Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәшиҙә Ғиззәтуллина

“Урал батыр” – Ҡөрьән аяттарында

Йәмғиәттең бөтә ҡатламдарына үтеп ингән рухи сирҙең иң аҙған осоронда йәшәйбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ бындай сирҙән арыныу дауаһын сер һандығында һаҡлаған. Был – «Урал батыр» ҡомартҡыһы.  Уның кешелек донъяһы өсөн уртаҡ рухи байлыҡ икәнлеген үҙебеҙ генә таныу аҙ, уны башҡаларға танытыу ҙа зарур. Иң боронғоларҙан һаналған даосизм, Будда диненең нигеҙ ташын тәшкил иткән йога тәғлимәте тураһында мәғлүмәт туплаған, башҡа донъяуи диндәр өсөн изге һаналған Әт-Таурат, Әз-Зәбүр, Әл-Инжил, Изге Ҡөрьән китаптарына керәсәк һүрәтләүҙәрҙе үҙ эсенә алған әҫәрҙең, ысынлап та, тамырҙары бик тәрән һәм Ер йөҙөндәге барса халыҡтар өсөн уртаҡ! Был эҙләнеүебеҙҙә халҡыбыҙҙың иң боронғо рухи ҡомартҡыһындағы һүрәтләүҙәрҙе һуңғараҡ ситтән үҙләштергән Ислам диненең  Изге Китабы Ҡөрьән-Кәримдәге аяттар менән уртаҡлыҡтарын табыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Сөнки кешелектең башланғысы бер төптән булыуын дин һәм фән бөгөн берҙәй таный. Тәүҙә ошоға дәлил аяттарҙы килтерәбеҙ Ҡөрьәндән:

Әгәр Алла теләһә, Ул һеҙҙе бер өммәт яһаған булыр ине... [«Әш-Шура» (Кәңәш) сүрәһе, 8-се аят].

Кешеләр бер генә өммәт ине, әммә бүленделәр... [Йунус (Юныс) сүрәһе,    19-сы аят].

Һәр өммәт өсөн Беҙ улар тотҡан ғибәҙәт ҡылыу йолаһы яһаныҡ...       [«Әл- Хадж» (Хаж) сүрәһе, 67-68-се аяттар].

Беҙ үҙебеҙҙең аяттарыбыҙҙы Уның хаҡ икәнлеге уларға аңлашылғанға тиклем илдәрҙә һәм уларҙың үҙҙәрендә күрһәтәсәкбеҙ... [«Фуссыиләт» (Асыҡ аңлатыуҙар) сүрәһе, 53-сө аят].

Ер шарында миллиардлап йылдар йәшәү дәүерендә унда  әллә күпме цивилизациялар булыуы һәм  юҡҡа сығыуы тураһында мәғлүмәтте Ҡөрьән-Кәрим түбәндәге аят аша аңлата:

Беҙ уларҙың барыһын да гонаһтары өсөн тоттоҡ. Уларҙың ҡайһыларына өйөрмә ебәрҙек, һәм ҡайһы берҙәрен көслө тауыш алды, һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен ерҙән йотторҙоҡ, ҡайһыларын һыуға батырҙыҡ. Алла уларҙы йәберләүсе булманы, улар үҙ-үҙҙәренә золом ҡылдылар [«Әл-Ғәнкәбут» (Үрмәксе) сүрәһе, 40-сы аят].

Беҙ үҙ рәсүлдәребеҙҙең береһе артынан икенсеһен ебәрҙек. Өммәткә рәсүле килгән һайын, улар уны алдаҡсыға һананылар, һәм Беҙ уларҙы  бер-бер артлы ебәрҙек һәм уларҙы хикәйәләр иттек. Дөмөкһөн иманға килмәгән ҡәүем! [«Әл-Муъминун» (Иман килтергән кешеләр) сүрәһе, 44-се аят].

Ҡобайырҙың башында уҡ ошондай донъяуи ваҡиғаларҙың сираттағы             береһенән һуң Ер йөҙөндә тормош өр-яңынан башланыуы тураһында  бәйән ителә. Был осраҡта кешелек хәтеренән унан алдағы цивилизация тураһында мәғлүмәт юйҙырылған:  

Был ҡарт менән был ҡарсыҡ

Ҡайҙан бында килеүен,

Ата-әсә, ер-һыуы

Ҡайҙа тороп ҡалғанын

Үҙҙәре лә онотҡан.

Икәүҙән-икәү шул ерҙә

Башлап ғүмер һөргәндәр...

Алдағы цивилизация үҙләштергән кире тормош тәжрибәһе заман ахырында кешелек хәтеренән юйҙырылғанға күрә, һәр яңыһы Аллаһы Тәғәләнең ижадынан – кешене бар ҡылыуҙан башланыр:

Һәм уның аяттарынан: Ул һеҙҙе тупраҡтан барлыҡҡа килтерҙе, шунан һеҙ, кеше булғас, таралыштығыҙ.

Һәм уның аяттарынан: Ул һеҙҙең өсөн, һеҙгә бергә тороу өсөн, үҙегеҙҙән ҡатындар барлыҡҡа килтерҙе, арағыҙҙа мөхәббәт һәм рәхмәт яһаны. Ысынлап та, фекерләп ҡараған кешеләргә бында аят бар!

Һәм уның аяттарынан: күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереү, һеҙҙең телдәрегеҙҙең һәм төҫтәрегеҙҙең төрлө булыуы. Ысынлап та, белгән кешеләргә бында аят бар! [«Әр-Рум» (Румиҙар) сүрәһе, 20-21-се аяттар].

Кешелектең уртаҡ йорто – Ер йөҙөндә илдәрҙең, йолаларҙың күп төрлө буласағы тураһында ап-асыҡ мәғлүмәтле боронғо әҫәр был айырымлыҡтың мәңге түгеллегенә лә ишара яһай. Ҡасандыр халыҡтар уларҙы шомландырыр, үҙ-ара дошманлаштырыр, һәләкәткә алып барыр сәбәптәрҙең айышына төшөнөр, бер иманға килер, хаҡ диндә берләшер  көндәр буласағына ла ышандыра уҡыусыһын. Ә Изге Ҡөрьән ошо турала түбәндәге аяттары менән  инандырыр әҙәмдәрҙе:

Эй һеҙ, рәсүлдәр! Хәләл нәмәләрҙе ашағыҙ, изге эштәр эшләгеҙ, ысынлап та, һеҙ эшләгән нәмәләрҙе Мин белеп торам! Һәм, ысынлап та, был өммәтегеҙ – бер өммәт, һәм Мин – һеҙҙең Раббығыҙ, минән ҡурҡығыҙ! Улар үҙ дин эштәрен ваҡ-ваҡ итеп киҫәктәргә айырҙылар, һәр фирҡә үҙендә булған нәмәгә шатлана. Уларҙы ваҡытына тиклем аҙашыуҙарында ҡалдыр [«Әл-Муъминун» (Иман килтергән кешеләр) сүрәһе, 51–54-се аяттар].

Беҙ һине хаҡлыҡ менән һөйөнсөләүсе һәм өгөтләүсе итеп ебәрҙек. Үҙенә өгөтләүсе-иҫкәртеүсе ебәрелмәгән бер халыҡ юҡ! [«Фатир» (Барлыҡҡа килтереүсе) сүрәһе, 24-се аят].

Эпостан күҙаллауыбыҙса, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә Илаһ бар ҡылған тәбиғәттең үҙе менән бөтөн берлектә, тәбиғи шарттарға ысын мәғәнәлә яраҡлашып ғүмер итәләр. Эпоста тәүкешеләр Таҡ менән Йоптоң исемдәре бер үк тамырҙан: “йән” – донъяны бар иткән Илаһтың матдәләргә өргән һәм йәшәргә һәләтлелек биргән ҡеүәт  көсө:

Һеҙҙе Ул бер йәндән барлыҡҡа килтерҙе, шунан уға унан ҡатынын яһаны, һәм һеҙгә һигеҙ ишле мал төшөрҙө. Ул һеҙҙе әсәләрегеҙҙең ҡарынында бер-бер артлы барлыҡҡа килтереү менән өс ҡараңғылыҡта барлыҡҡа килтерә. Ошо – Алла, һеҙҙең Раббығыҙ. Батшалыҡ Уныҡы. Унан башҡа Илаһ юҡ! Ҡайҙа боролаһығыҙ һеҙ? [«Әз-Зумар» (Төркөмдәр) сүрәһе, 6-сы аят].

Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙҙе белер өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ. Арағыҙҙан  Алла ҡаршыһында иң хөрмәтле – иң тәҡүәлегеҙ. Алла, ысынлап та, белә, хәбәрҙар!  [«Әл-Худжурат» (Бүлмәләр) сүрәһе, 9–13-сө аяттар].

Аллаһы Тәғәләнең ризалығына  күрә,  был  икәү “ауырыу-һыҙлау күрмәй, үлем барлығын белмәй”, тәбиғәттә башҡа йән эйәләре менән бергә бик килешеп, бер бөтөндө тәшкил итеп йәшәй  бирәләр:

Ҡошҡа шоңҡар сөйәргә,

Суртан арбап балыҡҡа,

Эт өскөтөп йәнлеккә

Ыҙалау ни – күрмәгән;

Шоңҡар, эткә, арыҫланға,

Өмөт бәйләп суртанға,

Һунарында интекмәй –

Теш-тырнағы – ҡоралы,

Үҙ ҡулында теләге,

Һис тә талмай беләге,

Һис аҙамай йөрәге...

Был һигеҙ ишле мал тураһында мәғлүмәт эпоста ҡат-ҡат ҡабатлана, улар – тәүкешеләр Йәнбирҙе һәм Йәнбикәгә хеҙмәт итеүсе йән эйәләре (йәнлек, януарҙар) булыр:

Менәренә – арыҫланды,

Балығына – суртанды,

Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,

Эте тотҡан йәнлекте,

Ҡан һурырға һөлөктө

Үҙ иштәре яһаған.

Эпостың аҙағында кешегә хеҙмәт итеүсе йән эйәләренең һаны арта төшә:

...Һомай түҙмәй осҡан, ти,

Бер килгән, ти, киткән, ти;

Тыныс ил, тип, берәмләп,

Ҡош-ҡорттарҙы эйәртеп,

Үҙ артынан эркелтеп,

Тағы Уралға килгән, ти;

Шуға эйәреп Уралда

Ҡош-ҡорт йәнлек тулған, ти.

Ҡоштар киткәнен белгәс,

Тыныс ил тип ишеткәс,

Ҡатил үгеҙе, тоҡомон

Үҙе башлап эйәртеп,

Данлы Урал буйында,

Йәмле Урал ҡуйынында

Бергә ғүмер һөрәм, тип,

Урал буйына килгән, ти,

Кешегә буй биргән, ти.

Аҡбуҙат та  ил гиҙеп,

Йылҡы тоҡомон йыйып,

Бар йылҡыға баш булып,

Барып алып килгән, ти.

Кешеләргә ылығып,

Менәренә ат булып,

Йылҡы түлләп киткән, ти.

 Билдәле булыуынса, тәбиғәттә ярашып йәшәүсе үҫемлектәргә, йәнлектәргә һәм кешегә бирелгән йәшәүгә һәләтлелек өс таяуға нигеҙләнгән:

үҙ-үҙеңде һаҡлай алыу ;

үҙ-үҙеңде тәьмин итеү;

тоҡомоңдо, киләсәк быуыныңды, нәҫелеңде дауам итеү.

Ошо өс һәләтте үҙенә буйһондороп ҡулланһын өсөн, барса тере есемдәргә лә, уларҙың үҫеш кимәленә ҡарап, Илаһ тарафынан, өҫтәп, аң да бирелгән. Мәҫәлән, үҫемлектәргә йәшәү рәүешен тәьмин итер өсөн бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөү хәжәте юҡ. Шуға күрә уларҙың аңы бер нөктәгә тупланмай, киреһенсә, үҫемлекте уратып алған арауыҡ ҡабында, киңлектә тигеҙ таралып, тамыр–олон–ботаҡ–япраҡ–сәскәнең үҙ-ара бәйләнешен тәьмин итеүгә һәм бер үк ваҡытта уларға күрше булған башҡа үҫемлектәр  менән ярашып көн күреүгә сарыф ителә.

 Хайуандар донъяһында йәшәүгә һәләтлелек ҡатмарлыраҡ шарттарға ҡулайлашҡанға күрә, аң, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеп, баш мейеһендә туплана. Уның был осраҡтағы тәғәйенләнеше – йән эйәләренә хас тәбиғи һиҙгерлек, тойомлау аша уларҙы уратып алған мөхит тураһындағы мәғлүмәтте үҙләштереү һәм шуларға яраҡлашыу һәләтен тәьмин итеү.

Кешенең дә есеме, тән ҡоролошо хайуандыҡынан әллә ни  айырылмай, ләкин уға тейешле аң кимәле – Илаһтың мөғжизәүи бүләге. Донъя яратылғанда ир енесе беренсел булғанға күрә, зиһен, аң кимәле уларҙа нығыраҡ үҫеш кисергән. ”Ҡәмәрҙең һиммәте – ҡашында, ирҙең ҡиммәте – башында,” – ти был турала халыҡ мәҡәле. Шуға күрә, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә иркәк хайуандың баш мейеһен ашап, үҙҙәрендә тәбиғи уй-фекергә һәләтлелекте үҫтереп, аң кимәлен юғары тотоуҙы маҡсат итеп ҡуйған булып сыға.

Билдәле булыуынса, кешелек донъяһы ғаләмдә аң кимәленең үҫеше буйынса алға киткән берҙән-бер донъя түгел. Был баҫҡыста аң кимәле  буйынса кешенән үрҙәрәк торған йән эйәләре бар, тиҙәр.

Ул кешене сүлмәк яһай торған балсыҡ кеүек яңғырауыҡлы мәтенән яратты һәм ендәрҙе  саф ут ялҡынынан яратты  [«Әр-Рәхмән» (Шәфҡәтле) сүрәһе, 14-15-се аяттар].

Йога тәғлимәте өйрәткәнсә, кимәле буйынса ер элементы (тупраҡ, балсыҡ, ҡом) һыу һәм уттан түбәнерәк икәнлеге билдәле. Эпостан күҙаллауыбыҙса  ла, ошо йән эйәләренең бар булмышы ут менән бәйле, шуның менән улар кешенән көслөрәк:

Күккә олғашҡан ҙур тауҙай

Ҡара күргән алдында,

Нәжәғәйҙәй ялтыраған

Ут уйнай, ти, янында.

Күк томандар ҡаплаған,

Ут һөрөмө бөркөлгән

Нәмә күргәс юлында,

Урал: “Ни ?”– тип һораған.

“Һарайҙарҙы һаҡлаған,

Тау түгел ул, йылан”, – тип

Зәрҡум уны аңлатҡан.

 Юғары Аңға тоташҡан һәм бик күп төрлө кимәлдәге башҡа Йыһан вәкилдәре йышыраҡ осраҡта кешегә ҡарата ыңғай мөнәсәбәттә түгел  икән. Был турала һуңғараҡ Изге Китап Ҡөрьәндә лә мәғлүмәт буласаҡ:

Һәм Беҙ кешене яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан яралттыҡ! Һәм Беҙ элек ендәрҙе эҫе утынан бар иткәйнек. Бына Раббың фәрештәләргә әйтте: “Мин яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан кеше яһайым, һәм Мин тигеҙләгәс һәм Үҙемдең рухымдан өргәс, уға сәждә ҡылып, йөҙтүбән йығылығыҙ!” Һәм фәрештәләр барыһы ла сәждә ҡылды, Иблистән башҡа. Ул сәждә ҡылыусылар менән бергә булыуҙан баш тартты. Ул: “Эй, Иблис! Нимә булды һиңә, сәждә ҡылыусылар менән бергә булманың?” – тине. Ул: “Яңғырап торғандан, һүрәткә килтергән балсыҡтан яралтҡан кешегә мин сәждә ҡылыусы булмаясаҡмын”, –  тине. Ул әйтте: “Бынан сығып кит! Һин – таштар менән атылған. Һәм, ысынлап та, Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр һиңә ләғнәт! Ул: “Раббым! Кешеләр ҡәберҙәренән ҡуптарыласаҡ көнгә тиклем мине кисектер”, – тине. Ул әйтте: “Ысынлап та, һин – кисектерелгәндәрҙән – мәғлүм ваҡыттың көнөнә ҡәҙәр”.

Ул әйтте:”Раббым! Һин мине яҙҙырған өсөн мин уларға Ер йөҙөндәге булған нәмәләрҙе зиннәтләп күрһәтермен һәм барыһын да юлдан яҙҙырырмын, ҡолдарыңдан ихлас күңеллеләренән башҡаһын”.

Ул әйтте: “Был – минең өсөн тура юл, ысынлап та, Минең ҡолдарым – юлдан яҙып һиңә эйәргәндәрҙән башҡа, һиңә улар өҫтөнән хакимлыҡ итеү булмаҫ [«Әл - Хиджр» (Әл-Хижер) сүрәһе, 26–42- се аяттар].

 Иҫтәренә төшөр, иҫкә төшөрөү – ул иман килтергән кешеләргә файҙа итә! Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн барлыҡҡа килтерҙем. Мин уларҙан һис бер ризыҡ теләмәйем, һәм Мине туйҙырыуҙарын да теләмәйем [«Әҙ - Ҙәрийәт» (Елгәреүселәр) сүрәһе, 55–57-се аяттар].