Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зилиә Ҡужабәкова

Хат

Редакция архивын  барлағанда бер хатҡа юлыҡтыҡ. Дөрөҫөрәге, хат эсендәге хатҡа. Моғайын, Рәми ағайға бәйле булыуы иғтибарҙы йәлеп иткәндер...

Редакция.

«Ҡәҙерле яҙыусылар!

Һеҙгә ғүмер буйы партбилет урынына йөрөтөлгән хаттың күсермәһен ебәрәм. Ул – Рәми Ғариповтың хаты. Бына ун бер йыл уҡыйым, шул хәтлем ҡәҙерле, йылы, яҡын, дөрөҫ һәм  талапсан. Ә унан һуң кемдәрҙән генә хат алманым – барыһы ла ҡоро ла формальность. Ә Рәми Ғариповтың был хатын башлап яҙыусыларға өндәмә урынына ҡулланырға мөмкиндер, тип уйлайым. Һәр хәлдә уның ошо матур һүҙҙәре юғалмаһын, бик  булмаһа, архивҡа булһа ла һалып ҡуйырһығыҙ... 

Барығыҙға ла һаулыҡ, илһам, ижади уңыштар теләйем.

Зилиә Ҡужабәкова,

Ҡаҙағстан».

 

Рәми Ғариповтың яуап хаты:

«Ҡәҙерле Зилиә һылыуҡай.

Иң элек һине Әсә булыуың менән ҡотлайым, үҙеңә әсәлек бәхете, эшеңдә, тормошоңда ҙур уңыш теләйем, ғаиләгеҙ күркәм, татыу булһын!

Редакцияға ебәргән шиғырыңды уҡып мин бик уйға ҡалдым. Уларҙан, бығаса шиғыр яҙғаның булмаһа ла, һинең бик шиғри күңелле булыуың, донъяны үҙеңсә күрә белеүең, өмөт-хыялдар менән йәшәүең күренеп тора. Ләкин был эшкә ысынлап тотонор өсөн бик һуң түгелме икән? Һигеҙ  класты бөткәнеңә лә  алты йыл үтеп киткән, тормоштаһың. Тимәк, һиңә артабан уҡыу мөмкинлеге бик икеле. Ә шулай ҙа уйлайһың, хыялланаһың, өмөт итәһең, үҙеңдең йәшәүеңдән нимәлер эҙләйһең. Шуларҙың «саҡ ҡынаһын» да кешеләргә еткереү өсөн һинән бик күп нәмә талап ителә шул, һылыуҡай. Шиғриәт ул иҫ киткес ауыр эш, ул үҙе өсөн бөтә нәмәңде ҡорбан итеүҙе һорай. Бының өсөн һиңә бөтөнләйгә яңынан йәшәй башларға кәрәк булыр ине. Ләкин һин хәҙер  һигеҙенсе класҡа әйләнеп ҡайта алмайһың бит?

Ярай, «Өмөт» кеүек бер-ике шиғырыңды бер аҙ төҙәткеләп баҫып та сығарҙыҡ, ти («Өмөт» тигән шиғырың баҫып та сығарырлыҡ). Ә унан һуң ни? Бөгөн Бөтә Союз кимәленә күтәрелгән башҡорт шиғриәтенә һин ниндәй яңы фекерҙәр, ниндәй яңы образдар, бығаса күрелмәгән ниндәй яңы шиғри шәхес алып килә алаһың?

Поэзияның бына ошо төп талаптарынан сығып ҡарағанда, бер-ике шиғыр яҙған кеше генә түгел, хатта бер-ике китап сығарған әҙиптәребеҙ ҙә әле быға  яуап бирә алғаны юҡ. Сөнки һәр ысын шағир – үҙе бер донъя, үҙе бер дәүләт бит ул! Уның был дәүләтендә ул тик үҙе генә ҡорған тәртиптәр бар. Уға бер кем дә ҡыҫыла, тығыла алмай. Уны, әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр танымаҫҡа ла мөмкин. Ләкин ул бар икән, ҡасан да бер таныясаҡтар. Ысын шиғриәт бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Тик бындай шиғриәткә – үҙ дәүләтенә ысын талант тау-таш юлдарҙан ялан аяҡ ҡанлы эҙ ҡалдырып ҡына килә ала.

Ә мин һиңә, үҙеңә шундай юл ярып кил, тип әйтә аламмы һуң, Зилиә һылыуҡай? Был бик шәфҡәтһеҙлек булыр ине. Был юлда ниндәй генә  таланттар балҡып һүнмәне!..

Әлбиттә, бер-ике шиғыры ғына йыр булып ҡалғандар ҙа бар. Ғилмияза үҙ йырын үҙе сығарған бит. Әгәр ҙә йөрәгеңә һандуғас оялаған икән, Һайраһын, күңелеңде, тормошоңдо биҙәһен. Уй-хыял, шиғри  хис менән  йәшәү – үҙе бер бәхет бит әле. Яҙмайынса булдыра алмайһың  икән, яҙ, һылыуҡай, йырла. Тик башҡаларҙың йырына ла ҡолаҡ һал, күп уҡы, өйрән, шиғыр серҙәренә  нығыраҡ төшөнөргә тырыш.

Яҙғандарыңды миңә ебәрергә теләһәң, Башҡортостан Яҙыусылар союзына ебәр.

                Сәләм менән –

                                               Рәми Ғарипов.

 

1977 йыл, ғинуар».