Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сәлмән Яҡупов

Һыҙланыу

«Бөтә башҡорт, бөтә! Һис шикһеҙ

бөтөр был башҡорт!»

Г. Успенский. 1889 йыл.

«Уяндың һин, халҡым, берүк кенә

Битарафлыҡ баҫып, ойой күр

З. Йәнбирҙина. 1995 йыл.мә!»

Тарих битен асһам – йән тетрәй,

Сыңлап тора ҡанлы быуаттар.

Ах, телең юҡ, Урал, һөйләр инең,

Һорауҙар күп, юҡ тик яуаптар.

Ожмахстан – илем Башҡортостан,

Урман – икмәк – нефть – газстан.

Химпромдың – әрһеҙ ашҡаҙаны,

Танып була һине алыҫтан!..

Ҡайҙа баҡма – байлыҡ!

Тик халҡыма

Ҡала һаман кимерек һөйәктәр.

Диоксины, фенол, ҡара һөрөм...

Йән ҡоҫалар тыуған төйәктәр.

Ни хаҡына ҡандар түгелгән һуң?

Ни хаҡына башҡорт ҡырылған?

Батырҙарым ғәзиз башын һалған,

Ә быуаттар ҡанға ҡойонған?..

Кемдәр хужа – мәғрур Уралыма,

Урманыма, нефть, газыма?

Иҙелемә, булыр ҡәберемә,

Тыуған ерем, улым, ҡыҙыма?..

Ни хаҡына Себер киткән күптәр,

Ни хаҡына ҡылыс ҡайралған?

Ҡара ҡанға батҡан башҡорт ере,

Башҡорт йәне уттан ҡарайған?..

...Тарих битен асһам, зар илайым,

Сыңлап тора ҡанлы быуаттар.

Һорауҙар күп. Ҡасан ғына булыр

Һорауҙарға айыҡ яуаптар!

 

Аҙаштым

Ҡара төндә ҡайсаҡ аҙаштым мин,

Аҙаштым мин хәтәр буранда.

Урманда ла булды аҙашҡаным,

Аҙаштым бер сит-ят урамда...

 

Ҡайсағында, ҡыҙҙар ятағында,

«Ишектәрҙе бутап...» аҙаштым...

Ҡайһы юлдар ҡайҙа йөрөтһә лә,

Һинең күҙҙәр менән һаташтым.

 

Аҙаштым мин. Һис ни аңламайым...

Ҡайһы юлдың ҡайҙа илтерен.

Ҡайҙа нисек кенә аҙашһам да –

Юлым һәр саҡ һиңә килтерһен!

 

Аптырама!

Һуңғы мәлдә ниҙер булды миңә...

Үҙ-үҙемә үҙем шаҡ ҡатам.

Ҡылығыма ҡарап мин үҙемде

Диуанаға хатта оҡшатам.

 

Һәүетемсә түгел барыһы ла,

Аҫты-өҫкә килде күңелдең.

Шаҡ ҡатырлыҡ, эйе, шаҡ ҡатырлыҡ...

Мин түгелдер был, тим, түгелмен!..

 

Аптырама, шулай көтмәгәндә

Йүләрлектәр ҡылып ташлаһам.

Яндарыңда таман онотолоп,

Диуанаға ҡайсаҡ оҡшаһам!

***

Өҙөлөп тә һайрай һандуғасҡай,

Ниҙәр булды икән үҙенә?

Һәр һулышы шундай таныш миңә,

Моңланышы шундай үҙ генә.

 

Үҙәктәрҙе өҙөп нисәнсе ҡат,

Осоп-ҡунып, тәҙрә төбөмдә,

Һағыштарын сәсә гөл-баҡсама,

Бына инде килеп бөгөн дә...

 

Бөтөрөлә меҫкен, бөтөрөлә,

Шундай моңло тағы ҡош ҡайҙа?

Кескәй йөрәгенең сыңлауынан

Йәшкәҙәйҙер хатта таштар ҙа.

 

Ниҙәр булды һиңә, һандуғасым,

Ҡылайым һуң икән ни сара?..

Юҡ!..

Үҙ йөрәгем, шул һандуғас булып,

Өҙгөләнә көн дә, бисара!