Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин

Аямаған йәнен, түккән ҡанын

Ҡайһы бер тарихсылар, 1812–1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында Рәсәй  империяһының еңеп сығыуы – уның бөтә халыҡтарының ҡаҙанышы, тип яҙырға күнеккән. Был ваҡиға  тарихын ентекле өйрәнгән   тарихсылар – Н. М. Богданович, Е. В. Тарле, Н. М. Дружинин, М. В. Нечкина, генерал-майор Е. В. Жилин,     Л. Г. Бескровныйҙарҙың хеҙмәттәренән күренеүенсә, империяла йәшәгән 200-ҙән ашыу халыҡтың ни бары 12 – 15-енең  вәкилдәре  генә был һуғышта ҡатнаша. Бына улар: грузин, осетин, адыгей, кабардин, ҡалмыҡ, латыш, эстон, литва һ.б. Һуғыштың төп ауырлығы, һис шикһеҙ, урыҫ, белорус, украин халыҡтарының иңенә төшә. Ваҡиғалар шаһиты яҙыусы Сергей Глинка бер хеҙмәтендә, 1812 йылғы Ватан һуғышында мордва менән сирмештәр (мариҙар – Ә.Й.) ҡатнашты, тип яҙа. Ләкин ул яңылыша, аталған халыҡтарҙың был һуғышта ҡатнашыуы тураһында рәсми документтарҙа, тарихи әҙәбиәттә  бер ниндәй ҙә мәғлүмәт осрамай. Инглиз ғалимы Роберт Фред Бауман «Башҡорттар миҫалында урыҫ булмаған халыҡтар Рәсәй империяһының хәрби хеҙмәтендә» тигән күләмле яҙмаларында: «Волга буйында йәшәгән татар, мордва, мари  империяның иррегуляр ғәскәрендә хеҙмәт итмәгән»,– тип яҙа.

Башҡорт биләмәләрендә йәшәгән халыҡтарҙан хәрби кампанияла, башҡорттарҙан тыш, урыҫ, мишәр, типтәрҙәр генә ҡатнаша. Типтәрҙәр – төрлө халыҡ  вәкилдәренән торған социаль төркөм. Улар араһында ерһеҙ ҡалған башҡорттар сама менән 70 процент тәшкил иткән. Ҡалған типтәрҙәр  сыуаш, мордва, татар, мишәр һәм мариҙарҙан булған. Ырымбур һәм Силәбе казактары яуға – бишәр,  мишәр һәм типтәрҙәр икешәр алай ойоштороп оҙата. Өфө урыҫтарынан яуға «Өфө йәйәүле алайы» китә. Әйткәндәй,  был хәрби берәмектә башҡорттар ҙа була. Бородино һуғышында  күрһәткән батырлығы  өсөн биш башҡорт орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Бына улар: Ислам Бакиров, Тимерйән Солтанов, Арыҫлан Әхмәтов, Әхтәм Сөләймәнов һәм Салауат Нурыев.

Башҡорттар, Ырымбур һәм Силәбе казактары, ҡалмыҡтар өсөн Наполеон ғәскәренә ҡаршы  хәрби хәрәкәттәр 1806 –1807 йылдарҙа башланған. 1805 йылдың октябрь – ноябрендә Австрияның Ульма һәм Аустерлиц тигән урындарында француз ғәскәре Рәсәй менән Австрияның йыйылма көстәрен тар-мар иткәс,  урыҫ армияһына ярҙамға Ырымбурҙан 1000 казак, 600 ҡалмыҡ, 7000 башҡорт оҙатыла. Был сама менән, 14 башҡорт алайы, тигән һүҙ. 1806 йылдың көҙөндә башҡорттарҙан һуғышҡа тағы өс һыбайлы алай алына. Тимәк, 1806 –1807 йылдарҙа Наполеон ғәскәренә ҡаршы башҡорттар  17 атлы алай ҡуя. Уларҙың   номерҙары ла билдәле: 1-се башҡорт алайы, 2-се, 3-сө һ.б.  Алыштарҙа 1 – 5, 7-се алайҙарҙың  ҡатнашыуы билгеле (1). Шулар араһында хәҙерге Учалы районының Иҫке Муйнаҡ ауылынан яҫауылдар Йосоп Ғәлекәев менән Бикмөхәмәт Хоҙайбирҙин, йорт старшинаһы, йөҙ башы Айсыуаҡ Үҙәнбаев, казак Хөсәйен Муйнаҡов; Баймаҡ районының Күсей ауылынан Алламорат Байназаров менән Имәсәй Ишҡужин, Темәстән – Байгилде Солтанғолов менән Мәһәҙи Ишҡужин; Этҡолдан – Хәйерзаман Ирғәлин, Әйүп Солтанғолов, Сәйетбаттал Ирмәков һ.б.; Бөрйән районының Байназар ауылынан Аслай Байрамғолов менән Рафик Атанғолов, Иҫке Монасиптан – яҫауыл Рәхмәғол Яҡшыбаев, Хоҙайбиргән Ишҡолов, Зыянғол Туғыҙбаев һәм Иҫәнғәли Ишембәтов; Тимерҙән – Ҡаһарман Сирбаев, Миңлебай Сирбаев, Һатлыҡ Күбәков, Байғазынан – Хәйбулла Ташбулатов менән Рәсүл Ишкилдин; Бикташтан – (ауыл юҡҡа сыҡҡан) Исламғәли Ишмөхәмәтов,   Дәүләткилде Ҡолоҡасов һ.б.

Башҡорт алайҙары 1807 йылдың 2 һәм 7 июнендә Көнсығыш Пруссияның Фридлянд тип аталған урынында һәм Тильзит ҡалаһы янында барған ҡаты һуғыштарҙа була. Ике алышта ла урыҫ армияһы тар-мар ителеп, Рәсәй  императоры 25 июндә Тильзит (хәҙер Калининград өлкәһенең Советск ҡалаһы) Франция менән солох төҙөргә мәжбүр була. Ике дәүләт араһында һуғыш ваҡытлыса туҡтап тора, башҡорттарҙы өйҙәренә ҡайтарып  ебәрәләр.

Тильзит солохо Франция файҙаһына булыуға ҡарамаҫтан, ике империя араһындағы ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығара алмай, сөнки Наполеон Европаны тотош баҫып алып, үҙ тәртибен урынлаштырырға хыял итә. Рәсәй императоры Александр I үҙ сиратында Европа илдәрен буйһондороу маҡсатын алға һөрә, Наполеонға ҡаршы хәрби союздаштар эҙләй. Шуның өсөн ике дәүләт тә яңы алыштарға әҙерләнә   һәм 1812 йылдың яҙында уға әҙерлек тамамлана.

Батшаның 1811 йылдың 7 апрелендәге махсус указына ярашлы, Ырымбур хәрби губернаторы Григорий Волконский кантон башлыҡтары ярҙамында башҡорттарҙан тиҙ арала ике: 1-се һәм 2-се алайҙар ойоштора. Тәүгеһе – Ырымбур,     икенсеһе Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре башҡорттарынан була. Сембер, Серпухов, Луцк һ. б. ҡалаларҙы үтеп, алайҙар һуғыш башланыр алдынан империяның көнбайыш сигенә етә. Хәрби хәрәкәттәр башланыу менән башҡорттарҙан 3-сө, 4-се һәм 5-се алайҙар туплана. 3-сө алайға – Миңзәлә, 4-сегә – Бәләбәй һәм Бөгөлмә, 5-сеһенә Бөрө, Бәләбәй һәм Бөгөлмә башҡорттары йәлеп ителә. 1812 йылдың 8 авгусында Александр I «О сформировании Башкирских казачьих полков» тип аталған указға ҡул ҡуя. Унда, «составить один Атаманский тысячный полк из войска Оренбургского, и от 10 до 30 и более пятисотенных полков из башкирского и мещерякского народов, коим дать название Башкирских казачьих по нумерам», тиелә. Указға ярашлы, 1812 йылдың август-сентябрендә башҡорт кантондары 13 атлы алай ойоштора, уларҙы ат, ҡорал, башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. 1812 йылдың аҙағы – 1814 йылда башҡорттарҙан тағы һигеҙ алай туплана. Әммә уларҙың номерҙары булмай, ҙур юғалтыуҙар кисергән башҡорт алайҙарын ат һәм яугирҙар менән тулыландырыуға ебәрелә. Номерһыҙ алайҙарҙың ҡайһы берҙәрен Арзамас, Бобруйск, Вильно (хәҙер – Вильнюс) һ.б. ҡалаларға оҙатҡандар. Тимәк, 1811–1814 йылдарҙа башҡорт кантондары хәрәкәт итеүсе урыҫ армияһына  28 атлы алай ебәрә, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың фекеренсә, 1811–1814 йылдарҙа башҡорттар   Наполеон ғәскәренә ҡаршы һәм көньяҡ-көнсығыш сикте һаҡлауға 27 меңләп яугир оҙата (2). Ҡалмыҡтар – өс, атап үткән Кавказ халыҡтары – бер-икешәр, латыш, литва, эстондар берәр йәйәүле алай ойоштора.

1806 –1814 йылдарҙа француз илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә халҡыбыҙҙың бөтә ҡәбилә һәм ырыуҙарынан вәкилдәр ҡатнаша. Айырыуса табын, ҡыпсаҡ, бөрйән, юрматыларҙың әүҙем ҡатнашыуы күҙгә ташлана. Тарихсылар, айырыуса этнографтар, Р. Кузеевҡа эйәреп, башҡорт халҡы үҙ эсенә 40-тан ашыу ҡәбилә  һәм ырыуҙы алған, тип яҙырға ғәҙәтләнеп китте. Был фекер тарихи хәҡиҡәткә тап килмәй, сөнки башҡорттар биш халыҡтан, уларҙың ырыуҙарынан, тағы 40-тан ашыу вағыраҡ берләшмәләрҙән тора. Биш халыҡ тигәнебеҙ – табын, ҡыпсаҡ, бөрйән, әйле, юрматылар. Бик боронғо халыҡтарҙан иҫәпләнгән айырыуса табын, бөрйән, ҡыпсаҡтарҙың үҙ дәүләттәре, үҙ хандары булған. Был турала төрлө мәғлүмәттәргә таянып, мин  «Ағиҙел»дең 2007 йылғы 10-сы һанында (133 – 166-сы биттәр) яҙып сыҡҡайным инде...

Ҡыпсаҡтарҙың, мәҫәлән, Дәште Ҡыпсаҡ, йәғни Ҡыпсаҡ далаһы, Ҡыпсаҡ иле тип аталған дәүләте тарихта тәрән эҙ ҡалдырған. Уның көньяҡ-көнсығыш сиге Алтай тауҙарынан, Һырдаръя йылғаһының түбәнге ағымынан һәм Балхаш күленән алып, көнбайышта Дунай йылғаһы тамағынаса еткән. Табындарҙың   дәүләте иһә Табын ханлығы тип аталып,  бик киң биләмәләрҙән торған. ХII быуаттың тәүге яртыһында йәшәгән ғәрәп географы, сәйәхәтсе һәм тарихсы Әбү Абдаллаһ Мөхәммәт ибн Мөхәммәт Иҙриси  IX – X быуаттарҙа йәшәгән  ғәрәп сәйәхәтселәре  Ибн Хаукәл, Ибн Джейхан һәм Ибн Факихаль Хамадани хеҙмәттәренә таянып, 1154 йылда төҙөгән картаһында Табын ханлығының көнбайыш сиген, Иҙел (Волга) йылғаһының һул,   көнсығыш сиген Иртыш йылғаһы менән  билдәләгән. Дәүләкән районындағы Асылыкүл ХIХ быуатта Ҡары-табын күле тип йөрөтөлгән. Күрәһең, Табын ханлығына күп һанлы һәм иң ҡеүәтле ҡарый-табын ҡәбиләһе нигеҙ һалып, башҡа табын һәм башҡорт ырыу-ҡәбиләләрен бер дәүләткә туплаған.    

Татар-монгол илбаҫарҙарына башҡорттарҙың 14 йыл буйы ҡаршы тороуында ҡеүәтле Табын ханлығының роле баһалап бөткөһөҙ. Табындар бөрйән, үҫәргән,  түңгәүерҙәр менән бергә татар-монголдарҙың 1229, 1230, 1232 һәм 1236 йылдарҙағы һөжүмдәрен беренсе булып кире ҡаға. Табын ханлығы булмаһа, башҡорттар Монгол илбаҫарҙарына  күп йылдар ҡаршылыҡ күрһәтә алмаҫ ине, сөнки айырым ҡәбилә  дәүләт кимәлендә ойошторолған ғәскәргә ҡаршы тора алмай.

Р. Кузеевҡа эйәреп, ҡайһы бер этнографтар табындарҙы  Алтай яҡтарынан  «алып килә». Йәнәһе, улар  Башҡортостанда килмешәк. Яҙыусы һәм публицист Рәүеф Насиров «Тыуған яҡ» тигән  хеҙмәтендә табындар Арал буйы далаларында, Ител (Волга) буйында, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының урта ағымында 4-5 мең йыл элек йәшәгән,  тип фараз итә. Һуңыраҡ табындар Башҡортостандың төньяғынан көньяҡ-көнсығышына күпләп күсеп ултыра башлай. Әле лә Табын ырыуҙары Урал һыртының төньяҡ армыттарын, Яйыҡ йылғаһының үрен, Мейәс, Өйәлге, Уй, Инйәр йылғалары буйҙарын, Ағиҙелдең урта ағымын биләй. Элегерәк улар Тубыл буйы далаларын, Тинес, Ҡарабалыҡ, Иртыш буйҙарында көн иткән. Табындар был яҡҡа Алтай яҡтарынан килмәгән,  башҡа башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙары кеүек,  иҫәпһеҙ-һанһыҙ мал-тыуарҙары менән Көньяҡ Уралдан Алтайға ҡәҙәр күсеп, илебеҙҙән бер китеп, бер ҡайтып донъя көткән.

Үҙ исеме аҫтында табындар II быуатта йәшәгән  грек ғалимы Клавдий Птоломейҙың «География буйынса ҡулланма» тигән хеҙмәтендә телгә алына. Птоломей Тын (Дон – Ә.Й.) йылғаһының көнсығышында көн иткән пасиртай (паскиртай), табывой, буручан, гайновой ҡәбиләләрен атай.  Табывойҙар, моғайын,  табын, буручандар – бөрйән, гайновойҙар – ғәйнә булғандыр. Үҙ сиратында Клавдий Птоломей был мәғлүмәтте  I быуатта йәшәгән ғалим  Марин де Турҙың   әҫәренән алған. Тимәк, табындар тарихи әҙәбиәттә бынан ике мең йыл элек билдәле булған.

Табын   этнонимы нимә аңлата   һәм ҡасан барлыҡҡа килгән? Ҡайһы берәүҙәр уны, «күмәк кешегә әҙерләнгән ашау-эсеү урыны, аш табыны», тип аңлата. Икенселәр, «аш тирәләй ултырған төркөм», тип яҙа. «Ҡунаҡ-һыйға йыйылған кешеләр төркөмөн аңлата», тип яҙыусылар ҙа юҡ түгел. Ләкин был фекерҙәрҙең береһе лә минеңсә «табын»дың мәғәнәһен тулыһынса аңлатмай. Халҡыбыҙ тарихына яңыса ҡараған тарихсыбыҙ  Салауат Ғәлләмов, «Табын ҡәбиләһенең исеме боронғо индоарийҙа, табындар табынған эҫелек, ҡояш, ут, ялҡын ҡыҙыулығы аллабикәһе Табати исеменә ҡайтып ҡала», тип яҙҙы. Башҡорттар,  әле лә  «ут яҡҡанда,  тап, таб  ҡуллана», тип аңлата  ғалим.

Табати, тапати аллабикәгә  2600 – 2800 йылдар  элек Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ далаларында дәүләт ҡороп көн күргән   иран телле скифтар ҙа табынған. Улар ашҡужалар, ишҡужалар (Ишҡужин), иран телле сарматтар, массагеттар һәм саҡтар менән туғандаш булған. 4000 йыл әүәл Көньяҡ Уралда, йәғни тарихи Башҡортостанда йәшәгән  массагеттар һәм саҡтар –  бик боронғо башҡорт ҡәбиләләре. Тимәк, скифтар ҙа боронғо ата-бабаларыбыҙ булып сыға. Утҡа, ҡояш, ялҡынға табынған табындарҙың бер өлөшө, сама менән 4000 йыл элек башҡа   башҡорт ҡәбиләләре менән бергә  йылы яҡтарға – Иранға, Төньяҡ Һиндостанға, Месопотамияның Загрос тауҙарына һәм башҡа яҡтарға күсеп китә. Икенсе өлөшө, ошонда ҡалып, үҙ дәүләтен ҡора.

Табындарҙың арҙаҡлы улы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев «Йәдкәр» тигән   хеҙмәтендә  бер нисә табын ханының исемен атай: Аҡташ хан, Ялман хан, Яуыш хан, данлыҡлы Майҡы хан, уның ейәне Ҡары (Ҡарый) хан, йәғни Ҡарый-табын хан, Фәйрүш хан, Туҡтар хан, Шәкәрле хан, Әсәт хан, Күрпәс хан. «Майҡы хан Яйыҡ йылғаһының үрге ағымынан түбәнгеһенә, Тубыл һыуынан Иртышҡаса ер биләп үҙенә табиғи (буйһонған – Ә.Й.) халыҡтарға   ҙур хан булып торған, тип яҙған Өмөтбаев. – Дәхи (тағы) шул   мәғлүмдер:  Майҡы бей мәшһүр вә мәғрүф (йәғни күренекле) булған» (3). Аҡташ хан тураһында ғалим тағы бына нимә хәбәр итә: «Уның ҡырҡ сәрүәр (етәксе, күренекле кеше – Ә.Й.) улдары бар ине, һәр бер ерҙә бәктәр ине. Уларҙы кәңәшкә йыйҙы. Олуғыраҡтары Таш хан, Түләш хан, Улаш хан, Ҡимаш хан, Суж хан, Күләж хан, Дәтеж хан, Ептек хан. Ун ике кейәүе дәхи   ун ике ерҙә ханлыҡ ҡылыр ине» (4).

Этнографтар, табындарға борондан алты нәҫел ингән, тип иҫәпләй: табын, ҡыуаҡан, бишул, һырҙы, бәҙрәк (йәғни йәрембәттәр – Ә.Й.) һәм ҡумрыҡтар.   Табындар  ике ҙур төркөмгә бүленә: көнсығыш һәм көнбайыш табындар. Көнсығыш тармағына ҡары һәм барын табындар ҡарай. Ҡарағай табын, теләү, күбәләк, ҡыуаҡан, ҡумрыҡ, бәҙрәк һәм һырҙы табындар Урал аръяғында йәшәгән  һәм әле лә шунда. Ҡайһы бер тарихсылар һәм журналистар ҡары табын урынына, Р. Кузеев һәм Р. Янғужинға эйәреп, ҡара табын, тип яҙа. Был хәҡиҡәткә ҡаршы килә, сөнки ҡары табын ырыуына Ҡары хан, йәғни Олуғ хан, Ҡарт хан нигеҙ һалған. Көнбайыш табындарға   кесе табындар, күрпәс-табындар, төкөн- табындар, кәлсер-табындар, дыуан-табындар, бишул-уңғар табындар, йомран-табындар, һарт-табындар, кенәзләр-күрпәс табындар, ҡумрыҡ- табындар һәм өс ауылда йәшәгән йәрембәт-табындар инә. Улар хәҙерге Архангел, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондарында көн итә. Этнографтар тағы бер төркөм – Татарстанда һәм төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда көн иткән ирехте-табындарҙы  күҙ уңынан ысҡындырған. Был төркөм – ҡары табындарҙың бер өлөшө. Улар 1521–1524 йылдарҙа Ҡазан ханлығына  Сәхибгәрәй хан идара иткән саҡта, уның саҡырыуы буйынса, Урал аръяғындағы ерҙәрен ҡалдырып, Сулман (Кама) буйына күсенә һәм ирехте табын булып китә, Сәхибгәрәй заманында ла, Шәғәли   һәм Йәҙегәрҙәр ханлыҡ иткәндә лә Ҡазан ханлығында хеҙмәт ҡыла. 1552 йылдың сентябрь – октябрендә Иван Грозный ғәскәренән Ҡазанды һаҡлауҙа ирехтеләр ҙә ҡатнаша. Хәҙерге көндә улар Татарстандың – 12, Тәтешле районының – 20, Балтас районының – 4, атап әйткәндә Сәйтәк, Түбәнге Ҡансөйәр (бәлки, Ханһөйәр), Үрге Ҡансөйәр һәм Текән ауылдарында йәшәй. Атап үткән ауылдарҙа башҡорттар үҙҙәре генә йәшәһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телдәрен юғалтып, үҙҙәрен татар иҫәпләй.

Күп һанлы   табындар Башҡортостандың   байтаҡ төбәктәрендә, айырыуса Силәбе өлкәһе ҡалаларында, Учалы (Юшалы – Ә.Й.) ҡалаһында һәм 179 ауылда көн күрә. Шул иҫәптән Учалы районының – 82,  Ғафури – 33, Ҡырмыҫҡалы – 28, Архангел – 20, Әбйәлил райондарының 12 һ.б. ауылдарҙа йәшәй.  Силәбе өлкәһендә табындар – 42, Ырымбурҙа – 23, Һамар һәм Һарытау өлкәһендә – 8 ауылда теркәлгән. Улар Ҡорған өлкәһенең ике ауылында ла бар. Табындар халҡыбыҙҙың бөтә азатлыҡ көрәшендә, айырыуса 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилалда, 1773 – 1775 йылдарҙағы Пугачев-Салауат яуында һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында, күпләп ҡатнаша. 1836 –1839 йылдарҙа иҫән  булған ҡайһы бер ветерандарҙың исемдәре әле лә һаҡлана. 

Архангел районына ингән 20 ауыл элек 7-се кантонға ҡараған. Аҙау ауылынан (5) – Ибенәмин Ишҡарин,  Хөсәйен Йосопов, Ҡунаҡбай Әлибаев, Хәбибулла Тәкишев, Хәмзә Ишҡарин,  Мәҡсәлмән Ибраһимов; Оҙондарҙан (6) – яҫауыл Ҡаранаев, Көсөкбай Ишкинин, Дәүләтҡол Дәүләтбирҙин,  Ҡотлогилде Ҡорманаев, Туҡай Әбилев, Хәбибулла Барагин,  Ибраһим Эткөсөков; Тирәкленән (7) –  Мырҙабай Моратов,  Моратбай Мөхәтов,  Көҫәпҡол Әбдрәшитов,  Йомағужа Йосопов,  Фәхретдин Ҡунаҡҡолов, Абдулла Кукбүрин,  Абдрахман Мулҡашев; Муллаҡайҙан (8) – Фәйзулла Килдеғолов, Ишкен Байбулдин  һәм Ҡәҙерғол Хашбаев; Абҙандан – яҫауыл Мырҙагилде Абыҙгилдин менән Исламғол Ҡаҙаҡҡолов; Ҡыҙғынан – Ҡорбанғәле Байрамғолов; Тәүәкәстән – Муллагилде Муллағолов; Әйтмәмбәт ауылынан Шәмсетдин Әләмин; Бәйестән – Ҡотлосура Йәйәнбаев менән Ҡотлозаман Мәүбәков; Тимербайҙан – Әлибай Сыңғыҙов, Аһынбай Сыңғыҙовтар ҙа француз яуында йөрөп ҡайта. Батырлығы һәм Парижды яулап алыуҙа ҡатнашҡаны өсөн улар «В память войны 1812 года» һәм «За взятие Парижа 19 марта 1814 года» тигән көмөш миҙалдар яулай (9).

Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан (10) Ватан һуғышында ҡатнашҡан алты кешенең исеме билдәле: яҫауыл Мөҡсин Хәсәнов,  Әбделмәжит Әбделкәримов, Абдуляппар Вәлитов, Аблуллатип Дәүләткилдин, Сәйетбаттал Татлыбаев, Рәхимғол Динмөхәмәтов.

Хәҙерге Ғафури районының 33 ауылында көн күргән табындар ҙа 7-се башҡорт кантонына ҡарап, яугиҙары 9-сы һәм 12-се атлы алайҙар составында һуғыша.  Ике көмөш миҙал тағып ҡайтып төшә  улар.  Сәйетбаба ауылының (11) уҙамандарын атап  үтәйек: Аҡбулат Ғүмәров, Кинйәбулат Ғайсаҡаев, Хәмит Өмөбаев, Илбулды Ауазаев, Тоҡсура Яҡшығолов,  Ырыҫҡол Бәйембәтов, Ғәлләметдин Әбдрәхимов (бәлки, Абдрахманов), Әхмәт Мырҙаҡаев  һәм Атанғол Дәүләтҡолов.

Иҫке Тайыш (12) – боронғо табын ауылдары иҫәбендә. Уға, сама менән 1757 йылда  Кәлсер-табын олоҫо старшинаһы Тайыш Эткинин нигеҙ һалған, тигән фекер бар. Ләкин ауыл күпмелер ваҡыт Салауат тип тә аталған. ХVIII быуат урталарында, ихтимал, башында Мәсетле тип йөрөтөлгән. Тимәк, ауылдың кәмендә 250 – 300 йыллыҡ тарихы бар. Яңы Тайыш ауылы башта Юрмаш Тайышы тип аталып, һуңынан Суҡ ҡайын булып китә. 1812 йылғы Ватан һуғышында Иҫке Тайыштан  яҫауыл Фәйзулла Тайышев, Хәмит Динисламов,  Һәүәләй Әбделйәмилев, Кинйәбулат Мөхәмәтғәлин, Ҡунаҡҡужа Миңлеяров, Ҡотлогилде Нәҙершин, Хөсәйен Зәйетов (бәлки, Сәйетов),  Сәйетбаттал Ҡотлобулатов,  Билал Зөбәйеровтар ҡатнаша. Барыһы ла Париж ҡалаһынан урап, ауылына ике көмөш миҙал тағып ҡайта.

Һабай ауылында (13) Тайыш, Яңы Тайыш, Талпар, Юрмаш, Ҡауарҙы, Мораҙ, Оло һәм Кесе Ибраһим, Ташаҫты, Ерек һәм Ерекле ауылдарындағы кеүек, кәлсер-табын  тоҡомдары йәшәй. Аралар – ябалаҡ, бире, юныс, уранҡай.  XIX быуат башында кәлсер-табындар иң хәлле башҡорт ырыуҙарынан һаналып,  53 мең (!) дисәтинәләп ерҙән файҙалана һәм башҡа халыҡтарҙы үҙ  араһына индермәй.   Һабайға   Кәлсер-табын олоҫо старшинаһы Һабай Ҡотлин нигеҙ һалған. Ул 1773 – 1775 йылдарҙағы башҡорт яуында әүҙем ҡатнаша, полковник дәрәжәһендә була. Ошо яу башланғанда  уның оло улы Иманғолға 13 йәш.   Ике улы: 1789  һәм 1792 йылдарҙа  донъяға килгән  Ишемйәр менән Ибраһим Юлыҡ ауылында йәшәгән. Һабай тигән исем булмаған, ул Һабанғолдоң   ҡыҫҡартылған варианты.  XVII быуат документтарында уҡ осрай. Һабанғол Ҡотлоғужин (Ҡотлин түгел – Ә.Й.) Ҡотлоғужа ауылынан сыҡманымы икән, тип уйларға ла нигеҙ бар.

Һабай ауылынан 1812 йылғы Ватан һуғышында Бикмөхәмәт Азатов, Әбделмәжит Миңлеяров, Һөйөндөк Ҡояшев, Муллағол Зыяшев, Ҡотлоюл Этҡолов, Ихсан Урманшин, Кәлимулла Сыуашбаев, Алтынбай Көҫәпов (ихтимал, Көҫәпҡолов),  йөҙ башы Хәбибулла Теләүғоловтар  ҡатнаша. Барыһы ла 12-се башҡорт атлы алайында хеҙмәт итеп, Париждан урай, ике көмөш миҙал тағып ҡайта.