Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ринат Камал

Беләҙекүл

Роман

Беләҙекүл. Ни дәүерҙәр емелдәйһең көн битендә, сибәркәй, ни замандар ярыңа тулҡындарыңды сәпелдәтеп ятаһың! Бер наҙыңа тулышып иркәләнәһең, бер, төҫ боҙоп, буйҙан-буйҙарға сабырға, дау ҡуптарырға тотонаһың – үҙгәреүсән холҡоң; бер һырт бирәһең, бер йөҙөңдө асаһың... Әле ҡолондай ирәйеп сырҡырайһың сәхрәләрҙә, баш бирмәй еләһең, әле моңһоуланып хискә тарыйһың, һағышҡа тартаһың, әле туҙаһың – сығырыңдан-сығып бырхытаһың ҡош-ҡортоңдо, дауылдар ҡуҙғатаһың – ҡылансыҡ бисәләр шикеллеһең, әллә был көнитмешең асылымы? Һин ирекле бер йәнме – болоттарға, елдәргә, күктәргә бәйлеме хәлең, елдәргә иркәләргә, күктәргә ғашиҡ булырға йөрьәт итәһеңме, аҙаҡ бәхетеңдән яҙып, үкенестән һыҙып бер булаһыңмы? Көнөң алмашынып тора, яҙмышың хәтәр, холҡоң көн торошона ла, елдәр йүнәлешенә лә бәйле – заманалар һиңә лә аяуһыҙ.

Булмышың да сәйер. Әй төбәгендә, беләҙек яһап, ер тәненә уйылғанһың, тәғәйен исем-шәриф алғанһың. Оло һыу ҡуйынындағы зиннәтле йөҙөк һин, күҙҙең яуын алаһың; һыныңа кемдәр ымһынмаған, кемдәрҙең зары, һөйөнөсө буйыңа һеңмәгән. Әсе йәш түгелгән, шат ауаздар һибелгән тәнеңә, һөйөү, кинәнес күргәнһең; ҡыҙҙар көлөүеләй мөләйемһең, Беләҙекүл! Был алдаҡ ҡына тормоштоң һин сағылышы, төпһөҙ күк иңдәренең ялтырағы, кеше яҙмыштарының салыш көҙгөһө... шәп саҡта ялтырайһың да көйһөҙ көндә төҫ боҙаһың. Һинме бойоҡ йән, әллә бәндә үҙе көйһөҙмө? Ҡояштанмы, күктән, әллә елдәрҙәнме мәрхәмәт юрайһың? Үҙ ихтыярың, иркең бармы?

Беләҙекүл өнһөҙ, бәндәләргә битараф. Ул юрый ғына шулай ялтырай, буғай – әүрәтә, шаярып ҡына емелдәй, ҡылансыҡ килендәй, һибә һыртына ынйы-мәрйендәрен, күҙ баулай, күҙ ҡамаштыра, сабый балалай күреп алдаштыра. Тормош – нәжәғәй уйыны, Беләҙекүл – ялағай сағылышы, ай-ҡояш ялтырағы. Күктәргә ғашиҡтар уға ла ғашиҡ, елдәргә әүрәүселәр уны ла һөйә... Әкәмәт тамаша: күктә нәжәғәйҙәр уйнай, ерҙә – Беләҙекүл!

Ат менән бисәгә таянма, ир, Беләҙекүлгә һин ышанма! Беләҙекүл буйындағы мөхәббәт тә һине һис бәхетле итмәҫ.

Беренсе киҫәк

I

Мең дә туғыҙ йөҙ ҙә егерме беренсе йыл.                                                                   Ҡамса көнө-төнө һалым тип саба, яңы тормош төҙөйбөҙ тип ҡырталаша. Ил эсендә хәл ҡатмарлы: һуғыш бара, өҫтәүенә, аслығы бәкәлдән йыҡты – халыҡ себендәй ҡырыла. Мәғҙән волосы ауылдары мәйет менән тулды, кешеләр өйө-өйө менән ятып үлә – бөтәһе өсөн дә волисполком рәйесе яуаплы, ул эште ойоштора белмәй. Советтар сыҡҡас, һуғыш башланды, яңы властың продотрядтары халыҡты таланы, шуға аслыҡ килде, тиҙәр. Ҡамса ҡыҙылармеец әллә был хәбәрҙәрҙе ишетмәй йөрөймө, дошман ҡотҡоһона бирелмәҫ ерҙән бирелер сараһыҙ халыҡ. Юғарынан ҡыҫалар, үҙенең дә йәне көйә, уртын сәйнәй – ул шул эш башына ҡуйылған, уның үҙенән талап итәләр, халыҡ хәсрәтен күреп тә йән әрней. Сәстәр ағармаҫ ерҙән ағарыр. Бер нисә ауылда яман эштәр асылды: урлашыу, төнөн юл баҫышыу – бер хәл, ә көпә-көндөҙ кеше талау... Волость башлығы ике ут араһында: юғарынан талап итәләр, бындағы халыҡ та әжәл менән тереклек сигендә. Ауылдарҙа мәйеттәрҙе күмеп өлгөрмәйҙәр.

Башта бөтәһе лә уң булыр кеүек ине. Ҡамса тамсы ла икеләнмәне: эшебеҙ хаҡ, тип тамаҡ ярҙы. Бары ун туғыҙынсы йылдың йәйе һуңында, аҡтарҙы Силәбе, Красноуфим яғына ҡыуғас, властары нығынды, шуға саҡлы аҡты-ҡараны айырмай, икеләнмәй көрәштеләр: дошман ҡаршыла, власть ҡулдан ҡулға күсте.

Улар еңде, ҡыҙыл ғәскәр тантана итте, яңы власть тауҙай вәғәҙәләр яуҙырҙы, «ҡыҙыл» һүҙҙәр һөйләне, яҡты киләсәк бына-бына тыуыр төҫлө ине, ә еңеү артынан аслыҡ килде. Ҡамса ҡыҙылармеецҡа иһә аҡтарҙы Ҡолатау битләүенән ҡыуыу менән оло дәрәжә – волисполком рәйесе булыу мәртәбәһе йылмайҙы.

Өйләнгәйне инде ул. Факиһа менән фронтта таныштылар. Фельдшер ҡыҙ үтә лә ипле, тәртипле булып тойолдо. Күп һөйләшмәй, эшенә ҡыҫылмай. Хатта уйҙары ла бер юҫыҡта һымаҡ. Ҡамсаның башы кәңәшмә, ултырыштан сыҡмай, волость идараһынан ҡайтып кермәй. Факиһа ла халыҡ араһында, аслыҡ, тиф уны ла аяҡтан йығыр хәлгә еткерҙе. Балалары юҡ, ил тип, йәмәғәт эше тип сабалар – ғөмүмән, шәхси тормоштары булманы тиерлек.

Ҡамса – күренекле ир, үткер ҡарашлы, ҡылыс танаулы. Ҡуңыр йөҙлө. Теләһә, йолаһына тура килтереп, икенсе бисә лә йәрәшер ине, Факиһаның түле булмаһа ни, бүтәндән итәк тулы бала таптырыр ине – ваҡыты юҡ, яңы тәртип быға юл да ҡуймаҫ. Большевик башына, иҫке ғөрөф-ғәҙәткә эйәреп, шәриғәткә буйһонһонмы?

Ҡамса – ут ир, Ҡамса – уйнаҡлап торған айғыр, юлына осрап торғас, яҙмыш үҙен баш әйләндергес үрҙәргә күтәргәс. Ул илдең күҙ алдында, йөҙөктөң ҡашы, илдең ҡашҡаһы. Ғәйбәтселәр генә һөйәркә һанай, исемлек төҙөй, ә бисә-сәсә бер-береһен белмәй ҙә, күрмәй ҙә, хатта Факиһаһы ла бының менән ҡыҙыҡһынып йөрөмәй.

Ҡамса уны Беләҙекүл буйында осратты. Ул ят, ул ҡырағай ҡолонсаҡ. Күҙҙәре осҡонло, бит алмалары соҡорло – ир ундайҙы әлегәсә күргәне лә юҡ, ә йылмайыуы, ә күҙҙәре... Осҡон сәсә, нур тарата бар донъяға, шул нурҙан тирә-әйләнә хәс тә яҡтырып китә, был булмыш үҙе әкиәткә әйләнә: ҡамыштар шыбырҙаша, ерек-талдар бейешә, ҡаҙаяҡ үләндәр баҙлай башлай. Тормош шундай гүзәл, тирә-йүн – гөл баҡсаһы, ағастарҙа ҡоштар һайраша... Хәс тә донъяның бар көйөнөстәре юҡҡа сыҡҡан, был ғүмерҙәр – рәхәтлек кенә, наҙға ҡойонған ил.

– Һин кем ҡыҙы, туғаным?

– Мин?.. – Ҡыҙ күҙен йәшерҙе.

– Һин тим дә...

– Мин был ауылдыҡы түгел. Әпшәндән мин, бында Ҡотой быуайымдарҙа* торам.

– Ә-ә... – Ир бүтән һүҙ тапманы, теленән яҙҙы.

– Мин ашығам... – Ҡыҙ бала күнәгенә һыу һирпеп алды ла күҙҙән юғалды.

Ай, иҫәр ир, был Ай ҡыҙы бит, ергә төшкән хур ҡыҙы.

Ҡамса күҙен бер асты, бер йомдо: күҙемә күренәме әллә, тип уйланы.

Тағы әкиәт тигәне ысынға оҡшаған: теге зат яр башына менеп бара, йомро янбаштары борғолана, шәп-шәп баҫа. Шунда ир әллә ни эшләне: хыялы менән шул иркә, шул хаҡһыҙ затты ҡосағына ҡыҫты. Ә теге ҡолонсаҡ сая: юрғалай ғына, ҡаса... Нескә биле, аяҡтары етеҙ. Ир иҫерҙе: күргәне ысын да, түгел дә кеүек. Шунда Бәлхиә ҡарсыҡты сырамытты. Сихырсы былай табан ыңғайлай. Әле генә яр башында берәү ҙә юҡ һымаҡ ине.

– Бәлхиә апай...

Ҡамсаның һаман тәне ҡорошоп торҙо, зиһене тарҡалды. Әллә уны сихырланылармы, имсе ҡарсыҡ юрый, һынамаҡ өсөн генә алдына хур ҡыҙын сығарып баҫтырҙымы?

Кеше һәр даим һынау ҡаршыһында. Еңәме, еңеләме? Яҙмыш елдәре һәр мәл бәндәне атынан бәреп төшөрөргә яҫҡына. Рухың һынмаҫмы, бәндә, ахырҙа йөрәгең таш булып ҡатмаҫмы? Тормош кисеүҙәрен һин нисек үтерһең?

II

Ҡотой ҡарттың өйө текә яр башында. Мөнирә уянһа, күл битен күрә, Беләҙекүл, гүйә, сырайын асып, уны көтә була. Тор, йоҡосо ҡыҙ, һуҙылма! Шаян күлдең алсаҡ ҡыҙ менән серләшкеһе киләлер, күлбикә әхирәтен көтөп зарыҡҡандыр... Улар хәҙер ныҡ дуҫлашты. Әлегәсә Мөнирә бойоҡ ине, Әпшәндә кисергәндәренән айный алманы: төшөндә атаһын, ағаларын күрҙе, атаһын ҡылыс менән сабалар, имеш, тип һаташты... Бисараны шул шаян күл һауыҡтырҙы, шул ялтырбикә ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Ике көн эсендә бай ҡыҙы ярлы-ябағаға әүерелде, ике көн эсендә үкһеҙ йәтим иттеләр. Өйөр-өйөр йылҡылары сырҡырап йөрөй ине Ҡолатау битләүендә, туп-туп ҡаҙҙары, батман-батман майҙары – ҡайҙа китте шул ирәүән тормош, ҡайҙа тороп ҡалды сәхрә йәйләүҙәре? Инде ул етем-еһер, алыҫ туғандарына һыйынған үкһеҙ, кейем-һалымы, артынан килер малы-ҡалымы юҡ. Ярай, бынау күл ҡаршыһында йәйрәй, шул уны ымһындыра. Беләҙекүл – шаян да, алсаҡ та әхирәт, хафаларына шифа. Мөнирә – йәтимәк, шул һыу ярында ултыра, бойоғоп, һыуға йомро таш тәмә, быҙау көтә, бәпкә ҡарай. Кер сайҡау ҙа – уның эше, малға һыу ташыу, емеш баҡсаһына һыу һибеү – Беләҙекүл уны көтөп кенә тора. Мөнирә шунда әйлән-бәйлән уйнарға әүәҫләнде. Һөйөнһә лә, бойоҡһа ла, күлгә ашыға. Ҡомташтарҙы усына йома, ҡомташтар менән уйнай, тулҡындар менән шаяра. Ялан аяҡ һыуҙы сәпелдәтә, тулҡындарҙы ары, күл уртаһынаса ҡыуа. Яр ситенә сүкәйеп кенә ултыра ла ишенә серен сисергә тотона.

Мөнирә – Әпшәндең иркәһе. Болондарҙа, сәхрәләрҙә бәй белмәй елгән ҡолонсаҡ. Шаталаҡ, гел йылмайып тора. Әйтерһең, был шуҡ өсөн донъяла бер хәсрәт тә, бер хафа ла юҡ. Шулайҙыр ҙа. Ул үҙе лә һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ һымаҡ үҫте бит: атаһы Ғәбделнафиҡ – бай. Ғәбделнафиҡтың бер туғандары Ғәбделхалиҡ та, Ғәбделмәлик тә – Әпшәндең иң дәрәжәле байҙары: әйләнә-тирә халҡын усында бейетеп тота. Донъя, ысын, Ғәбделнафиҡ, Ғәбделхалиҡ, Ғәбделмәлик ҡулында. Донъяға Мөнирәнең зат-зәүере баш!

Әпшәндә ирәүән тормош: Ғәбделхалиҡ ағаһы бер көрөшкә һары майҙы күтәрә лә эсә. Ғәбделмәлик ағаһы ла унан ҡайтыш түгел: ҡалын кәүҙәле, уҫал. Туғандары араһында иң хәтәре, иң хәйләкәре лә шулдыр – йыйын халыҡты артынан эйәртә ала. Уның һүҙе генә һүҙ.

Бай ҡыҙына ел-ямғыр теймәне, ҡыйынлыҡ тигәнде белмәне; уның да һүҙе һүҙ, теләге теләк ине, теләгәне алдына килеп кенә торҙо. Ата-бабаларҙың биләмәләре иркен, мал-тыуары бихисап-бинаһая. Әпшән туғайҙары, гүйә, мал һимертергә генә яратылған: үләне ат бауырынан, һауаһы саф, һыуҙары татлы... Ҡош-ҡорт, еләк-емеш – шунда кинәнеп йәшә лә йәшә, һис ҡайғы-хәсрәт күрмә! Ят күҙҙәрҙән алыҫта, төпкөл яҡта ята Әпшән иле, текә тауҙар, оло һыуҙар аръяғында. Ҡолатау бер яғында һаҡта, икенсе башында – икһеҙ-сикһеҙ Оҙонтал шырлығы... Уның бер осо Әй йылғаһына барып төртөлә.

Бер мең дә туғыҙ йөҙ ун туғыҙынсы йылғаса өнһөҙ-тынһыҙ, үҙ яйына йәшәне әле Әпшән, бындаса оло донъяның тыны-һулышы килеп етмәне. Ғәбделнафиҡ менән Ғәбделхалиҡтар һаман өйөр-өйөр бейә бәйләне, тәпән-тәпән бал һарҡытты, батман-батман май яҙҙы... Ҡеүәт бар инде, бар был байҙар нәҫелендә: бер туғандар иңгә-иң терәп, аяҡ тибеп, ни ҡылһаҡ та хөкөмкәйҙәребеҙ үҙ иркебеҙҙә, тип йәшәп ята. Тик бер көн Ғәбделмәлик Мәсәғүт кантонынан «ҡыҙылдар Өфөнө алған» тигән хәбәр алып ҡайтты. Шунан был ил-йорттоң тыныслығы юғалды: бер туғандар ғауғалаша, ҡайҙалыр саба башланы, ә Мөнирәкәй иркә бер ни ҙә аңламаны.

Июлдең һуңында ысын ғәрәсәт ҡупты: ауылда «Дыуан яғынан ҡыҙылдар аҡтарҙы ҡыуа килә» тигән хәбәр таралды. Ғәбделхалиҡ та, Ғәбделмәлик тә донъяһын йыйыштырҙы, кәрәк-ярағын төйнәштерҙе, бер Ғәбделнафиҡ ҡарт – Мөнирәнең атаһы ғына мыжмырланы, ыжламаны ла.

 

– Мин ауылдан китәм! – тип белдерҙе Ғәбделмәлик. – Ҡыҙыл көсөктәрҙән аяу булмаясаҡ, ун һигеҙенсе йылды ла хәтергә төшөрәсәктәр.

– Әгәр ҡыҙылдарҙы Әй аръяғында туҡтатып булмаһа, мин дә аҡтарға ҡушылам! – тип һалды Ғәбделхалиҡ та.

– Ә мин ништәргә лә белмәйем, – тип торҙо бәлтерәп төшкән Ғәбделнафиҡ ҡарт.

Оҙаҡламай Мәсәғүт яғынан ауылға һалдаттар килеп тулды, Ғәбделнафиҡ ҡыҙҙарын ҡайһыһын ҡайҙа йәшереп бөттө, Мөнирәләр йәйләүгә ҡасты. Уларҙың ике ҡатлы таш өйөн аҡтар штаб кеүек итеп һайлағайны инде, Ғәбделнафиҡ та, Ғәбделхалиҡ менән Ғәбделмәлик тә аҡтарға булышып, аҙыҡ-түлек йыйнашып йөрөнө. Аҡ армия Әй йылғаһының был ярында нығынырға, ҡыҙыл ғәскәрҙәрҙе туҡтатырға ҡарар иткән. Ҡолатау һыртында ашығыс рәүештә траншея һыҙаты ҡаҙыла башланы, ауылдағы бөтә ир-атты шунда ҡыуҙылар. Ғәбделмәлик менән Ғәбделхалиҡ та шунда. Аҡтар был байҙарҙы әпшәндәр өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуйған. Ваҡыт тар, ҡыҙылдар бөгөн-иртәгә бында буласаҡ, пулеметтарҙы,    пушкаларҙы позицияға ҡуйып өлгөрөргә, дошманды ут менән ҡаршыларға! Әй ярында ҡаты алыш буласаҡ!

Аҡтар аттарын урман араһына йәшерҙе, пушка-пулеметтарын траншеяларға ҡаҙып ултыртты. Икенсе көнгә «ҡыҙылдар кисләтеп Мәғҙән ауылына тулған» тигән хәбәр алынды. Ҡолатауҙағылар әҙер ине, ғәскәр башлығы һил мәлдән файҙаланып ҡалырға ҡарар итте: таң атыу менән ауыр туптар телгә килде. Ҡолатау бите, урман шырлығы тетрәп тора, бар донъя һелкенә. Ҡолаҡтар тона, баш әйләнә. Тау башынан бинокль менән Мәғҙәнде күҙәтеүсе офицер үрле-ҡырлы һикерергә тотондо: йәнәһе, ура, ярты ауыл яна, ярты Мәғҙән ут эсендә! Шул кәрәк һеҙгә, Мәғҙән таҙҙарына! Аҡ армия һалдаттарына икмәк бирмәнегеҙ, һырт бороп торҙоғоҙ – кәрәгегеҙҙе алығыҙ!

Ҡолатауҙағы ғәскәр тантана итте. Тик улар был мәлдә ҡыҙыл ғәскәрҙең Яуыш тарафына тайыуын белмәй ине. Мәғҙәндә бер генә ҡыҙыл һыбайлы ла ҡалмаған, ҡыҙылдар Әйҙе төньяҡтан урап кисергә ниәтләгән... Мәғҙәндә был ваҡытта аҡтар тубынан бары тыныс халыҡ ҡына ҡаза күрҙе: Күл яҡ урам тоташлай тиерлек янып бөттө, Мотаһар урамы ла тар-мар ителде; ҡайҙа дәү-дәү бүрәнәләр, бүрәнәләрҙәй кеше кәүҙәләре туҙышып ята. Берәү балаһын ҡосаҡлап ауған, берәү, мунсаһына ашығып, яңылыш йәҙрә аҫтында ҡалған; унда-һанда ут көлтәләре, баш осонда шыжлап туптар оса – был таңда ауылда ысын мәхшәр ҡупты, Мәғҙән тамуҡ ояһына әйләнде.

Күрәһең, аҡтар сигенгәндер, юғиһә, улар артынан ауылға ҡыҙылдар тигән ғәскәр тулмаҫ ине. Улар, ғәм халыҡты болартып, аранан аҡтар яҡлыларҙы юллап йөрөнө. Ғәбделмәлик аҡтар менән ҡасып өлгөргән, ә Мөнирәнең атаһы Ғәбделнафиҡ ҡыҙылдар ҡулына эләкте. Уны ихатаһында тоттолар. Күрәһең, берәйһе башырғандыр*, бай йортона төртөп күрһәткәндер. Бөр төркөм һыбайлылар артҡы ҡапҡанан инде лә һарайҙан сбруй сығарып килгән хужаға тондо; Мөнирә лапаҫ башында бесән араһына боҫҡан, таҡта ярығынан күрҙе: ерән һаҡалтай йән асыуына киҙәнеп атаһын ҡылыс менән урталайға ярҙы.

Аҙаҡ иҫен юйып һаташып ятҡан ҡыҙ балаға һөйләнеләр: Ғәбделхалиҡ ағаһын да лавка ҡаршыһында, ғәм халыҡ алдында, ҡылыс менән тураҡлағандар.

Мөнирәнең әсәһе Миңжиһан да күпкә сыҙаманы был хәлдән, өнһөҙ генә был донъянан тегеһенә күсте. Комбед тигәндәре оло ике ҡатлы таш өйҙәрен конфисковать итте, малдарын хөкүмәт ҡарамағына тапшыртты. Мөнирә ике көн эсендә үкһеҙ йәтим, малһыҙ-мөлкәтһеҙ ҡалды, өҫтәүенә, иркә бай балаһын урамға ҡыуалап сығарҙылар.

Игелекле туған-тыумасаһы ярҙамында ҡыҙҙы, ярай, Мәғҙәндәге сыбыҡ осо туғандары Ҡотой ҡарттарға оҙата һалдылар.

Шулай Мөнирә уйламаған-нитмәгән ерҙән Мәғҙән кешеһе булып китте.

III

Беләҙекүл өнһөҙ. Күптәрҙең серен үҙендә һаҡлай ул.

Ҡыҙ күҙен йома. Күҙ алдына ҡабат ул баҫа. Йылмая. Шундай яғымлы, моңло итеп ҡарай – ҡыҙҙың йөрәге өҙөлә. Ниңә, ниңә шундай яҙмыш яҙҙы икән уға? Ниңә уның ғына бәхете китек, уның өлөшөнә төшкән көмөш яттар ҡулында? Был мөхәббәт хатта мөхәббәт кеүек тә түгел, ә торғаны менән бер гонаһ... Ғишыҡ-ғишрәт тиер инең, уларҙың бер тапҡыр ҙа икәүҙән-икәү аңлашҡаны юҡ. Ул оло, дәрәжәле зат, волоста ҙур түрә. Большевик. Ә Мөнирә кем? Бай балаһы, волисполком түрәһе уны хатта күҙенә лә элмәйҙер, ә Мөнирә май шәмеләй эстән генә һыҙа.

Мөнирә һыу алырға ғына төшкәйне... Ялантәпәй баҫмаға баҫты, тонйораған һыуға төбәлде. Шунда үҙенә текәлгән ҡараштан ҡото осто: Беләҙекүлдән батыр ҡалҡты. Хәрби гимнастерка кейгән, тирәсле фуражкаһы үҙенә килешеп тора. Тишеп ҡарай. Эй, һантый бала! Шул һүҙҙәрҙе һаман иҫләй:

– Һин кем ҡыҙы?.. Исемең дә, үҙең дә матур, – тип ҡалды теге ағай, ә ҡыҙҙың теле көрмәлде, бите ут булып янды. Шунда әллә нимәнән сихырланды: йөрәге елкенде, бармаҡтары ҡалтыранды. Теҙ быуыны йомшарыуын тойоп, ихата эсендә ҡапҡа төбөндә торҙо ла торҙо.

Аҙаҡ шул осрашыу өсөн Беләҙекүлгә рәхмәттәр уҡыны. Йәнәһе, күл уны ер йөҙөндәге иң сибәр егет менән ҡуша була.

Ҡыҙ уны иртә һайын көттө. Тәҙрәнән күҙәтте. Ә теге һыуға батҡандай юҡ булды ла ҡуйҙы, тотош йәй буйы күҙгә-башҡа салынманы.

Ул арала ҡыҙ күп нәмә белде. Ҡамса өйләнгән, имеш, ҡатынының исеме – Факиһа. Факиһа ла төҫкә-башҡа төшөп ҡалғандарҙан түгел икән: тәбәнәк булһа ла, ыҡсымай, сәсен ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырған, фельдшер пунктында эшләй. Мөнирә кеүек, ул да ситтән. Ире менән фронтта табышҡандар: Ҡамса лазаретта ятҡан, шунда уны ошо ҡыҙ тәрбиәләгән. Фельдшер ҡыҙылармеецты яу ҡырынан алып сыҡҡан икән.

Мөнирә үҙен Ҡамсанан түбән күрҙе. Теге – уҡымышлы, ул – етем-еһер, был ауылда ғына түгел, ә бөтөн был донъяла бер таянысы ла юҡ.

Йәшертен-боҫортон ғына медпунктҡа барҙы, көндәшен ситтән күҙәтте. Тегеһе – эшем эйәһе, аҡтан кейенеп алған, хәс тә фәрештә. Ҡайҙан уға тиңләшергә, уйлама ла. Юҡ, юҡ, ымһынма ла! Ҡыҙ башын эйеп ҡайтты, тағы бөткөһөҙ өй мәшәҡәтенә сумды, мал менән булды. Башында – бер уй, ҡаршыһында – шул яғымлы һын. Башынан сығарып ташлай алмай шул уйын, әллә ниндәй мофталлаларға төшөп бөттө, әллә ниндәй сиргә һабышты.

Уларҙы Мөнирә Беләҙекүл буйындағы киске уйында ла күрҙе. Улар – кәләше менән икәүһе. Факиһа апай ҡаласа кейенгән, тар юбкаһы нескә билен белендерә, йоҡа кофтаһы ла үҙенә бик килешә. Ул бик бәхетле заттыр, үҙен ауыл халҡы алдында өҫтөн тота, күҙҙәрен йәшермәй.

Мөнирә яҙылып китә алманы. Шундай йылы кис, үлән еҫе аңҡый. Бар тирә-йүн әллә ниндәй аһәң менән һуғарылған: сафлыҡмы, тантаналыҡмы һулышы һиҙелә, күкрәк киңәйә, ҡараштар үткерләнә. Аяҙ төн, болотһоҙ күк бите, бары яңғыҙ ай ғына – юғарыла, ә түбәндә – Беләҙекүл буйында – бейеүселәр, ай нурына ҡойонған кешеләр. Йәштәр, йәшел тибен. Фельдшер ҡатын һәр кемгә йылмая, һәр кем менән ҡуша бейей.

Мөнирә баҙаны, эйе, шунда йөрәгенә тулған хистән иҫерҙе. Быуыны ҡатты, тәне ҡорошто. Әүәл был киске уйындарҙа ул гел уртала була торғайны.

– Мөнирә, һерәймә! – Ҡыҙҙар сылбыры тегене уртаға һөйрәкләне. Шунан ҡыҙ аяҡ аҫтындағыһын юғалтты: оса-оса өйөрҙөң уртаһына барып юлыҡты. Юғарыға аштымы – күл буйы, өйҙәр, күктәге ай өйөрөлә башланы; бар донъя хәрәкәткә килде, ҡыҙ иҫен юйҙы: ул инде ул түгел ине, тәне, беләктәре иркенә буйһонманы – ул, иңдәрендә ҡанаттар яралғандай, осто ғына, Беләҙекүл өҫтөнән ҡанат йәйҙе, әйтерһең, ҡыр ҡаҙҙары сылбырына тағылды, Ҡамса менән Факиһа апайҙы өҙөк-йыртыҡ ҡына шәйләп ҡалды. Ҡыйынһыныуҙы онотто, ҡаны ҡыҙҙы, ер менән күк араһында уралды, табаны ҡатыны тойманы. Әкиәт ине был, ул, алйот, дәрәжәле ағай менән ҡуша бейей, теге ҡултыҡлап өйөргәндә тәне ирей, ҡайнар һулышы битенә бәрә. Күҙҙәре генә осраша, бармаҡ остары эләгешә. Барса донъя: ағастар, тауҙар, Беләҙекүл, өйҙәр урынынан ҡупҡан.

Башы әйләнде ҡыҙ баланың, тыны ҡыҫылды, ниндәйҙер мәлдә тимерҙәй ҡулдар йоҡа тәнен һығып та алғандай итте. Бер генә мәлгә! Берәү ҙә иҫләмәне, шай, берәү ҙә улар яғына ҡайырылманы. Шунда Мөнирәнең юҡҡа сыҡҡыһы, кеше күҙенән юғалғыһы килде, онотолһа, бүтән илдәргә тарыһа...

Ә уйын тынманы, берәү ҙә Ҡотойҙоң сыбыҡ осо туғанына иғтибар итмәне. Хатта был кистә ҡылыс танаулы Ҡамса ла, Факиһаһы ла ҡыҙға һүҙ ҡатманы, йылмайһалар ҙа, бүтәндәргә лә йылмайҙылар. Бейеү тыныу менән улар, йәштәрҙән айырылып, ауылға табан ыңғайланы. Бер-береһенә һыйынышып, ҡулға-ҡул тотоношоп атланы ағай менән апай, шул хәлдә ҡараңғылыҡ ҡосағында иренеләр.

Ә ҡыҙ бала эстән әллә ниҙәр уйлап бөттө, үҙен апай урынына ҡуйып та ҡараны. Имештер, улар йәнәш... Киске уйында ла ҡуша бейенеләр, икеһе генә әйлән-бәйлән өйөрөлдө, беренсе тапҡыр, алдан һүҙ ҡуйышып, күл буйында осраштылар. Хәҙер ҙә икәүләшеп-етәкләшеп билдәһеҙлеккә йотолдолар. Беләҙекүл буйында икәү сихри кис үткәрҙе, эйе, бар күл буйы бөгөн уларҙың бәхетенә шаһит булды!

...Һантый, тип әрләне үҙен ҡыҙ бала, төнө буйы керпек тә ҡаҡманы. Күҙен йомһа, даръяла – тулған ай, ярында – йәштәр. Факиһа апай үпкәләп ҡайтып китте, ә улар... Донъяларын оноттолар. Әсәһе Миңжиһан белһә, оят та, бит тә юҡ, тиер ине.

Ҡыҙ хыялыйланып бара, ахырыһы: гел шул ағай тураһында уйлай, гонаһлы хыялдарына баш була алмай. Был өйҙә ул – хеҙмәтсе көнөндә, хоҡуҡһыҙ бер бала: мал, ҡош-ҡорт ҡарай, аш-һыу әҙерләй, усаҡ тирәһенән китмәй. Уны бары шул иҫәр хыялы ғына йыуата. Шул уға көс бирә, билдәһеҙлек осондора. Кис була ла таң ата, тағы ҡояш бата, ҡыҙ башын күтәрмәй. Тамаҡ ялы хаҡына – Ҡотой ҡарттарҙа хеҙмәттә. Аҫрау бала ирәүән көндәрен, Әпшән донъяһын һағына. Әле генә бойороусы ине, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ, аҡыҡ алҡаның ҡашы, даръялағы зифа ҡамыш ине, ә бөгөн?..

Әпшән – әкиәт ине, һис иҫенән сыҡмаҫ инде. Иң төрлө төҫтәр, мең төрлө ауаздар: бал ҡорттары гөжләүе, иңкештәр быжылдауы, ҡолондар сырҡырауы... Әпшән иле ҡояш нурҙарында ирәйә. Буйҙан-буйҙарға, иңдән-иңдәргә һуҙыла. Икһеҙ-сикһеҙ даръя! Мөнирә һаман – шунда.

Аяуһыҙ яҙмыш бөтәһенән яҙҙырҙы, байлыҡтарын туҙҙырҙы, ирәүән тормоштарын ҡараңғы төнгә әйләндерҙе. Сыбыҡ осо туғандарында сырай һытып игелек күрһәтәләр, әҙәп һаҡлап йылмаялар, баш тартмайҙар былай туғандарынан, башҡортта ундай йола ла юҡ. Мөнирә белә: был үҙе үк гонаһ булыр ине, Хоҙай алдында Ҡотой ҡарт улай ҡылана алмай, алмай. Ғәбелнафиҡ еҙнәһенең әүәл Ҡотой йолҡошҡа күпме игелеге тейҙе, Ҡотой шуны онотһа, ер йотор.