Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мөнир Иҡсанов

Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә жанр

Хәҙерге шиғриәттә жанрҙар мәсьәләһе тураһында һүҙ сыҡҡанда, иң тәүҙә «Жанр проблемаһы бармы?» тигән һорау тыуа. Ошонан, поэтик һүҙ жанр булараҡ таныламы, уны ниндәй сифаттар буйынса танырға мөмкин, тигәндәре ҡалҡыуы ихтимал.

Теорияға ярашлы, белгестәр жанрҙы бер телмәр торошо (речевая установка) булараҡ таный. Йәғни, әйтелгән һүҙ, фекер, ғөмүмән, жанрһыҙ була алмай – телмәр булһа, жанр ҙа була.

Яңы жанрҙар теорияһы күберәк проза нигеҙендә эшләнгән. Лириканы тикшереү иһә икенсе йүнәлештәрәк киткән. Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү жанр проблемаһынан ситләштергән. Һөҙөмтәлә хәҙерге шиғриәт ниндәйҙер рәүештә жанр телен юғалтҡан. Әҙәбиәт ғилеме айырым жанрҙарҙың үҙгәреүен күҙәтә, әммә жанрҙар теорияһын конкрет поэтик әҫәргә ҡулланыу мәсьәләһе асыҡ ҡала.

Жанр – автор һәм уҡыусы өсөн дә ритм кеүек үк мөһим төшөнсә.

Ритмды ғына үҙләштереп шағир була алмаған кеүек, жанрҙы белеү генә шиғыр ижад итеүҙе еңелләштерә алмай. Шуның өсөн жанр проблемаһының ике аспекты күҙәтелә. Жанрҙы билдәләү генә етмәй, ә шағирҙың жанрлы фекерләү кимәлен айырыу ҙа әһәмиәткә эйә.

Жанрҙы тоймау бигерәк тә башлап яҙыусылар һәм йәш шағирҙар араһында күҙәтелә. Шиғырҙарында сағыу образдарҙың күп булыуы айырым юлдарҙы баҙыҡландырып ебәреүенә ҡарамаҫтан, ул образдарҙың бер-береһенә өҫтәлеүе бер өйөмдө барлыҡҡа килтерә.

Йә ап-аҡбыҙ. Йә ҡарабыҙ.

Уйҙарҙа буталсыҡлыҡ.

Ҡайҙа ҡатлам? Ҡайҙа тормош?

Ҡайҙа һуң ысынбарлыҡ?..

Алһыу күҙлектән ҡотолоп

Алһаҡсы беҙ һөйләшә.

Ата-әсәңде хөрмәтләп

Ҡыуаныста гел йәшә.

(Рәсилә Ғарипова. “Ҡыуаныста гел йәшә”)

Был шиғыр 5 строфанан ғибәрәт, ләкин айырым, логик яҡтан бәйле булмаған фекерҙәрҙең бер-береһенә өҫтәлә барыуы икенсе строфанан уҡ күренә башлай. Йәш шағирә абстракт формала кеше донъяһының эске проблемалары тураһында уйланырға, дөйөмләштереүҙәргә килергә тырыша. Әммә бала күңеле барыбер балаларса булып ҡала. Шиғырҙағы урынһыҙ ҡулланылған һуңғы ике юл ошо хаҡта һөйләй.

Был миҫал ярҙамында күрһәтелгән проблема – бөгөнгө шиғриәт өсөн хас күренеш. Жанрлы фекерләүҙе профессиональ шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә асыҡ күрергә мөмкин. Мәүлит Ямалетдиндың “Һуҡмаҡ” китабындағы һәр бер әҫәре билдәле бер жанр үҙенсәлектәренә ҡоролоп ижад ителгән.

“Культура”, “Сәнғәт”, “Мәҙәниәт”, “Символдар”, “Ғәзиз Дәүләтбирҙинға”, “Назар Нәжми”, “Сәйәсәт”, “Азатлыҡ”, “Көрәш”, ике юллыҡтар, “Батырша монологы”, “Аҡмулла монологы”, “Шаңдауҙар” (пародик поэма) тип исемләнгән әҫәрҙәр ошо хаҡта һөйләй.

Жанрҙар ярҙамында билдәле бер әҙәби рәттәргә теҙелгән шиғырҙар китаптың төҙөк композицияһын барлыҡҡа килтерә. Шуның менән бергә, традицияға  таянғанда ғына, яҡшы шиғыр килеп сығыуы мөмкин, тигән һығымта тыуа. Традиция менән бәйләнеш өҙөлгән осраҡта һүҙ поэтик кимәлгә күтәрелә алмай.

Поэтик теүәллектең һәр саҡ билдәле бер жанр формаһы була. Әммә элек жанр формаһы күпселек осраҡта шиғыр төҙөлөшөнән сығып билдәләнһә, хәҙерге шиғриәт өсөн жанрҙы аңлау башҡасараҡ.

Жанр формаларының сиктәре актив рәүештә юйыла барыуы әҙәбиәттең билдәле бер тарихи осорона тура килә. XIX быуат башында, мәҫәлән, рус әҙәбиәтендә жанр системаһының тарҡала башлауы күҙәтелә. Автор теге йәки был поэтик һүҙҙе жанрға ҡарап түгел, ә теманан сығып һайлай башлай. Был бигерәк тә Пушкин теленән күҙгә ташлана. Башҡорт шиғриәтендә бындай күренеш һиҙелерлек итеп Аҡмулла, артабан Бабич әҫәрҙәрендә күҙәтелә.

Әҫәр, ниндәй жанрҙа яҙылыныуына ҡарамаҫтан, фольклор менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Юғары стиль һаналған ғәрәп, фарсы телле һүҙҙәргә башҡорт һөйләштәрендә ҡулланылған һүҙҙәр килеп ҡушыла. Шиғриәттең артабанғы үҫешендә һүҙ иркенлеге, һүҙ азатлығы көсәйә генә бара. Бер һүҙ менән күпте әйтергә тырышыу иһә фрагменталлек күренешенә алып килә. Фрагмент жанрын әҙәбиәткә романтиктар индерә: “Боронғоларҙың күпселек әҫәрҙәре фрагментҡа әйләнгән. Ә яңы дәүерҙең күпселек әҫәрҙәре – баштан уҡ фрагменттар”, – тип яҙа Ф. Шлегель. Рус әҙәбиәте ғилемендә фрагмент жанры тураһында беренселәрҙән булып Ю.Тынянов һүҙ ҡуҙғата: “Поэма кеүек ҙур әҫәрҙә юғалып ҡалған айырым һүҙҙәр бәләкәй генә фрагмент эсендә көслө мәғәнә бирә… Фрагменталлек төп стилистик күренештәрҙең береһенә әүерелде”. Ике томлыҡ “Әҙәбиәт теорияһы” авторҙары билдәләүенсә, фрагмент – “романтик шиғырҙар тыуҙырған лирик шиғырҙың яңы тибы”.

Лирик шиғырға фрагменттың эстетик-фәлсәфәүи нигеҙе йоғонто яһай. Романтиктар донъяны сикһеҙ һәм мәңге серле тип таный. Һөҙөмтәлә бер өлөш эсендә бөтөнлөк, теүәллек һынландырыла. Шиғыр йөкмәткеһе күпкә ҡыҫҡара. Әҫәрҙәрҙә хис-тойғолар кисерештәренең бер мәлгә генә бәйле булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына, сөнки мәл – ваҡыттың минималь фрагменты.

Фрагменталлек лирик шиғырҙың үҫешенә йоғонто яһаусы күренеш тә булып тора. Фрагмент жанры аша лирик әҫәргә фәлсәфәүи эстетика, ижад итеү философияһы сфераларынан идеялар үтеп инә. Фрагменталлек күпселек башҡорт шиғырҙары ижадына хас. Динә Талхинаның бер нисә шиғырына иғтибар итәйек.

Ҡулым беште,

Йәнем өрөлдө.

Уйҙарымда иркәм терелде.

Туғайҙарҙа бергә өйөрөлдө.

Ҡулым беште,

Йәнем өрөлдө…

(«Йәнем өрөлдө»)

Бында кисерештәрҙең бер мәлгә генә ҡабыныуы һиҙелеп тора.

Ах, һинең күҙҙәрең...

Әйтелмәгән һүҙҙәрем.

Ах, һинең ҡулдарың…

Мөхәббәтһеҙ йылдарым.

Ах, һинең ҡосағың –

Үкенестәр усағы.

Лирик герой тормошта үҙе кисергән хәл-ваҡиғаларҙы әйтеп бөтмәй, улар күҙ уңында ғына тотола.

Беләм, донъя миңә лә

Йөҙө менән боролор.

Баш осонда йәйғорҙан

Сағыу сатыр ҡоролор.

Ыуыҙ үлән иркәләр

Йүгерек аяҡтарҙы,

Төштә генә күрермен

Таяныр таяҡтарҙы.

(«Беләм»)

Шиғырҙың башы уй-фекерҙәр дауамы булып күҙ алдына баҫа.

Ошо жанр һыҙаты күп авторҙарҙың ижадын уртаҡ итә.

Фрагменталлек Әхмәр Үтәбай, Азамат Юлдашбаев, Ғилман Ишкинин, Морат Солтанов, Фәнил Бүләков һ.б. шағирҙар ижадына хас.

Фрагменталлек ритмик, композицион төҙөклөккә ҡапма-ҡаршы тормай. Ул ни бары лирик шиғырҙың үҙенсәлекле поэтик күренеше булып тора. Ул аңдағы ҡағыҙға төшмәгән билдәле бер контекстан тартып алынған, әммә үҙе поэтик теүәллекте тәшкил итә. Ул теүәллек уҡыусы аңында тулы кимәлдә кәүҙәләндерелә.

Лирик әҫәрҙе фрагмент булараҡ ҡабул итеү поэтик телмәрҙәге фекерҙәр теҙеменең ҡайһы бер өлөштәрен төшөрөп ҡалдырыуҙы ҡағиҙәләштерә, шағирға артыҡ күренгән һүҙҙәрҙе алып ташларға булышлыҡ итә.

Жанрҙар системаһы тарҡалыуының икенсе этабы “семантик поэтика”ның барлыҡҡа килеүе менән бәйле6. Рус әҙәбиәтендә был күренеште О.Мандельштам, А. Ахматова ижады сағылдыра. “Семантик поэтика”ның асылы шунда: һүҙ “мәғәнәләр төйөнө” булараҡ ҡабул ителә. Шиғри юлдағы һүҙҙең бер нисә мәғәнәһе үҙ-ара мөнәсәбәткә инеп, йәнә ниндәйҙер көтөлмәгән мәғәнә барлыҡҡа килтереүҙәре ихтимал.

Д.Сегал тигән ғалим, В. Жуковский һәм О.Мандельштам шиғырҙарын сағыштырып, шуға иғтибар йүнәлтә: тәүге авторҙың шиғырҙарында поэтик “маҡсат” ҡуйыла, ошонан сығып һүрәтләү саралары һайлана; икенсе авторҙың әҫәрҙәрендә “йомаҡтар поэтикаһы” күҙгә ташлана. Д.Сегал билдәләүенсә, семантик поэтика уҡыусының активлығын талап итә. Уҡыусы һоҡланыу, тетрәнеү            кисерергә генә түгел, ә тәү сиратта тексты аңларға тейеш. Тикшеренеүсе О.Мандельштамдың шиғырын анализлағанда, “һәр йомаҡ сиселеше яңы йомаҡты барлыҡҡа килтерә” тигән һығымтаға килә. Тимәк, поэтик һүҙ шиғырға сикһеҙ һанлы мәғәнә һыйҙыра ала.

Ҡар яуа –

кемдер сафлыҡ күрә,

кемдер муллыҡҡа юрай,

һәм тағы…

Шул сафлыҡты,

шул муллыҡты

күтәрә алмай,

шартлап һынды ерек ботағы…

                                 (Азамат Юлдашбаев)

Сафлыҡ, муллыҡ менән ассоциацияланған “ҡар” һүҙе яңы мәғәнәлә асыла. Әҫәрҙә объект (ҡар) һәм субъект (ерек) мөнәсәбәте мөһим. Ерек ағасына яҡшылыҡ (сафлыҡ, муллыҡ) бирелә, әммә ул мәғәнәһеҙ, ағасҡа уның кәрәге юҡ, сөнки ерек ул яҡшылыҡтан үлемгә генә дусар була. Сафлыҡ, муллыҡтың ялған булып сығыуы бар.

Ҡарҙы күтәрә алмаған “ерек ботағы” образына ла бер нисә мәғәнә һалырға мөмкин. Ул – тормош ҡорбаны ла, муллыҡтан аҙып үҙен үлемгә килтереүсе лә.

Йәнә бер миҫал:

Таймерҙағы мина –

Остоҡ йөрәк

Серт-серт сиртә

Ваҡыт ҡылдарын.

Кисергәндә

Меңәр хистәремде,

Күкрәк өҫтәрендә

Ҡулдарым.               

                     (Фәнил Бүләков)

Автор  мәғәнә яғынан бер-береһенә тап килмәгән һүҙҙәрҙе сағыштыра. Мина – үлем, йөрәк – йәшәйеш сығанағы. Әммә йөрәкте таймерҙағы мина менән сағыштырыу “мәғәнәләр төйөнө”н барлыҡҡа килтерә. Мина әле шартламаған, тимәк, ғүмер дауам итә, ләкин таймерҙың ваҡытты һанауы һәр саҡ үлем тураһында иҫкәртеп тора. Шул уҡ ваҡытта ҡасандыр минаның – йөрәктең – ғүмер сығанағының шартлауы –  юҡ ителеүе менән хәүефһеҙ тормошҡа юл асыласаҡ. Лирик герой хис-тойғолары (йөрәге) менән бүлешеп түгел, киреһенсә, күкрәген ҡулдары менән ҡаплап башҡаларҙы үлемдән ҡотҡарырға теләй кеүек.

Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә семантик потенциалды ошо рәүештә файҙаланыу шаҡтай уҡ киң таралыу алған, тип әйтеп булмай. Бындай әҫәрҙәр башлыса Азамат Юлдашбаев ижадына хас. Шулай уҡ семантик поэтиканың айырым өлгөләрен Фәнил Бүләков, Рәшит Зәйнуллин, Ғилман Ишкинин, Рита Фәтҡуллина, Дамир Шәрәфетдинов, Рәйес Түләктәрҙең ҡайһы бер шиғырҙарында осратырға мөмкин.

Әгәр ҙә фрагмент теүәл поэтик һүҙ традицияһы менән бәйле булһа, “мәғәнәләр төйөнө” булараҡ ҡабул ителгән һүҙ – сағыштырмаса яңы күренеш. Ләкин икеһе лә хәҙерге шиғриәттең парадигмаларын тәшкил итә. Фрагмент поэтикаһы синтагматик рәүештә бәйле булған уй-фекерҙе күҙ уңында тота, ә һүҙ-“төйөн” бер үк ваҡытта бер нисә контекста ҡулланыла, был осраҡта һүҙҙәр һәм образдарҙың парадигматик бәйләнеше күҙаллана.

Юғарыла һанап үтелгән авторҙарҙың ижадында ике күренеш тә осрай.

Бына Азамат Юлдашбаевтың фрагмент жанрында ижад ителгән шиғыры. Уның эсендә философик лирика традицияһына хас булған конструкция сағылыш таба.

Малға бесән ташлайым,

үҙем уйлайым:

был мал аҙығы

Ҡасан ғына үлән үә сәскә ине,

шағир шиғыр арнар,

ғашиҡтар таждар үрер,

йырсы йыр бағышлар…

Бал ҡорттары наҙ эсә ине.

Әле

Һыйыр көйшәй ғәмһеҙ генә.

…ә иртәгә?

Шиғырҙа өс ҡатнашыусы: лирик герой йәки поэтик аң (“мин”), “сәскә”, “һыйыр”. Әҫәрҙә ҡайнар, көсөргәнешле хис-тойғолар кисереше юҡ. Лирик геройҙың талғын уйҙар теҙмәһен генә күҙәтергә мөмкин. Бындай һүрәтләү тибы философик поэзия традицияһына ҡайтара. Шул уҡ ваҡытта шиғырҙа күп нөктәләр менән поэтик уй-фекерҙең, тасуирлауҙың фрагменталь булыу һыҙыҡ өҫтөнә алына. Йәғни шиғырҙан “артыҡ” һүҙҙәр алып ташланған. Фрагменталлек образдарҙы кәрәк булмаған контекстарҙан азат итә. Философик поэзия шул образдарҙы бер-береһе менән бәйләй, донъялағы өҙлөкһөҙ хәрәкәтте, алмашыусанлыҡты сағылдыра. Авторҙың икенсе шиғырынан миҫал:

Аҡыл ҡарар уҡый.

Үҙхөкөм:

ғәйепле, үтә бер ҡатлы.

Башты – аҫҡа.

Үҙъяза:

башҡаса

көлмәҫкә үә иламаҫҡа…

 

Тәмәкең төтөнө – дүңгәләк,

Һүнгән лампаға оса

Яңғыҙ күбәләк.

Был бисара – ишара…

Ҡуҙғал:

ишектә ҡыңғырау –

әллә өн, әллә төш тамам.

Үҙең менән –

хыял менән тулы күңел һәм буш янсыҡ,

тышта иһә – танһыҡ таң һәм һуңғы ысыҡ.

Сыҡ:

яурынына һалып салғыһын,

көтә тилмереп ҡара ҡарсыҡ.

Кеше үҙ-үҙенә хөкөм сығара һәм яза тәғәйенләй. Фекер төйөнөн төрлө контекстан сығып ҡарарға кәрәк. Бындай шиғырҙы уҡыу парадигматик принципҡа нигеҙләнә. Уҡыусы шартлы рәүештә образдарҙы бер нисә бағанаға теҙеп сыға. Төрлө бағанаға бер үк һүҙҙәр инергә мөмкин. Бындай әҫәрҙәрҙе жанр йәһәтенән анализлау үтә ҡатмарлы. Шиғырҙың йөкмәткеһенән сығып, уны, элегияға тартым, тип әйтергә була.