Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Шәһәр Шәриф

Ғасыр сәғәҙәт йәки бәхетле быуат

Шәһәр Шәрифтең был әҫәре Пәйғәмбәрҙең әхүәле үә Исламдың башланыуы хаҡында. Ул Ҡазан ҡалаһының «Үрнәк» матбағаһында 1910 йылда донъя күрә. Филология фәндәре докторы Салауат Галин ғәрәп яҙмаһындағы татар теленән тәржемә иткән был хеҙмәт бер нисә йыл элек «Ағиҙел» архивына килеп ингәйне. Уның йөкмәткеһе менән Башҡортостан Мосолмандары  диниә назараты мөфтөйө  Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин да танышты.

Мөхәммәт Ғәләйһис-сәләм менән һөйөнөс биреү

Ғәләйһис-сәләм, Хаҡ (Алла) йәнәбтәре хәҙрәттәренә доға ҡылып, улы Исмәғил Ғәләйһис-сәләмдең нәҫеленә бәрәкәт (бер кешенең башҡаларҙан берәй сифатта өҫтөн булыуы) биреүҙе теләне. Хаҡ йәнәбтәре Ибраһим Ғәләйһис-сәләмдең доғаһын ҡабул итеп, уның балаларын бөйөк бер милләт итәсәген вәғәҙә итте. Былар Тауратта мәҙкүрҙер (әйтелеп үтелгәндер). Таураттан һуң ингән Забур вә Инжилдә лә олуғ бер пәйғәмбәр киләсәге, уның бәғзе сифаттары вә ғәләмәттәре  зекер ителде (телгә алынды, әйтеп үтелде).

Исмәғил Ғәләйһис-сәләмдең икенсе улы Исхаҡ Ғәләйһис-сәләм нәҫеленән Яҡуп, Муса, Дауыт, Сөләймән, Ғайса (ғәләйһимүс-сәләм) кеүек пәйғәмбәрҙәр  килһә лә, Мөхәммәт    Ғәләйһис-сәләмдең ваҡытына ҡәҙәр Исмәғил Ғәләйһис-сәләм нәҫеленән  ундайҙар күренгәне юҡ ине. Шунлыҡтан Исмәғил Ғәләйһис-сәләм балаларынан олуғ бер пәйғәмбәр килеүҙе көттөләр. Хәҙрәт Ғайсанан һуң (600 йыл ҡәҙәр) пәйғәмбәр килмәй тороу сәбәпле, халыҡты наҙанлыҡ баҫып, әүәлге пәйғәмбәрҙәрҙең диндәренә дә төрлө бидғәттәр (диндә булмаған йола) ҡатнашҡайны. Шул ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Ғәләйһис-сәләм донъяға тәшриф итте (донъяға килде).

Нәсәб Шәриф (пәйғәмбәрҙең нәҫеле)

Мөхәммәт Ғәләйһис-сәләм  ғәрәптәр араһында иң  мөғтәбәр (хөрмәтле) үә ҡәҙерле булған Ҡурайыш ҡәбиләһенән булып, нәсәб шәриф (нәҫеле) Исмәғил Ғәләйһис-сәләмгә тоташалыр. Асыҡ мәғлүм булған бабалары шуларҙыр: Мөхәммәт бине Ғәбделмоталлиб, бине Һашим, бине Ғәбдеманаф, бине Ҡусай, бине Киләб, бине Мурра, бине Ҡәғб, бине Лүәй, бине Ғәлиб, бине Фиһр, бине Мәлик, бине Нәҙр, бине Кинәнә, бине Хүҙәймә, бине Мудрикә, бине Ильяс, бине Мүҙар, бине Низар, бине Мәғдд, бине Ғәднән. Әсәһе: Әминә бине Ваһап, бине Ғәбде, бине Манаф, бине Зөһрә, бине Киләбтер. Киләбтә нәсәбтәре пәйғәмбәребеҙ нәсәбе менән бергә ҡушыла.

Рәсүлулла (салалаллаһу  Ғәләйһи үә сәлләм) тарих миләди 517 йыл 20 апрелдә рәбиғел әүүәлдең 12-һендә дүшәмбе көн таң ваҡытында донъяға килде. Тыуған ваҡытында әсәһе һис бер зәхмәт үә бала ауырыуы күрмәне. Сөннәтле вә киҫелгән хәлдә тыуҙы. Арҡаһында күгәрсен йомортҡаһынан бәләкәйерәк бер ғәләмәт бар ине. Уға «Хатам нүбүүәт», «Мөһөр нүбүүәт» тиерҙәр (пәйғәмбәрлек мөһөрө). Донъяға килеүе бөтөн әҡрәбәләренә (туғандарына) һөйкөмлө күренде. Һәммәһенә ҙур шатлыҡ булды. Бабаһы (ҡартатаһы) Ғәбделмоталлиб, ҙур туй үткәреп, бик күп халыҡты һыйланы,  Мөхәммәт тип  исем ҡуйҙы. Әбүжәһл, Әбүләһәбтәргә лә һөймәле (һөйкөмлө) күренеп, Әбүләһәб һөйөнөстән Ҫүәйбә исемле  кәнизәген (ҡол ҡатынды) азат итте.

Хәҙерге ваҡытта (12 рәбиғел әүүәл) донъя үә әхирәттә бәхетле булыуыбыҙға сәбәп булған пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнө булғанлыҡтан, бөтә мосолмандарға иң ҙур байрам көнөлөр. Рәсүлулланың атаһы Ғабдулла балаһы донъяға килгәнсе әйләнеп ҡайтыу ниәте менән, Шам (Дамаск) тарафына сауҙа менән сәфәргә киткәйне. Шул сәфәрендә вафат булып, Мәҙинәлә дәфен ителде (ерләнде). Рәсүлулла етем булып донъяға килде.

Пәйғәмбәр  тыуған Үиләдәт ваҡытындағы бәғзе ваҡиғалар

Рәсүлулланың тыуыуынан 50 көн элек Йәмән батшаһы, Ҡәғбәтулланы харап итергә тип, ҙур филдәре үә ғәскәр менән Мәккәгә килгәйне. Аллаһы Тәғәлә тарафынан Абабил ҡоштары уның бөтә ғәскәрен ваҡ таштар менән һәләк итте. Ғәрәптәр был йылды «Ғәм әл-фил» (фил йылы) тиерҙәр. Ҡөрьәндә былар хаҡында «Сүрәтүл-фил» назил булған (күктән индерелгән). Шул йылдарҙа ғәрәп араһында, бигерәк тә Ҡурайышта көслө аслыҡ, ә Рәсүлулла тыуған йылдан ямғыр күп яуып, игендәр үә емештәр башҡа йылдарға ҡарағанда нисә өлөш артыҡ үә күп етешкән. Ғәрәптәр был йылды «иркенлек, шатлыҡ йылы» тип атаған. Рәсүлулла тыуған көндө күп әҙәмдәр ахыр заман пәйғәмбәренең донъяға килеүен төштәрендә күргән. Бабаһы (ҡартатаһы) Ғәбделмоталлиб  яңы тыуған баланың олуғ бер зат буласағын төшөндә күргән вә шул кистә Ҡәғбәтулла янында: «Ғәләмдә рәхмәт итеп ебәрелгән бала тыуҙы», – тигән тауыш ишеткән. Шатлығынан оло зыяфәт (ҡунаҡ итеү, хөрмәтләү) үә туй итеп, Рәсүлулланы гүзәл ҡасидә (маҡтау шиғыры) менән маҡтанылар.

Саф һауалы ерҙә, ауылда үҫкән бала сәләмәт, үткер зиһенле була тип, Мәккә халҡы йәш балаларын ҡәрйәләрҙә (ауылдарҙа) һөт әсәләренә имеҙергә биреп тәрбиә итерҙәр ине. Ауыл  ҡатындары ла Мәккәгә килеп, имеҙергә үә тәрбиә итергә балалар алып китә торған булды.  Рәсүлулланы ла Мәккә  сәхрәһендә мәғишәт иткән (йәшәгән) Бәнү Сәғт ҡәбиләһенән Хәлимә исемле ҡатынға имеҙергә бирмәксе булғандар. Ҡатын башта: «Үҙебеҙ ҙә фәҡир, был етем баланы тәрбиә итеүҙән файҙа булырмы икән?» – тип икеләнеп торған. Ләкин Рәсүлуллаға   күҙе төшкәс, ул бала күңеленә бик һөйкөмлө күренеп, Хәлимә уны ауылына алып киткән. Рәсүлулланы  тәрбиәгә алыу менән өйҙәренә бәрәкәт ингән, малдарының һөтө лә арта башлаған. Шунан: «Был баланың аяғы еңел, бәрәкәтле булһа кәрәк», – тиешеп, ихлас тәрбиә итә башлағандар. Малай  бик тиҙ үҫеп, алтынсы айҙа аяғына баҫа, туғыҙ ай тулғас асыҡ  һөйләшә башлап, бишенсе йәшенә ҡәҙәр шунда тәрбиәләнә.

Рәсүлулла ошонда саҡта әҙәм сүрәтендәге ике фәрештә килеп, баланың күкрәген яра ла, йөрәгендәге боҙоҡ ҡанды алып, нур тултыра. Быны «Шаҡ сандр ваҡиғаһы» тип атағандар. Хәлимә бик һөйөп тәрбиә иткәнлектән, айырылғыһы  килмәһә лә, был ваҡиғанан ҡурҡып, баланы әсәһенә тапшыра.

Әсәһе үә олатаһының вафаты

Рәсүлулла алты  йәшенә еткәндә, әсәһе вафат булды. Унан һуң малайҙы олатаһы Ғәбделмоталлиб тәрбиә итә башланы. Ғәбделмоталлиб, Рәсүлулла хаҡында төрлө  төштәр күргәнлектән үә төрлө ваҡиғалар ишеткәнлектән, уны үҙ балаһынан артыҡ күреп, ихлас вә риғәйә (ололау) менән тәрбиә итте.

Рәсүлулла  һигеҙ  йәшенә еткәндә,  Ғәбделмоталлиб та йөҙ  йәшенән үтеп вафат булды.  Ул  Ҡурайыш ҡәбиләһенең рәйесе үә иң  йомарт, иң аҡыллы ирҙәренән һанала ине. «Аллаһының миңә биргән ниғмәттәренән (муллыҡ, байлыҡ) әҙәмдәр генә түгел, ҡоштар ҙа файҙаланһын», – тип тау баштарына аҙыҡ ҡуйҙыра ине. Вафатында бөтә Мәккә халҡы илап, бер нисә көн сауҙа итмәй матәм (траур, ҡайғы) тотто.  Рәсүлулла ла йыназа артынан илап эйәрҙе.

Ғәбделмоталлиб вафат булғас, малай Абуталиб тәрбиәһенә күсте. Ул ваҡытта   Рәсүлулланың атаһы менән бер туған ҡәрҙәше Абуталибтың хәле  уртаса ғына ине. Уны тәрбиәләй башлағас, быларҙа ла бәрәкәт артты, Абуталибтың бәхете асылды. Рәсүлулла ағаһының күҙенә бик һөйкөмлө күренде. Уны үҙ балаларынан да яҡыныраҡ күреп, шәфҡәт һәм мәрхәмәт менән тәрбиә итте.

Рәсүлулла  мөләйем, йомшаҡ күңелле, әҙәпле ине. Башҡа балалар кеүек, ауыҙына килгәнде һөйләп йөрөмәй, ашарға-эсергә һорап борсомай ине. Бирһәләр, ҡәнәғәт итә, бирмәһәләр – өндәшмәй. Бәғзе көндәрҙә Харам Шәрифкә барып зәм-зәм һыуы эсә лә шуның менән ҡәнәғәтләнә ине. Шул ваҡыттан уҡ  Рәсүлулланың әҙәпле исеме сығып, күрше-тирәһе балаларына: «Мөхәммәт кеүек әҙәпле, инсафлы булырға кәрәк», – тип әйтә ине.

Шамға сәфәре

Рәсүлулла  (салаллаһу  Ғәләйһи үә сәлләм) 12 йәшенә  еткәндә, Абуталиб сауҙа  менән Шамға сәфәр итмәк булды.  Рәсүлулла  ла уның менән сәфәргә сығырға теләне. Абуталибтың шәфҡәте килеп, уны үҙе менән бергә алды. Шам  виләйәтендәге Бусра ҡалаһына килгәс, уларға нәсараларҙың  (христиандарҙың) ҙур ғалимы Бәхирә исеме менән мәшһүр булған раһиб (монах) тап булды. Бәхирә: «Әүәлге китаптарҙың яҙыуына ҡарағанда, ғәрәптәрҙән бер  пәйғәмбәр киләсәк, шуның хәбәре юҡмы?» – тип белеште. «Әүәлгәсә ишетелгәне юҡ», – тип яуап бирҙеләр.

Бәхирә Рәсүлулланы аҡ болот күләгәләп торғанын күреп, үҙенең ғилеме менән уның ахыр заман пәйғәмбәре булыуын самаланы. Янына саҡырып, нәҫел-нәсәбен, уй-фекерен, ниндәй төштәр күргәнен һорашты ла киләсәк пәйғәмбәр хаҡында әүәлге китаптарҙа хәбәр бирелгән сифаттарҙы үә ғәләмәттәрҙе Рәсүлуллала  тапты. Яйын табып,  Рәсүлулланың арҡаһында булған нүбүүәтлек (пәйғәмбәрлек) мөһөрөн үбеп: «Был бала ахыр заман пәйғәмбәре булһа кәрәк», – тип шәһәдәт (гуаһлыҡ) бирҙе. Әүәлге китаптарҙа, яурынында бер ғәләмәт булыр, тип  яҙылғайны.  Һуңынан Абуталибҡа: «Малдарығыҙҙы ошо ерҙә һатып ҡайтыуығыҙҙы мәслихәт күрер инем», – тине. Абуталиб малдарын Бусра ҡалаһында һатып, Мәккәгә ҡайтып китте.

Рәсүлулла  (салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм) 25 йәшенә еткәндә, Хәҙисә бине Хүләдтең малы менән сауҙа итергә Шамға китте. Хәҙисә үҙе бик бай үә һәр йыл Шамға  каруан ебәреп, сауҙа иттерә ине.  Рәсүлулланың ғәйәт тоғро үә аҡыллы булыуын ишетеп, уның был сәнәлә (йылда) мал менән Шамға барыуын үтенде.  Рәсүлулла, ҡабул ҡылып, Хәҙисәнең ҡоло Мәйсәрә менән сәфәр итте. Башҡа йылдарға ҡарағанда бик күп файҙа итеп ҡайттылар. Хәҙисә бик шатланды,  Рәсүлуллаға рәхмәт әйтеп, килешкәндән күберәк хаҡ бирҙе.

Сәфәрҙән ҡайтҡас, Мәйсәрә   Рәсүлулланы Хәҙисәгә бик маҡтаны, Бусрала бер раһибтың риғәйә иткәнен, ахыр заман пәйғәмбәре шул булыр, тип хәбәр биргәнен һөйләне. Хәҙисә Рәсүлулланың тоғролоғона, әхлағына ҡыҙыҡты, теләһә,  уға кейәүгә бармаҡ булды.  Рәсүлулла, кәңәш иткәндән һуң, ҡабул итте. Ул ваҡыт Хәҙисә 40 йәшендәге тол ҡатын ине.

Ҡәғбәтулланы төҙөү

Рәсүлулла (салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм) 35 йәшенә еткәндә, көслө ямғыр булып, Ҡәғбәнең ҡайһы бер урындары ярылды. Ҡурайыш халҡы, хәләл малдарҙан ғына иғәнә йыйып, Ҡәғбәне яңынан бина итте. Бина тамам булғас та, Хәжәр әл-әсүәд  (ҡара таш)  ҡуйғанда ихтилал (дау, ыҙғыш) сыҡты. Бәғзеләр, беҙҙә шәрәфәт күберәк, бәғзеләре, беҙ күберәк иғәнә иттек, бәғзеләре, беҙҙең ҡаныбыҙ күп, беҙ урынлаштырабыҙ, тинеләр. Йәнә бәғзеләре, беҙ  һуғышабыҙ, ҡайһы  ҡәбилә еңә, шул урынлаштырыр, тип өс-дүрт көн ҡысҡырыштылар. Аҙаҡ  килеп, Мәсет әл-Харам ҡапҡаһынан иң элек кергән кешенең хөкөмөнә һәммәһе риза булырға, тип һүҙ ҡуйыштылар. Шул ваҡыт ҡапҡанан Рәсүлулла килеп инде, һәммәһе: «Мөхәммәт керҙе, ул тоғро, хөкөмөнә ризабыҙ», – тине. Араларында тоғролоғо менән исеме сыҡҡанлыҡтан, уның осрауына шатландылар.

Рәсүлуллаға эштең  нимәлә икәнлеген һөйләгәс, ул бер кейем өҫтөнә «Хәжәр әл-әсүәд»те алып ҡуйып: «Һәр мөйөшөнән бер ҡәбилә рәйесе тотоп барһын», – тине. Барып еткәс, үҙе мөбәрәк  (ҡәҙерле, бәхетле, хөрмәтле) ҡулына алып, урынына ҡуйҙы. Был тәдбире (эштең ахырын уйлап эшләү, алдан күреү) өсөн һәммәһе  шатланып,  Рәсүлуллаға рәхмәт уҡыны.

Пәйғәмбәребеҙҙең элекке хәлдәре

Рәсүлулла (салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм) йәш ваҡытынан күркәм холоҡло, инсафлы ине. Фәҡир вә ғажиздарға  (көсһөҙ, зәғиф, бер эш тә эшләй алмаған кеше)  шәфҡәтле булыуҙы, туған-ҡәрҙәштәргә ололап ҡарауҙы, ҡунаҡ һыйлауҙы яратты. Халыҡ араһында тоғролоҡ, яҡшылыҡ менән исеме сығып, «Мөхәммәт әл-Әмин» тип аталыр ине. Был һүҙ, ышаныслы үә тоғро Мөхәммәт, тимәктер. Һүҙҙе уйлап, аҙ ғына һөйләй, һәр эшендә үә һүҙендә бик тоғро булғанлыҡтан, халыҡ араһында низағ-ыҙғыш, талаш, ғауға сыҡҡанда,  күп ваҡыттарҙа унан хөкөм иттерәләр ине. Әүәле китаптарҙа ебәреләсәге вәғәҙә ителгән пәйғәмбәр ошо Мөхәммәт булһа кәрәк, тип уйлаусылар ҙа бар ине.

Ул ваҡытта ғәрәптәрҙең һәммәһе тиерлек мөшриктәр (поттарға ғибәҙәт итеүселәр)  ине. Рәсүлулла йәш ваҡытынан уҡ поттарҙы һөймәй үә яҡын да бармай ине. «Был халыҡ утын, таш киҫәктәренән яһалған нәмәләргә ғибәҙәт итә, уларҙан ни файҙа көтәләр икән », – тип ғәжәпләнеп йөрөй ине. Үҙе ваҡыт-ваҡыт Хира тауына барып ғибәҙәт ҡыла, ҡайһы ваҡыттарҙа аҙыҡ алып килеп, шунда унар, ун бишәр көн халыҡҡа ҡатнашмайынса  ғибәҙәт (табыныу) менән мәшғүл булып ваҡыт үткәрә торғайны.

Ул ваҡыт ғәрәптәрҙә шиғыр үә хөтбәнән  нотоҡ, вәғәз  башҡа ғилем, мәғрифәт юҡ, уҡый-яҙа белеүселәр бик аҙ ине. Рәсүлулла 40 йәшенә ҡәҙәр шундай яһил   (наҙан, белемһеҙ) халыҡ араһында һис кемдән ғилем, мәғрифәт өйрәнмәй, уҡыу, яҙыу менән мәшғүл булмай, остаз (уҡытыусы)  алдына барып дәрес күрмәй тереклек итте.

Пәйғәмбәрлек килеүе

Рәсүлулла (салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм) 40 йәшенә еткәндә, Аллаһы Тәғәлә бөтөн ғәләмгә рәхмәт еткерҙе. Халыҡтың донъя үә әхирәттә бәхетле булыуына, дин үә мәғрифәт юлына кереүҙәренә сәбәп булған ул мөбәрәк затты пәйғәмбәр итеп күндерҙе   (ебәрҙе). Уға вәхи  (Аллаһы Тәғәлә бойороғон йәшерен рәүештә ирештереү) килә башланы. Вәхи әүүәл мөрәттәбтә  (тәртипкә  килтерелгән, рәткә һалынған, төҙөлгән) руъйә садика, йәғни дөрөҫ  төш күреү, менән башланды. Төшөндә нимә күрһә, һәммәһе күргәненсә заһир  (асыҡ билдәле) була ине.

Хира тауында булған 17-се рамаҙанда Ябраил Ғәләйһис-сәләм вәхи килтереп: «Йә, Мөхәммәт, ысын хаҡ пәйғәмбәр һин, мин һиңә Алла тарафынан ебәрелдем»,– тине. «Иҡра» сүрәһен индерҙе. Беренсе мәртәбә фәрештәне күреү үә уның арҡылы вәхи килеү Рәсүлуллаға ауыр булды. Тетрәп, хәҙрәт Хәҙисәһе янына ҡайтып, ваҡиғаны һөйләне. «Үҙемә зарар булыуҙан ҡурҡтым», – тигәc, Хәҙисә: «Һин мосафирҙарҙы хөрмәт, етемдәрҙе, ғәриптәрҙе, ҡәрҙәштәрҙе  риғәйә итәһең, тоғро һөйләйһең, халыҡты үҙеңдән риза итергә тырышаһың, һис хәүеф итмәй, Аллаһы Тәғәлә һиңә зарар килтермәҫ, Аллаһы менән йәмин  (ант) итәм, һин  был өммәттең   пәйғәмбәре булһаң кәрәк»,  – тине.

Һуңынан Хәҙисә үҙенең туғаны Вәрәкә бин Нәүфәлгә барып, ошо ваҡиғаны һөйләне. Вәрәкә яуабында: «Әй, Хәҙисә! Әгәр һөйләгәнең дөрөҫ булһа, вәхи килтергән зат хәҙрәт Мусаға килгән Ябраил булып, Мөхәммәт тә был өммәттең пәйғәмбәрелер», – тине. Вәрәкә әүәлге китаптарҙы уҡыған ҙур ғалим ине. Вәрәкә Рәсүлуллаға осрағанда: «Йә, Мөхәммәт! Халыҡ  һиңә  ыҙа үә яфа итер, ялғансы тиер, Мәккәнән сығарырҙар, әүәлге пәйғәмбәрҙәргә лә шулай булды. Әгәр сәләмәт булһам, ҡулымдан килгән ҡәҙәр ярҙамсың булырмын», – тине. Ләкин оҙаҡ тормай вафат булды.