (уны «Аҡ-әсә-би» — Каспий диңгеҙе тип тә йөрөтәләр) һалҡын-туңдырғыс ҡар буранлы Төньяҡ боҙло диңгеҙгәсә, Иҙел ярҙарынан алып Иртыш ярҙарынаса бөтә Башҡортостанымды ҡыҙырырға яҙҙы миңә, Хаҡ Тәғәлә. Сөнки ҡайҙа ғына барма— бөтә Урал буйҙары үҙебеҙҙеке. Төньяҡлап Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим һыуҙары бергә килеп тоташҡан тошта, бөтә ҡалаларыбыҙҙың әсәһе булған изге Көн-Өфө ҡалаһында, ошо Бөтә Башҡортостанымдың кенәзе, атайымдың бер туған ағаһы Исмәғил олатам бойороп ултыра семәрле алтын тәхеттә. Көн-Өфөнөң дүрт яғынан дүрт яҡҡа киткән дүрт юл осонда ла Исмәғил кенәздең мырҙалары—беҙҙең туғандарыбыҙ ил тотоп тора. Көнсығышта Иртышҡа ҡойған Тубыл һыуы тамағындағы Эбер-Себер ҡалаһында ла хан тәхетендә—үҙемдең Мамай-Нор-Ҡасим ағайым. Көнбайышта Ағиҙел тамағында—Айсыуаҡ олатайым. Ә иң алыҫ көньяҡтағы Яйыҡҡа ҡойған Саған йылға тамағында—Йософ атаҡайымдың ҡышлауы. Артабан Иҙел тамағы Әстерхан ханлығының ханы ла үҙебеҙҙеке — боронғо Юрматы ырыуы ханы Әлмөхәмәттең «Бала ҡарға» йырауында данланған Һалсы хан тигән улының тоҡомдары...

Көн яҡтыра төшә, йылға аръяғындағы тауҙар араһына тартылған юл асығыраҡ төҫмөрләнә.

Сөйөмбикә (ҡулын маңлайына ҡуйып.) Ә шулай ҙа Яйығымдан ҡала йәнемә иң яҡын йылға — анауы Дөйәтау артындағы Һаҡмар һыу. Шуның уң ярындағы Бәкәтәр ҡасабаһы. Хәйер, Бәкәтәрҙе һуңғы заманда Йәнсура батырымдың исеме менән Йәнсура тип тә йөрөтәләр. Бөтә тирә-йүнгә данланған Йәнсурамдың ауылы булғанға күрәлер. Бынан утыҙ ғына саҡрым, иртәнге сәйҙән төшкөһөнәсә ат өҫтөндә елдереп барып етерлек. Йәнсура батырымдың утлы һулышы, бейек Аҙанташҡа баҫып йырлаған моңло тауышы ошонда уҡ ишетелеп торғандай... Ләкин,.. ләкин... осоп барып ҡосағына ташланырҙай сара юҡ... Сөнки атайым ҙур инсан — Бәләкәй урҙаның кенәзгә торошло мырҙаһы, ә Йәнсурам, батыр тигән исеме илгә данланһа ла, Бикбау кенәздең бүләһе Түлебай бейҙең азамат улы ғына. Ә атайым,.. тел төбөнән тиртеүенсә, мине фәҡәт хан кейәүгә бирергә йыйына... (Аҡ ҡайынды ҡосаҡлап, һандуғас һайрауына иҫереп баҫып тора.) Юҡ, мин барыбер үҙемдекен итәсәкмен, Йәнсурама йәбешеп булһа ла сығасаҡмын! Эйе, сығасаҡмын! (Уйланып.) Бөгөн була йәйләүебеҙҙә оло һабантуй — бөтә тирә-яҡ ғәләмдән эркеләсәктәр бында. Йәнсурам да бына-бына килеп етергә тейеш. (Аръяҡҡа тоҫҡалып, ике усын ауыҙына торбаландыртып.) Йәнсура-а-ам, бәғерем, ниңә оҙаҡ көттөрәһең, илдән алда килмәйһең? һағынып та һарғайып бөттөм инде. (Йырлай.)

Яйыҡ буйҡайҙары туғай-туғай,

Туғайында һайрай бер турғай.

Иртәләрен һайрай, кистәрен ҡарғай —

Һарғайып та үлһен, ти, буғай...

Һылыубикә күренә.

Һылыубикә. Бәпесем, был ни эш? Ниңә улай, тәмле йоҡоңдо бүлеп, яр буйында яңғыҙ-яран йөрөйһөң?

Сөйөмбикә (тертләп.) Абау, ҡотомдо алдың, әсәйем. Ниңә үҙең иртәләнең?

Һылыубикә. Әхирәттәрең, булышсыларың ҡайҙа?

Сөйөмбикә (көлөп.)  Бошонма, әсәкәйем, улар ана анауы тирәктәрҙең һәр олоно артынан һағалап торалар мине. Бер сулаға яңғыҙымды ҡалдырыуҙарын теләнем.

Һылыубикә. Тик шулай ҙа ҡош-ҡорттан хәтәр заман. Ҡояш сығышы яғында — жуңғар-мағул әтрәгәләмдәре, көн байышында үҙебеҙҙең татар-хәтәр болғана. Урыҫ шымсыларынан да тынғы юҡ. Ана тора Алабайтал кисеүе, кем кисмәҫ тиһең уны?.. Ә һин, шул тәңгәлгә текләп, күҙеңде талдыраһың...

Сөйөмбикә. Әсәкәйем, насарға юрамасы. Ул кисеүҙән аша сығып, бәхеткәйем киләсәк...

Һылыубикә. Ай-һай, оло юлдан кем килмәҫ тә кем китмәҫ...

Сөйөмбикә. Әсәкәйем, шулай ҙа кемдәр буласаҡ? Бөгөн һабантуйҙа, тим?

Һылыубикә. Атайыңдан яҙа-йоҙа ғына сарпылып ҡалды. Нурлы мәркәзебеҙ Көн-Өфөнән кенәз Исмәғил олатайың, Ҡазандан Бойорған Сәйет, йәнә Мәскәү илсеһе Кадыш Кудинов, Төркиә илсеһе Вәкил, Әстерхандан олатайың Ирзал Ураҡ хан, Һаҡмар тамағы Аҡтүбәнән Юныс ағайың, Ҡаҫмарт тамағы Ҡасанҡы-Саланан Үҫәргән бей бар... Әйткәндәй, Төркиә илсеһе, көрәш майҙанына сығарырға тип, ҡарарға имәнес әзмәүер кәүҙәле, бер ултырыуҙа бер һарыҡ итен ашап бөтөрөрлөк төрөк батырын килтергән, ти...

Сөйөмбикә (йөрәкһеп). Ә Бәкәтәрҙән юҡмы ни?!

Һылыубикә. Бәкәтәрҙән Йәнсура батыр бына-бына килеп етергә тейеш. Йәнсура батырһыҙ көрәш буламы ни ул? (Ҡыҙына текләп.) Туҡта-туҡта, ниңә һораның әле?

Сөйөмбикә (оялып). Үҙең әйтәһең дәһә, Йәнсура батырһыҙ булмай, тип.

Һылыубикә (уйланып). Уныһы улай ҙа ул... тегенеһе тегеләй шул... Саҡырылмаған ҡунаҡ кемдән дә яман тиҙәр әле?.. Төн уртаһында Ҡазан ханы Сафагәрәй юлығып ишек ҡаҡты, атайыңды тәмле йоҡоһонан уятты.

Сөйөмбикә. Ҡазан ханы?! Ни бысағыма йөрөй тағы?

Һылыубикә. Беләһең бит ҡазандарҙы: ҡотороноп бер-береһенең боғаҙын сәйнәү, хан артынан хан  яңыртыу менән шөғөлләнәләр. Атайың әйтеүенсә, үҙҙәренең ҡулынан буҡлы йүкә лә килмәгәнләктән, Мәскәүҙең күҙенә тилмереп ҡарап, Василий кенәздең аяғына баш ороп, урыҫ ҡулынан яңы хан ялбаралар. Иҫеңдәме, әле генә бит шул уҡ Мәскәү килтереп суҡайтҡан Ғәбделлатиф ханды ҡыуып ебәреп, ҡырымлы Сафагәрәйҙе тәхеткә ултыртҡайнылар, инде уны ла, әрләп-хурлап, килгән тарафыңа олаҡ, тип быраҡтырғандар. Меҫкен Сафагәрәй кейәү, ҡатындарын, яҡындарын оҙон ылауға тейәп, бында килеп йығылған... Ханлығын кире ҡайтарырға ғәскәр һораптыр инде.

Сөйөмбикә. Тамам теңкәгә тейҙе бит инде ошо ғауғалы Ҡазан татарҙары... Әле урыҫ менән уҫмаҡлаша, әле үҙ-ара ҡырҡыша. Былтыр ҙа, шул ханға ярҙамға барабыҙ тип, Йәнсура батыр балтырына уҡ ҡаҙалдыртып ҡайтты, ә күптәре Ҡазандың Ар ҡырында ятып ҡалды. Әммә ләкин ҡәҙеребеҙҙе белмәнеләр һәм белмәйҙәр – ауыҙ асҡан һайын, башҡорт тип әйтәһе урында... нуғай тип түбәнһетәләр... Башҡорт һөйәген онтаусы тирмәнгә әүерелде был Ҡазан.

Һылыубикә. Тәүбә-тәүбә, атайың ишетеп ҡуймаһын, бәпесем. Әле һаман, Ҡазанға ярҙамға йөҙ егерме мең яу бирергә яйым бар, тип ҡаны ҡыҙышып йөрөй, ҡарыулашһаң, һеркәһе һыу күтәрмәй... Исмәғил олатайың ғына ауыҙлыҡлап тотмаһа...

Сөйөмбикә. Ҡазанды яратмайым, Исмәғил олатайым яҡлы мин.

Һылыубикә. Ҡазан да үҙебеҙҙеке, башҡорттоҡо. Заманында Туҡтамыш хан олатайыңдың мәшһүр улы Оло Мөхәммәт баш ҡала итеп ҡорған, беренсе ханы булған ер.

Сөйөмбикә. Ә ни өсөн Туҡтамыш хан олатайым була ул? Йеҙекәй бабамдың ҡан дошманы лаһа...

Һылыубикә. Эй бәпесем, был донъяның этлектәрен белмәйһең шул әле һин... Минең Меңле ырыуы ҡыҙы икәнем мәғлүм бит үҙеңә. Ә Үҫәргән башҡорто Туҡҡужаның улы Туҡтамыш хандың әсәһе – тап Меңле ырыуынан, тап беҙҙең үк тоҡомдан... Йәғни Ҡазан хандары ла асылында үҙебеҙҙең башҡорт...

Сөйөмбикә. Ә Ҡырым ҡарғаһы Сафагәрәй хан?

Һылыубикә. Төптән үк уйлай китһәң, ул да башҡорт затынан булып сыға шул, бәпесем. Нәҡ олатаң Туҡтамыш хандан килгән нәҫел. Ҡыҫҡаһы, ҡайһы татар ханын соҡоп ҡараһаң да, төбөндә башҡорт ята.

Сөйөмбикә. Ы-ы-ы... аҙмыш башҡорттар! Бөтәһе лә беҙгә яу.

Һылыубикә. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡтан аҙып та китәләр шул...

Һарай яғынан Сафагәрәй хан яҡынлай, кесе ярауын башҡарып маташа.

Сафагәрәй (йырлай).

Сары талға ҡунып сайрый турғай...

Һы-һы-һы-һы, турғай...

Һылыубикә менән Сөйөмбикә пырхылдап көлгәс, Сафагәрәй хан абруйлы ҡиәфәт ала.

Сафагәрәй. Бәтәч, бу Жайыҡның сандуғачлары пырхылдап көлә дә беләләр әллә?

Һылыубикә. Эй кейәү-кейәү, санаһын ҡыйыш тейәү... Ҡазан ҡарғалары юҡ шул бында.

Сафагәрәй. И биембикәм, исемә төшөрмәгез! Уҡшыйсым ғына килә... (Сөйөмбикәгә текләп.) Аб-бау, мона бит ул сандуғач! Сылыуларның сылыуы, нуғайның сандуғачы!

Сөйөмбикә. Һин үҙең ул эт ханы, кешене эткә һанама! (Артына борола.)

Сафагәрәй. Бәй, балдызбикәм, бу ни дигән сүз тағы? Бер кемгә дә «эт» дигәнем булмады! Эт ханы да түгелмен.

Сөйөмбикә. Ә мин ниңә эт һандуғасы булайым?

Сафагәрәй. Аңламыймын синләрне. Мин бит сине эт сандуғачы дип атамадым лабаса? Нуғай сандуғачы, дидем.

Һылыубикә (көлөп.) Эй кейәүкәй, «нуғай» тигәнең эт тә баһа татар-мағул телендә.

Сафагәрәй. Тәүбә-тәүбә, кичерегез алайса. Күзнең яуын алырлыҡ мондый саф гөлнө, былбылны, алай дип әйтмәү генә түгел, аның аяҡ астында ятып үзем эт булып аунарға, ҡойроҡ болғарға хәзермен. Аллаһ Тәғәләдән булып, язмыш үзе татлы төш итеп чығарған икән лә юлыма сине, Сөйөмбикә сылыуым. Шушы урында жиргә борон төртөргә, эзләреңне үбеп китергә рөхсәт ҡыл! Сөйөмбикә генә түгел, чын-чыннан ханбикә булырға туғансың—шәһри Ҡазанны балҡытырлыҡ нурлы шәм ҡылса иде үзеңне Ходайым...

Сөйөмбикә (ҡобараһы осоп.) Абау!..

Сафагәрәй. Чәчебез чәчкә бәйләнсен иде, дип телисем, жылыйсым ғына ҡала...

Сөйөмбикә (ҡобараһы осоп). Абау!..

Һылыубикә. Тел һөйәкһеҙ, тиһәләр ҙә, саманан ашып китте түгелме, кейәүкәй?.. Ҡырымдан эйәртеп килтергән ҡатының өҫтөнә нәҫелебеҙҙән бер түгел, ике кәләш алып, хан кейәүебеҙ булдың, өҫтәүенә урыҫ кенәзенең мәрйәһенә өйләндең... Инде балдыҙыңа күҙең ҡыҙамы? Ялпыға ла, ханға ла бер үк шәриғәт хөкөмө түгелме ни? Үҙеңде Ҡазанға саҡырып килтерткән Ҡолшәриф мулла ни ҡарай?

Сафагәрәй. Ҡолшәриф мулланың фатихасын алғанмын.

Һылыубикә. Ләхәүлә, биш ҡатын алырғамы?

Сафагәрәй. Нинди биш булсын, урыс кенәзенең ҡызы вафат та инде...

Һарай яғында тамаҡ ҡырған тауыш.

Һылыубикә. Әнә, Йософ мырҙа болдорға сыҡҡан, ҡул болғап саҡыра беҙҙе. (Һарайға ыңғайлайҙар.)

Сафагәрәй. Үзебезнең мосолманнан алырға иде ниәт, ханлығымда ғәйбәт тамырын кисергә. (Инеп китәләр.)

Сөйөмбикә. Ҡороғоро... һандуғасымды бүлдерҙе... Ҡазан өрәге... (Аҡ ҡайынға һөйәлеп, һыу аръяғына ҡарап йырлай.)

Ай-һай ҙа ғына тигән, ай, тауышҡа

Ҡаҙ-үрҙәктәр ҡаса ҡамышҡа.

Йырлау ҙа ғына түгел, ай, иларһың

Эскенәйем тулы һағышҡа.

 

Йәнсураҡай бәғерем, менгән атың

Ерәнҡашҡа икән ал бирмәҫ.

һинең кеүек илдең азаматы

Йөрәгемә тынғы, ял бирмәҫ.

Аръяҡта ҡурай моңо, артынса йыр яңғырай.

Йәнсура. Тыр-р-р, туҡтале, Ерәнҡашҡа! (Йырлай.)

Һаҡмар һыуҡайҙары бигерәк һалҡын,

Үрҙәк сумып сығыр йылыу юҡ.

Илкәйемдең һылыу ҡыҙҙары күп,

Сөйөмбикә һымаҡ һылыу юҡ.

Сөйөмбикә. Уф йөрәгем, йәнекәйем Йәнсурам!

Боролманан Йәнсура атлығып сыға.

Йәнсура. Сөйөмбикәм, һылыуым!

Ҡосаҡлашып үбешәләр. Егет, һөйөклөһөн күтәреп алып, ҡосағында килеш зыр-әйләндереп йөрөй.

Йәнсура. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ике тамсы һыуҙай ҡушылырға ҡушҡандыр...

Сөйөмбикә. Ҡасан, ҡасан?!

Йәнсура (туҡтап, ҡыҙҙың күҙҙәренә текләп). Аллаһ бирһә, быйыл көҙгә үк яусы көт!

Сөйөмбикә. Уф, йәнекәйем, мин ҡурҡам! Атаҡайымдан ҡурҡам: һыңар балаҡлы яусыҡайыңдың һыңар аяғын ҡыҫҡартмаһа ярар ине. Мине ханға бирергә, ханбикә яһарға яҫҡана...

Йәнсура. Хандарҙан да ажарлыраҡ Бикбау кенәздең нәҫеле мин! Үҙемдекен итермен!

Сөйөмбикә (еңел һулап). Ауыҙыңа бал да май!

Йәнсура (ҡулдарында ҡабат әйләндерә башлай). Ә һин үҙең хәҙер үк әйт миңә, йәнем-йәнекәйем (үбә-үбә): ризамы? Ризамы?

Сөйөмбикә. Уф! Риза! Риза! (Көскә ысҡынып, һарайсыҡҡа йүгереп кереп китә.)

2-се сәхнә

Һарай эсе, Йософ мырҙаның тәхетханаһы. Йософ мырҙа артҡы стенаға һүрәтләнгән төп милли биҙәгебеҙ Донъя Ҡуласаһы – Асаба-Астаҡ (Свастика) фонындағы семәрле тәхеттә ирәйеп ултыра; йәнәш креслоларҙа уң яғында – ағаһы Исмәғил кенәз, һул яғында – ҡатыны Һылыубикә һәм өлкән улы Юныс мырҙа. Һабантуйға килгән сит ил ҡунаҡтарын ҡабул ҡылырҙан алда йәшерен ғаилә кәңәшмәһе —дөйөм хәл, сәйәсәт тураһында фекерләшеү.

Йософ (Исмәғилгә). Шулай итеп, ағайым, быйылғы һабантуйы ла килеп етте. Тирә-яҡтан халайыҡтар ағылды, Ҡорокүл буйы каруандар, тирмәләр менән тулды. Әммә, барыһынан да бигерәк, ағайым, оло башыңды кесе итеп, байрамыбыҙға ҡот һәм мәртәбә өҫтәп, бында үҙең килеүең үтә ҙур шатлыҡ. Шуға күрә лә бөтә Яйыҡ буйҙары бер тауыштан һине тәбрикләй, хатта, әнә, ишетәһеңме, һары һандуғастарыбыҙға тиклем шанлы исемеңде мәҙехләп һайрай...

Исмәғил. Бәрәкалла, бәрәкалла, Йософ мырҙам, ауыҙыңа һары май... Ләкин, үҙең беләһең, бер-беребеҙҙе ҡупайтып ултырыр саҡ түгел. Беҙҙең ише аҫыл ирҙәрҙе, байрамдарҙан да бигерәк, донъя ғәмдәре йөрөтә...

Йософ. Эйе, ағай-эне бергәләшеп хәл ҡылырҙай эштәребеҙ ҡуйырҙы. Шуға күрә лә, алдан һөйләшеп килешеү, бер төптән тороу өсөн, ошо кесе мәжлескә – Яҡын туғандарҙың табын түңәрәгенә йыйылдыҡ. Заманалар ауырайҙы...

Исмәғил. Башҡорт иленә кенәз булыу – майлы бутҡа ашау йәки һимеҙ ҡалъя һоғоноу түгел шул... һиңә генә еңел ул: мырҙа ғына башың менән, минән дә уҙҙырып, май эсендә йөҙгән бөйөрҙәй йәшәйһең. Әнә бит, тәхетең дә ҡайһындай! Төп тамғабыҙ Асаба-Астаҡты, Донъя Ҡуласаһын, ағайыңдан да һорамай, үҙеңдең арҡа терәгең итеп алғанһың!

Йософ. Мырҙа булып күпме ҡалырға мөмкин, ағайым?! Бәләкәй урҙаны бирҙең, рәхмәт, мәгәр кенәз дәрәжәһенә күтәрмәй ҡаңғыртаһың...

Исмәғил. Ағайыңдан алда һоғонорға ашыҡма, ашҡа бешерһең... Илебеҙҙең Бәләкәй урҙаһын төрөк менән ҡырымдан кимертмәй тотһаң, сәйәсәттә фәҡәт мине генә тыңлап эш ҡылһаң, Аллаһ бойорһа, шөһрәтле кенәз дә булырһың.

Йософ. Төрөк менән ҡырым – икенсе мәсьәлә... Урыҫты, урыҫты ниңә әйтмәйһең? Һыңар ҡулын көньяғыбыҙға һоноп, балыҡҡа бай Әстерханыбыҙға яҫҡана. Икенсеһе менән төньяҡлап Эбер-Себер ханлығыбыҙҙы ҡармалай...

Исмәғил. Урыҫ, үҙең әйтмешләй, ул – өсөнсө мәсьәлә. Урыҫ менән һаҡ эш ҡылырға кәрәк. Урыҫ менән уҫмаҡлашып түгел, ә дуҫлашып йәшәүе файҙалыраҡ.

Йософ. Ай-һай... Урыҫ булһа атаң — билеңдә булһын балтаң, тигәнде онотмайыҡ, ағайым. Шул кафыр менән бысаҡҡа-бысаҡ килешеп интеккән ут күршебеҙ Ҡазан татарҙарынан фәһем алайыҡ...

Исмәғил (көлөп). Фәһем, фәһем... Ғибрәт  тип әйтергә кәрәк!

Һылыубикә. Эйе шул. Татар барҙа — хәтәр бар, атаһы.

Исмәғил. Үҙҙәре, йәнәһе, төрки донъяһын кафырлыҡтан ҡурсалап, урыҫҡа бармаҡ янайҙар, ә үҙҙәре иһә, шул уҡ урыҫ файҙаһына бер-береһенең боғаҙын сәйнәшеп, ханлыҡты тарҡаталар, хатта хандарын да урыҫҡа һаталар, аяҡ-ҡулдарын бәйләп... Ярҙамға ғәскәр ебәрһәк, күрәләтә урыҫтан ҡырҙырталар... Юҡ! Татар туғанға ҡарағанда урыҫ ызнаком яҡыныраҡ.

Йософ. Ә шулай ҙа ҡайһы яҡҡа ауышабыҙ, ағайым? Урыҫ тигәнеңдең келәшшәһе тын алырға бирмәй бит: Иҙел буйҙарынан да, Иртыш яҡтарынан да ҡыҫыпмы-ҡыҫа...

Исмәғил. Ауышмайбыҙ. Үҙең әйтмешләй, бер төптән торһаҡ, ҡыҫымға бирешмәбеҙ.

Юныс. Олатай, киҫәтергә рөхсәт ит. Төркиә, Ҡырым һәм Ҡазандан ғәйре арҡа таянысыбыҙ юҡ. Ағай-эне талашыр, атҡа менһә ярашыр, тигән боронғолар.

Һылыубикә. Эйе шул, үҙебеҙҙең төрки туғандарыбыҙ. Етмәһә, өсөһөнөң дә хан-солтандары бауына башҡорт ҡаны ҡатышҡан. Ете ят урыҫ-литау йәки ҡытай-манжур түгел бит. Ҡанҡәрҙәштәребеҙ.

Исмәғил. Һе! Дәүләтебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлағанда ҡан-ҡәрҙәшлек артҡа сигеп тора ул... Тарихты онотмайыҡ: үҙебеҙҙең Йеҙекәй бабабыҙ һәм Туҡтамыш бабабыҙ ни өсөн бер-береһенең башына еткән, тиһегеҙ? Ҡазан ханы Илһам бабабыҙҙы бөтә ғаиләһе менән ни өсөн Ҡазан бәктәре һәм олоғтары үҙҙәре үк, арбаға бәйләп һалып, Мәскәүгә һатып ебәргән? Мәскәү кенәзе Василий ни өсөн үҙебеҙҙең күҙ алдында үҙенең ҡан дошманы Ҡырым ханы Миңлегәрәй менән үбешеп туғанлашты?.. Әлхасил, ҡәҙерле туғандарым, иң элек беҙгә илебеҙҙең яҙмышын ҡурсалау фарыз.

Йософ, Һылыубикә, Юныс (бер тауыштан.)  Бәрәкалла, бәрәкалла!

Йософ. Мин ни тим һуң? Бәйге майҙанына барырҙан элек, үтә мөһим мәсьәләләрҙе ҡап-уртаға һалып, уртаҡ фекергә киләйек, сисеү юлдарын билдәләйек, тинем дәһә. Минеңсә...

Исмәғил. Иң мөһимен генә тир.

Йософ. Әлеге лә баяғы, уныһы үҙеңә мәғлүм: Ҡазан – Мәскәү мәсьәләһе. Дөйөм төрки донъяһының яҙмышы ҡыл осонда.

Исмәғил. Кем арҡаһында, тиһең?

Йософ. Ҡитғаны хөсөт баҫты. Әлеге лә баяғы, яуызлыҡ Мәскәүҙән дөрә.

Исмәғил. Һеммм... Мәскәүҙән, тиһең инде?.. Уйламай һөйләгән — ауырымай үлгән, ти торғайны мөхтәбәр атайыбыҙ. Ҡарап-ҡарап торам да тағы ла бер ҡарап ҡуям: бәҫле бүркең аҫтында ел уйнамаймы икән, мырҙам? Ул яуызлыҡ тигәнең, бәлки, Ҡазандың үҙендәлер?

Йософ. Ызнакомың мәскәүский Василий кенәз тынғы бирмәй Ҡазанға, йыл аралаш тигәндәй килеп баҫа. Хаҡ мосолман туғандарыбыҙҙы рәхимһеҙ ҡыра, ауылдарының көлөн күккә осора.

Исмәғил. Әнә шул хаҡ мосолмандарың үҙҙәре үк кафырҙың Муром, Тверь, Нижний ҡалаларын барып талауҙы, яндырыуҙы, кешеләрен ҡырыуҙы, ҡатындарын, бала-сағаһын  ҡол ҡылып, Ҡырымға, ғосманлы Төркиәгә олаҡтырыуҙы кәсеп иткәндәр түгелме? Йоҡлап ятҡан айыуҙың өңөнә һөңгө тыҡһаң, ике күҙен ҡан баҫып, ажғырып ырғылмаҫ та ботарлап ташламаҫ  тимә.

Йософ. Йоҡлатырһың кафырҙы! Айыуҙан ҡурҡып ятһаҡ, Ҡазан менән Ҡырымды ла ҡабып йотор, Төркиәне лә емтекләр, беҙгә лә сират етер...

Исмәғил. Әнә шул сират етмәһен өсөн дә бик ныҡ уйлап эш итмәк кәрәк беҙгә.

Йософ. Беҙ башты баҫып уйлайбыҙ, ә урыҫ баш ҡалҡыта. Әле тағы Ҡазанды ҡазалаған, кейәүебеҙ Сафагәрәй ханды тәхетенән ҡолатҡан. (Ишек яғына ымлап, усҡа ус һуғып.) Кем унда, керһен Сафагәрәй хан.

Сафагәрәй керә, тәхет алдында тубыҡланып баш ора.

Сафагәрәй. Мәрхәмәтегездән мәхрүм ҡылмағыз бер үк, и бөйөк ҡайнағаларым! Тәхетемне кире ҡайтарып алырға ғәскәр бирегез. Мөхтәбәр Йософ ҡайнағам! Әгәр дә ки тәхетемә кире-ҡабат ултырсам, хәлбуки үзеңне ханлығымның алтын тотҡасы ясармын. Былбылдай баллы авазлы, ҡояштай нурлы йөзлө, талчыбыҡтай нечкә билле Башҡортостан сылыуын — назлы ҡызың Сөйөмбикәне йәш ханбикә итеп алырмын, өлкән улың Юныс мырзаны Ҡазан бәге ҡылырмын!

Юныс (ырғып тороп). Бирәйек һылыуымды, бирәйек! Ғәскәр башында үҙем ҡарғып барырмын, шанлы олатайым Сура батырҙай, Ҡазанды ла алырмын!

Һылыубикә. Балаҡайым, атайыңдан алда атлығып сыҡма. Ололар һүҙен тыңла.

Юныс. Ғәфү итегеҙ.

Исмәғил. Эй бала-бала, йәшең баш икән шул әле... Ә һин, Сафагәрәй кейәү, «ҡайнағаларым» тип өҙәләнгән булаһың да ул, тик ғәмәлдә нисә ҡатының барлығын, уларҙың тәғәйен кем ҡыҙҙары икәнен оноттоң, буғай...

Сафагәрәй. Онотмадым! Өчөсө дә синең яҡын ҡәрдәшләрең. (Бармаҡтарын бөкләп.) Беренчесе – Мамай-Нор-Ҡасим ҡызы. Икенчесе – Ямғырчыныҡы. Өчөнчөсө... өчөнчөсө дә синең Ҡырымдағы чыбыҡ очо ҡан-ҡәрдәшең...

Исмәғил. Ә дүртенсеһе?

Сафагәрәй. Дүртенчесе юҡ инде... Әйттем ләсә, Ҡазанда вафат булды.

Юныс (сәпәкәйләп). Ур-ра! Тимәк, шәриғәт ҡуша – Сөйөмбикә һылыуымды ханбикә ҡылайыҡ, мин Ҡазан бәге булайым!

Йософ. Сеү! Маңҡатанау! Йеҙекәй бабаң нигеҙләгән Аҡтүбәнең мырҙаһы булыу аҙмы һиңә? (Сафагәрәйгә.) Тор, кейәү-бала, теҙҙәрең уйылмаһын. Ә шулай ҙа ҡыҙым тәтемәҫ һиңә, һин былай ҙа икеләтә-өсләтә ҡолобоҙ... тфү! — кейәүебеҙ бит... Муйыныңдағы ҡыл муйынсаҡ серегәнсе хеҙмәт итерһең. Ә былбылыбыҙ Сөйөмбикә һинән башҡа ла ханбикә буласаҡ, уның ҡунып һайрар талы бейегерәк!

Сафагәрәй. Ғәскәр, ғәскәр бирегез, алайса! Әжерен мең мәртәбә ҡайтарырмын!