Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әнғәм Хәбиров

Донъя – нағыш, ә күңелдә – һағыш...

(М. Ямалетдиндың һуңғы йылдарҙағы шиғриәтенә бер ҡараш)

Мәүлит Ямалетдиндың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә уҙған быуаттың  етмешенсе йылдарынан бирле таныш. Шул мәлдән башлап бөгөнгө көнгә  тиклем төрлө жанрға ҡараған һәм  бер-бер артлы  ташҡа баҫылып торған  китаптары менән ул халҡыбыҙҙың  һүҙ  сәнғәтенә тоғро хеҙмәт итә.  Һыйына күрә – хөрмәте, тигәндәй, һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарҙа уға тәнҡитселәр  ҙә  битараф  булманы. Хатта уларҙың  иғтибар үҙәгендә торҙо, тиергә мөмкин. Ике тиҫтә йылға яҡын  ваҡыт  арауығында шағир һәм прозаиктың әҫәрҙәрен баһалауға арналған ун бишләп мәҡәлә яҙылыуы һәм матбуғат биттәрендә донъя күреүе – шуға асыҡ  дәлил.

Бәхеткә  күрә,  был  популярлыҡ  талант эйәһенең башын әйләндереп, «йондоҙ сире»нә һабыштырманы: ул, эш  урындарын  йыш  ҡына  алыштырғалап торһа ла, бер нигә ҡарамай, әүәлгесә  ижад  менән  шөғөлләнеүен  белде. Тик бына, нишләптер, һуңғы  йылдарҙа ундан  артыҡ китап авторына  иғтибар  бер  аҙ  кәмей төштө һымаҡ.  Ул,  бәлки,  әҙип  хаҡында теге быуатта баҫылып сыҡҡан бәғзе мәҡәләләрҙең авторҙары үтә күренекле һәм  үтә  мәртәбәле шәхестәр булыуҙан да киләлер. Назар Нәжмиҙең «Шағир тигән исем күтәреп…» («Ҡыҙыл таң» гәзите, 1997 йыл, 6 март) тигән мәҡәләһенән һуң, мәҫәлән, Мәүлиттең шиғриәте  хаҡында яңы һүҙ  әйтергә  баҙнат  итеп  ҡара  әле!

Ләкин баҙнат итмәй ҙә булмай.  Сөнки  әҙип – юлда. Йыл артынан йыл  үткән  һайын,  үләне  ҡырып  сабылған  бесән  бакуйы  шикелле, уның  ижад  емештәре  лә  ишәйгәндән-ишәйә, һутланғандан - һутлана  бара.  Ошо  урында  йәнә  Назар  Нәжмигә – был  юлы  уның  «Яҙ! Яҙ! – тиҙәр» (1958)  исемле  шиғырына һылтанырға тура килә:  нисек инде Мәүлит Ямалетдиндың быуат башындағы  шиғриәтенә  битараф ҡалаһың? Шағирҙың  күпселек  әҫәрҙәре  үҙҙәре  үк  «Беҙҙең  хаҡта  ла  яҙ,  яҙ!» тип торғандай бит. «Бер шағирға» («Ағиҙел», 2009, 5-се һан) тигәнен  уҡып  сыҡҡас,  уның  авторы  тураһында бер кәлимә генә булһа  ла  һүҙ әйтеү  теләге  уғата  ла  арта  төштө.

Дүртәр юллы  дүрт  кенә  строфанан  торған был шиғыр Мәүлит Ямалетдиндың,  ҡәләмдәш ағаһы  Назар  Нәжми  шикелле, шиғриәткә ни  тиклем  ҙур  яуаплылыҡ тойғоһо менән ҡарағанлығын иҫбатлап тора: табаҡ-табаҡ  һәм том-том шиғри китаптарын  сығарыусы  берәүгә  мөрәжәғәт  итеп, «Һүҙ  ынйыһын  һиңә  рух-даръянан  сүпләргә  лә  әле  сүпләргә»  тигән  кәңәш  бирә  ул  һәм  кәңәшен  түбәндәге  юлдар  менән  нығытып  ҡуя:

Сүпләп бөткәс, «иң-иң»дәрен  һайлап,

Фекер  ептәренә  теҙергә;

Кешеләрҙең  күңеленә  уны

Моң  епсәһе  менән  тегергә.

 

Ышанмаһаң,  тыңла:  Буранбайҙың

Моң-зар  тулы  кескәй  хатынан

Ҡарттар  илағанға  тетрәнгән  ил

Арына  алмай  һаман  аһынан.

Әлбиттә, һүҙ  ынйыһын  сүпләү  –   еңел кәсеп түгел. Уны кәсеп тип  атап булһа әле. Һүҙ ынйыһы  тиҙ  генә табылмаҫҡа ла мөмкин. Таптым, тигәс тә, алдатҡыс ҡына булып  сығыуы   ихтимал. Иң  мөһиме, ынйы  булып  күренгән  һүҙеңдең тәрән  мәғәнәгә  эйә  булыуындалыр. Тыштан  ялтырап торған,  ләкин һай  фекерле  һүҙҙәр теҙмәһенән кемгә һәм ни файҙа? Мәүлиттең «Бер шағирға»һына  был  ҡурҡыныс янамай һымаҡ. Һуңғы ике юлда кинәйәләп әйтелгән фекер уҡыусыла икеләнеү-микеләнеү тойғоһо уятырға урын  ҡалдырмайҙыр.

Әйткәндәй, ошо ике  юлға төрөлгән  фекер М. Ямалетдиндың «Буранбай  сәсәндең хаты»  («Ағиҙел», 2010, 10-cы  һан) тигән шиғырында артабан үҫтерелгән һәм бер ни  тиклем  асыҡлабыраҡ бирелгән. Минең уйымса, ошо  бер шиғыр сиктәрендә автор йөкмәткеһе буйынса  поэма  геройына  торорлоҡ образ тыуҙырыуға ирешкән.  Буранбайҙың «Илем, халҡым иҫән  ҡалһын  өсөн  мин  кисерер  инем  мең  үлем», «Мин  ҡайтырмын  ҡурай  моңо  булып, мин ҡайтырмын  һеҙгә  йыр  булып» тигән һүҙҙәре генә лә Себер  тарафтарына олаҡтырылған сәсәндең  онотолмаҫ поэтик  һынын  күҙ  алдына   баҫтыра.

Һүҙҙең, һүҙҙән үрелгән шиғриәттең  тылсымлы ҡөҙрәтенә тәрән ышаныу һәм уға ысын  күңелдән  табыныу хисе   М. Ямалетдиндың бынан элегерәк ижад ителгән «Бер  күңелле шиғыр  яҙһаң  ине…» («Ағиҙел», 2001, 6-сы  һан) тигән әҫәрендә айырыуса көслө яңғырай. Шиғырҙың  тәүге өс строфаһында автор, был донъяның барлыҡ көйөктәрен, һағыштарын юҡҡа сығарырҙай, ғаләм  халҡын,  йығылып  китеп,  күҙҙәренән  йәштәр сыҡҡансы көлдөрөп, ғүмер буйы күңеленә йыйған юшҡындарҙы  иретеп  ағыҙырҙай  шиғыр яҙһаң  ине,  тип  хыяллана  һәм:

Көлгән  тауыш  яңғыраһын  ине

Ҡош  йырында,  шишмә  сыңында.

Тормош   үҙе  бер  йылмайһын  ине

Егерменсе  быуат  һуңында,..  –

тигән теләген белдерә. Әҫәрҙе ошо  изге  теләк  менән ослап  ҡуйырға ла  булыр ине,  бәлки. Ләкин  ул  саҡта  бигүк  Мәүлитсә  килеп сыҡмаҫ  ине. Сөнки  әлеге осраҡта уға шиғриәттең  тәьҫир итеү  көсөн күрһәтеп  кенә  сикләнмәйенсә, уҡыусы  менән  донъя  хәлдәре тураһында  гәпләшеп  алыу  мөһимерәк.  Шуға  күрә  лә  шиғырҙың  ҡалған өс строфаһында ул, үҙенең  эске  донъяһы  һәм  күңел торошо менән  уртаҡлашҡан булып, әйтергә теләгәнен  туранан-тура  ярып  һала:

Донъя  буп-буш.

Күңел  үкһеҙ  етем,

Һағышынан  ятып  үлмәле.

Ә  беҙ  һаман  ниҙер  даулашабыҙ,

Тәгәрәп  йөрөп  шуға  көлмәле.

«Шағирҙар ҙа шул уҡ кеше…»,  «Хушлашыу»,  «Һаҡмар  ағыр», «Аҡмулла»,  «Әхмәҙин  Әфтәхкә»,  «Әйләнә  лә  бер ҡош…»  тигән  әҫәрҙәр  ҙә  авторҙың шиғриәт хаҡында, уның  асылы  һәм тәғәйенләше хаҡында  уйланыуҙарҙан  үҫеп  сыҡҡандар,  тиергә  була.  Тәүгеһендә, әйтәйек, шағирҙарҙың  күңеле  нескәрәк булыуы,  шуға  күрә  «илдең  ғәмен,  халыҡ  зарын»  тәрәнерәк аңлауҙары һыҙыҡ  өҫтөнә  алынһа,  икенсеһендә  иһә  ижад  кешеләренең  күңел  кисерештәре  бик  оҫта  тотоп  алынған һәм матур итеп һүрәтләнгән:  әҫәр  яҙылып  бөткәс, шатлыҡлы  хистәр  кисереп,  үҙеңде  өҫтөңдән  оло  бер  тау  төшкән шикелле  итеп тойһаң  да,  барыбер  яманһыу, сөнки  хәҙер  ул  һине ташлап китә. (Тәнҡит  мәҡәләһен  яҙып  бөткәс  тә  шундай  хистәр кисерәһең.) Шиғырҙың  һуңғы  юлдарында  был  тойғо  айырыуса  һағышлы  яңғырай:

Һин,  беләмен,  көн  итерһең  минһеҙ,

Ә  мин  бына  ҡалайтырмын  һинһеҙ?

 

Был  донъяла  йәнә  яңғыҙ  ҡалам,

Хәс  ашлығын  урып  алған  ялан…

 «Һаҡмар  ағыр» – арабыҙҙан иртә киткән билдәле шағир Рәйес Түләк иҫтәлегенә арналған ыҡсым, әммә ифрат  тәрән  йөкмәткеле  әҫәр:

Рәйес  Түләк!

Ниндәй  хаҡтар  түләп

Ҡайтарайыҡ  яҡты  донъяға?..

Хәйер,  ҡайтмаҫ  инең  –   ыласындар

Ике  ҡунмай  бер  үк  ҡаяға.

.  .  .  .  .  .  .  .  .  .  .  .  .  .  .  .  .

Донъя  фани.  Ғүмер  сикле.  Әммә

Унда  түгел  эштең  асылы  –

Мәңге  һүнмәҫ  дан  ҡалдырып  китә

Ата  балаһының  аҫылы.

«Аҡ күңелле Аҡмулланың һыны  балҡый  йыраҡтан»  тигән  юлдар  менән тамамланған «Аҡмулла» исемле  шиғыр ҙа, ҡәләмдәше һәм замандашы, сәсән  телле  шағир  Буранбай  Исҡужин  иҫтәлегенә  арналған  «Әйләнә  лә  бер  ҡош…»  тигән  шиғыр  ҙа  Мәүлит  Ямалетдиндың  шиғриәт  Ғали йәнәптәре алдында  ысын  мәғәнәһендә  баш  эйеүен  дәлилләп  тороусы  асыҡ  миҫалдарҙыр  ул.

Тәбиғәте, холҡо-фиғеле менән  Мәүлит юморға бай шәхескә оҡшап  тора:  уның тәү ҡарамаҡҡа етди генә күренгән шиғырҙарында ла аҫтыртын  йылмайыуҙы  шәйләргә мөмкин.  Башкөллө шаян тулҡындарға көйләнгән  әҫәрҙәр ҙә осрап  ҡуйғылай шағирҙың  ижад арсеналында. Шундайҙар иҫәбенә  һис  бер  шикләнеүһеҙ  «Яҙмағандыр» менән «Әхмәҙин  Әфтәхкә» тигәндәрен индерер инем. Улар икеһе  лә шул уҡ шиғриәт темаһына, шиғриәттең эстетик мөмкинлектәрен  асыҡлауға  һәм  уның  йәмғиәт  тормошонда тотҡан  урынын  билдәләүгә  арналған.

«Яҙмағандыр»ҙа, мәҫәлән, автор,  тормошҡа ашмаҫ хәбәр һөйләп,  уҡыусыны еңелсә йылмайып  алырға мәжбүр итә. Йәнәһе, көтмәгән-нитмәгән  ерҙән, Нобель премияһы алырға саҡырып, уға Стокгольмдан телеграмма килеп төшә. Аптырашта ҡалған  автор,  кәңәш  һорап,  башта  йөрәгенә  мөрәжәғәт  итә. Унан  һуң –  аҡылына. Йөрәге  шағирҙы  премия алырға  барырға  өндәһә,  аҡылы  иһә  киреһенсә  хәл  итә: «Ҡуй,  йөрөмә, ҡустым, мине тыңла. Һәм ҡайт  асылыңа»,– ти  ҙә  артабан  һүҙен  былай  дауам  итә:

«Йә,  был  хәбәр  дөрөҫлөккә  сығып,

Тапшырылһа  Нобель  миллиондары,

Илһам  утын  байлыҡ  томалаһа,

Нигә  ынтылырһың  унан  ары?..»

Шиғыр ирониялы көлөү менән тамамлана:  йәнәһе, шағирҙың ике самолеты ла ремонтта, шул сәбәпле премия алырға бара алмауын белдереп, Королгә хат яҙып һала.

Шаяртыу формаһында яҙылған  «Әхмәҙин Әфтәхкә» тигән шиғыр ҙа  уҡыусыла йылмайыу тойғоһо уятмай ҡалмаҫ, моғайын. Башҡорт шағиры Әхмәҙиндең исеме Иран президентыныҡына яҡын тороуҙан оҫта файҙаланып,  автор был шиғырында  шаҡтай  уҫал  һәм зәһәр үткер фекер әйтеүгә  ирешкән.

 

Шулай ҙа  М. Ямалетдиндың  сатира  һәм юмор өлкәһендәге маһирлығы «Шаңдауҙар» («Ағиҙел», 2007, 7-се  һан) тигән әҫәрендә көслөрәк сағылғандыр. Был әҫәрен автор үҙе «пародик  поэма» тип атаған. Ләкин бында, минең ҡарашымса, пародия ғына түгел, гротеск та барҙыр,  сөнки  сатира-юморға  хас  йылмайып  көлөү  сюжет  ағышында әкренләп әсе көлөүгә  әйләнә.

Әҫәр күләмле  генә:  ете  йөҙ  иллеләп юлдан  тора. Структураһы ла  үҙенсәлекле: рим цифрҙары менән  билдәләнгән ун өс бүлеккә бүленгән. Тик, тышҡы яҡтан ҡарағанда, улар бер ниндәй ҙә ҡанунға буйһондоролмағандар: иң ҡыҫҡаһы – туғыҙ, иң оҙоно –   йөҙ ҙә һикһәндән артыҡ юлдан тора.  Өҫтәп, тағы бер үҙенсәлек хаҡында әйтергә кәрәк: Мәүлит Ямалетдин поэмаһының  һәр бүлеге шағир Инсур Артурҙан (Йәһүҙиндан) эпиграф итеп  алынған юлдар менән асыла. Һәр эпиграф Мәүлит ҡәләме аҫтында   пародияға әйләнә һәм, бүлектән-бүлеккә күскән һайын, ул көсәйгәндән-көсәйә, үткерләнгәндән-үткерләнә  бара.

Ләкин  Мәүлиттең төп маҡсаты –   Инсурҙы битәрләү түгелдер (хәйер, уға ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәре урыны-урыны менән  ярайһы уҡ ҡаты  яңғыраһа ла). Ҡәләмдәшен  битәрләүҙән дә бигерәк, поэма авторы был эпиграфтарҙы ширма өсөн ҡулланғандыр,  тип  уйлайым. Сөнки  ул үҙенең был  әҫәрен  башлыса йәшертен  генә, көлөп-йылмайып, ләкин тоҙлап-борослап ҡына (ошо яғы менән «Шаңдауҙар»ҙың стиле уҙған быуаттың  илленсе-алтмышынсы  йылдарында шағирҙарыбыҙ  бер-береһенә төрттөрөп  яҙған  һәм  «Һәнәк»  журналы  биттәрендә  баҫылғылап  торған  эпиграммаларҙы иҫкә төшөрөп ҡуйҙы) йәмғиәтебеҙ  тормошондағы тиҫкәре күренештәрҙе  фашлауға  арнаған  бит.

Бындайын да ҡатмарлы бурысты  үтәп сығыр  өсөн  автор  художестволы  әҙәбиәткә,  бигерәк  тә  уның  сатирик  жанрҙарына  хас  һүрәтләү  сараларын  мул  ғына  файҙаланған.  Шул  сараларҙың  бында  йыш  ҡына  күҙгә салынғаны – символлаштырыуҙыр, үҙебеҙсә  әйткәндә – ишаралыр. Поэма  баштан-аяҡ  ишараға  ҡоролған, тиһәк тә,  хата булмаҫ.  Беренсе  бүлектәге «заман»  тигән уртаҡлыҡ исеменең икенсе  бүлектә  «Заман» тигән  яңғыҙлыҡ исеменә  әйләнеп китеүе – үҙе генә лә  серле  йомаҡҡа оҡшап тора. Поэмала тасуирланған хәл-ваҡиғаларҙың (дөрөҫөрәге – Заман менән шағир, лейтенант ҡатын менән шәфҡәт туташы араһындағы диалогтарҙың) айнытҡыста барыуы  ла – ишара.  Хатта, бик  ҡурҡыныс  ишара, тиер  инем: яңғыҙлыҡ исемен йөрөткән Заман ҡарт, хәмер эсеп, айнытҡысҡа килеп эләккән икән, тимәк, уртаҡлыҡ  исемен  йөрөтөүсе  заман да (йәғни беҙ йәшәгән заман!) шул  хәлгә  тарыған  түгелме  һуң? Авторҙың  был  ишараһын шулай аңларға кәрәктер. Һәм уның менән  килешмәй  сара  юҡ.  Ниндәй  аяныс!

Заман  ҡарттың  «Шағир  булған  ерҙә – мөтәшағир,  бесәйем бар ерҙә  бар  этем»,  «Бер  келәмгә  ике  тубыҡ  һыймай,  ҙурын  алам  тиһәң – аҡса  юҡ»,  «Төрлө  мәғәнәһеҙ  талап менән  сығармағыҙ  мине  сығырҙан: элеккесә  аралармын  һаман  был  донъяны  йүнһеҙ  шағирҙан»,  «Яҡты  донъя – цирк.  Тик  мин  унда  тамашасы  ғына  ни  бары»  һәм  башҡа  шуның кеүек кинәйәле  фекерҙәре; Иблистең  Заман  ҡолағына «Талант булған ерҙә көнсөллөк  бар»  тип  бышылдауы;  телгә  килгән  аҡ  бесәйҙең  Заман  ҡартҡа  йән  аҙҙырғыс  кәңәштәр биреүе; эскеселекте ғәйепләгән шәфҡәт туташының  «Ниндәй  көнгә  төшөрҙөләр  илде»  тип  әсенеүе; айнытҡыс хеҙмәткәре лейтенант  ҡатындың «Беҙҙең  илдә башҡаса һис мөмкин  түгелдер.  Бында  йәшәү аҡылынан яҙған диуанаға ғына еңелдер»  тигән  ишаралары  поэманы уҡыған саҡта бер-бер артлы тыуып  торған бошоноу-борсолоу хистәрен  уғата  ла  көсәйтә.