Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Линиза Шакирова

Аға һыуҙар ҡиблаға...

Хикәйә

Бишенсе ҡаттан ауыр келәмде Әҡлимә саҡ-саҡ һөйрәп төшөрҙө. «Ларҫ» итеп ергә төшкән келәмдән һуң  «уф» тигән ауаз да ишетелде. Келәмен йәйеп, борхолдоғон сығарып ҡарға ҡуша тапаны. Инде күтәреп элергә ҡала. «Уф, ҡайһылай ауыр! Был хәтлем дә ауыр әйберҙе нисек һөйрәтмәк тә нисек элмәк кәрәк»? – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, ҡарға бата-бата, көс-хәл менән тимер бағаналар яғына килтереп еткерҙе, ә элгәнендә аҙапланыуҙарын күрһәң! Бер яғын элһә, икенсе яғы шыуып төшә, икенсе яғын элһә, был яғы...

– Һаумыһығыҙ! Ҡайҙа, ярҙам итешәйем! – тигәнгә ҡапыл тертләп башын күтәрҙе. Боролоп ҡараһа, алдында буйһыу, ҡаҡса егет йылмайып  тора. Матур, төпһөҙ, осҡон уйнаған ҡара күҙҙәр уға төбәлгән. Әҡлимә, мәшәҡәтләнеп йөрөп, егеттең алдына килеп баҫҡанын аңғармай ҙа ҡалған. Шунлыҡтан ҡапыл ҡаушап төштө.

– Баянан бирле һеҙҙе тәҙрәнән күҙәтеп торҙом да сығып ярҙам итергә булдым. Бер үҙегеҙгә ҡыйын бит, – тип келәмде йәтешләп элеп тә ҡуйҙы егет.

– Рәхмәт, – тиеүҙән башҡа сара ҡалманы Әҡлимәгә.

– Ауыр икән дә, нисек кенә күтәреп сығарҙығыҙ? – Егет келәмдәрҙе ҡағыша башланы. Юғалып ҡалған Әҡлимәгә ҡарап: – Гел шулай бер үҙегеҙ ҡағаһығыҙмы? – тип тә ныҡышты.

Ҡаушап ҡалыуҙан ҡыҙарған йөҙөн йәшерергә теләгәндәй, ҡыҙ башын аҫҡа эйҙе.

– Э-э-э, йә әсәйем үҙе генә, йә бергәләп... Бөгөн ҡайтҡанын көтмәгәйнем шул.

– Хәҙер беҙ уны «һә» тигәнсе ҡағып, таҙартып ҡуябыҙ... Бына шулай... – Ят егет һүҙ ҡушып ҡараны, ә Әҡлимә, бөтөнләй ҡаушап, һөйләшмәне лә.

Ярҙамсыл егет келәмде ҡағышып, килешле генә бөкләп, күтәреп фатирға индереп ҡуйҙы.  Ҡыҙға, алдан йүгереп йөрөп, ишек кенә асырға ҡалды...

Бынан һуң Әҡлимәгә итәғәтле егет тураһындағы уйҙары тынғы бирмәне. «Һөйләшһәм ни булған? Исмаһам, исемен дә һораманым, әллә ниңә быуындарым бушап, ебенем дә төштөмсө... Шуны уйлап тик йөрөйөм? Уйламайым башҡаса... » – тип үҙен битәрләне. Уй теҙгенен тотоп  буламы һуң? «Тәҙрәнән ҡарап торҙом», – тине, тимәк, бер йортта йәшәйҙәр. Ниңә бығаса уны күргәне булманы һуң?

Ыжғыр бурандары менән ҡыш та үтеп китте. Әҡлимә яҙғы еләҫкә иркәләнеп йорт алдындағы эскәмйәлә ултыра ине, ҡапыл яңғырап киткән таныш тауышҡа тертләп ҡуйҙы.

– Һаумыһығыҙ!

Үтә лә яҡын, таныш тауыш! Әҡлимә башын күтәреп ҡараһа, алдында – теге мәлдәге серле егет күҙҙәренән осҡондар сәсрәтеп, йылмайып тора.

– Һаубыҙ! – тине Әҡлимә, осрашыу ҡыуанысын йәшерә алмайынса.

– Ял итәһегеҙме? Эргәгеҙгә ултырайыммы? – Егет, яуап та көтмәйсә, ҡыҙ эргәһенә ултырып  алды.

– Эйе, саҡ ваҡыт табып, бөгөн генә сығып ултырҙым әле.

– Күпме йүгерһәң дә, ваҡыт еткереп булмай шул.

– Һеҙ бөгөн дә мине тәҙрәнән күргәс килеп сыҡтығыҙмы? – тине Әҡлимә уйынлы-ысынлы.

– Эйе, күреп ҡалып, һинең яныңа сыҡтым. – Егет аңғармаҫтан ғына «һин»гә күсте. –  Таныш булайыҡ: исемем – Хөснидин.

– Мин Әҡлимә булам.

– Бына танышып та алдыҡ! Уҡыйһыңмы, әллә эшләйһеңме?

– Уҡыйым, тегенсегә, – тине лә Әҡлимә, үҙен борсоған һорауҙы бирә һалды. – Тәҙрәнән күреп сыҡтым, тинең. Мин был йортта бала саҡтан йәшәйем, бер ҙә һине күргәнем юҡ ул.

– Ә-ә-ә, – Хөснидин һүҙен йылмайып дауам итте. – Беҙ был яҡтың кешеләре түгел. Был фатирҙа ла ваҡытлыса йәшәйбеҙ.

– Ниндәй кешеләр һуң? – Әҡлимә ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне.

– Беҙ Урта Азиянан. Милләтем – тажиҡ.

– Мин һине башҡорт икәнһең тип уйлағайным.

– Беҙ ни бер мосолман инде, динебеҙ бер. Хатта телдәребеҙ ҙә яҡын.

– Эйе шул, бер-береңде аңларға була, тик һеҙҙең телегеҙ беҙҙекенән ныҡ айырыла шикелле... – тип һүҙҙе эләктереп алырға тырышты ҡыҙ. – Йә, әйтәм, бер ҙә күренгәнең юҡ таһа?

– Теге мәлдән һуң, тиһеңме?.. Унан һуң үҙебеҙгә ҡайтып килдем...

Шул саҡ тәҙрә аша саҡырыу ишетелде:

– Әҡлимә-ә-әү, тиҙ генә ҡайт әле!

Әҡлимә ырғып торҙо ла подъезына йомолдо.

– Әсәйем нимәгәлер саҡырасы. Ярай, пока...

Артынан: «Осрашҡанға тиклем! » – тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды.

Бынан һуң осрашыуҙар йышайҙы. Иғтибарлылығы, ихласлылығы, итәғәтлелеге менән Хөснидин Әҡлимәнең күңел түренә ныҡлап инде. Айырыуса яғымлы ҡарашы йөрәгенә үтеп, күңелен иркәләне. Бөтә ерҙе йәнләндереп, сафлыҡҡа күмеп килгән яҙ Әҡлимәнең дә күңелен елкендереп, уға саф мөхәббәт алып килде. Ә мөхәббәте уның яҙғы ташҡын кеүек ярһыу ҙа, эскерһеҙ ҙә ине. Ғашиҡ уты ялмаған ике йәш йөрәк хәҙер айырым тибә алмаҫ та кеүек.

Бер көндө Хөснидин күңелһеҙ генә:

– Һөйөклөм, миңә атайым үҙебеҙгә кире ҡайтырға ҡушып хат ебәргән, – тип һүҙ башланы. – Олоғайған атайыма баҡсаны ҡарауы ҡыйын. Үҙҙәрен дә ҡарарға кәрәк. Башҡаса был яҡтарға кире әллә киләм,  әллә юҡ. Һөйгән йәрем, миңә кейәүгә сыҡ! – Хөснидин Әҡлимәне нығыраҡ ҡосаҡлап, күҙҙәренә ҡараны. – Мин һинһеҙ йәшәй алмайым. Ҡалдырмайым мин һине! Үҙем менән алып китәм!

– Туҡта... Нисек инде?!

– Никах уҡытабыҙ. Бөтәһе лә беҙҙеңсә, мосолманса булыр. Һин генә ҡаршы булма! – Хөснидин Әҡлимәгә үтенесле ҡарашын төбәне.

– Ҡалай еңел  хәл итәһең  ул!? – Ҡыҙ егеттең ҡосағынан ысҡынды ла фатирына йүгереп инеп китте. Хәлдең бындай боролош алырын көтмәгәйне Әҡлимә. Эйе, мөхәббәтен көтөп, буласаҡ йәрен күҙ алдына килтерергә тырышып хыялланғанда, тажиҡ егетенә ғашиҡ булырмын, тип кем уйлаһын?! Хәҙер ул Хөснидинһеҙ йәшәй ҙә алмаҫ һымаҡ. Үҙем менән алып китәм, ти бит. Һөйгәне менән ер сигенә китергә әҙер ҙә ул, тик бына әсәһе? Ул яңғыҙы ни эшләр?

Әҡлимә ике ут уртаһында ҡалды.

Хөснидин ғаиләләрендәге ун бер бала араһында – иң бәләкәйе. Шуға ла олоғайған ата-әсәһен ҡарау – туранан-тура уның бурысы. Ҙур емеш-еләк баҡсаһына ла ул яуаплы. Ваҡытында һыу һибеп, утап, ашлама һибеп, ҡоротҡостарҙан һаҡлап тормаһаң, баҡсаның һулырын көт тә тор. Ә бит ошо баҡсанан алған килемгә бөтә ғаилә ҡарап тора. Ана шул баҡсала үҫтергән емеш-еләкте был яҡтарға алып килеп һаталар ҙа инде.

…Ун һигеҙе тулмаған Хөснидин дә был тарафтарға юл алғанда, бөтә булмышым менән башҡорт ҡыҙына ғашиҡ булырмын, тип уйламағайны. Бында ул һөйгән йәрен осратыу ғына түгел, хатта был яҡтарҙы үҙһенеп, өйрәнеп тә китте. Хәҙер Әҡлимәне үҙе менән бергә алмаһа, ошо яҡтарҙа йөрәгенең яртыһын ҡалдырыр һымаҡ. Юҡ, нисек булһа ла уны кәләш итеп алып ҡайтыу фарыз. Тик бына әсәһенең ризалығын нисек яуларға? Бер бөртөк балаһын уның менән сит-ят ерҙәргә ебәрергә риза булырмы?

Әҡлимә тәүҙә әсәһе менән һөйләшеп ҡарамаҡсы булғайны, тегенеһе, ишеткеһе лә килмәй, сәсрәтә баҫып икенсе бүлмәгә сығып китте. Бер аҙҙан нисек сығып киткән – шулай ҡыҙыу баҫып кире килеп тә инде.

– Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала, тип тикмәгә әйтмәйҙәр икән. Кәңәш-төңәш итмәй, мине ташлап китмәксе булаңмы? Һинән башҡа минең кемем бар!? Бында, ней, үҙебеҙҙең егеттәр бөткәнме!? – тип бер-бер артлы һорауҙар бирә-бирә, ҡыҙының иларға етешкән йөҙөн күргәс, йомшара төштө. – Балам, ныҡлап уйла. Бынамын тигән егеттәр үҙебеҙҙә лә күп. Нужәли берәйһен тапманың?!

– Әсәй, ныҡ һәйбәт бит ул!

– Балам, ете ят ерҙә нисек йәшәрһең? Шуны уйланыңмы?

– Мин бер үҙем булмайым бит.

– Ә мине уйлайһыңмы? Егет һәйбәттер ҙә ул. Тик күңелем ятмай, бына күңелемә әллә  нисек булып тик тора!

– Әсәй, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Алда нимә булырын кем белә? Бәлки, кире   үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтырбыҙ, бәлки, үҙеңде килеп алып китербеҙ, – тип әсәһен  йыуатып, ҡосаҡлап, яурынына башын һалды ҡыҙ.

– Ә-ә-әй, балаҡайым, был тормошта бөтә нәмә лә һин уйлағанса булһа ине лә ул.

– Ҡурҡма, әсәй, бөтәһе лә яҡшы булыр! Бөтә нәмәне лә яҡшыға юра. Нисек юрайһың, шулай була, тип үҙең әйтәң дәһә. Юҡҡа бошонма, әсәй. Хөснидин насар кеше түгел, тинем дә инде. Иртәгә беҙгә киләм, ти. Һинең менән һөйләшергә уйлай. Килһенме, әсәй?

– Ярай, килһен, – тип әйтеүҙән башҡа сара ҡалманы әсәгә. Тотошлайы менән ғишыҡ уты ялмаған ҡыҙын туҡтата алмаясағын аңлай Шәмсиямал, тик йән киҫәген ете ят менән ебәргеһе килмәй шул. Етди аҙым эшләгәнендә кире һуғып, ҡаршылашып тороу ҡыҙының артабанғы яҙмышында уңышһыҙлыҡтар килтермәһен. Баштан ыңғай булмаһа, булмай, тиҙәр. Шуға ла бер бөртөк балаһына Хоҙайҙан бәхет, ғүмер һорап, фатихаһын бирҙе.

Йәштәр мәсеткә барып никах уҡытты. Туйҙы ла матур ғына үткәреп ебәрҙеләр. Хөснидин бында булған барса туғандарын, дуҫ-иштәрен йыйҙы. Үҙҙәре бик күмәк, бер-береһе өсөн иғтибарлы, ярҙамсыл халыҡ та икән. Әҡлимә яғынан да бик күп кенә яҡындары йыйылды. Кейәүенең ҡыҙын өрмәгән ергә ултыртмағанын күргәс, Шәмсиямалдың күңеле тынысланғандай булды. Шулай ҙа кейәү тейеш кешеһенә нотоҡ уҡып алырға ла онотманы әсә:

– Балаҡайымды йәһәннәм сигенә алып китәһең. Уның унда һаҡлаусыһы ла, яҡлаусыһы ла һин булаһың. Һиңә ышанып тапшырам. Күҙ ҡараһылай һаҡла...

 Туй үтеү менән йәштәр оҙон юлға йыйына башланы...

Юл алдынан да кейәүе менән ҡыҙына Шәмсиямал, төрлөһөн күҙаллап, кәңәш-төңәш бирҙе:

– Ҡыҙым, тәҡдирең шулайҙыр. Кеше күрәһеләрен күрә торған. Бәхетең генә булһын. Булған бәхет, ҡайҙа булһа ла, тау-ташты ярып сыға, тиҙәр. – Һүҙен кейәүенә ҡарап дауам итте. – Кейәү балаҡайым! Бар ышанысым, бар өмөтөм – һиндә. Бисәне ир ҡаҡһа, мир ҡағыр,  тиҙәр. Берүк балаҡайымды үҙең әбижәт итеп, башҡаларҙан әбижәт иттереп ҡуйма.

Вагонға күтәрелеп, артына боролоп ҡарағанда, әсәһенең таш кеүек ҡатҡан йөҙө буйлап йәш аҡҡанын күреп, Әҡлимәнең бәғере өҙөлөп киткәндәй булды. Быуындары ҡалтыраны, ҡолап та китер ине, тик һөйгәне,  беләгенән аймап, алға атлатты. Поезд яй ғына гөрһөлдәп ҡуҙғалды. Әҡлимә, поезд тәҙрәһен өңөп сығырҙай булып, тыуған ҡалаһына ҡараны. Йәнтөйәге алыҫайғандан-алыҫайып, бәләкәйләнгәндән-бәләкәйләнеп, артта ҡалды, күп тә үтмәй, бөтөнләй күҙҙән юғалды. Бына шунда ғына ул тотошлай тамырҙары менән ғәзиз еренән, яҡындарынан айырылғанын аңланы. Ҡыйын ине Әҡлимәгә. Түҙә алмай, һөйгәненең ҡуйынына һыйынып иланы ла иланы.

– Бәғеркәйем, илама, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Һәйбәт йәшәрбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа күп булыр, – тип йыуата Хөснидин, ә үҙендә уның өсөн ҙур яуаплылыҡ ятҡанын аңлай. Сөнки бөгөн, уға ышанып, йәр генәһе сит ерҙәргә тәүәккәлләне. Һыңҡылдаған кәләшенең күңелен күтәрергә тырышып, һүҙҙе шаяртыуға борҙо. – Ана улар, беҙҙең балаларыбыҙ, йүгерешеп йөрөй. Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү, алтау, етәү, һигеҙ...

– Етәр, ҡайһылай күп һананың. – Әҡлимә еүешләнеп бөткән ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә көлдө.

– Һиңә иптәшкә ҡыҙҙар ҙа бар, малайҙар ҙа етерлек, Алла бирһә, матур итеп йәшәрбеҙ, – тип хыялланып, һөйгәненең илауҙан ҡабарған күҙ ҡабаҡтарынан үбеп, ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡланы йәш ир. – Ысын, өлкән улыбыҙ кәләш тә алған, ейән-ейәнсәребеҙ йүгерешеп йөрөй, ә беҙ шул көйө, йәп-йәшбеҙ, бәхетлебеҙ!

– Һы, ҡара әле, үҙебеҙ ҙә йәш, малайыбыҙ ҙа беҙҙең һымаҡ булһа, нисек инде ул? Ҡыҙыҡ буламы һуң? – Илауҙан тамам тынысланған Әҡлимә юрамал аптыраған булды.

– Юҡ, юҡ, беҙ ҡартайғанбыҙ, олатай менән өләсәй булғанбыҙ, ә йөрәгебеҙ һаман да йәш. Мөхәббәтебеҙ шул көйө ҡалған, бер ҙә һүрелмәгән! Ысын! –  Хөснидин, татлы хыялдарға бирелеп, күҙҙәрен йомдо.

– Амин! – тип күтәреп алды йәш кәләш. – Ана, ҡартайышып, биттәребеҙ ҙә сырышып бөткән, тик үҙебеҙ шул көйө, күҙҙәребеҙ тулы мөхәббәт менән балҡыйҙар, эйеме?!

... Поезд тауҙарҙың ҡайһыһын урап, ҡайһыһын уртаға ярып алға елгән һайын, яңы күренештәр, яңы донъя асыла. Әҡлимә йоҡламай, тигеҙ туҡылдаған поезд тауышын тыңлап, күп араны тәҙрә аша күҙәтеп бара. Офоҡ артынан офоҡ алышынып  ҡына тора.

Көнө-төнө, алһыҙ-ялһыҙ елдереп, Дүшәнбе ҡалаһына килеп төштөләр. Был ҡала шундай матур – йәшеллеккә күмелеп, күпереп ултыра. Сәскәләрҙең ниндәйе генә үҫмәй!? Күҙ яуын алып торған ят-ят сәскәләр араһында беҙҙең яҡта махсус сәскә газондары өсөн үҫтерелгән таныш сәскәләр ҙә бар. Әҡлимәне иң һоҡландырғаны – таҙалыҡ. Бер ерҙә ҡый, бысраҡ күрмәҫһең. Йорттар ҙа биҙәкле, семәрле. Ҡояш нурҙарына күмелеп, йәйғор төҫөн сәсеп, фонтандар емелдәшә. Урамдарға түшәлгән асфальт көҙгөмө ни: тип-тигеҙ, ялтырап ята. Ағас төптәрендә, күләгәлә хәл йыйып, ял итеп ятыусылар күп. Ә беҙҙә булһа, уларға иҫ-аҡылдары китеп, берәҙәктәр тип танау сирып ҡарарҙар ине. Хөснидин: «Юл ризыҡтары ялҡытты, әйҙә, шәп итеп тамаҡ ялғап алайыҡ», – тип ашханаға әйҙәне. Бында ла Әҡлимәнең күҙҙәренә бөтөнләй ят күренештәр ташланды. Бер нисә вентиляция аппараты ҡуйылғанлыҡтан, ашханала еләҫ кенә. Туҡланыусыларҙы ап-аҡтан кейенгән ир-егет ашнаҡсылар, официанттар хеҙмәтләндерә, ә эргәләге өҫтәл артында ултырыусыларҙың ҡулдары менән нисектер  килешле генә бармаҡтарына эләктереп ашағандарын күреп, бөтөнләй аптырап ҡалды Әҡлимә.

– Беҙҙә төп ризыҡ – былау. Уны өс бармаҡ менән ашайҙар, теләһәң, ҡалаҡ менән аша, һиңә бер ни әйтмәҫтәр, – тип ипле генә аңлатты ире ҡатынына.

Ашханан сыҡҡас, Хөснидин уны умарта күсендәй геүләгән кибеткә алып китте.

– Һөйөклөм, тиҙҙән үҙебеҙгә ҡайтып етәбеҙ, беҙҙә ҡатын-ҡыҙға яулыҡ ябынмайса йөрөргә ярамай. Үҙеңә оҡшаған бер нисә яулыҡ һатып алайыҡ.

Әҡлимә күп һайланып йөрөмәне, сөнки ниндәй әйбергә ҡағылма – шундай ҡупшы, шундай сағыу, һәр береһе үҙенсә хас зауыҡ менән эшләнгән. Бер-ике яулыҡты яҙып, һоҡлана-һоҡлана ҡараны ла ситләтеп биҙәк төшкән бер ап-аҡ яулыҡ, бер алһыуыраҡ, бер асыҡ йәшел яулыҡ алды.

Шунда уҡ береһен иңбашына һалып, көҙгө алдында өйрөлдө.

– Һы, ҡыҙыҡ. Дөрөҫ ябындыммы? Килешәме, әллә килешмәйме? – тип һораны Әҡлимә, көҙгөнән күҙен алмайынса, башын әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа бороп.

– Ни эшләп килешмәһен? Һәләк килешә. Әллә ҡасандан ябынған кеүек дөп-дөрөҫ ябындың. Башҡаса яулығыңды сисмәһәң дә була. Шулай йөрө! – Хөснидин кәләшенә һоҡланып ҡарап, ҡәнәғәт йылмайҙы. Ул мәсьәләнең бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ хәл ителеүенә эстән генә шат. Сөнки, ҡатыным яулыҡ ябынғыһы килмәй, ҡарыулашып торор, тип борсолғайны.

– Беҙҙәге эҫелек сыҙағыһыҙ – алтмыш градусҡа етә, хатта ҡайһы ваҡыт уҙып китә. Нисек өйрәнерһең икән?

– Аптырама-а-а! Өйрәнермен, ҡайҙа килгәнемде белеп килдем дә!

Был һүҙҙәрҙән һуң Хөснидингә уғата еңел булып ҡалды. Юл буйына ла, әле лә бер ҙә зарланып һүҙ әйтмәгән Әҡлимә менән рәхәт ине уға.

Әҡлимә, ҡалаға һоҡланып, автобус вокзалына еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалған. Бында ла уның иғтибарын таҙалыҡ, бөхтәлек, йәшеллек йәлеп итте. Тағы ла уны урамда бер иҫерек әҙәмдең йә берәҙәктең күренмәүе аптыратты.

Автобус елә генә. Алда бер-бер артлы яланғас тауҙар ҡалҡып сыға. Һирәк-һаяҡ ваҡ-ваҡ ҡыуаҡлыҡтар күренгеләп ҡуя. Асфальт юлды шоссе алыштырҙы. Юл ситенән һуҙылған, ярты айға оҡшаш арыҡтар ҡыҙыҡһындырҙы Әҡлимәне. Хөснидин уларға ҡарап көлөмһөрәне:

– Беҙҙә, һеҙҙәге һымаҡ, мул һыулы йылғалар юҡ. Шуға күрә һыу ҙур йылғаларҙан арыҡтар буйлап килә. Яландарға, ауылдарға ошо арыҡтарҙан һуҙылған торбалар буйлап бара. Ана, буй-буй һуҙылып ятҡан яландарға ҡара әле. Күпереп үҫеп ултырған үҫемлектәр – мамыҡ ул. Бындағы халыҡтың төп кәсебе – мамыҡсылыҡ, – тип аңлатты. – Шуның менән көн күрәләр, тиһәң дә була.

Бер сәғәттәй шулай барғандарҙыр. Хөснидиндең тыуған ауылына еттеләр. Автобустан төшкәс, Хөснидин, ҡоласын йәйеп, бер урында саң борҡотоп әйләнергә тотондо, әйләнгән ыңғайы Әҡлимәне лә күтәреп өйрөлтә. Һөйгәне ҡулынан төшөрөү менән, Әҡлимә, теге буй-буй булып һуҙылған арыҡты ҡыҙыҡ күреп, яҡындан барып ҡарарға ашыҡты. Киңлеге лә, тәрәнлеге лә ике метрлыҡ, юл буйлап һуҙылған бетон арыҡтан көслө ағым булып һыу аға. Ысынлап та, бындағы бөтә йәшеллек, йәнлелек ошо арыҡ буйлап килгән һыуға ғына ҡарап тора. Ҡайҙа инде ул башҡорттоҡолай уңдырышлы ҡара ерҙәр – торғаны менән һоро балсыҡ ҡатыш ҡомлоҡ. Өйҙәре лә балсыҡтан. Ер төҫлө булғанға ҡотһоҙ күренәләр. Бәшмәк һымаҡ бер-береһенә терәп эшләнгән өйҙәрҙе кеше генә йөрөмәле һуҡмаҡтар айыра. Ошолай итеп һалынған бер нисә өйҙө тар ғына, бер генә машина үтеп йөрөмәле юл икегә бүлә. Хөснидин һөйгәнен етәкләп алға атланы.

– Һөйөклөм, ана, күрәһеңме? Ана-а-уында... беҙҙең өй.

Һелкетә баҫып атлап барған Хөснидин артынан йүгерә-атлай саҡ өлгөрә Әҡлимә. Өйҙәре эргәһенә еткәс, бер аҙ тирә-яғына ҡаранып туҡтап торҙо ла,  ҡатынын етәкләгән килеш, әкрен генә атлап ихатаға инде ир. Ингәс, ҡосаҡлашыуҙар башланды. Ҡапыл Хөснидин артына боролоп, юғалып ҡалған Әҡлимәгә күрһәтеп, ихлас йылмайҙы:

– Таныш булығыҙ: Әҡлимә, минең кәләшем...

Йәш кәләш үҙенә баштан аяҡ һөҙөп ҡараған оло ҡарттың (күрәһең, нәҫел атаһы) йөҙөнә бәреп сыҡҡан ризаһыҙлыҡты күрҙе. Килен кеше, уңайһыҙланыуынан нимә эшләрен белмәй, бешкән еләктәй ҡыҙарып, башын түбән эйҙе. Туғандар үҙ-ара тауыш күтәреп, ғауғалаша башланы. Бер-береһенә екереп әллә нимә һөйләшәләр. Уларҙың телдәрен аңламаған йәш ҡатын тағы ла ныҡ уңайһыҙланыуҙан бөршәйеп ҡатып ҡалды. Хөснидин, ҡулдарын болғап, ниҙер аңлатырға тырыша. Шул ваҡыт бер ҡатын килеп, ымлап ҡына Әҡлимәне саҡырып, икенсе бүлемгә алып китте. Был яҡта тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ине. Әҡлимә өйҙө түңәрәтеп ҡарап сыҡты. Өйҙә карауат, өҫтәл, ултырғыс әҫәре күренмәй. Мөйөштә – ҡаралты, икенсе яҡта һауыт-һаба өйөлгән. Башҡа бер нәмә лә юҡ. Уны иң ныҡ аптыратҡан – ҡаҡ ер-иҙән, өй түбәһендәге  ҡыйыҡ итеп ябылған һаламға оҡшаш үҫемлектән үрелгән япма булды. Уға нимәлер тип өндәштеләр, буғай, ләкин Әҡлимә бер ни ҙә аңламаны. Ымлап сәй эсергә ултырырға кәрәклеген аңғарталар икән. Иҙәнгә йәйелгән ашъяулыҡ тирәләп сәй эсергә ултырҙылар. Көлсәгә оҡшаған икмәкте һындырғылап уртаға һалдылар ҙа, былауҙы бармаҡтары менән йәтеш кенә итеп эләктереп алып, ашай башланылар. Аптырап ултырған Әҡлимәгә ниҙер әйтеп, ымлап, ашарға ҡыҫтанылар. Ахырҙа ул икмәккә ҡушып бер сынаяҡ сәй эсә алды.

Был ваҡытта ирҙәр яғында етди һөйләшеү бара ине. Тамаҡ ялғап алғас, Хөснидиндең атаһы ҡаты ғына итеп һүҙ башланы:

– Улым, беҙҙең баштан ашаҡлап, кәңәш-төңәш итмәйсә кәләш алғанһың. Һин атаһыҙ, затһыҙ берәҙәк кешеме ни?

– Атай, бәйләнеш булманы бит. – Хөснидин аҡланып маташты.

– Сәбәп шунда ғына булдымы!?

– Эй, атай, рөхсәт һораһам да, риза булмаҫ инегеҙ...

– Ә бала саҡта ҡолағығыҙ тешләтелгән, йәрәшелгән Марьямоны ни эшләтәһең?

– Уны алмайым, минең кәләшем бар.

– Нимә тиһең?! – Атаһы ашап ултырған еренән һикереп тороуҙан саҡ тыйылып ҡалды. – Һинең башың бармы? Ир һүҙең юҡмы?! Үҙ һүҙендә тормаған, үҙ һүҙе булмаған нәҫел, тигән яманат һатырға итәңме?!

– Бала саҡта, мин бер нәмә лә аңламаған саҡта, йәрәшелгән... Хәҙер кире һуғып булмаймы?! Мин кәләшемде яратып алдым. Унһыҙ йәшәй алмайым! – тип ныҡышты был тиклем ҡаршылашыуҙарын көтмәгән Хөснидин.

– Нәҫелебеҙҙә бындай хәлдең булғаны юҡ. Ғаиләгә тел-теш тейҙерәһеңме? Өҫтәүенә, ҡалымдың да яртыһы түләнгән. Марьямоны ла уйла. Ир түшәгенә ятмайынса ла ташланған ҡатын булһын әле! Хәҙер уны кем алыр?! Халыҡ ни әйтер?!

– Атай, мин бәләкәй бала түгел, миңә үҙемсә йәшәргә рөхсәт бирегеҙ!

– Ситтә йөрөп, миңә ҡаршылашырға өйрәнеп ҡайттыңмы?! Хәҙер атай –  һүҙ, йолабыҙ йола түгелме?!

– Юҡ, атай, мин унан әйтмәйем, тик бына...

– Беренсе ҡатын итеп  алаһың! Икеһен дә бер тигеҙ итеп ҡарайһың! –  Башын түбән эйеп ултырған Хөснидингә ҡарап, ҡаты әйтеп, һүҙен дауам итте ҡартлас. – Тағы бер өй һалырға тура килер.

Хөснидин атаһына башҡаса ҡаршылашыуҙан фәтүә булмағанлығын аңланы. Уның башында икенсе уйҙар ҡайнай. Нисек кәләшенә әйтер? Аңлармы ул уны? Һөйгәне бөтөнләй икенсе тәрбиә алған кеше бит! Ике, өс ҡатын менән йәшәү – башҡорт өсөн хәҙер бөтөнләй ят күренеш! «Мине алдатып алып килдең», – тип рәнйемәҫме? Ҡатын өҫтөнән ҡатын алыуҙы хатта ошо мөхиттә тәрбиә алып үҫкән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ауыр кисерә. Ҡапыл ирҙең  күҙ алдына Әҡлимәһенең илаған, ҡайғырған,  үпкәләгән йөҙө килеп баҫты. Эх, кәләшенең күҙ йәшен күреү уға ғазап буласаҡ.

Иренең ағарынған йөҙөн күреп, Әҡлимә ҡурҡып китте, һис шикһеҙ, һүҙ уның тураһында булған. Моғайын, Хөснидиндең уны алып ҡайтыуына ҡаршы булғанлыҡтарын әйткәндәрҙер. Быны килеп инеү менән һиҙенгәйне Әҡлимә. Һуңынан да үҙенә әллә нисек, арҡыс-торҡос ҡарағандарын тойомлай ине. Уйға ҡалған иренә ҡарап,  Әҡлимә һүҙ башларға баҙнат итмәне.

 – Мин тағы бер кәләш алырға тейешмен. – Хөснидин башын күтәрмәйенсә, ауыр көрһөнөп, һүҙ башланы.

     – Нисек инде... тейеш?! –  Әҡлимә ҡапыл шулай тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Эй, беҙҙә динде ныҡ тоталар, ғөрөф-ғәҙәт буйынса йәшәйбеҙ. Тағы атайға ҡаршы сығып, ҡарыулашып булмай. Көсләп алдырырҙар, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Ә Марьямоны башыма индереү түгел, күҙ алдыма ла килтергәнем булманы. Бына нисек килеп сыҡты...

Хөснидин ләм-мим өндәшмәй, шымып ултырған ҡатынына аптырап ҡараны, аҡланды:

– Атайыма ҡаршы тороу ҡыйын. Беҙҙә шундай йола. Мин... мин... ҡаршы булып ҡараным!..

– Шулай икән, тимәк, шулай!  – Әҡлимәнең тыныс ҡына яуап биргәненә Хөснидин, асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, аптырап ҡалды. Сөнки ул уның икенсе төрлө ҡабул итерен  көткәйне. Ә бөгөн ул тоноҡ  күл  ише тыныс, исмаһам,  бер ҡаршы һүҙ әйтһәсе! Юҡ, юҡ, Әҡлимәһе улай түгел, уны һүҙһеҙ ҙә аңлап тора. Шуның өсөн ул уны тағы ла нығыраҡ ярата, йәнендәй  яҡын күрә.

– Нимә? Нимә, һин... – Хөснидин ырғып тороп, ҡатынын зыр әйләндерергә тотондо. Ошо минутта уға һөйгәне Әҡлимәнән дә ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ кеше юҡ ине. – Һин һылыуҙарҙан-һылыу ғына түгел, аҡыллыларҙан да аҡыллыһың! Минең берҙән-берем!

Хөснидин менән Әҡлимә йәшәгән өй беренсе ҡатынға тәғәйенләп һалынған, ә Хөснидиндең беренсе ҡатыны булып Марьямо иҫәпләнә. Шуға ла  эште өй төҙөүҙән башланылар.

Әҡлимә өй төҙөгәндәрен ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Балсыҡты иҙеп, мамыҡ һабаҡтарын ҡырҡҡылап, ҡатыштырып плитәләр ҡатыралар. Яҫылығы ярты метрҙан ашыу, оҙонлоғо бер метрлап ҡатырылған плитәләрҙе йәтешләп һалып, өй ҡалҡыттылар. Мамыҡ һабаҡтарынан һыу үтмәҫлек  итеп япма ишеп, ҡыйыҡ итеп ябып та ҡуйҙылар. Артыҡ ҡыйынлыҡһыҙ ғына уларға бына тигән өй ҙә әҙер булды.

Тағы ла Әҡлимә йоҡлау урынына оҙаҡ өйрәнә алманы. Был яҡтарҙа карауат булмағанлыҡтан, мамыҡтан яһалған ҡабарынҡы түшәктәрҙе йәйеп, мендәр һалып, ер иҙәндә йоҡлайҙар, һөйгәнең яныңда булғанда ҡыуыш та ожмах, тик саяндарҙан ҡурҡты. Төнөн тишектәрҙән инеп тешләрҙәр кеүек. Ярыҡтарҙан ингән ҡурҡыныс һары оҙон себендәр йөҙәтте. Өйҙө төҙөгән саҡта ҡалдырылған тишек-ярыҡтарҙы бөтәйтеп һыланы, өй эсен үҙенсә биҙәп, шаршауҙар элде.

Шаулап-гөрләп туй үтеп китте. Марьямоны килен итеп, оҙатып алып ҡайттылар. Туй ваҡытында ирҙәр бер өйҙә, ҡатын-ҡыҙ икенсе өйҙә айырым байрам итте. Бөтөнләй иҫерткес эсемлектәр эсмәй, матур итеп йырлап-бейеп күңел асалар. Марьямо, килен булып төшкәс тә, күҙ ҡарашы менән генә көндәшен эҙләй башланы. Ана, бер ситтә – мөйөштә торған ҡатын,  моғайын, шулдыр. Ап-аҡ йөҙ, ҡара ҡыйғас ҡаш, оҙон керпектәр араһынан һирпелеп кенә ҡараған ҡара күҙҙәр. Ә кәүҙәһе, әйтерһең дә, һылап-һыйпап эшләп ҡуйылған. Хур ҡыҙҙары  ары торһон, иҫ китмәле матур!.. Туҫтаҡ битле, һалбыр иренле, тәпәш буйлы Марьямоның эсендә көнсөллөк уты ҡабынды.  «Анау хәтле ерҙән тикмәгә эйәртеп алып ҡайтмаған икән. Етмәһә, Әҡлимәнән күҙен дә алмай бит әле», – тип эстән генә ҡара янды көндәш. Хөснидин үҙ өҫтөнән икенсе ҡатын алыуына һис тә риза түгел Марьямо.

Әҡлимә иһә Марьямоның килен булып төшөүенә битараф, ләкин... Исмаһам, Хөснидин көндәр буйы эш артынан сапҡанда, ә ҡайһы ваҡытта ҡалала йоҡлап ҡалырға тура килгәнендә, уға иптәш булыр, бергәләп көңгөр-ҡаңғыр килерҙәр. Көндәш булмаҫ, апай булыр уға Марьямо...

 Тажиҡ телен белеп етмәй әле Әҡлимә. Әҙерәк аңлай башланы ла ул, тик бына һөйләшеүе ауырыраҡ. Хөснидиндең ағаһы Сәйеттең ҡыҙы Диларабо мәктәпкә йөрөй. Урыҫ телен өйрәнәләр. Шуға әлегә уның менән генә аралаша. Хөснидин менән Диларабо уға тажиҡ телен өйрәтә. Хөснидиндең Әҡлимәне алып ҡайтыуына ике ай булып бара. Һаман да Әҡлимә был яҡтарға өйрәнә алмай. Ҡом ҡатыш балсыҡ ер менән тыуған яҡтарын сағыштырғанда, тыуған яҡтары – ожмахтың үҙе. Ҡоршайып ҡатҡан тауҙарға ҡарап, ҡайҙа һуң беҙҙең ғорур ҡаялы күккә олғашҡан тауҙар, тип эстән һыҙа.. Ҡалын урмандарҙы, хәтфә үләндәрҙе, хуш еҫле ялан сәскәләрен, туҡтауһыҙ моң һуҙған ҡоштарҙы, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙе, мул һыулы йылғаларҙы һағынып, төштәрендә күрә.

«Эх, тыуған яҡтарыма ҡайтыр инем, аяҡтарым талһа, имгәкләп!» – тип «Ғилмияза» йырының һүҙҙәрен иҫенә төшөргөләй.

Яңғыҙ ҡалған әсәһе лә күңеленән сыҡмай, әленән-әле уны иҫләп илап ала. Ярай әле, Хөснидине уны аңлап тора, буш ваҡытында уның эргәһенән китмәй.

 

...Шәмсиямал, поезд ҡуҙғалып киткәс, күңелендәге ниндәйҙер бер  ҡылдың өҙөлгәнен һиҙҙе. Әйтерһең дә, поезд һауа ярып, үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырып уға нимәлер әйтергә теләне. Ошо тауыш Шәмсиямалдың йөрәгенә үтеп инеп, йөрәген өҙгөләне. Алыҫая барған поезд туҡылдауы аҫтында йөрәге дарҫлап типте. Ҡапыл: «Балам!» – тип ҡысҡырып поезд артынан йүгергәндәй итте.  Ҡарт әсәнең күҙ алды ҡараңғыланып, башы әйләнде, аяғы аҫтында ер убылды...  Иҫенә килгәндә, дауаханала ине инде, башы зыңҡып ауырта. Ҡуҙғалырға итте, ләкин  ҡыл да ҡыбырҙата алманы. Шәфҡәт туташы: «Иҫенә килде! Табипҡа әйтергә кәрәк!» – тип ҡыуанып йүгереп сығып китте. Бер аҙҙан табип шәп-шәп атлап килеп тә инде.

– Иҫегеҙгә килдегеҙме, апай? Бына һәйбәт булған. – Ул Шәмсиямал апайҙың күҙҙәренә текләне. – Һеҙгә ҡуҙғалырға ярамай, еңелсә инфаркт үткәргәнһегеҙ. Тыныслыҡ кәрәк. Ҡараусы кеше кәрәк буласаҡ. Бармы ҡараусығыҙ?

Шәмсиямал, «юҡ» тигәнде белдереп, башын һелкте. Шул саҡ эргәһендәге карауатта ултырған урта йәштәге ҡатын, урынынан тороп, эргәләренә килеп баҫты:

– Үҙем ҡарармын, кисәнән бирле мин ҡараным инде...

– Ярай, улай булғас, үҙегеҙҙең хәлегеҙ нисек? – Табип уға йылмайып ҡараны.

– Мин хәҙер арыуланып бөттөм инде, ҡасанан бирле ятам...

Табип шәфҡәт туташына ниҙер әйтте лә шәп-шәп атлап сығып китте. Уның артынан шәфҡәт туташы ла юҡ булды. Шәмсиямал эргәһендәге ҡатынға рәхмәт әйтергә ауыҙын асҡайны, теле әйләнмәне. Тик ыңғырашҡа оҡшаш ауаздар ғына сыҡты.

– Тыныс ҡына ятырға ҡуштылар. Торорға ла, һөйләшергә лә ярамай, – тип һөйләнә-һөйләнә, Шәмсиямалдың мендәрен төҙәйтеп, юрғанын тартып япты теге ҡатын. – Эй Аллам, ауырыу ҡартын да, йәшен дә ҡарамай, һинән дә минән дә һорамай шул. Әле йәшбеҙ. Алла бойорһа, бергә-бергә йәшәрбеҙ.

Шәмсиямал бөтәһен дә ишетеп ята, тик ҡыбырларлыҡ та хәле юҡ. Аяҡ-ҡулдары тыңламай.

– Һыу ҙа эсермәй китеп барҙым даһа. Һыуһап яталыр әле. Әйҙә, Шәмсиямал, иптәп кенә эс әле, – ҡатын, Шәмсиямалдың башын күтәреп, һыу эсерҙе. Ысынлап та, ул сарсап ята ине, һыу эскәс, еңел булып ҡалды. Исемен дә белеп алған. Ошо ваҡытта был ҡатын Шәмсиямалға фәрештә кеүек күренде. Күҙҙәренә йәштәр тулды яңғыҙ әсәнең...