Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Наил Ғәйетбай

Ҡултамға йәки Түрә ҡабул итмәй

Сатирик комедия, ике бүлектә

Ҡатнашалар:

                Билал, Низам, Ансаф, Файза, Гөлсара, Мәликә;

                1-се, 2-се, 3-сө кеше

                1-се, 2-се милиционер

                Ҡыҙ

 

Беренсе бүлек

Шаршау асылмаҫ элек сәхнәгә Актер сыға, ҡулында телефон.

Актер (тамашасыларға). Хәйерле кис! Һаумыһығыҙ. (Телефонға.) Алло? Назар Хазарович! Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе Көҙән комитеты рәйесенең урынбаҫары Низам Ҡәҙербаев борсой. Һеҙҙең райондар буйлап комитеттар эшен тикшереп йөрөүегеҙҙе ишеттек. Мотлаҡ рәүештә беҙгә килегеҙ. Алыҫыраҡ, әлбиттә. Ләкин һеҙ бер нәмәгә ҡарамай килергә тырышығыҙ. Беҙҙә эштәр бик хөрт.

Нимә? Эйе, эйе! Бөгөн киләһегеҙ? Рәхмәт! Көтәбеҙ һеҙҙе! Һау булығыҙ!.. Булды. Былай булғас, тамаша башланды. (Китә.)

Шаршау асыла.

Йәнәш ике кабинет – Билалдыҡы һәм ҡабул итеү бүлмәһе. Билал үҙ кабинетында видик ҡарай. Видикта билдәле йырсы Резеда Надирова йырлай. Ҡабул итеү бүлмәһендә – Файза телефондан шылтырата.

Файза. Алло! Алло!

Билал видиктың тауышын кәметә.

Билал. Файза! Тоташтыраһыңмы һин мине Иҙелбаш менән, юҡмы?

Файза. Бер кем дә телефонды алмай, Билал Саматович.

Билал. Сәйер был, бик сәйер! Биш минут һайын шылтырат.

Видик йырлай.

Тулҡындар, тулҡындар,

Ярҙарға ҡаҡмағыҙ!..

Билал. Файза!

Файза кабинетҡа инә.

Файза. Резеда Надирова!.. Иҫ киткес йырлай!

Билал. Ниңә һаман ҡапҡыларға килтермәйҙәр?

Файза. Хәҙер, хәҙер, Билал Саматович! Алло! Раечка! Ниңә оҙаҡлайһың?.. Килтерәләр!

Файза ҡабул итеү бүлмәһенә сыға. Коридорҙан тележка этеп Ҡыҙ инә.

Ҡыҙ. Мөмкинме?

Файза. Оҙаҡлап йөрөйһөң!

Файза һәм Ҡыҙ кабинетҡа инәләр.

Ҡыҙ. Һаумыһығыҙ, Билал Саматович!

Билал. Сәләм… Иҙелбаш нимә эшләй?

Файза. Телефонды алмайҙар. Әллә үлеп бөткәндәр инде.

Билал. Шайтан алғыры! Һинең исемең Раечкамы әле?

Ҡыҙ. Эйе.

Билал. Күптән эшләйһеңме беҙҙә?

Ҡыҙ. Бер аҙна… Матур йыр тыңлайһығыҙ.

Билал. Ә кем йырлай, беләһеңме?

Ҡыҙ. Мин башҡорт йырсыларын белмәйем.

Билал. Минең иң яратҡан йырсым Резеда Надирова! Бына уның портреты!

Ҡыҙ. Ә мин гел, кемдең портреты, тип һорарға уйлайым.

Билал. Әйҙә, Раечка, миңә компания бул әле. Юғиһә кәйеф тә юҡ.

Ҡыҙ. Юҡ, юҡ! Эштә эсмәйем!

Файза. Раечка, һиңә ярай.

Билал. Файза, Иҙелбаш, Иҙелбаш!

Файза сыға.

Билал. Раечка, саҡ ҡына эс әле…

Ҡыҙ. Бик өгөтләйһегеҙ… Ә йыр бик матур!

Билал. Резеданың яңы йыры. Үҙенән үҙе бейергә саҡырып тора.

Ҡыҙ. Эйе шул. Әйҙә, бейейек!

Билал. Һине күрһәм, кәйефем күтәрелә минең…

Бейейҙәр. Ҡабул итеү бүлмәһендә Файза телефондан шылтырата.

Файза. Алло! Алло! Юҡ инде, юҡ, бер кем яуап бирмәй!

Мәликә инә.

Мәликә. Һаумы.

Файза. Һаумы, Мәликә. Билал Саматович ҡабул итмәй.

Мәликә. Кабинетында, тигәйнеләр вахтала.

Файза. Унда кәңәшмә бара.

Мәликә. Көтөрмөн. Ҡасан бөтә?

Файза. Тиҙ бөтмәҫ. Мөһим кәңәшмә.

Мәликә. Унда йырлайҙар түгелме?

Файза. Радио ул.

Мәликә. Ә ниңә кәңәшмә ваҡытында радионы һүндермәгәндәр?

Файза. Һинән һорамағандар.

Файза, барып,

ишекте нығыраҡ яба.

Ниңә килдең?

Мәликә. Низамға. Ул ҡайҙа?

Файза. Низам Әнүәрович… эш буйынса китте.

Мәликә. Ниңә ҡойолоп төштөң?

Файза. Бер ҙә ҡойолманым.

Мәликә. Ҡурҡма. Миңә Билал кәрәк.

Файза. Әйттем бит. Ул ҡабул итмәй.

Мәликә. Мине ҡабул итер. Бар, әйт. Бер генә минутҡа, тиген.

Файза. Кәңәшмәне туҡтатыпмы?

Мәликә. Мәликә килгән, тиһәң, туҡтатыр.

Файза. Юҡ!

Мәликә. Хәҙер рөхсәтһеҙ барып инәм! Бар, әйт!

Файза. Ух!

Файза кабинетҡа инә,

видиктың тауышын әкренәйтә.

Билал. Ни булды?

Файза. Унда Мәликә килгән.

Билал. Ниндәй Мәликә?

Файза. Һуң… Һеҙ уны яҡшы беләһегеҙ.

Билал. Әйт, ҡабул итмәй, тиген.

Файза. Әйттем. Инәм, ти.

Билал. Кәңәшмә бара, тиген.

Файза. Әйттем. Үткәр, ти. Үткәрмәһәң, ишекте емереп үтәм, ти.

Билал. Ярҙамсыға ебәр.

Файза. Ярҙамсығыҙ налоговыйҙа.

Билал. Низамға инһен.

Файза. Низам администрацияға китте.

Билал. Шайтан алғыры! Аҡҡа төшкән тараҡан! Раечка, һин китеп тор. Ул ишектән түгел, теге бүлмә аша. Һуңғараҡ саҡырырмын. Ярай, инһен! Туҡта!.. Өҫтәлде йыйыштыр, видикты һүндер!

Билал өҫтәл артына барып ултыра. Файза ҡабул итеү бүлмәһенә сыға.

Файза. Ин…

Мәликә кабинетҡа инә.

Бәлки, был Иҙелбаш комитетының телефоны эшләмәйҙер. Иҙелбаш хакимиәтенә шылтыратайым әле. Алло! Ниңә һеҙҙең комитетта бер кем телефон трубкаһын алмай. Әллә унда үлеп…

Тауыш. Унда бит кисә министр Назар Хазарович килгәйне. Комитетта эштәр хөрт… Пип… Пип… Пип…

Файза. Өҙөлдө! Алло! Алло!

Кабинетта.

Мәликә. Һаумы.

Билал. Һаумы, Мәликә.

Мәликә. Исемемде онотмағанһың икән.

Билал. Ни йомош?

Мәликә. Бында кәңәшмә бара, тигәйне Файза.

Билал. Бара ине. Был ишектән сығып киттеләр. Һин ҡыҫҡараҡ тот. Минең ваҡытым юҡ.

Мәликә. Сәйер кәңәшмә. Музыка уйнай ине. Араҡы, ҡыҙҙырылған тауыҡ еҫе килә.

Билал. Нимә, еҫкәнергә килдеңме? Нимә кәрәк һиңә?

Мәликә. Тупаҫланғанһың.

Билал. Йомошоңдо тиҙерәк әйт. Миңә Иҙелбаш менән һөйләшергә кәрәк. Ашығыс эш.

Мәликә. Һин яҡшы беләһең, минең йәшәр урыным юҡ. Ауылдан өй һатып алдым. Шуны күсереп ултыртыр өсөн ер кәрәк. Ҡарарға ҡул ҡуй. Бөгөн һуңғы көн. Раҫламаһаң, справкаларҙы ла, ҡултамғаларҙы ла яңынан йыйырға кәрәк.

Билал. Ҡарарҙар ярҙамсым аша үтә. Уға бир. Тәртибе шулай.

Мәликә. Мин унда булдым кисә.

Билал. Шунан?

Мәликә. Ул ришүәт һорай.

Билал. Аңламаным.

Мәликә. Взятка һорай. Ришүәт.

Билал. Булыуы мөмкин түгел!

Мәликә. Илле мең!

Билал. Һин уны яңылыш аңлағанһың.

Мәликә. Яңылыш аңлаһам, саҡыр ҙа үҙенән һора.

Билал. Ул әле урынында юҡ. Әгәр дөрөҫ икән, иртәгә үк эштән ҡыуам.

Файза йүгереп инә.

Файза. Билал Саматович! Иҙелбаш менән һөйләштем. Уларҙа кисә министр булған!

Билал. Ниңә миңә бирмәнең телефонды? Ни менән бөткән?

Файза. Әйтергә өлгөрмәнеләр, бәйләнеш өҙөлдө.

Билал. Тағы шылтырат!

Файза китә.

Мәликә. Билал, ул ярҙамсыңа йөрөтмә мине. Тот та ҡул ҡуй, раҫла ҡарарҙы. Бында һинең фамилияң тора бит.

Билал. Булмай. Регистрацияны ярҙамсым алып бара. Ә регистратураһыҙ ҡарар ысын түгел. Мин бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Хуш.

Файза йүгереп инә.

Файза. Билал Саматович, Билал Саматович! Телефонограмма! Беҙгә министр Назар Хазарович килә!

Билал. Министр?! Беҙгә?! Бир! „Министр Назар Хазарович Бураншин 13 сентябрь Иҙелбашта булды. Бөгөн 14 сентябрь иртәнсәк юлға сыҡты, сәғәт 14-кә һеҙгә килә“. Бөгөн нисәһе?

Файза. 14 сентябрь.

Билал. Сәғәт нисә?

Файза. Ун бер.

Билал. Өс сәғәт ҡалған! Йә, Хоҙай! Ул бит, берәй айһыҙ һеҙгә бара алмам, тигәйне!

Файза. Шулай тигәйнегеҙ шул.

Билал. Ниңә ҡапыл килергә булған? Ниңә?

Мәликә. Тикшерергә.

Билал. Нимә?! Сығып кит! Күрмәйһеңме, минең ваҡытым юҡ!

Мәликә. Ярҙамсыларың хаҡында хәбәр барып еткән.

Билал. Файза, сит кешеләр ни ҡарай бында? Сығарып ебәр! Охрананы саҡыр!

Файза. Бар сыҡ, бар! Һинең ҡайғың юҡ хәҙер бында! Министр килә!

Мәликә. Ал ҡулыңды!.. Ярай, мин киттем. Тик бөгөн тағы киләсәкмен әле!

Мәликә китә.

Билал. Проходнойҙы бикләргә кәрәк. Бер кем дә инә алмаһын! Низам ҡайҙа? Файза, Низамды тап. Тиҙ генә килеп етһен!

Файза. Алло! Низам Әнүәрович! Тревога! Ҡурҡыныс хәл!

Билал. Бир әле! Һин ҡайҙа? Тиҙ килеп ет! Бер аяғың унда, икенсеһе бында!.. Нимә эшләргә йөрөй инем әле? Башым бөтөнләй эшләмәй башланы… Ниңә килә? Ни өсөн?

Файза. Билал Саматович, ә һеҙҙең ул Назар Хазаровичты күргәнегеҙ бармы? Шул тиклем ҡурҡыныс кешеме икән?

Билал. Ҡайҙан күрәйем? Мәскәүҙән Өфөгә күсеп эшләй башлағанына ике генә ай!

Файза. Билал Саматович, борсолмағыҙ шулай. Килер ҙә китер.

Билал. Һин ни беләһең? Уның Мәскәүҙән Өфөгә министр булып килеүенә ике генә ай! Шул арала дүрт районда булды, дүрт районда ла комитет башлығын эшенән ҡыуҙы!

Файза. Йә, Хоҙай!

Билал. Ана шул-шул! Иҙелбаштан беҙгә тиклем 600 километр! Ниңә Иҙелбаштан беҙгә килә? Бөтә республика аша, дүрт районды үтеп? Ниңә шул райондарҙағы комитеттарҙы ғына тикшермәй? Ә Иҙелбашта тикшереүе нимә менән бөткән? Тоташтыр, тоташтыр мине Иҙелбаш менән!

Файза ҡабул итеү бүлмәһенә китә. Низам инә.

Низам. Билал Саматович, ни булды?

Билал. Низам Әнүәрович, ҡайҙа йөрөйһөң? Бөгөн беҙгә Назар Хазарович килә!

Низам. Нисек? Ул бит әйткәйне…

Билал. Бөтә бәлә шунда! Бөгөн килә! Сәғәт икегә!

Файза. Билал Саматович! Иҙелбаш районы комитеты!

Билал. Иҙелбашмы? Ҡайҙа Мөслим Әсәнович?.. Нимә?.. Юҡ?.. Беләм, беләм министрҙың кисә һеҙҙә булғанлығын… Ни өсөн?.. Ярай, һау булығыҙ… Йә, Хоҙай!.. Был ниндәй кошмар?!

Низам. Нимә, Билал Саматович? Нимә булған?

Билал. Мөслим Әсәнович!.. Комитет башлыҡтарының иң алдынғыһы! Элекке министрҙан гел маҡталған Мөслим Әсәнович!.. Кисә эшенән ҡыуылған…

Низам. Ысынмы? Булмаҫ! Ул бит һәйбәт етәксе… ине, шикелле.

Билал. „Һәйбәт етәксе…“ Ул идеаль етәксе ине!.. Һәм урынына кемде ҡуйғандар?!

Низам. Кемде?

Билал. Теге хөрәсәнде! Аяғын саҡ һөйрәп йөрөгән көсөктө!

Низам. Кем ул?

Билал. Кем булһын – урынбаҫарын! Уны Мөслим Әсәнович менән сағыштырып буламы ни? Мөслим Әсәнович бит тау ине! Ҡая ине! Ә был… Туҡта! Назар Хазарович биш районда ла комитет начальниктарын алып ырғытты ла урынбаҫарҙарын урынына ҡуйып китте! Был нимә – тенденциямы?

Низам. Биш районда ла түгел, Билал Саматович. Мәсәғүт районында Назар Хазарович начальник урынбаҫарын Өфөгә, үҙенә урынбаҫар итеп алды.

Билал. Ҡара, белеп тораһың! Һин дә өмөтләнәһеңме? Белеп ҡуй: әгәр минең артҡа тибә ҡалһа...

Низам. Билал Саматович, ҡурҡмағыҙ! Бер нәмә лә булмаясаҡ.

Билал. Буласаҡ! Әгәр ошолай ҡул ҡаушырып ултырһаҡ, буласаҡ! Ултыр. Ошо минуттан чрезвычайное положение иғлан итәм! Өс сәғәт ваҡытыбыҙ бар. Беҙ шул ваҡыт эсендә йүгерергә, сабырға, шартларға, әммә йөҙ эш башҡарырға тейеш! Һәм!..

Низам. Нимә?

Билал. Назар Хазаровичты иҫ киткес итеп ҡаршылайбыҙ! Президентты ҡаршылаған кеүек! Мине был тиклем хөрмәт менән бер ҡасан да ҡаршы алғандары юҡ, тип илап ебәрһен!

Низам. Ул бит президент түгел.

Билал. Президент! Бөгөн ул – минең өсөн, һинең өсөн президент! Хатта бейегерәк! Аңланыңмы?

Низам. Аңланым.

Билал. Тимәк, былай... Алло!.. Миңә хакимиәт башлығының урынбаҫары кәрәк ине... Һаумыһығыҙ, Хәйбулла Зиннәтович! Миңә министрыбыҙ килә. Бөгөн, өс сәғәттән. Һеҙҙең ҙур түрәләрҙе ҡаршылаусы командағыҙ кәрәк ине. Әлбиттә, түләйәсәкбеҙ... Рәхмәт!.. Булды! Бөтәһенә лә әҙер булырға ҡушырмын, тине, кем кәрәк, барыһын да ал, тине. Тимәк, былай... Яҙ! Ҡалаға ингән ергә милли кейемдәрҙә икмәк-тоҙ биреүселәр һәм... ҡымыҙ! Ҡымыҙ кәрәк!

Низам. Уны ҡайҙан алабыҙ? Ҡалала бит юҡ!

Билал. Ер аҫтынан тап! Егерме литр! Ҡаршы алғанда булһын өҫтәлдә! Бөтә ерҙә! Аңланыңмы?

Низам. Аңланым.

Билал. Ҡаршы алған ергә... йөҙ ҡурайсы ҡуябыҙ!

Низам. Ҡаланың ҡаршы алыу командаһында ун ғына ҡурайсы.

Билал. Ун аҙ – әҙәм көлкөһө! Йөҙ булһын! Министрҙы баштан уҡ масштаб менән шаҡ ҡатырырға кәрәк. Ойоштороу эффекты менән! Аңлайһыңмы? Йөҙ ҡурайсы! Күҙ алдына килтер! Масштаб!

Низам. Тағы туҡһан ҡурайсыны ҡайҙан алабыҙ?

Билал. Мәктәптәрҙән ал. Училищеларҙан. Хакимдың урынбаҫары рөхсәт итте, тиң.

Низам. Унда ҡурайҙа уйнай белеүселәр аҙ.

Билал. Бысағымамы уларҙың ҡурайҙа уйнай белеүе? Ҡурай тоттор ҙа баҫтыр. Уйнай белгәндәре уйнар.

Низам. Билал Саматович, бәлки, шул ун ҡурайсы етер? Ҡапыл ғына йөҙ ҡурайҙы мин ҡайҙан табайым?

Билал. Һин нимә – миңә аяҡ салмаҡсы булдыңмы? Ҡара уны – минең артҡа типһә, һине лә упҡынға алып төшөп китәсәкмен!

Низам. Башығыҙға юҡ уй килә, Билал Саматович! Мин бит...

Билал. Йөҙ ҡурай! Берәүгә лә кәм түгел!

Низам. Аңланым.

Билал. Йөҙ ҡурай таба алмаһаң, таяҡтар тоттор ҙа баҫтыр! Уйнай белмәгәндәргә нимәгә ҡурай? Шулай түгелме?

Низам. Шулай.

Билал. Тағы нимә була әле ҡаршы алғанда?

Низам. Сәскә биреүселәр!

Билал. Дөрөҫ! Йөҙ бала! Һәр балаға берәр сәскә биреп ҡаршы сығарабыҙ. Һәр береһе Назар Хазаровичтың сикәһенән үбә лә сәскә бирә! Шәпме?

Низам. Билал Саматович, йөҙ бала бигерәк күп булмаҫмы?

Билал. Һиңә йөҙ күп булһа, йөҙ илле!

Низам. Ярай, йөҙ булһын.

Билал. Ҡаршы әйтеп теймә нервыма! Мин ошо минутта шундай хәлдә – үлтерә һуғыуым бар. Йөҙ бала!

Низам. Йөҙ бала. Сәскә менән. Бөтәһен дә уйланыҡ. Мин үтәргә йүгерҙем.

Билал. Эйе, бар. Ә-ә, туҡта әле! Һин ике таяҡ, бер ҡыҙыл лента, поднос һәм ҡайсы әҙерлә!

Низам. Уларҙы нимә эшләтәбеҙ?

Билал. Комитетҡа газ үткәреүҙе тантаналы рәүештә асабыҙ! Назар Хазарович аса – лента ҡырҡа. Шунан газды тоҡандыра. Шәпме?

Низам. Бик шәп! Тик беҙҙең комитетҡа газ үткәрелмәгән.

Билал. Һин ниңә ҡаршы өндәшәһең? Һүҙ әйтер әмәл юҡ, тотаһың да ҡаршы өндәшәһең! Тағы миңә аяҡ салырға итәһеңме?

Низам. Һуң бит, Билал Саматович, беҙҙең комитетта газ юҡ. Беҙгә үткәреү өсөн уны ун километр һуҙырға кәрәк.

Билал. Һин ниңә миңә километрҙарыңды һөйләйһең? Мин һиңә газ үткәрергә ҡушаммы ни? Лента әҙерлә!

Низам. Лента әҙерләрмен дә ул...

Билал. Шунан буфет эргәһенә соҡор ҡаҙҙыр.

Низам. Ниндәй соҡор?

Билал. Киңлеге ярты метрға ярты метр, тәрәнлеге – ике метр.

Низам. Шунан?

Билал. Шунан шунда газ баллоны күмәбеҙ. Унан шланг сығарып, кран ҡуябыҙ. Назар Хазарович лентаны ҡырҡа ла, кранды асып, газды тоҡандыра.

Низам. Кемгә кәрәк инде был спектакль?

Билал. Назар Хазаровичҡа кәрәк! Түрәләр тантаналы рәүештә яңы объекттар асырға бик ярата. Ә беҙҙә асырлыҡ яңы объект юҡ! Булмаһа, табабыҙ! Газ үткәреүҙе асабыҙ!

Низам. Шаҡ ҡатырлыҡ!

Билал. Бар! Ә-ә, туҡта әле! Завхозға әйт: ҡаланан беҙҙең комитетҡа тиклем юлдың ике яғынан да үләнде сабып сыҡһын, һәм метр һайын сәскәләр ҡаҙап ҡуйһындар.

Низам. Ниндәй сәскәләр?

Билал. Искусственный. Ә комитетҡа етәрәк корзиналар менән сәскәләр ултыртһындар. Ағастарҙың төптәрен аҡлаһындар. Бар, бар, нимә туҡтап ҡалдың?

Низам китә.

Алло! Өфөмө? Һаумы, Хәмит Насирович! Танымай торам. Бөгөн беҙгә Назар Хазарович килә, беләһегеҙҙер? Ниндәйерәк кеше ул? Нимә ярата, нимәне йәне һөймәй, тигәндәй... Эйе шул, Мәскәүҙән эшкә килгәненә ике генә ай бит, ҡайҙан белеп бөтәһегеҙ... Мәскәүгә шылтыратырға, элекке эшләгән урынына? Аллабирҙин? Ул Назар Хазарович хаҡында бөтәһен дә беләме? Бушҡа һөйләмәй? Аңлашылды... Рәхмәт! Файза! Низамды кире бор! Тиҙерәк!

Файза. Низам Әнүәрович!

Файза йүгереп сыға.

Билал. Ниндәй заман китте был?! Аллабирҙин тигән берәү Назар Хазарович хаҡында бөтәһен дә белә, ти, тик һөйләтер өсөн алдан түләргә кәрәк, ти. Йәнәһе бөгөн иң ҡыйбат тауар – информация.

Низам инә.

Низам. Ни булды?

Билал. Йөҙ ат кәрәк!

Низам. Йөҙ ат? Ниңә?

Билал. Назар Хазаровичты ҡаршыларға! Бына әле генә Өфө менән һөйләштем. „Әле бер холҡон да белмәйбеҙ, уҫаллығын да ат яратҡанлығын ғына беләбеҙ“, – тиҙәр. Ат ярата! Был бит – бәхет! Был – беҙҙең ҡотолоу! Аттарҙы күрһә, Назар Хазарович һораша икән: „Ниндәй ойошманыҡы?“ „Беҙҙең комитеттыҡы“,– тиһәләр, ҡыуана, ти. Беҙ йөҙ атты ҡала юлының беҙҙең комитетҡа боролған ерендә йөрөтәбеҙ. Һораһа, әйтәбеҙ: „Комитеттың аттары! Хеҙмәткәрҙәргә ит, ҡымыҙ өсөн тотабыҙ!“

Низам. Тик бит беҙҙә бер ат та юҡ.

Билал. Бөтә ҡаланыҡын йый.

Низам. Бөтә ҡалала барлығы һигеҙ ат бар, Билал Саматович. Элеваторҙа – биш, электросетта – өс.

Билал. Эшкинмәгән! Һиңә бер йүнле эш ҡушып булмай! Файза! Мине бажа менән тоташтыр!

Файза. Ниндәй бажа, Билал Саматович?

Билал. Минең йөҙ бажам бармы ни? Шул бер бажам менән тоташтыр! Ауыл хужалығы кооперативы рәйесе менән!

Файза. Билал Саматович, бажағыҙ!

Билал. Алло! Бажа! Срочно аттар кәрәк! Иткә түгел, тере аттар! Йөҙ ат! Өфөнән яңы министрыбыҙ килә. Ат ярата, ҡәһәрең. Юлына сығарып ҡуябыҙ ҙа, комитеттың аттары, тип маҡтанабыҙ. Кәрәк, бажа, кәрәк. Бөгөн кәрәк. Ике сәғәттән! Сәғәт икенсе яртыға! Сабып килһәләр, өлгөрәләр! Рәхмәт! Балдыҙға сәләм әйт!.. Булды! Бына ошолай ойошторалар уны! Ә һин – аттар юҡ! Бар! Башҡаларын ойоштор!

Низам китә.