Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сабир Йыһаншин

Тарихтың өнһөҙ шаһиттары

2007 йылдың 11 октябрендә Өфөләге Конгресс-холда РФ Президенты В.В. Путин етәкселегендә Дәүләт Советы ултырышы уҙҙы. Унда РФ Хөкүмәте Премьер-министры В. А. Зубков,  уның урынбаҫарҙары С. Б. Иванов, А. А. Кудрин, БР Президенты М. Ғ. Рәхимов, ҡайһы бер федераль министрлыҡтар етәкселәре, Рәсәй төбәктәре башлыҡтары ҡатнашты. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған тантаналы кисәгә республика министрлыҡтары, район һәм ҡалалар етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә саҡырылғайны.

– Башҡорттарҙың Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүе улар һәм Рәсәй өсөн дә файҙалы булды, – тине РФ Президенты. – Илебеҙ берҙәмлеге бик күп һынауҙар үтте. Башҡорт халҡы Рәсәй сиктәрен һаҡлау буйынса хеҙмәтте һәр саҡ намыҫлы һәм батырҙарса үтәне. Башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы – иң сағыу өлгөләрҙең береһе. Ул саҡта башҡорттарҙың ат менергә һәләтле бөтөн ир-егеттәре ҡорал тота. Кенәз Николай Кудашев етәкселегендәге башҡорт һыбайлылары Кремлде шартлатыуға юл ҡуймай.

В. В. Путин башҡорт яугирҙарының Минин һәм Пожарский ополчениеһында Мәскәүҙе поляктарҙан азат итеүҙә, Петр I-нең Азов походтарында ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтеүен, Бөйөк Ватан һуғышында үҙҙәрен бөтмәҫ данға күмеүен телгә алды, Башҡортостан халҡына именлек, уның сәскә атыуын теләне.

– Был залда бөтә Рәсәй йыйылған, тип әйтергә мөмкин: Президентыбыҙ Владимир Путин, Хөкүмәт башлығы Виктор Зубков, Дәүләт Советы ағзалары, Рәсәй төбәктәре етәкселәре, федераль һәм республика органдары, Башҡортостан райондары һәм ҡалалары вәкилдәре, шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары, – белдерҙе М. Ғ. Рәхимов. – Бөгөнгө тантананың юғары кимәлдә булыуын дәүләт башлығының Указы менән билдәләнеүе раҫлай. Байрамыбыҙ иң элек 160-тан ашыу халыҡ һәм милләт вәкиле үҙ Ватанын тапҡан уникаль дәүләт берәмеге – күп милләтле Рәсәйҙең барлыҡҡа килеүе менән бәйле ваҡиға булараҡ әһәмиәтле.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡыҫҡа ғына телмәрендә Салауат Юлаевты, тәүге нефть сәнәғәтселәренең береһе Надир Уразмәтовты, Санкт-Петербургтағы Тау институтына нигеҙ һалыусы Исмәғил Тасимовты, Петр I походтарында данланған Алдар батырҙы, 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы Ҡаһым түрәне, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Муса Гәрәевты, бөйөк яҙыусылар Мифтахетдин Аҡмулланы, Сергей Аксаковты, Мәжит Ғафуриҙы, Мостай Кәримде, рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдиевты, Михаил Нестеровты, Федор Домашниковты, Әхмәт Лотфуллинды, ижад юлын Өфөлә башлаған бөйөк йырсы Федор Шаляпинды телгә алды.

– Мин, башҡорт халҡы 450 йыл элек биргән антына бер ваҡытта ла хыянат итмәгән, тип ныҡлы белдерә алам, – тине М.Ғ. Рәхимов сығышы аҙағында. – Беҙ һәр саҡ Бөйөк Рәсәй менән бергә булдыҡ.

Юбилей кисәһе миндә юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Рәсәй Президенты    В. В. Путин телгә алған кенәз Николай Кудашев хаҡында ла уйландым. Тәү тапҡыр уның исемен академик Е. Тарленың 1940 йылда нәшер ителгән «Наполеон»  исемле китабында осраттым. Ҡыҫҡа, ләкин тәрән фекерле һәм мауыҡтырғыс  был китапты мин 1946 йылда Магнитогорск ҡалаһы баҙарында һатып алғайным. Кудашевтың фамилияһы был китапта ике тапҡыр күрһәтелгән.

***

1813 йылда Мәскәүҙе баҫып алғас, француздарҙың аттары аслыҡтан ҡырыла, һалдаттары һыуыҡтан интегә башлағас, улар, ауылдарға сығып, халыҡтың фуражын, йылы кейемдәрен тартып ала. Дошманға ҡаршы көрәшеү өсөн иң батыр офицерҙар етәкселегендә партизан отрядтары ойошторолоп, улар араһында Николай Кудашев та була. Икенсе тапҡыр ул 1956 йылда нәшер ителгән «СССР тарихы» (I том, 671-се бит) дәреслегендә телгә алынғайны. 1984 йылдың 30 сентябрендә иһә Кудашевтың Лейпциг ҡалаһындағы православие сиркәүенең склепында урынлаштырылған табутын ҡараным. Был хаҡта тулыраҡ яҙырға кәрәктер.

Уҙған быуаттың 60 – 80-се йылдарында, КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары З. Н. Нуриевтың башланғысында Башҡортостан һәм ГДР-ҙың Галле округы араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлашты. Байтаҡ хеҙмәт коллективтары, мәғариф һәм мәҙәниәт органдары, юғары уҡыу йорттары, мәктәптәр немец дуҫтар менән үҙ-ара бәйләнеш булдырҙы. 1984 йылдың көҙөндә беҙҙең өс кешенән торған делегация: Өфө ҡалаһының Калинин һәм Стәрлетамаҡ райондары мәғариф бүлектәре мөдирҙәре А.С. Ишмаева, Ю.А. Кәримов һәм мин Галле округына сәйәхәт ҡылдыҡ. Берлин аэропортында беҙҙе Галле округының мәғариф бүлеге мөдире Вальтер Тишер һәм тәржемәсе Инга ҡаршы алды. Тишер менән мин электән таныш, сөнки ул үҙҙәренең делегацияһы составында беҙҙә өс тапҡыр булғайны. Инганы тәүләп күреүем. Уның биографияһы ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы: атаһы – урыҫ, әсәһе – немка. Һуғышҡа тиклем атаһы Украинала ВКП(б)-ның Днепропетровск өлкә комитеты секретары булып эшләгән. Ә өлкә комитеттың беренсе секретары Л.И. Брежнев булған. Атаһы һуғышта үлгәс, Инга эвакуацияла Ҡаҙағстанда йәшәгән. Педагогия институтында уҡып, немец теле уҡытыусыһы дипломы алған. ГДР-ҙың Берҙәм Социалистик Партияһының Үҙәк Комитетында тәржемәсе булып эшләй икән. Бәлки, һорап алғандарҙыр. Инга үҙен совет кешеһе итеп иҫәпләүен йәшермәй ине.

Беҙ Галле һәм Дессау ҡалаларында булып, мәктәптәр, балалар баҡсалары менән таныштыҡ, Кверфурт районында ауыл мәктәптәре уҡыусыларын хеҙмәткә өйрәтеү политехник үҙәгендә булдыҡ. Округ, ҡала һәм район етәкселәре менән дә һөйләшергә тура килде. Дессау ҡалаһының Н. Островский исемендәге мәктәбендә булғанда, рус теле уҡытыусыһы ошондай үтенес белдерҙе:

– Беҙҙә, рус теле дәреслектәренән башҡа, рус телендәге бер ниндәй ҙә китаптар юҡ. Ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?

Мин риза булдым һәм, Өфөгә ҡайтыу менән, почта аша 28 балалар китабы ебәрҙем. Тиҙҙән немец уҡыусыларынан 28 рәхмәт хаты килеп төштө.

29 сентябрҙә, Галле ҡалаһының уҡытыусылар йортонда мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар менән осрашыуҙа мин дә сығыш яһаным. Уҡыусыларҙың математика, физика, химия буйынса халыҡ-ара конкурстарҙа беҙҙең илдә белем алыусылар алтын һәм көмөш миҙалдарҙың күбеһен яулаған саҡ ине. Мәктәптәребеҙҙә, хеҙмәт һәм физкультура дәрестәрендә немец коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһен файҙаланыу хаҡында ла әйттем, һорауҙарға яуап бирҙем.

Дрезден ҡалаһына мин тәү тапҡыр КПСС Өлкә комитеты делегацияһы составында 1972 йылда килеп киткәйнем. Һуғыш бөткәнгә 39 йыл, ләкин һаман емерек йорттар күренә. Саксония королдәренең өс һарайы урынында уларҙың емереклектәре ҙур итеп өйөп ҡуйылған. Бөтә донъяға билдәле опера театрында ремонт эштәре һаман дауам итә. Был емереклектәр – 1945 йылдың 13 – 15 февралендә Бөйөк Британия һәм АҠШ авиацияһының ҡаланы дүрт тапҡыр аяуһыҙ бомбаға тотоуының эҙемтәһе. Меңәрләгән йорттар емерелгән, йөҙҙәрсә мең кеше, шул иҫәптән балалар ҙа, һәләк булған. Ә ҡалала бер ниндәй хәрби объекттар юҡ. Емереклектәрҙе күреп кәйеф боҙолһа ла, бөтә донъяға билдәле картиналар галереяһын ҡарап сыҡтыҡ.

Дрезденда « Грюне гевельбе» (Йәшел көмбәҙҙәр)  – Европаның алтын, көмөш, аҫыл таштарҙан яһалған ҡомартҡыларҙың иң ҙур музейы. Экспонаттар араһында Петр I Саксония курфюрсты Августҡа бүләге – алтындан ҡойолған ике кг. ауырлыҡтағы сүмес тә бар. Тик, нишләптер, беҙҙә был музей тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.

Лейпциг ҡалаһындағы 55 метр бейеклектәге матур православие сиркәүендә Наполеон Францияһына ҡаршы һуғышты кәүҙәләндергән күргәҙмә материалдар хаҡында мин «Ағиҙел»дең 2007 йылғы 7-се һанында «Халыҡтар алышы» ҡорбандарына һәйкәл» тигән мәҡәләмдә бәйән итеп, унда Николай Кудашевҡа бәйле мәғлүмәттәрҙе лә еткергәйнем.

***

…Наполеон Бонапарт 1812 йылға тиклем Европаның күп илдәрен буйһондороп, үҙ хакимлығын бөтә донъяла урынлаштырыу хаҡында хыяллана. Бының өсөн иң элек Бөйөк Британияны яулап алырға кәрәклеген ул яҡшы аңлай. Ләкин ул ваҡытта инглиздар Рәсәй менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булып, Бөйөк Британияны баҫып алыу Рәсәйҙе тар-мар итеп, уның менән солох төҙөгән осраҡта ғына мөмкинлеген дә француз императоры яҡшы күҙ алдына баҫтыра.  Теләген тормошҡа ашырыу өсөн, ул 1812 йылдың 22 июнендә Неман йылғаһын кисеп, Рәсәйгә ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башлап ебәрә. Көстәрҙең тигеҙ булмауы арҡаһында, рустар сигенергә мәжбүр була.

Француздар Неман йылғаһын кискән урында майор Тимеровтың 1-се типтәр полкы тороп, дошмандың йылға аша сығыуын майор үҙе буйһонған генерал Орлов-Денисовҡа еткерә. Типтәр һ.б. бер нисә полкка сигенгән ғәскәрҙәрҙең арьергардында булырға, француздарҙың хәрәкәтен күҙәтеп, хәбәр итеп торорға, дошман һалдаттарын әсир алып, штабҡа килтерергә ҡушыла. Наполеон, Рәсәйгә тәрән үтеп инмәйенсә, бер генә алышта рус ғәскәрҙәрен еңеп, Александр I-не солох төҙөргә мәжбүр итергә ниәтләй. Сигенеү Багратион армияһына бигерәк ҙур ауырлыҡтар килтерә, дошман уның армияһын уратып алып, юҡ итергә ынтыла. Ләкин генерал, уңышлы хәрби маневр яһап,  Днепрҙы кисә лә  Барклай де Толли армияһына ҡушыла. 4 - 5 августа Смоленск ҡалаһы эргәһендә ҡаты алышта дошмандың айырым төркөмдәре, тар-мар ителеп, тарала. Наполеондың генераль планы ғәмәлгә ашмай, рус ғәскәрҙәре, һуғыша-һуғыша, ил эсенә сигенеүен дауам итә.

Француздар 14 сентябрҙә Мәскәүгә ингәс, Наполеон Поклонная гора өҫтөнә менеп, ҡаланы күҙәтә, уның матурлығына һоҡлана. 15 сентябрҙә Кремлгә инеп урынлашҡандан һуң, яҡындары алдында шатлығын йәшерә алмайынса, былай ти:

– Ниһайәт, мин Мәскәүҙә, рус батшаларының боронғо һарайы – Кремлдә!

Франция императоры Мәскәүҙә ғәскәрҙәренә ял биреп, Александр I-не солох төҙөргә мәжбүр итеренә ышана, әммә уның был ниәте тормошҡа ашмай, киреһенсә, уңышһыҙлыҡтар осрап ҡына тора: Мәскәүҙә янғындар башлана, әсе төтөнгә сыҙай алмай, ул Петр I Мәскәүҙән ситтә һалдырған һарайҙа бер аҙна йәшәргә мәжбүр була. 14 –18 октябрҙә ҡаланың дүрттән өс өлөшө янып юҡҡа сыға. Аттарға – фураж, һалдаттарға аҙыҡ-түлек етешмәй, һыуыҡтан байтаҡ      кеше ауырый, аттар ҡырыла. Армияла тәртип йомшап, һалдаттар складтарҙы, кибеттәрҙе, йорттарҙы таларға керешә. Академик Е. Тарле был турала ошолай тип яҙа: «Француздар һуғышып алған ерҙәрендә бер ҡайҙа ла халыҡты Рәсәйҙәге кеүек аяуһыҙ таламаған». Крәҫтиәндәрҙең мал аҙығын талап алыу өсөн ауылдарға фуражирҙар ебәрелә.

Мәскәүҙе ҡалдырып киткәс, дошманды һуғыштан зыян күрмәгән, бай Калуга губернаһы аша сигендермәү өсөн, М. И. Кутузов баш ҡаланан көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан Тарутино ауылы эргәһендә уңайлы урын биләп, хәрби лагерь төҙөй. Ошонан тороп ул армия менән етәкселек итә, ғәскәренә өҫтәмә көс туплай. Дошмандың фуражирҙарына ҡаршы көрәшеү өсөн иң батыр офицерҙар: Давыдов, Сеславин, Победнов, Чернозубов, Фигнер, Кудашев етәкселегендә үҙҙәре теләп килгән һалдаттарҙан, крәҫтиәндәрҙән партизан отрядтары ойошторола. Лачин менән Тимеровтың полктары ла партизан отрядтары составында хәрәкәт итә. Партизандар ай ярым эсендә 3300 француз фуражирын юҡ иткән, 5 меңен әсир алған, талап алынған әйберҙәрен крәҫтиәндәргә ҡайтарған.

Көрсөккә терәлеүен самалап, Наполеон урындағы халыҡты батшаға ҡаршы күтәрергә, хатта крәҫтиәндәрҙе крепостнойлыҡтан азат итергә ниәтләп ҡарай, әммә, был хәрәкәттәрҙең нимәгә килтереүенән шөрләп, был уйынан баш тарта. Мәскәүҙә ҡалған отставкалағы генерал-майор Тутолминды саҡыртып, Александр I-гә хат яҙыуын һорай: «Мин уны элеккесә ихтирам итәм, һуғышты туҡтатырға теләйем». Хат Петербургка ебәрелә, ләкин яуап килмәй. Бай алпауыт Яковлев (А. И. Герцендың атаһы – С. Й.) маршал Мортьеға мөрәжәғәт итеп, үҙен француз һалдаттарынан һаҡлауын һорағас, Мортье уны Наполеонға алып килә. Бонапарт Яковлевты: «Минең һуғышым – Англияла, Рәсәйҙә түгел», – тип ышандырырға тырыша. Александр I-гә ошо хаҡта хат та яҙа: «Һеҙгә ҡаршы һуғышһам да, бер ниндәй ҙә асыу һаҡламайым». Наполеон Рәсәй батшаһын солох төҙөргә саҡыра. Хатты Яковлев үҙе илтеп тапшырыуға ҡарамаҫтан, ул яуапһыҙ ҡала.

1812 йылдың октябрь башында француз яуы башланыр алдынан Рәсәйҙә илсе булған маркиз Ларистонды Кутузовҡа ебәреп ҡарай, ләкин фельдмаршал уның менән һуғышты туҡтатыу йәки солох төҙөү хаҡында һөйләшеүҙән баш тартып, был мөрәжәғәтте батшаға еткерергә вәғәҙә биреү менән сикләнә. Наполеон батшанан хат көтә, әммә яуап булмай. Асыуынан шартларҙай булып, Бонапарт көндәр буйы бер кем менән дә һөйләшмәй. Ниһайәт, ул Мәскәүҙе ҡалдырырға мәжбүр була.

Француздар Мәскәүҙе ташлап сыҡҡанда ғәскәрҙәр артынан талап алынған әйберҙәр тейәлгән оҙон обоз һуҙыла. 20 октябрҙә Наполеон маршал Мортьеға, Александр I солох төҙөргә риза булмаған өсөн үс итеп, Кремлде шартлатырға бойора. Француз минерҙары арсеналды, Кремлдең бер нисә башняһын, бер нисә урында стенаһын шартлатып өлгөрә. Ләкин кенәз Кудашев етәкселегендәге 1-се башҡорт полкы һәм казактар, француздарға һөжүм итеп, уларҙы тураҡлай, күптәрен әсир ала.  

Наполеон Рәсәй армияһының көс туплағанын белә. Француздарға ла резервтан байтаҡ һалдат өҫтәлеп, дошман армияһы 100 мең кешегә етә. Бородино яланы эргәһенән үткәндә, сигенгән француздар алышта һәләк булған, әле һаман йыйып алынмаған ватандаштарының мәйеттәрен күрә. Был уларға бик ауыр тәьҫир итә, күңелдәрен төшөрә. Бонапарт һуғыштан зарар күрмәгән Калуга губернаһы аша сигенергә уйлай, әммә Кутузов, француздарҙы был ерҙән үткәрмәҫ өсөн, юлдарына арҡыры төшә. Малоярословец ҡалаһы һигеҙ тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсеп, тулыһынса емерелә, яндырыла.

Рус ғәскәрҙәрен күҙәткән сағында Наполеонға казактар һөжүм итеп ҡарай, әммә маршалдар Мюрат һәм Бессьер, бер нисә офицер императорҙы уратып алып, казактарға ҡаршы ут аса. Казактар сигенә, улай ҙа француздарҙың 11 пушкаһын баҫып алырға ынтылалар. Тиҙ арала килеп еткән поляктар, гвардеецтар Бонапартты был бәләнән ҡотҡара. Сигенгән дошманды эҙәрлекләүҙә партизан отрядтары ла ҙур роль уйнаған. Партизан отрядтары командиры Н. Д. Кудашевты бүләкләү тураһында М. И. Кутузовтың Александр I-гә ебәргән рапорты һаҡланған. Ул үҙенә яҡын булған Николай Даниловичты бүләкләү хаҡында һис хәбәр иткеһе килмәүен, шунлыҡтан генералдар Бенигсен һәм Милорадовичтарҙың Кудашев хаҡындағы рапорттарының төп нөсхәһен ебәрергә мәжбүр булыуын хәбәр итә.

Бенигсен Кудашевтың һәм уның төркөмөнөң Бородино алышында, Кремлде һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлыҡтары хаҡында рапорт бирһә, Милорадович Кудашев отрядының һигеҙ көндә Серпухов өйәҙен дошмандан таҙартыуы, 470 һалдатын һәм офицерын әсир алыуы тураһында хәбәр итә. 19 октябрҙә Кудашев француздарҙың тылына үтеп инеп, 200 кешеһен әсир төшөрә. Ул маршал Дабуҙың бойороғон эләктереп, дошмандың сигенеүе хаҡында беренсе булып хәбәр итә. Боровск эргәһендә ҙур обозды, күп  артиллерия йәшниктәрен баҫып ала, 700 самаһы французды әсир төшөрә. Тиҙҙән Н.Д. Кудашев III дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнеп, уға генерал-майор дәрәжәһе бирелә.

Кудашев отрядында Лачиндың 1-се башҡорт полкы ла дошманға ҡаршы көрәштә ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Полктың бүләкләнгән яугирҙарының исемлеге С. Ғ. Әсфәтуллиндың  «Башкирские амуры в Отечественной войне 1812 года» тигән китабында (Өфө, 2000, 121 – 122-се биттәр) бирелгән. Сигенеүсе дошманды Калуга губернаһына индермәҫ өсөн, урындағы халыҡтан күп һанлы ополчение ойошторолоп, уға Тимеровтың 1-се типтәр полкы ла ингән. Генерал-лейтенант Щепелов етәкселек иткән ополчение дошман менән беренсе алышта уҡ 70 французды юҡ итә, 85-ен  әсир ала. Ҡалғандары, йылға аша сыҡҡандан һуң, күперҙе емереп, ҡасып ҡотола.

Тимеровтың полкы көн һайын тиерлек дошман фуражирҙарына, сигенгән төркөмдәргә һөжүм итеп, уларҙы ҡыйрата, күптәрен әсир ала. Щепеловтың  М.И. Кутузовҡа даими рапорт ебәреп тороуы арҡаһында Тимеров – IV дәрәжә Изге Владимир ордены, прапорщик Монасипов һәм хорунжий Ибраһимов III дәрәжә Изге Анна ордендары менән бүләкләнә.

Наполеон, хәл иткес алыштан баш тартып, һуғыштан ҙур зарар күргән, таланған Смоленск юлы буйлап сигенергә мәжбүр була. Казактар, партизан отрядтары составындағы башҡорт, ике типтәр, ике мишәр полктары дошманға туҡтауһыҙ һөжүм яһап, уларҙы юҡ итә, әсир төшөрә. Һыуыҡтар башланыу менән аслыҡтан, туңыуҙан күп француз һалдаттары хәлһеҙләнеп үлә. Дуҫы, Ырымбур губернаторы Волконскийға 1812 йылдың 13 ноябрендә яҙған хатында М.И. Кутузов рус һалдаттарының, казактарҙың, башҡорт полктарының сигенеүсе француз ғәскәрҙәрен уңышлы эҙәрлекләүе, көн һайын меңдәрсә дошман һалдатын әсир алыуы хаҡында хәбәр итә. Илбаҫарҙарҙың ҡот осҡос хәлгә төшөүен, генералдарҙың – аттарҙан, һалдаттарҙың үлгән иптәштәренән аҙыҡ әҙерләүе тураһында яҙа.

Ғәскәренең сигенеүен тиҙләтеү өсөн, Наполеон обозды яндырырға ҡуша. Минск ҡалаһындағы ҙур аҙыҡ-түлек складына ашыға ул. Ләкин өлгөрмәй, складты Чичаговтың Дунай армияһы баҫып алған була. Француздар Березина йылғаһына яҡынлашҡас, М. И. Кутузов уларҙы ҡамауға алып, юҡ итергә ҡарар ҡыла. Бының өсөн Чичагов армияһы – көньяҡтан, Витгенштейн төркөмө төньяҡтан хәрәкәт итеп ҡушылырға, француздарға сигенеү юлын ябырға тейеш була.       Ләкин Витгенштейн армияһы һуңлай, наполеонсылар Березина йылғаһы янындағы Борисов ҡалаһына һөжүм итә. Шул уҡ сәғәттә йылғаның иң тар (20 метр) өҫкө яғында ашығыс рәүештә күпер төҙөү башлана. Йылғаның ике яғы ла һаҙлы булыуға ҡарамаҫтан,   уны ике көндә әҙерләп бөтәләр. Тик уның аша 9 мең генә кеше сығып өлгөрә, сират көткән 10 меңгә яҡынына казактар һөжүм иткәс, Бонапарт күперҙе яндырырға бойора. Был яҡта тороп ҡалған илбаҫарҙарҙы казактар ҡырып һала, әсир ала.

Маршалдары менән кәңәшләшеп, Наполеон киләсәккә план төҙөй. Хәрби кампанияның уңышһыҙ тамамланыуының сәбәбен ул һыуыҡтан, үҙҙәренең урындағы климатҡа өйрәнмәгәненән күрә. Мәскәүҙә оҙаҡ тотҡарланыуҙа   үҙ ғәйебен   таный. Яңы армия ойоштороу өсөн ашығыс рәүештә Парижға ҡайтырға ҡарар иткәнен белдерә. Һаҡсыларһыҙ юлға сыҡҡан император үҙе тураһында ике аҙна бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡуша.

Шулай итеп, 600 меңлек Наполеон армияһы юҡҡа сыға. Күбеһе һуғышта, ауырыуҙан, аслыҡтан ҡырыла, 150 мең самаһы һалдат һәм офицер әсир төшә. Иҫән ҡалған һалдаттарының яҙмышын император маршалдары Мюрат менән Мортьеға тапшыра. Вильно (хәҙерге Вильнюс) ҡалаһына килеп, маршалдар һалдаттарын бер урынға туплай, барлығы 30 мең кеше йыйыла. Уларҙың ҡаланы рус ғәскәрҙәренә бирмәҫкә маташыуы уңышһыҙ тамамлана, сөнки күбеһе – һуғышҡа яраҡһыҙ һалдаттар, ҡаршы тора алмайҙар.

***

Хәҙер был ваҡиғаларҙан артҡараҡ күсәйек. Наполеон Францияһы тарафынан агрессия хәүефе көсәйгәс, 1811 йылдың апрелендә ике башҡорт полкы ойошторола: 1-се полкка – Лачин, 2-сеһенә майор Курбатов етәкселек итә. Баш командующий итеп тәғәйенләнгән беренсе көндә үк М. И. Кутузов Александр I-нең башҡорт полктарын ойоштороу хаҡындағы указын ала. Бурысты Ырымбур губернаторы Волконский менән хәрби атаман полковник Углицкийға йөкмәтәләр. Тиҙ арала 28 атлы полк ойошторолоп (1811 йылда ойошторолған ике полк та ошо иҫәпкә инә), алтыһы ремонт (запас) полктары була. 1812 йылдың октябрендә 3-се, 4-се, 5-се башҡорт полктары фронтҡа килеп етә. Уларҙы подполковник Тихановскийға буйһондороп, Витгенштейн армияһы ҡарамағына оҙаталар. Оҙаҡламай ҡалған башҡорт полктары ла һуғыш яланына аяҡ баҫа. Уларға кемдәр етәкселек иткән һуң?

6-сы полкка – Шайдаров, 7-се (майор Аксенов), 8-се (капитан Плящевцев),    9-сы (капитан Попов), 10-сы (капитан Масцепов), 11-се (майор Мильковский), 12-се (майор Чоков), 13-сө (капитан Шульгин), 14-се (майор Селезнев), 15-се (капитан Кондратьев), 16-сы (Трунов), 17-се (майор Овсянников), 18-се (капитан Тихановский), 19-сы (майор Серебренников), 20-се полкка – майор Руднев. Алты ремонт (запас) полк тураһында әлегә документтар табылмаған.

28 башҡорт полкының 22-һе һуғышта ҡатнаша. Уларға ике мишәр һәм ике типтәр полктары ла ҡушыла.  С. Ғ. Әсфәтуллиндың «Северные амуры в Отечественной войне 1812 года» китабында ҡалмыҡ һәм ҡырым-татар полктары ла телгә алына. Лейпциг ҡалаһындағы православие сиркәүенең настоятеле М. П. Турчиндың мәғлүмәттәре буйынса, «Халыҡтар алышы»нда ике ҡалмыҡ полкының   ҡатнашыуы күрһәтелгән.

«Ни өсөн академик Е. Тарле үҙенең «Наполеон» китабында башҡорт полктары хаҡында бер нәмә лә яҙмаған?» тигән һорау тыуыуы ихтимал. Беренсенән, башҡорт полктары ҙур хәрби берәмектәргә тупланып, үҙ аллы хәрәкәт итә алмай. Уларҙы өс рус армияһындағы корпустарға, партизан отрядтарына, ополчениеларға таратҡандар. Хәрәкәт итеү урындары ла йыш алмашынып торған. Атлы башҡорт полктарын тиҙ генә һуғыштың иң кәрәк урындарына күсереү, күрәһең, стратегик яҡтан отошло булған.

Ә Дон казактарының 16 полкынан Дон ғәскәре ойошторолоп, уға генерал   Платов етәкселек иткән. Икенсенән, Е. Тарле бөтә Европа илдәрендәге, Рәсәйҙәге иң ҙур ваҡиғаларҙы дөйөмләштереп, уларҙы ҡыҫҡа, әммә киң масштабта итеп һүрәтләй. Барыһынан элек уны ил башлыҡтары, полководецтар, иң ҙур алыштар ҡыҙыҡһындыра.

Майор Тимеровтың типтәр полкы француздар менән бәрелештә уларҙың дүрт һалдатын юҡ итә, икеһен әсир ала. Генерал Оленин Тимеровтың батырлығы хаҡында Барклай де Толлиға рапорт әҙерләй, был хаҡта уға һөйләһен өсөн, майорҙың үҙен ебәрә. Полковник Кудашев төркөмөндә һуғышҡан Лачиндың 1-се башҡорт полкының, Дон казактарының Мәскәү  Кремлен һаҡлауы тураһында үрҙә әйтеп киткәйнек. 1-се башҡорт, 1-се типтәр полктарының батырлығы          Е. Тарленың иғтибарын йәлеп  итмәгән, академик Ватан һуғышында ҙур роль уйнаған партизан отрядтары командирҙарын да ике тапҡыр күрһәтеү  менән генә сикләнә.

1812 йылдың 28 ноябрендә рус ғәскәрҙәре Вильно ҡалаһына инә. Армияға резервтан яугирҙар килгәс, уларға ял бирелә. 29 декабрҙә М. И. Кутузов Александр I-гә француз ғәскәрҙәренең Рәсәйҙән ҡыуылыуы тураһында рапорт оҙата. Уға тиклем 7 декабрҙә фельдмаршал Ватан һуғышының уңышлы тамамланыуы айҡанлы сығарылған әмерен армия буйынса иғлан итә. «Батыр һәм еңеүсе ғәскәрҙәр! – тиелә унда. – Һәр берегеҙ – тыуған илде ҡотҡарыусы. Батырлығығыҙ  башҡа халыҡтарҙы һоҡландыра, һеҙгә дан килтерә. Дошмандың етәксеһе, башҡа сара таба алмағас, ҡасып ҡотолорға мәжбүр булды. Еңеүебеҙҙе дошмандың үҙ ерендә тамамларбыҙ. Тик дошмандан һалдатты кәмһетә торған үрнәк алып, кешеләрҙең йорттарын яндырыу, әйберҙәрен талау булырға тейеш түгел. Дошманды тыныс йәшәгән халыҡтан айыра белергә кәрәк».

Әмер  аҫтында «Главнокомандующий всеми армиями генерал-фельдмаршал князь Голенищев, Кутузов-Смоленский» тигән имза тора.

1813 йылдың 7 февралендә М. И. Кутузов Александр батшаның 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙы зәңгәр таҫмаға тағылған көмөш миҙал менән бүләкләү тураһындағы указын да ғәскәрҙәргә еткерә. 1813 йылдың ғинуарында рус ғәскәрҙәре Польша һәм Пруссия биләмәләренә аяҡ баҫа.

16 апрелдә Рәсәй армияһы ҙур юғалтыу кисерә: Польшаның Бунцлау ҡалаһында Михаил Кутузов вафат була. Рәсәй тарихында атаҡлы полководецтарҙың береһе булып урын алған шәхес тураһында И.В. Сталин 1941 йылдың 7 ноябрендә Ҡыҙыл майҙанда һөйләгән телмәрендә былай тигән: «Пусть вдохновляет Вас в этой войне мужественный образ наших великих предков – Александра Невского, Дмитрия Донского, Кузьмы Минина, Дмитрия Пожарского, Александра Суворова, Михаила Кутузова!»

Был хәрби парадта ҡатнашыусыларҙың күбеһе, Мәскәүгә яҡынлашҡан фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышыу өсөн, фронтҡа йүнәлгән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң да М.И. Кутузовҡа ихтирам ҙур булды. Смоленск ҡалаһында уға һоҡланғыс матур һәйкәл ҡуйылды. Ошондай һәйкәл Ҡырымда Симферополдән Ялтаға илткән юлда ла бар. Тап ошо урында, Төркиәгә ҡаршы һуғышта, Кутузов, яраланып, уң күҙен юғалта. Бында килеп еткәс, троллейбустар, автобустар туҡтай. Пассажирҙар, бөйөк полководецтың һынын күреп һоҡланып, юлдарын дауам итә.

Парижға ҡайтыу менән Наполеон яңы армия ойоштороу өсөн бөтә көсөн һала. 1814, 1815 йылдарҙа ғына хәрби хеҙмәткә алынырға тейешле йәштәр    хәрби сафҡа баҫа. Император, сикләнмәгән власть яратыуы, саманан тыш үҙ һүҙлелеге арҡаһында, хыялдарының Рәсәйҙә селпәрәмә килеүе менән һис килешә алмай. Союздаштарҙы хәл иткес алышта ҡыйратып, үҙенең элекке данын ҡайтарырға ынтыла. 1813 йылдың яҙында һәм йәйендә Германияла йә Наполеондың, йә союздаштарҙың еңеүе менән тамамланған алыштар булып ала.

Наполеон 1821 йылдың 5 майында 52 йәшендә донъя ҡуя. Уның хаҡында 200 меңдән ашыу китап яҙылып, уның шәхесе менән йыраҡ илдәрҙә лә ҡыҙыҡһыналар. Миңә хатта Куба республикаһының баш ҡалаһы Гаванала ла Наполеонға арналған музей күрергә тура килде. Уны илдең бай кешеһе бынан йөҙ йыл элек ике ҡатлы бәләкәй йортта асҡан икән. Музейҙа Бонапарттың вензелдәре NB (исеме һәм фамилияһының сигеп яҙылған баш хәрефтәре – С.Й.), күрһәтелгән бер пар бирсәткәһенән, ике ҡулъяулығынан башҡа әйберҙәре юҡ. Стеналарға императорҙың портреты, хәрби походтарын, һуғышҡан урындарын күрһәткән ҙур карта, һуғыш күренештәрен сағылдырған бер нисә һүрәт эленгән. Ул замандағы мылтыҡтар, пистолеттар, ҡылыстар, ике пушка, һалдат, офицер, генерал, маршал кейемдәре, күп һанлы француз ордендары музейҙың күпселек урынын биләй. Нишләптер, Рәсәйҙең Франциялағы илсеһе Васильчиковтың ағастан яһалған матур карауаты ла ҡуйылған. Беҙ музейға килгәндә, ул СССР туристары менән тулы ине.

***

1812  йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулһа ла, Бородино алышында ҡайһы яҡтың еңеүе хаҡында бәхәс тынмай. Армияны һаҡлап ҡалыр өсөн  тәртип менән сигенеп, Тарутино  эргәһендә лагерь төҙөп,  француздарға һуғыштан зарарланмаған Калуга губернаһы аша   сигенеү юлын  быуған өсөн  Александр I Бородино алышында Рәсәй армияһын еңеүсе тип иғлан итә.  М. И. Кутузовҡа фельдмаршал званиеһы бирелә, 100 мең һум аҡса менән бүләкләнә. Түбәнге  чиндарға ла 5-әр һум аҡса бирелә.

Мәскәү ҡалаһына ингәс, Наполеон  үҙен Бородино алышының еңеүсеһе тип иғлан иткән.  Әле хәҙер  ҙә көнбайыш илдәрендә, беҙҙең илдең  ҡайһы бер либерал тарихсылары был ҡарашты яҡлай. Изге Елена утрауында яҙған мемуарында Наполеон, Бородино алышы хаҡында үҙенең элекке ҡарашын үҙгәртеп, был алышта бер яҡтың да еңелмәүе тураһында ышандырырға тырыша. 600  меңлек ғәскәрен юғалтып, Рәсәйҙән йәшерен ҡасып ҡотолған Наполеонды нисек Бородино алышының еңеүсеһе тип атарға мөмкин?!

***

1990 йылдың майында, беҙҙең 15-се гвардия Харьков – Прага, Ленин, ике Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм Кутузов орденлы уҡсылар дивизияһы ветерандары ГДР-ға 10 көнлөк туристик экскурсияға килдек һәм өс көн Лейпцигта булдыҡ. Мин был юлы ла храм-һәйкәлгә килдем. Ләкин уның настоятелен осрата алманым. Музей хеҙмәткәре, арыу ғына русса һөйләшкән немка, китабынан айырылырға теләмәйенсә генә, былай яуап бирҙе:

– Настоятель ҡайҙа барыуы тураһында миңә әйтеп йөрөмәй.

– Бәлки, элекке настоятель Михаил Петровичтың адресын бирерһегеҙ?

– Уның адресы миндә юҡ.

Тышҡы яҡтағы мемориаль таҡталарҙы күрергә теләүемде белдерҙем.

– Хәҙер унда ремонт бара, уларҙы алғандар.

Музей етемһерәгән кеүек тойолдо, йөрөгән бер кеше лә юҡ. Храмдың артҡы яғында эшселәр ремонт өсөн материал әҙерләү менән мәшғүл. Мемориаль таҡталарҙы урындарынын алып, өйөп ҡуйғандар. Уларҙы ҡарай алмағаныма кәйефем ҡырылды. Өфөгә ҡайтҡас та сиркәүҙең настоятеленә хат яҙып һалдым, ләкин яуап килмәне. 

«Халыҡтар алышы»ның йөҙ йыллығына бағышлап һалынған һәйкәлде күрергә хыяллана инем, шунда ашыҡтым. Лейпциг ҡалаһының ситендә урынлашҡан был монументты немец архитекторы Тим бөтә донъяны хайран ҡалдырырлыҡ итеп төҙөргә тырышҡан. Уны 1813 йылдың 18 октябрендә, Германиянан, башҡа илдәрҙән килгән күп һанлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында ҙур тантана үткәреп, асҡандар.

Һәйкәл миндә ҡаршылыҡлы фекерҙәр ҡалдырҙы. Уның мәҙәни-эстетик кимәле тураһында бәхәстәрҙең һаман дауам итеүен немецтарҙан ишеткәнем бар ине. Ҡунаҡханаға ҡайтҡас, оҙаҡ йоҡлай алмай яттым. Донъяны баҫып алырға теләгәндәрҙең яҙмышы уйландырҙы. Тарихта ундайҙар аҙ булмаған. Киң билдәле бер нисәһен атау менән сикләнәйек. Александр Македонский (беҙҙең эраға тиклем 356 – 323) – Македония батшаһы Грецияны буйһондора, Персияны, Урта Азияны, Көнбайыш Һиндостанды, Египетты яулап ала. Туҡтауһыҙ һуғыштар, һәр кис тип әйтерлек оргияға әүерелгән эске мәжлестәре уның сәләмәтлеген ҡаҡшатып, 33 йәше  тулмаҫтан вафат була.

Аҡһаҡ Тимер (Тамерлан – 1336 –1405) – Сәмәрҡәнд әмире үҙенең дәүләтенә Мәүреннаһрҙы, Хәрәзмды, Афғанстанды, Иранды, Әзербайжанды, Әрмәнстанды, Грузияны ҡуша. Алтын Урҙаға – өс тапҡыр, Һиндостанға, Төркиәгә, Ираҡҡа хәрби походтар яһай, халыҡтарын аяуһыҙ талай. 1405 йылдың мартында ул Ҡытайға ҡаршы походҡа ҡуҙғала. Хәҙерге Ҡаҙағстандың Атрар ҡалаһына еткәс, көндәр һыуынып, туҡтауһыҙ ҡар яуған, буран көсәйгән. Һуғышсылары араһында ризаһыҙлыҡ башланғас, тымау тейеп тороуға ҡарамаҫтан, Тамерлан уларға өлгө күрһәтеп тынысландырыу өсөн, сатыры өҫтөнә ҡәнәфи ҡуйҙырған да биленә тиклем сисенеп, сәсен ҡырҙырған. Бынан һуң илбаҫарҙың үпкәһе шешеп, ике көндән вафат булған. Үлеменең сәбәбе – әлеге һуғыш. Уның ҡәбере эргәһендә торғанда (1978) башыма төрлө уйҙар килде.

Наполеон Бонапарт (1769 – 1821) үҙенең тормошон тулыһы менән тынысһыҙ, ҡатмарлы һәм көсөргәнешле эшмәкәрлеккә буйһондорған. Уға һәр саҡ ваҡыт етешмәгән. Төшкө  аш 15 минуттан артыҡҡа һуҙылһа, сығырынан сыҡҡан. Мәскәү Кремлендә саҡта француз комедия театрының уставын әйтеп яҙҙырған. Устав хәҙер ҙә үҙгәртелмәйенсә ҡулланыла.

Һуңғы юлдарҙы яҙғанда, Көнсығыш классигы Ғүмәр Хәйәмдең (1040 – 1123) мең йыл самаһы элек яҙылған дүрт юллыҡ робағийы иҫкә төштө. Руссанан башҡортсаға әйләндереп бирәм:

Туҙанда аунап ятһа ла яҡындағы

Һәм йыраҡтағы һин яулап алған илдәр,

Падишаһ, барыбер үлемһеҙ була алмаҫһың,

Һинең өлөшөңә лә  тик өс аршын ер етер.

 

                                                                                              Сабир Йыһаншин,

                                                      Башҡортостан Республикаһы Һуғыш һәм хеҙмәт                                                      ветерандары советы президиумы ағзаһы,       отставкалағы полковник, биш орден кавалеры.