Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Римма Ғәлимова

Шиғырҙар

***

Аҙ-маҙ һинең менән күрешкәне

Үҙен-үҙе даһиламаҡ була,

Ҡулъяҙмаңды уңға-һулға болғап,

Яҡыныңды яһилламаҡ була.

 

Алтмышының аръяғына сыҡҡан

Хәтерендә аяҡ йыуҙырмаҡсы,

Мостайын да, Бикбайын да ҡушып,

«Шағирә» тип фекер тыуҙырмаҡсы.

 

Бөйөктәрҙән-бөйөк һүҙҙәр һөйләп

Ҡала мәктәптәрен урап сыҡты.

Ялған һүҙҙән хатта ер ерәнеп,

Февраль аҙағында буран сыҡты.

 

Имандарын һатҡан ҡәләмдәштәр

Һәр заманда булған, буласаҡмы?

Һинең һымаҡ тел ҡәҙерен белгән

Меңгә берәү генә тыуасаҡмы?

 

Көтөү-көтөү «дуҫ-иштәрең» хәҙер

Күләгәңә йөрөй эйәреп шул,

Намыҫ боҙоп хәтер тапалғанда,

Көймәҫ ерҙәреңдән көйөрһөң шул!

 

Тәмәкене бергә көйрәткәндәр,

Бер табында күмәк ултырғандар,

«Этлек» ҡылғаны ла – баҫмаларҙы

Хәтирәләр менән тултырғандар.

Хәтер һандығының төптәренән

Килеп сыға «ағы», «ҡараһы» ла...

Йылдар үтеү менән баҫылырмы

Киткәндәрҙең йөрәк яраһы ла?!

 

Сирҡанам

«Рәми ағай» тиеп һүҙ әйткәнгә

Әйтер һүҙем: «Етер, ялҡыттығыҙ!

Йырын, ғүмерен дә шул саҡ түгел,

Ниңә бөгөн генә балҡыттығыҙ?

 

Дауылдарҙа ҡайҙа инегеҙ һеҙ,

Уның «Табыныу»ын аҡлаусылар?

Өйөрмәләр уҙып, йыр өҙөлгәс...

Төйөр тығылмаймы, яҡлаусылар?

 

Изге булып ҡыланмағыҙ хәҙер,

Ҡуҙғатмағыҙ уның тулы йәнен...

Һеҙҙең шәфҡәт тынлыҡ боҙған саҡта,

Сирҡаныуҙан өшөй йылы тәнем».

 

Беҙҙең быуын мәрхәмәтле булһын,

Тауышымды ишет, ижади дуҫ?!

Әйтер һүҙең булһа, үлгәс түгел,

Тере саҡта килеп ҡулымды ҡыҫ!

 

* * *

Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта  

Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен.

                               Рәми Ғарипов

Китә  шағир, ҡала йырҙары

Маҡтап йылғаларҙы, ҡырҙарҙы...

Ҡапма-ҡаршы яҡтың ярҙары,

Ярты юлда өҙгән йыр-зары.

 

Туҙан баҫҡан юлдар табыла:

Шиғыр сыға, китап баҫыла.

Иҫтәлеккә тула гәзиттәр,

Кемдер өсөн шағир асыла.

 

Һүнгән кисерештәр, өмөттәр

Һуңғы юлдарына түгелгән.

Белмәгәндәр уның ҡәҙерен –

Йыры йәшәй, үҙе күмелгән.

 

Һуңламайса, иҫән сағында

Ишетәйек шағир йәберен.

Үлмәҫ элек белһә ине ул

Кемдәр тигеҙләрен ҡәберен!..