Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Радик Ғәзизов

Көнгәк

Ағиҙелдән томан күтәрелә,

Көтөү сыға Әүен артына.

Йәй айының алһыу таңдарында

Күңел әллә ҡайҙа атлыға.

 

Тау түбәһе нурға сума бер саҡ,

Һандуғастар һайрай туғайҙа.

Ағиҙелем, ебәк таҫма булып,

Көнгәк-тау тирәләй урала.

 

Ҡыҙҙар йыры, ҡурай тауыштары

Яңғырата Иҙел буйҙарын.

Әкрен иҫкән иртәнге ел менән

Алыҫтарға китә уйҙарым.

 

Оран һалып яуға киткән саҡта,

Фатихаһын биргән ҡарт Байыҡ.

Ҡаһым әйткән, ҡылыс йөҙөн үбеп:

«Дошманды беҙ еңеп ҡайтайыҡ!

 

Кемдер ҡайталмаһа сал Уралға,

Юлдар-йылдар аша дан ҡайтыр.

Яу ҡырында ауған батырҙарҙың

Төҫө булып алһыу таң атыр... 

 

Ағиҙелдән томан күтәрелә,

Көтөү сыға Әүен артына.

Йәй айының хозур таңдарында

Күңел-бөркөт күккә атлыға.