Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин

Ҡыпсаҡтар – ил һағында

Башҡорт яугирҙарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында быйыл ваҡытлы матбуғатта күп яҙылды, шуға күрә мин унда халҡыбыҙҙың бер өлөшө булған ҡыпсаҡ ҡәбиләһе вәкилдәре хаҡында мәғлүмәт биреү менән генә сикләнмәксемен. Хәҙерге Бөрйән районына ҡараған ҡыпсаҡ ауылдарынан 1806 – 1807 йылдарҙағы хәрби кампанияла Иҫке Монасиптан – яҫауыл Рахманғол Яҡшыбаев, казак Хоҙайбиргән Ишҡолов, Зыянғол Туғыҙбаев, Иҫәнғол Ишембәтов, Тимерҙән – Ҡаһарман Сирбаев,  Миңлебай Сирбаев, Һатлыҡ Көбәков, Байғаҙынан – Рәсүл Ишкилдин, Хәйбулла Ташбулатов, Бикташтан – казак Ихсан Теләүлин, Ислам Ишмөхәмәтов, Байназарҙан – Аслан Байрамғәлин, Рафиҡ Атанғолов, Әбделмәмбәт (Үҙән) ауылынан  Миңлебай Вәлитовтарҙың йөрөп ҡайтыуы билдәле.

Башҡорттарҙың этногенезы хаҡында һүҙ сыҡһа, тарихсылар, айырыуса этнографтар, тарих фәндәре докторы Р. Кузеевҡа эйәреп, «башҡорт халҡы үҙ эсенә 40-тан ашыу ҡәбилә һәм ырыуҙы алған», – тип яҙа. Был фекер, минеңсә, тарихи ысынбарлыҡҡа тап килмәй, сөнки башҡорттар биш халыҡты берләштергән ҡәбилә һәм ырыуҙарҙан, 40 айырым ҡәбилә һәм ырыу вәкилдәренән уҡмашҡан. «Биш халыҡ» тигәнем – табындар, ҡыпсаҡтар, бөрйәндәр, юрматылар һәм әйлеләр. Уларҙы «ҡәбилә» тип атау ғәҙел түгел, сөнки ҡәбилә дәүләт төҙөй алмаған. Атап үткән ҡәүемдәр – үҙ дәүләте, үҙ хандары булған бик боронғо халыҡтар. Табындарҙың дәүләте, мәҫәлән, «Табын ханлығы» тип аталып, үҙ хандары булыуы билдәле. Был хаҡта бөйөк ғалимыбыҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың яҙмалары бар. Әйлеләрҙең дә, юрматыларҙың да үҙ дәүләте, үҙ хандары булған. Беҙҙең, ҡыпсаҡтарҙың, мәҫәлән, XI быуатта төҙөлгән «Дәште Ҡыпсаҡ», йәғни Ҡыпсаҡ далаһы, Ҡыпсаҡ иле тип аталған дәүләтебеҙ булыуы билдәле. Уның көньяҡ-көнсығыш сиге Алтай тауҙарынан, Һырдаръя йылғаһының түбәнге ағымынан һәм Балхаш күленән алып көнбайыш Дунай йылғаһының тамағына барып терәлгән. «Ҡыпсаҡ» этнонимына килгәндә, уны бер тарихсы ла аныҡ ҡына аңлата алмай. Башҡорт тарихсыһы Абдрахман Фәхретдин  «Башҡорт тарихы» тигән хеҙмәтендә (Өфө, 1925): «Ҡыпсаҡ этнонимы ике: «ҡып» һәм «саҡ» һүҙҙәренән тороп, боронғо ҡыпсаҡ телендә «буш ялан», «буш дала» тигәнде аңлата»,– тип яҙып ҡалдырған. Башҡа ғалимдар ҙа «ҡыпсаҡ» этнонимын бушлыҡ, ҡыуышлыҡ менән бәйләй. Был фаразда, беҙҙеңсә, мәғәнә бар, сөнки ҡыпсаҡтар – дала, ялан кешеләре. Юҡҡа ғына гимныбыҙ «Дала» тип аталмай.

Бик боронғо төрки халыҡ булараҡ, ҡыпсаҡтар, башҡа башҡорт ҡәбиләләре, ырыуҙары кеүек, оҙон һәм ҡатмарлы тарихи юл үтә. Улар беҙҙең эраға тиклемге III быуатҡа ҡараған ҡытай йылъяҙмаларында уҡ «цин ча» тип аталған иероглифтар менән билдәләнгән. Ҡытай йылъяҙмасылары «цинь ча»ларҙы һары    сәсле, зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө кешеләр, тип яҙып ҡалдырған. Бәлки, улар, ысынлап та, һары сәсле булғандыр, сөнки урыҫ йылъяҙмаларында ҡыпсаҡтар «половцы» – «һары сәсле кешеләр» (полова – урыҫ телендә «һары», «һалам» тигәнде аңлата) тип аталған. Ләкин бөгөнгө ҡыпсаҡтарҙың күбеһе ҡара сәсле һәм һоро күҙле. Тарихсыларҙың барыһы ла тиерлек был халыҡты беҙҙең эраға тиклемге IX быуатта, йәғни 2800 йыл элек  Ҡытайҙың төньяғында, хәҙерге Тыва Республикаһының Тыва уйпатлығында, һуңғараҡ Хакасияла, Байкал күленең көньяҡ-көнбайыш ярҙарында, төньяҡ-көнбайыш Монголияла һәм Алтайҙа йәшәгән, тип иҫәпләй. Беҙҙең эраның IV быуатында (ҡайһы бер тарихи әҙәбиәттә VI  быуатта. – Ә.Й.) ҡәүемдең ҙур  өлөшө, яңы көтөүлектәр эҙләп, кимак ҡәбиләләре йәшәгән ерҙәргә – Иртыш һәм Ишем буйҙарына күсенә. VI – VIII быуаттарҙа ҡыпсаҡтар башҡа төрки телле ҡәбиләләр менән тәүҙә – Төрки ҡағанаты, һуңынан сама менән VIII быуат уртаһынан IX быуат уртаһына ҡәҙәр Уйғыр ханлығында булып, IX быуат уртаһынан  X быуат аҙағына ҡәҙәр Кимак ҡағанаты составында Көньяҡ Урал далаларына һыйынып, Урал аръяғында көн күргән башҡорттар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Шулай итеп, ҡыпсаҡтар тарихи Башҡортостандың көньяҡ сиктәрендә – бөгөнгө Ырымбур өлкәһенә ингән башҡорт ерҙәрендә IX быуаттан, бәлки VIII быуаттан, башлап көн итә. Мәрхүм ғалимыбыҙ Билал Юлдашбаев үҙенә генә билдәле сығанаҡҡа таянып: «Ҡыпсаҡтар Башҡортостанда V быуаттан бирле йәшәй», – тип әйтә торғайны. Шулай булыуы ла ихтимал, сөнки VI быуат урталарынан VIII быуат урталарына ҡәҙәр башҡорттар һәм ҡыпсаҡтар бер дәүләттә – Төрки ҡағанаты составында көн иткән бит. XI быуат башында ҡыпсаҡтар йылдан-йыл ишәйгән  мал-тыуары өсөн яңы көтөүлектәр эҙләп һәм ике өлөшкә бүленеп юлға сыға. Бер өлөшө Урта Азия далаларына китә, ә ҙурырағы Башҡортостандың көньяғында йәшәп башҡортлашып бөткән ҡыпсаҡтарҙы эйәртеп, көнбайышҡа – көтөүлектәргә бай Иҙел (Волга) аръяғы далаларына, Тын (Дон) йылғаһы буйына йүнәлә. Сәңкемдәр, ҡарылар, һыуындар, ҡарағайҙар һәм башҡа ҡыпсаҡ ырыуҙары Башҡортостанда ҡала. Иҙел (Игел. – Ә.Й.) аша сығып һәм урындағы ҡәбиләләрҙе еңел генә ҡыйратып, тиҙ арала Иҙел аръяғы далаларын баҫып ала. Көнбайышҡа юлын дауам итеп, улар Тын менән Донец йылғалары араһын һәм Төньяҡ Кавказды яулай. Был осорҙа ҡыпсаҡтарҙың башлығы данлыҡлы Булаш хан була. Көнбайышҡа юлды дауам итеп, ҡыпсаҡтар Түбәнге Дунай далаларына ҡәҙәр һуҙылған ерҙәрҙә Дәште Ҡыпсаҡ дәүләтен төҙөй. Яңы ерҙә ҡыпсаҡтар ҙур һәм ҙур булмаған туғыҙ ханлыҡҡа бүленеп, 1223 йылдың яҙына татар-монголдар Төньяҡ Кавказды килеп баҫҡанға ҡәҙәр, дөйөм алғанда, тыныс ҡына көн күрә. 1223 йылдың яҙында бер нисә алышта татар-монголдар ҡыпсаҡтарҙы – аландар менән, 31 майҙа Тын йылғаһына ҡойған Калка йылғаһы буйында урыҫтар менән бергә ҡыйрата. 1228 йылда татар-монгол илбаҫарҙары ҡыпсаҡ илен йәнә килеп баҫҡас, халыҡ тағы ла  еңелә. 1236 йылда монголдарҙың өсөнсө дөйөм һөжүме башланғас та шул хәл ҡабатлана. Дошман ҡыпсаҡ хандарының ғәскәрҙәрен бер-бер артлы ҡыйрата. Айырым хандар илбаҫарҙарға ҡаршылыҡ күрһәтеп ҡараһа ла, Дәште Ҡыпсаҡ дәүләте юҡҡа сыға, иҫән ҡалған ҡыпсаҡтар төрлө яҡҡа тарала башлай. Уларҙың ҙур төркөмө, Иҙел аша сығып, элек йәшәгән Иҙел менән Көньяҡ Урал араһына, Башҡортостанға юл тотоп, Урал алдына, Ағиҙел менән Ыҡ йылғалары араһына килеп урынлаша. Ҡыпсаҡтарҙың Башҡортостанға күсенеүе XIV  быуатта ла дауам итеп, улар Туҡ, Соран, Ырғыҙ, Кәмәлек, Һамар, Еҙем, Юшатыр буйҙарына, Бәләбәй-Бөгөлмә ҡалҡыулығына, Асылыкүл буйына килеп төпләнә. Һуңғараҡ Ағиҙелдең үрге ағымына – Нөгөш йылғаһы һәм Оло Эйек буйына килеп етәләр. Бөгөн көн иткән ауылдарының иҫәбе буйынса ҡыпсаҡ вәкилдәре табындарҙан һуң икенсе урын биләй. Улар Башҡортостандың 160 ауылында, шул иҫәптән Күгәрсен районының – 60, Көйөргәҙенең – 21, Мәләүездең – 21, Бөрйәндең – 14, Ишембайҙың – 8, Әбйәлилдең – 6, Баймаҡтың – 6, Белореттың – 6, Ейәнсура районының 5 ауылында йәшәй. Бынан тыш, ҡыпсаҡтар күрше өлкәләрҙең – 65, шул иҫәптән Ырымбур өлкәһенең 49 ауылында һәм бөтә ҡалаларында ла бар. Күреүебеҙсә, был ҡәүем һәр ваҡыт бер тирәләрәк йәшәргә тырышҡан, табындар кеүек үк уларҙың да нәҫел-ырыу составы төрлө һәм бик сыбар. Башҡортостанда һәм күрше өлкәләрҙә улар сәңкем, ҡары (ҡарый), бошман, һарыш, аҡ, һыуын, гәрәй, гәрә, ҡарағай, мәшәүле ҡарағужаҡ, байгилде ҡыпсаҡтарына бүленгән. Үҙ сиратында ҡарағай-ҡыпсаҡтар ялан ҡарағай-ҡыпсаҡтар һәм урман ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙан тора. Ырыуҙар араһында иң ҙуры ҡарый-ҡыпсаҡтар булып, улар Башҡортостандың – 47, күрше өлкәләрҙең 22 ауылында көн күрә. Изге Ватандарының азатлығы өсөн  ҡыпсаҡтар быуаттар буйына йәнен-тәнен аямай көрәшкән, халҡыбыҙ нимә күрһә, шуны күргән. Улар бөтә башҡорт ихтилалдарында, мәҫәлән, XVIII быуатта булып үткән ихтилалдарҙа ла әүҙем ҡатнаша. 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында йөрөгән 20-нән ашыу ҡыпсаҡ батыры билдәле: Арыҫлан Аҡҡолов, Хөсәйен Ушкаев, Айытҡол Һөйөндөков, Һыртлан Аҡъюлов, Дауыт Килмәмәтов, Ирмәк, Күҫәк Ҡоломбәтов, Хоҙайғол, Усман, Зыянғол Ҡосаев, Сәйет, Назарғол, Игебай Хоҙайғолов, Аҙнағол, Йомағужа һ.б. Башҡорт ихтилалдарында тархандарҙан Үтәғол менән Ҡотлоғош та ҡатнашҡан. Дин әһелдәренән Морат абыз Ҡушанов, Бәҙерғол, Рәхмәтулла, Даян, Юныс Бикбулатов абыҙҙар, Сәйет һәм Теләү хафиздар, Ҡасимов, Күсәрбай мулла Арыҫланов. Атап үткән шәхестәрҙең яҙмыштары төрлөсә булып, күбеһе яуҙа һәләк була. Бик күп ҡыпсаҡтар Бүгәс батша (Емельян Пугачев) яуында әүҙем ҡатнаша. Шул иҫәптән Бүгәстең баш полковнигы, иң яҡын, иң ышаныслы кәңәшсеһе, яуҙың идеологы Кинйә Арыҫланов менән улы полковник Һеләүһен Кинзин да бар. Ихтилалда үҙ отрядтары менән олоҫ старшиналары бошман-ҡыпсаҡтан – Ҡотлогилде Абдрахманов, һыуын-ҡыпсаҡтан – Яманһары Яппаров менән хәрби старшина Кейекбай Яманһарин, ҡарағай-ҡыпсаҡтан – Бикташ Ямаҡаев, гәрәй-ҡыпсаҡтан – Арыҫланбәк Макшиғулов (бәлки, Яҡшығолов. – Ә.Й.), ҡарағай-ҡыпсаҡтан – Түзбәк Яҡупов (икенсе старшина), сәпкем-ҡыпсаҡтан Бүләк Ғүмәров һ.б. билдәле. Бөрйән, юрматы, тамъян һәм табындар менән 530 яугирҙан торған 1-се, 2-се, 12-се, 14-се, 15-се башҡорт алайҙарында хеҙмәт итеп, ҡыпсаҡтар ҙа тыуған ауылдарына ордендар, көмөш миҙалдар тағып ҡайта. Беҙгә 1836 – 1839 йылдарҙа хеҙмәт итеп йөрөгән яугирҙарҙың исемдәре генә билдәле.

Хәҙерге  Баймаҡ районының алты: Баймырҙа, Билал, Өмөтбай, Түбәнге һәм Үрге Таһир, Һәмән ауылдарында   ялан ҡарағай-ҡыпсаҡтары көн итә. Билал ауылынан француз яуында хорунжий  Мөхәмәтйән Алтынаманов, Әбйәлил Алсынбаев,  Байегет Иҙрисов,  Мөхтәсар Дәүләткилдин, Йыһанша Илсебаев,  Әбсәләм Ҡәҙерғәлин, Алтынсура Алтынаманов, Байбүре Солтанғужин, Ғәбделмөьмин Төлкөбаев, Ҡотлозаман Ҡотлогилдин; Һәмәндән – Ҡыуандыҡ Бағатов, Һағынбай Көмөшбаев, Әбделғәййәр Сурагилдин, Тулыбай Килдеғужин, Алтынсура   Этбаҡмаҫов; Үрге һәм Түбәнге Таһирҙан – Исмәғил Ҡалмаҡов, Мөхәмәтғәли Алтынбаев, Юлдаш Рәхмәтуллин, Ғөбәйҙулла Сағалаев, Аҡбирҙе Тәнәкәевтар; Өмөтбайҙан – Зыянғол Сурағолов,  Мөхәмәтрәхим Муллағолов, Иҫәнғол  Бикҡолов, Кинйәбай Муллабаев,  Хәсән Муллахмәтов  һуғышта һәләк булған. 

Бөрйән районында      ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙың 14 ауылы иҫәпләнә. Байназарҙан  хорунжийҙар  Килдеғол Ибраһимов, Килдеғол Игелеков һәм Буранғол Әбделкәримов, Ҡорманғәли Миңлеяров, Рәхмәтулла Мерәҫев, Ишназар Дәүләткилдин, Ишбулат Наурыҙбаев, Сирбай Әмиров  (һәләк була),  Әбделмөьмин  Нәҙерғолов, Тимерҙән – Мырҙа (Мырҙағол) Өмөтҡужин, Юлдыбай Тулыбаев,  Ҡаһарман  Сирбаев,  Аҡназар  Иҫәнгилдин,  урядник  Дәүләткилде  Ҡолоҡасов, Әбделмәмбәттән (Үҙән, Игелек) – Аралбай Йәнекәев,  Йәғәфәр Иҫәнсурин,  Мәхмүтәмин Ҡошъетәров, Байрамғол  Игелеков, Яуымбайҙан (Ҡайын өй) – Шаһивәли Ҡошъетәров, Үҙәнбай Ҡошъетәров, Мөхәммәтәмин Ҡошъетәров; Бикташтан – урядник  Дәүләткилде  Ҡолоҡасов,  Динмөхәммәт Бикташев;  Иҫке Монасиптан – Мырҙағол  Рамазанов, Ғәлебай Рамазанов, Зыянбирҙе Тойғонов, Көмөшбай Булатов, Буранбай  Айытҡолов; Мәһәҙиҙән – Абуталип Сырлыбаев, Ишмырҙа Яуымбаев, Абдулғафар Әхмәров,  Юлбирҙе Барғутов; Нәбиҙән (Ҡуяндар) – Фәтҡулла Мерәҫев, Рәхмәтулла Мерәҫевтарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы билдәле. Мораҙым ауылынан Иҙәш Йәнәминев менән Ҡотлогилде Байымов, Килдеғолдан – Килдеғол Ибраһимов, Байғаҙынан Ниғмәтулла Юлъяҡшиндар 15-се башҡорт алайында хеҙмәт итә, Парижды яулап алыуҙа ҡатнашып, ауылдарына  икешәр  көмөш  миҙал  тағып  ҡайталар.

Ғафури районының Үрге һәм Түбәнге Ташбүкән ауылдарында гәрәй-ҡыпсаҡтар йәшәй. Түбәнге Ташбүкән ауылының 1834 йылда утар булып барлыҡҡа килеүе билдәле.  Үргеһенән  француз яуында  Ибраһим Ҡотбирҙин,  Баймөхәмәт Аҡкөсөков, Усман Бесәншин,  Батырғужа Ҡыуатов,  Ғөбәйҙулла Әбделйәлилов,  Баймөхәмәт  Рәхимғолов, Динислам Исмәғилев алына, Һағынбай Әбйәлилов яуҙа һәләк була. Ейәнсура районында ҡыпсаҡ тоҡомдары биш ауылда төйәкләнгән: Иҫәнғол, Ҡужабаҡ, Беренсе һәм Икенсе Назар, Үтәғол. Был ауылдарҙа бик борондан ҡары ҡыпсаҡтар йәшәй. Ҡужабаҡтан 1812 йылғы Ватан һуғышында яҫауыл Йәрмөхәмәт Ҡунаҡов, Беренсе Назарҙан – яҫауыл Ғөбәйҙулла Атанғолов менән Әбдрәхим Морапталов, Үтәғолдан – Зәйнәғәбитдин Абыҙанов менән Әйүп Үтәғоловтар  була.      

Ишембай районында гәрәй-ҡыпсаҡтар һигеҙ ауылға нигеҙ һалған. Наполеон баҫҡынсыларына ҡаршы һуғышта улар 12-се алай составында була. Ҡолғона ауылынан  Хәсән Тарҙымин, Ғәйнулла Ҡаныҡаев, Яхъя Һунарғолов, Ғәлиәскәр Исмағолов, йөҙ башы Ҡаранай Бикбирҙин, хорунжий Ишкенә Көсөкҡолов, Иҫке Һәйеттән – Мырҙағол Солтанғолов, Айытбай Теләүембәтов, Кейекбай Йомағужин, Ырыҫмөхәмәт Татлығужин, Ҡәҙерғол Арыҫланов, яҫауыл Мырҙаш Аралбаев; Кәбәстән – Ниғмәтулла Бикмөхәмәтов, Һайран Тулыбаев, Аҙнабай Теләүембәтов, Ишбай Хәмитов, яҫауыл  Игебай  Хәмитовтар билдәле. 

Көйөргәҙе  районында  ҡыпсаҡтар 22  ауыл булып урынлашҡан. Илде һаҡлауҙа Кинйәбайҙан – Ҡотлогилде  Сәйетҡолов, Йәнбирҙе Тайсин, Ишембәт Этҡустин, Хәлиулла  Әлимғужин, хорунжий Кинйәғол Хәмитов; Ҡунаҡбайҙан – яҫауылдар  Әйүп  Ҡунаҡбаев, Ғәлиәкбәр  Баҡыев, Фәйез Рахманғоловтар, Ҡолгилде Баҡыев, Һибәтулла Ҡәйепҡолов, Мөхәмәтйән  Ҡолбаев, Мөхәмәтрәхим Ҡунаҡбаев, Йәрмөхәмәт Ҡушаев,  урядник  Муса  Хәлилов;  Аҡһарынан яҫауыл  Мөхәмәтрәхим Аҡһарин, йөҙ башы Көсөк Аҡһарин; Яманғолдан – Илкәй Арыҡов. Яманһарынан Сәйетҡол Илкәев һәләк була. Беренсе Кинйәбыҙ ауылынан йөҙ башы Үзбәк Аҡмырҙин хәрби юлын 1811 йылдың майында 1-се башҡорт алайының ябай яугиры булып башлай һәм батырлығы өсөн ике йыл ярым эсендә йөҙ башы дәрәжәһенә эйә була. Изге Георгий тәреһе һәм ике көмөш миҙал менән бүләкләнгәндә,  батырға ни бары 23 йәш була.

Күгәрсен районында ҡары-ҡыпсаҡ, бошман-ҡыпсаҡ, һыуын-ҡыпсаҡ, сәңкем-ҡыпсаҡтар көн күрә, Бикес ауылынан  (Буранбай, Игесәк) тархан, хәрби старшина Ҡотлогилде Ишемғолов,  хәрби старшина Ҡотлогилде  Илембәтов,  хорунжий Йәнмырҙа Ишкилдин, Динмөхәмәт Ишдәүләтовтар Рәсәй империяһы именлеген һаҡлап яуға бара. Ҡотлогилде Ишемғолов хеҙмәт юлын ябай казак булып башлап, 1808 йылда – йөҙ башы, 1811 йылда – хәрби старшина, 1815 йылда – яҫауыл булып китә. Ул  9-сы башҡорт алайында хеҙмәт итеп, Фрайберг, Мазин, Лейпциг, Эрфурт, Лаон, Павис, Элли һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә, Парижды алыуҙа ҡатнаша. Айырыуса батыр һуғышҡаны өсөн ул III дәрәжә Изге Анна һәм Изге Станислав ордендары, ике көмөш миҙал менән бүләкләнә. Батырҙың Изге Анна ордены менән бүләкләнеүе  тураһында ошондай  указ бар.                               

«О награждении есаула 9-го Башкирского полка Кутлугильды Ишимгулова орденом Св. Анны 3-го класса. Господин есаул Кутлугильды Ишимгулов именем е.и.в. и властию высочайше мне вверенную в справедливом уважении к отличной храбрости вашей сражениях 6-го и 7-го октября под городом Лейбцигом оказанной, по засвидетельствованию господина генерал-майора барона Крейца, препровождая у сего для возложения на Вас орден Св. Анны 3-го класса. «Главнокомандующий Польской армией генерал от кавалерии граф Бенигсен».

С подлинным верно: дежурный полковник (ҡултамға). № 406-ой, ноября 30 дня 1813 года г. Кальбе. 9-го Башкирского казачьего полка.»  

Һуғыш тамамланғас та 26 йәшлек Ишемғолов, Петербургта 1825 йылға ҡәҙәр хеҙмәт итеп, батшаның һәм уның ғаиләһенең именлеген һаҡлауҙа ҡатнаша. Рәхмәт йөҙөнән уға  бриллиант йөҙөк һәм 1 мең һум аҡса бүләк итәләр. Батырҙың Кәшифә һәм Сәрбиямал исемле ике ҡатыны, Мөхәммәтша һәм Хәмзә исемле ике улы, Райхана, Хәҙисә, Ҡаҙнабикә исемле өс ҡыҙы була. Беренсе һәм Икенсе Дәүләтҡолдан йөҙ башы Хәбибулла Теләүғолов, Морат Ҡолһарин, Тойғон Ҡарағужин; Мәҡсүттән – урядник Ғайса Аҙнабаев,  Мөхәмәтйән Ҡунаҡбаев; Юлдаштан – йөҙ башы Исмәғил Буранғолов, урядник Ниязғол Атанғолов,  Назарҙан – яҫауылдар Сәйфулла Ярышев менән Ғөбәйҙулла Атанғолов, урядник Хәсән Имаев; Назарғолдан – Назарғол Ғәлин,  йөҙ башы Миңлеғол Ғәлин;  Мусанан – хорунжийҙар Бикҡужа Ямғыров, Ниғмәтулла Сәңкебаев һәм Ниғмәтулла Аҡманаевтар; Тәүәкәндән –яҫауыл Дәүләткилде Аҙнабаев, Хәсән Ишәев; Юлдыбайҙан – хорунжий  Йосоп Аслаев,  урядник Ниғмәтулла Бирҙебаев; Йомағужанан – яҫауыл Йәрмөхәмәт Йомағужин, Ильяс Йомағужин, яҫауыл Мөхәмәтәмин      Ишмөхәмәтов, урядник Мозафар Мөхәмәтәминев, хорунжий Ирназар Дәүләтсуриндар ҙа француз яуында ҡатнаша. Сәйетҡолдан яҫауыл Сәйетбаттал Сәйетҡолов, Аралбайҙан – Аралбай Яманаев, Дауыт-Ҡайыптан Ғәбделхалик Үзбәковтар һәләк була.

Мәләүез районында бошман-ҡыпсаҡ, һыуын-ҡыпсаҡ, сәңкем-ҡыпсаҡ, һарыш-ҡыпсаҡ тоҡомдары 22 ауылда көн итә, 50-гә яҡын аралары бар: тәмәк, туйлыҡ, ҡаранай, ослобаш, кирәй, һарыбай, ҡаратау, кейеҙтүш, теләнсе, драж,     моҡас, тимәс, шағыман, ҡалмаҡ һ.б. 1812 йылғы Ватан һуғышында  Үрге Таш ауылынан  баш яҫауыл Ихсан Әбүбәкеров, урядник Ғиниәт Әбүбәкеров, хорунжийҙар Хөсәйен Әбүбәкеров менән Ниәтша Моталлапов, яҫауылдар Мәҡсүт Мәсәғүтов һәм Көсөкҡол Ҡолғонин, Мырҙаш Моратовтарҙың ил һаҡларға барыуы билдәле.

Баш яҫауыл (майор) Ихсан Ҡарасай улы Әбүбәкеров, хеҙмәтен ябай казак булып башлап, һәләте, тырышлығы арҡаһында урядник, хорунжий, йөҙ башы булып китә. 1811 йылдың апрелендә ойошторолған 1-се башҡорт алайында ул яҫауыл дәрәжәһендә хеҙмәт ҡыла. «Находясь по 1814 год в походах, – тип әйтелә бер документта, – отличив себя храбростью, а именно под городом Гродно 1812-го июля 1-го, под городом Смоленском того же года, августа 2-го, где за отличие  и храбрость представлен был в полковые есаулы и награжден по высочайшему повелению 813-го года марта 3-го». Батырлыҡ һәм оһоллоҡ күрһәткәне өсөн алай командиры Ихсан Әбүбәкеров Изге Анна, Изге Владимир, ике көмөш миҙалға лайыҡ була. Һуғыштан һуң батыр 17 йыл буйы 7-се башҡорт кантоны начальнигы вазифаһын тарта.  Икенсе урында батыр 1826 – 1832-се йылдарҙа йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән тип әйтелә. Был мәғлүмәтте асыҡларға кәрәк булыр. Тормош иптәше Гөлбостан уға алты малай табып бирә: Хисаметдин, Шәмсетдин, Ғилметдин, Зыязетдин, Яҡуп, Мөхәмәтзариф. 1837 йылда Хисаметдин 32 йәштә булған.

Исемлектән күренеүенсә, 1-се башҡорт алайында батырҙың ике бер туған ҡустыһы ла хеҙмәт итеп, Парижды алыуҙа ҡатнаша һәм ике көмөш миҙал менән бүләкләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Үрге Таш ауылы урыны Нөгөш һыу һаҡлағысы аҫтында тороп ҡала. Түбәнге Таштан француз яуында яҫауыл Әҙелша Хәсәнов,  Мөхәмәтҡунафый Вәлитов, Мөхәмәтша Әкимбәтов; Һәргәйҙән – Кинйәбулат Үзбәков, Зыянбирҙе Мерәҫов, Мостафа Аллағолов, Сәғәҙәт Үләкәев, Мөхәмәтйән Баталов;  Эткөсөктән – хорунжий Бикҡужа Рафиков, Баймырҙа Сыуашбаев, Абдулнасир Хәлитов, Аҫылбай Иштәков, Ҡаһарман Аллағужин, Имангилде Күзбәков, Собханғол Дүшәнбаев, Ырыҫбай Иштәков; Томансынан – Илсеғол Ишҡужиндар ҡатнаша. Батырлығы өсөн һуңғыһы Изге Георгий ордены һәм ике көмөш миҙалға лайыҡ була. Аҡназар ауылынан был яуҙа Ҡылысбай Ҡолонбаев, Ҡәҙерғәли Бармаҡов, Һыртландан Рәхмәтулла Таһиров ҡатнашып, һуңғыһы яу яланында ятып ҡала. Ҡотлобулат ауылынан йөҙ башы Буранбай Сыуашбаев та хәрби хеҙмәтен 1-се башҡорт алайында казак булып башлай һәм батырлығы өсөн ике йыл ярымда йөҙ башы дәрәжәһенә күтәрелә. Хәрби Георгий ордены һәм ике көмөш миҙал менән бүләкләнә. Уға ни бары 24 йәш була. «Бывший в      1-м Башкирском полку рядовой башкирец Буранбай Чувашбаев был командирован в числе протчих в армию, действующую против французских войск и находился в прошлом 1811-го года мая с 10-го числа по 1814 год, и отличил себя храбростию, а именно в походах: в Польше, Саксонии, Пруссии, Таисии, Голландии, Барабандии и Франции и в действительных противу французов сражениях находился, а именно: под городом Гродною – 1812-го июня 15-го; под Миром – июля 25-го; под местечком Несвижем – июля 30-го, под селением Романовым – июля 31-го, где за отличную службу произведен урядником; под городом Смоленском – августа 12-го; под городом Можайском – сентября 3-го, 4-го и 5-го числа; под городом Акаданском – генваря 13-го 1813-го года, под городом Висенбургом – марта 12-го; под городом Линбургом – марта 21-го, где за храбрость и за отличие награжден будучи еще урядником крестом Георгия, военного ордена за № 30918-м; под местечком Ютербоком – августа 15 и 16; под городом          Винтербургом – августа 21-го и 22 числа, где он представлен был за отличие и храбрость в следующий чин, за что 1813-го года декабря 6-го числа всемилостивейше и пожалован чином сотника, и за отличную службу получил от его Императорского величества благодарность; под городом Винтербургом – августа 21-го и 22-го числа, а напоследок он при сдаче города Парижа находился и имеет медаль; а за исправную, отличную его службу, ревность и усердие дан ему аттестат 1814 года декабря 22-го дня от полкового командира есаула и кавалера Абубакирова за № 250-м.» Подпись по башкирски, в переводе на русский язык: управляющий вторым отделением 9-го кантона 13-го класса Юлбердин. 1818 год».  

Әбйәлил районында ялан ҡарағай-ҡыпсаҡтар алты ауылда донъя көтә: Ишбулды, Ҡалмаҡ, Мәхмүт, Хөсәйен, Хәлил, Әбделмәмбәт. Һуғышта был ауылдар яугирҙары 13-се һәм 14-се башҡорт алайҙары составында хеҙмәт иткән. Ишбулды  ауылынан  яуға Ҡәлимғужа Ҡылысов, Мырҙабулат Әлмөхәмәтов; Мәхмүттән (Ҡусҡар) – Ишбулды Ҡусҡаров – (1806 –1807 йылдарҙағы хәрби кампанияла ҡатнаша, 1839 йылда иҫән була), Алтынсура Кинйәбаев,  Ырыҫбай Теләүлин, Алтынсура Илбулов,  Иҫәнғол  Әмиров,  Буранғол Әмиров, Ҡаҙаҡбай Ишкилдин, Мырҙабай Дәүләтбаев, Мөхәмәтшәриф Иҫәкәев, Абдулғариф Йәньюлдашев; Әбделмәмбәттән (Һарт, Әлеш) – 1806 – 1807 йылдағы һуғыштарҙа Йәрмөхәмәт Ишкинин менән Әбделмәжит Юлымбәтов ҡатнаша һәм 1839 йылда иҫән-һау була. 1812 – 1814 йылдарҙағы һуғыштарҙа ошо ауылдан  Исламғол Ҡормошев,  Әбүбәкер Арыҫланов, хорунжий Кинйәлебай Тимеров; Хәлилдән Алтынсура Этбаҡмаҫов, Толомбай  Юлъяҡшин, Илбай Биксурин, Ибраһим Исламғолов ҡатнаша.

Әйтеп үтелеүенсә, бик күп ҡыпсаҡ вариҫтары хәҙерге Ырымбур өлкәһе ауылдарында йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм урыҫ армияһының сит ил походтарында нисек ҡатнашыуын асыҡлап булманы. Беренсенән, 200 йыл эсендә ауылдарҙың атамалары үҙгәреп бөткән, ҡайһылары юҡҡа сыҡҡан. Күрәһең, улар Граждандар һуғышы ваҡытында ҡыҙылдар  тарафынан яндырылған, йә 1921 һәм 1946 йылғы аслыҡта халҡы үлеп бөтөп, таралған. Икенсенән, Ырымбур өлкәһендә көн күргән башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында архивтарҙа мәғлүмәттәр юҡ кимәлендә. Күрәһең, улар Ырымбур өлкә архивында тупланған.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ырымбур ҡыпсаҡтарының бер нисәһе билдәле. Мәҫәлән, Һарыҡташ районы Назар ауылынан яҫауыл Ғабдулла Атанғолов яуҙа ҡатнашып, батырлыҡ күрһәткәне өсөн Изге Георгий ордены һәм ике көмөш миҙалға лайыҡ була. Александров районы Ҡотош ауылынан хорунжий Ҡотлозаман Әлимғужин, Ҡыуаҡан районы Биктимер ауылынан Хәсән Ишәев, Ишҡужанан – яҫауыл Ирназар Дәүләтсурин. Һуңғыһы Изге Георгий ордены һәм ике көмөш миҙал менән бүләкләнә. Красногвардейск районы Ырыҫҡол ауылынан хорунжий Әделмәжит Китеков, Морат Китеков һәм Мөхәмәтйән Ишмөхәмәтовтар, Октябрьский районы Иманғол ауылынан Ҡунафый Ҡотлогилдиндың ҡатнашыуы билдәле. Батыр  һуғышҡаны өсөн Ҡотлогилдин  Изге Георгий ордены һәм ике көмөш миҙалға лайыҡ була.

Күренеүенсә, ҡыпсаҡ ҡәбиләләре оҙон һәм ҡатмарлы, ваҡыты менән фажиғәле тарихи юл үткән. Уларҙың ыласындай зәңгәр күккә күтәрелгән, фажиғәле рәүештә ергә ҡолап төшкән ваҡыттары ла булған. Ләкин улар, скифтар, саҡтар, мәсәғиттәр, һундар, ҡимаҡтар, аландар, буртастар, булғарҙар кеүек, бөтөнләй юғалмаған. Башҡорт иленә бер мең йыл ярым элек килеп урынлашыу арҡаһында, ҡыпсаҡтарҙың бер ҙур ғына өлөшө йөҙөн, телен, ғөрөф-ғәҙәтен, яугирлыҡ, эшсәнлек, фәнгә, белемгә ынтылыу сифаттарын һаҡлап ҡала алған. Халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнеп, аҫаба башҡорт булып китеп, улар ҡыпсаҡтарҙың бөтә булған һәйбәт сифаттарын, айырыуса хәрби рухын, тырышлығын, намыҫсанлығын, ныҡышмалығын, һөнәренә, дуҫтарына тоғролоғон, ғаиләһенә, балаларына хәстәрлеген, ата-әсәһенә, ололарға ҡарата иғтибарлылығын, диҡҡәтлеген быуындан быуынға күсерә килгән. Бөгөн дә улар, төрлө һынауҙарға бирешмәй, тормоштоң һәр өлкәһендә үҙ урынын табып, халҡыбыҙға өлгө булып тырышып уҡый, эшләй, киләсәккә өмөт менән ҡарап, ышаныслы рәүештә тулы тормош менән йәшәй.

 

Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин,

тарих фәндәре кандидаты,

халыҡ мәғарифы ветераны.