Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мәүлиҙә Әхмәтйәнова

Әлпе юғалған йыл

ХИКӘЙӘ

Был йылда Әлпе юғалды. Ҡаҡса ғына оҙон буйлы, ерән сәсле был ирҙе әле хәтерләүселәр барҙыр, бәлки, ҡатыны ла иҫәндер әле, ул шул йылды ашлыҡ келәттәренең мөдире булып эшләне. Шуның арҡаһында китте лә  инде уның башы.

Ошо йылды мин тик яттым. Башҡа ваҡиғалар ҙа хәтерҙә ҡалмаған. Ҡышҡа кергәс, оҙон бер көн мин утын ярҙым.

Әллә ҡасанғы көн бит инде, үҙе бөгөн генә булған кеүек. Ниндәй ғәләмәттер, уны иҫкә төшөрөп, ҡабаттан бермә-бер ентекләп, уйҙарымда ғына булһа ла ҡабат терелтеп, йәшәп сығаһым килә. Ул шулай итеп хәтерҙә ярылып ҡалған – әҙәм балаһының мейеһендә үткәндәрҙе һаҡлай торған урын булһа, бына ошо көн унда ситкә сайпылмай-нитмәй кереп ятҡан. Ни эшләп  шулай булғанын мин бер нисек тә әйтеп аңлата алмайым, әммә шуныһы раҫ: ул көн, ҡыйбатлы рам эсендә торған рәсем кеүек, туҙан бөртөгө лә ҡунмайынса, күҙ  алдымда ғына эленеп тора.

Бәлки,  ул саҡта йәш сағым булып, был донъяла минең көс килмәҫлек бер эш тә юҡ булып тойолғанғалыр. Хәҙер шул саҡтарҙы хәтерләү генә лә үҙ-үҙемә ышанысымды арттыра кеүек. Әллә йәш саҡтағы мин-минлек, ҡартайғас, шулай һағындырамы?.. Ниндәйҙер бер сәбәбе барҙыр, һәр минутын, һәр секундын ептән  үткәрәһе килә.

Ҡышҡы һалҡын бер көн. Әйтерһең дә, был донъяла бер ерҙә лә башҡа тормош юҡ. Тыныс ҡына йәшәп ятҡан ауыл ситендә ятҡан бер урам да һәм уны буйлап үткән сана юлы бар. Шунан көнөнә дүрт мәртәбә малсылар йөрөй. Иртән улар фермаға эшкә китә, төшкә табан кире ҡайта, кискелеккә улар был юлды тағы бер тапҡыр урай, һәм тирә-яҡты тынлыҡ баҫа. Бары икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр һауа, өнһөҙ ятҡан урман ҡаплаған тауҙар, ҡалын боҙ аҫтында аҡҡан йылға һәм ап-аҡ ҡар. Бөтә ер  өҫтөн ҡаплаған  ап-аҡ ҡар.

Мин ауылға ҡайттым. Әллә кем булып, сумаҙандар күтәреп, уҡырға керергә йыйынып сығып киткәйнем, булманы. Себер яҡтарына барып эшкә урынлашырға уйлағайным, барып сыҡманы. Бер ҡалала ниндәй генә ишеккә килеп төртөлмәйем, һәр береһендә бары бер генә һүҙ яҙылған ҡағыҙ йәбештереп ҡуйғандар, русса яҙылған ул һүҙҙең мәғәнәһе хаҡында мин бер канторҙан икенсеһенә йөрөгәндә бик оҙаҡ баш ваттым. «Ойошмабыҙ тарҡалды һәм яңынан ойошторласаҡ», тип яҙылған ине унда. Бер ергә лә кәрәкмәй булып сыҡтым. Шулай мин бер йылға һәр төрлө исемлек теҙмәләренән төшөп ҡалдым, журналдарға, ведомость ҡағыҙҙарына эш сәғәте лә, «н» ҡуйыусы ла булманы.

Үҙ иркемдә, үҙемә үҙем хужа булып йәшәгән ошо көндәрҙә мин төрлө уйҙар менән йөрөнөм, башта бик көйөндөм, аҙаҡ үҙемде шулай тынысландырған булдым: өлгөрөрмөн әле, әллә ҡайҙа  ҡасмаҫ был ығы-зығылы, мәшәҡәтле, кешенең яҙмышына килгәндә уны тирмән ташы кеүек әүәләгән был донъя, бер нәмә лә булмаҫ әле, бер-ике йыл, ағымға эләккән юнысҡы шикелле, болғансыҡ һыуҙа әйләнеп йөрөмәһәм. Әлбиттә, туған-тыумасаларҙың   былай тик ятыуыма эстәре бик бошто, ә мин кеше һүҙенә бик тә иҫе китә торған йәштә түгел инем, әллә нимә тиһендәр,  тип уйлай бирҙем. Әсәйем дә минең  өсөн көймәне, сөнки уға иҫән-һау, тамағым туҡ, өҫтөм бөтөн булһа, шул етә, ә былай уға ҡайғырырға бер сәбәп тә юҡ,  төпсөгө  уның эргәһендә. Мин ул саҡта бик йәш инем шул, шуға күрә мин көтәһе тормош әле бик йыраҡта кеүек булып тойолғандыр.

Көн дә иртән әсәйем, ике тәҙрә араһындағы стенаға беркетелгән календарҙы йыртып тормаһа, мин бөгөн нисәһе, аҙнаның ниндәй көнө икәнен дә белмәҫ инем. Телевизор күрһәтмәй, берәүҙәре әйтә, ҡайҙалыр нимәлер емерелгән дә, шуны төҙәтә алмайҙар, икенселәре һөйләй, имеш, беҙҙең яҡтағы бейек тауҙар ҡамасаулай икән, ә элек көн оҙоно яңғырап ултырған радио ла һөйләүҙән туҡтаған ине. Әммә быларға  бер ҙә иҫем китеп барманы, киреһенсә,  был рәхәт тормошҡа хатта ки өйрәнеп киттем. Кистәрен әсәйем, йылыға арҡаһын терәп, бәйләм тота, мин мейес яғам, ауыҙын асып утын өҫтәйем, күмер төшкәс, самауырҙы ҡуям, бәрәңге ырғытам, бер ярты сәғәттән өй эсенә тәмле еҫ тарала. Мейестә уйнаған утҡа ҡарап ултырғанда, һәр кеше шулай, тәбиғәттең яйына төшөп, көҙ, бер төн эсендә бөтөн донъяны ҡаплап, ап-аҡ ҡар яуған бер иҫ киткес яҡты таңды, ҡыш, яҙҙың ҡояшлы көндәрен һағынып, тыныс ҡына йәшәргә тейештер, күрәһең, тигән уйҙар тыуа. Ниндәйҙер бер эш менән көн артынан көн үтә, йоҡларға ятыр алдынан уйлап ҡуяһың: шулай-шулай иткәндә, яҡшы булыр ине, кәйефең булһа, был эште һин иртүк тороп башлайһың, булмаһа, икенсе бер ваҡытҡа ҡалдыраһың.

Ошо оҙон ҡыштың береһенә береһе бик оҡшаған көндәре  араһында бары береһе хәтерҙә уйылып ҡалған, башҡалары, күрәһең, муйынсаҡтағы мәрйен шикелле, бигерәк бер төрлө  булған, ә бына быныһы, көндө төн, төндө көн алыштырған рәттән һурып, тартып алғандай, шул тиклем асыҡ  булып хәтерҙә ҡалған, һауа, ҡояш, ҡарҙың ниндәй булғаны бөгөнгөләй күҙ алдында. Тағы   үҙемде шундай шәп итеп тойғаным иҫтә ҡалған, нимәлер дәрт-дарман биреп торғандыр инде. Минең хәлде тикшереп торорға әллә кем юҡ инде, эргәлә бары әсәйем генә, ул да, үҙ эше менән булып, кереп-сығып йөрөй.

Ә мин утын  ярам. Спортсылар, күкрәк киргән булып, мин хәҙер яҡшы формала, тип телевизорҙан маҡтаналар бит, бына мин дә тап шундай шәп инем, һәм үҙеңде шундай итеп тойоу тағы көс өҫтәп тора бит ул. Шундай саҡта   үҙ-үҙемә хатта ситтән генә һоҡланып та ҡарап ҡуям. Ҡулда – үткер балта, уның ауырлығын тойоу үҙе бер дәрт өҫтәй, ул элек атайым утын ярған калун түгел, ул ауырыраҡ, еңел генә яңы балта, йоҡа бейәләй аша мин уның ҡулға уңай ғына эшләнгән һабының бөгөмөн тоям, ул минең ҡулда уйнап ҡына тора, өҫкә  күтәреп алып, кире һелтәгәндә, теп-теүәл түмәрҙең ҡап уртаһына   килеп төшә.

Ул утынды уйламағанда килтерҙеләр, әсәйем бер тракторисҡа ҡасандыр бер ярты биргән дә.

– Эй, онотоп та бөткәйнем...

Онотторорһоң ундай саҡта. Ҡасандыр бер күрше, мал оно килтерәм, тип шулай үтескә алған да, үҙе аҙаҡ борсаҡ оно килтереп алдап ҡуйған, шул хаҡта ул, теге кеше үлгәс тә әле, бер өс-дүрт йыл һөйләп йөрөнө...

Трактор беҙҙең эргәгә килеп туҡтау менән, беҙ тиҙ генә баҡса кәртәһен ҡаҙағынан ҡайырып бер яҡҡа һөйрәттек тә, ул кереп боролғас, бер ун буй тип-тигеҙ ҡайын ағасын ысҡындырҙыҡ. Бер йыраҡ кейәү тейешле кеше беҙгә уны шул уҡ көндө бысып та бирҙе, мин шунда уҡ өйөп тә барҙым, бына шул ҡар кеүек шығырҙап торған ҡайын утыны хәҙер ҙә күҙ алдында тора. Икенсе көн иртән мин шул  утынды ярырға сыҡтым. Түмәрҙәрҙе шәкәр ҡомо шикелле аяҡ аҫтында ыуалып торған ҡарға баҫтырып ҡуям да ҡулыма балтамды алам, һәм... «Шалт! Шалт!» Бөтөн хикмәт шунда: баҫтырып ҡуйған бөтә түмәрҙәрҙе ярып бөтмәйенсә, әле тәгәрәп ятҡандарына тотонмайһың, балта тотҡан ҡулыңды өҫкә күтәреп һелтәйһең дә... «Шалт! Шалт!» Шунан балтаны тура килгән бер ағасҡа  ваҡытлыса сабаһың да бер ҡат ярылған түмәрҙәрҙе, уйынсыҡ һалдаттарҙы теҙгән шикелле, аяҡҡа баҫтырып сығаһың. Тағы ҡулыңа балтаны ҡыҫып ҡына эләктереп алаһың да, бер ҡат... «Шалт! Шалт!» Бөтәһен дә ярып сыҡҡас, аяҡ аҫтында аунап ятҡан бөтә ағастарҙы бер рәткә теҙеп ҡуяһың. Туң ағастар бер-береһенә шаҡ-шоҡ бәрелә, уларҙан урман еҫе аңҡып тора. Шулай яйлы ғына итеп маташа торғас, минең эргәмдә ярылған утын өйөмө артҡандан-арта бара. Шул тиклем онотолоп киткәнмен – ҡаршылағы күршенең беҙгә кергәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул көндө минең бер кемде лә күрәһем килеп, ҡыжырап тормай инем, миңә бер үҙемә лә бик тә рәхәт кенә. Эш менән булғанда ҡарап тороусылар артыҡ, бигерәк тә онотолоп китеп эшләгәндә эргәләге кешене күрмәйһең дә, ишетмәйһең дә. Етмәһә, тирә-яҡта шундай тынлыҡ,  бары балта сапҡан тауыш ҡына әрәмә буйлап яңғырап китә лә туҡтай, шуға күрә, ниндәй генә яҡын күршең булмаһын, ул да артыҡ кеүек. Әммә күрше рөхсәт-фәлән һорап тормаған, минең янға килгән дә, бер йыуаныраҡ түмәр өҫтөнә аяғын аяҡҡа һалып менеп ултырған, терһәген тубығына терәгән дә тәмәке көйрәтә. Ярар инде, ултырһын, һиңә эшләргә ҡамасауламай бит, тип тынысландырҙым үҙемде. Әртис – минең күрше, осло теле, тормошта һәр ваҡыт ирмәк күреп, халыҡты көлдөрөргә яратҡаны өсөн алды инде бындай ҡушаматты,  бер ҙә юҡҡа бирмәйҙәр уны. Ул сәхнә өсөн тыуған кеше, ысын сәхнәгә сыға алмаһа ла, ауылдамы, баҫыуҙамы – халыҡтың күңелен күрҙе, колхоз механизаторҙары булһынмы, бесәнселәрме – көлдөрөп, барыһының эстәрен ҡатырҙы. Шулай, һәр кемдең үҙ сәхнәһе.

Ул әлеге  көндә, инде йәше байтаҡ ҡына булһа ла, бик дәртле генә йөрөгән әсәһе Ғәлимә апай менән йәшәй ине. Йәш сағында, башҡа ауыл егеттәре кеүек, армияла хеҙмәт итеп ҡайтыу менән тракторға ултырҙы, көндөҙ ҡырҙа, төнөн  ҡыҙҙар  артынан сапты.

Үҙенә күрә түгел, Әртис теләһә ниндәй ҡыҙҙар менән йөрөмәне  әле ул. Бер ҡыҙы мәктәпте тик «биш»кә генә уҡып бөткән. Ләйлә, был ғаиләлә балалар күп булһа ла, иң кесеһе, иң иркәһе ине. Атаһы урман  ҡараусы, ауылда иң төшөмлө  эштә, билдәле булыуынса, кемдең ҡулында, шуның ауыҙында, ә әсәһе ғүмере буйы мәктәптә  башланғыс кластарҙа балалар уҡытты.  Бик яҡшы уҡытыусы булған, тиҙәр, миңә эләкмәне, беҙҙе Мәмдүҙә апай уҡытты. Социализмда  йәшәһәк тә, ауылда байҙар,  ярлылар һәр ваҡыт булды инде, йәшерен-батырыны юҡ. Ләйләнең ата-әсәһе икеһе лә ай һайын ҡулдарына аҡса алып торҙо, ә колхозда эшләгәндәргә нимә, бригадир эш көнөн яҙып бара ла, көҙ ашлыҡ бирәләр, ул да йүнле түгел, малға ғына ашатырлыҡ, ә халыҡ, башҡаһы булмағас, әпәй бешерә. Ул әпәйҙең тышы кирбес кеүек ҡаты була, ә эсе – сеп-сей.

Был ҡыҙ менән   бик матур ғына йөрөнөләр, тик ул ҡайҙалыр уҡып  белем алды ла шунда уҡ эшкә лә ҡалды, башҡаса ауылға ҡайтманы.

Әртистең икенсе ҡыҙы ла аҡ әпәй ашаған  ғаиләнән ине. Байҙың бер бөртөк ҡыҙы. Мәктәп директоры, уҡытыусы Һәҙиә апайҙың «Артек»тарҙа ғына ял иттереп, өф итеп кенә үҫтергән Зиләһе. Мәктәпте тамамлағас, апай ҡыҙын бик ауырлыҡ менән уҡырға керетте, тик тегеһе бер йыл уҡынымы-юҡмы, ташлап ҡайтып килде лә, шәүлә кеүек, Әртис артынан эйәреп йөрөй башланы. Йәйҙәрен егет соланда йоҡлап йөрөй, Ғәлимә апай бер төн  ҡараңғы соланда Зиләнең аҡ плащын күреп ҡалған да  урам яңғыратты:

«Илтеп ҡуй, кеше балаһын ни бысағыма эйәртеп йөрөтәң... Һинең башың  бармы, юҡмы? Һин хут беләңме, кем балаһын алып ҡайтҡаң! Ҡайҙан алғанһың, шунда итеп ҡуй, хәҙер башыңды ярам, малай. Бына сусҡа, ә... Юҡмы шунда үҙебеҙҙең тиңерәк берәйһе... Кемде тапҡан, ә... Илтеп ҡуй, илтеп ҡу-у-й...»

Шулай эйәртенешеп йөрөй торғас, ата-әсәләрен көйөккә батырып, өйләнеште былар. Баҡса арттарына өй һалып сыҡтылар, ул өй әле лә бар, тик буш ултыра. Уларҙың ике ҡыҙы, ике улы тыуҙы. Тик эстеләр. Тәүҙә һәйбәт кенә донъя көтөп алып киткән кеүектәр ине, йорт тирәләре матур ғына, урман эсендә ултыра, мал-тыуар, баҡса. Эстеләр шул, ҡатыны иренән арттырып ебәреп эсте. Ҡарап торһаң, матур ғына ҡатын ине үҙе, оҙон буйлы, ап-аҡ ҡына битле.

Бер заман ауылда туй бара, шул Зиләнең  ҡыҙы кейәүгә сыға. Беҙ, малайҙар, шул тирәлә кемделер булһа ла көтәбеҙ. Ене атылып килеп сыҡты был бисә ҡапҡанан, әйберен тотҡан ҡулына. Үҙе юл ыңғайына кофтаһының һәҙәптәрен эләктерә, үҙе боролоп артына ҡарай-ҡарай ауылға  табан йүгерә. Күп тә үтмәй, ҡыҙып алған ире килеп сыҡты.

– Тағы ҡастымы алкаш бисә? Бына п-пеләт, ә... Өй тулы кеше, оят бит, оят, – тип һүгенде лә, лас итеп төкөрөп, кире кереп китте.

 Шунан берәйһе килеп әйтә Әртискә, Зиләң шунда-шунда ята иҫереп, тиҙәр. Барып алып ҡайта бисәһен  теге, бәргесләп, өйөнә. Шулай йәшәнеләр инде килде-китте. Ә ҡыҙҙары маладис, икеһе лә уҡып сыҡты. Һәҙиә апай булышты, әлбиттә, яҡшы ғына кейәүгә сығып, ситтә донъя көтәләр. Тик малайҙарының ғына рәте булманы, кесеһе ауылда ҡайҙан эсергә табырға икән тип баш ватҡан егеттәр менән дуҫлашып китте, олоһо ҡалала насар компанияға эләккән, тинеләр. Ауылдан сығып киткән малайҙар йыш ҡына шундай дуҫтар табып, насар юлға баҫҡас, әсәйем ҡаланы минең кеүек ауыл малайҙары өсөн әҙерләнеп ҡуйылған махсус ҡапҡан кеүек күрә ине.

Әртис Зиләһен, бер эсеп йөрөгәненән һуң, ҡәйнәһенә һөйрәкләп илтеп ҡуйҙы ла башҡа өйөнә кертмәне, кесе малайы менән генә йәшәне. Уның да эсә башлағанын күреп, аптырап, хәрби комиссариатҡа барып ҡараны, алығыҙ, тигән, армияға, бәлки, рәт сығыр, былай бөтөнләй малай юлдан сыға бит.

–  Һин, абызый, юҡ менән башыңды ватып йөрөмә – тип уға малайының документтарын күрһәтәләр, баш мейеһен рентген аша төшөргән һүрәтендә ҡара тап бар икән. Шунан ул малай ҡайҙалыр юҡ булды, апаларына тағылып, ситкә сығып китте, буғай.

Шулай  Әртис бөтөнләй яңғыҙ ҡалды, был заманда ул бөгөн таралам, иртәгә таралам тип торған колхоздың ашлыҡ һалынған келәттәрендә ҡарауылсы булып тора ине.

Шунан ауыл халҡын шаҡ ҡатырған бер хәл булды. Аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай, ашлыҡ келәттәре мөдире Әлпе юғалды. Ғүмере булмаған хәл инде быныһы. Кеше юғалырлыҡ ҙур ҡала түгел дә инде. Бөтөн ауыл аяҡҡа баҫты, эҙләмәгән ер ҡалманы, тапманылар. Машиналарға тейәлеп килеп тулған милиция Әртисте ҡулға алып, районға алып китте. Был ваҡытта уның Зиләһе иҫән ине әле, әсәләрендә торҙо, аҙаҡ уныһы ла шулай бәрелеп-һуғылып, теләһә кем менән эсеп йөрөй торғас, бөтә кешене  ах итереп, аҫылынып үлеп ҡуйҙы.

Әллә  бер ҙә юҡҡа килеп кергән тиһегеҙме, түмәр өҫтөндә, аяғын-аяҡҡа һалып, тиккә генә ултыра тиһегеҙме? Ултырыр Әртис һиңә тикмәйгә. Хәбәрен һөйләргә кеше эҙләп, эсе  бошоп килеп керҙе ул минең янға. Ғәлимә апай туйған инде, уны көн һайын тыңлай торғас. Бына ярты йыл булалыр, тылҡый  ҙа тылҡый ул бер хәбәрҙе. Ә минең өсөн барыбер, һөйләһен әйҙә, эсенә һыймағас. Әле ул минең утын ярып туҡтағанды көтөп ултыра, бына өйә генә башлайым, шунан файҙаланып, тынлыҡта дауам итәсәк ул хәбәрен. Балтаны ҡуйып, ян-яҡта сасрап ятҡан  утындарҙы өйә башланым.  Ул мине иғтибар менән генә күҙәтеп, танауын баш бармағы  менән алмаш-тилмәш баҫып һемгерҙе лә һөйләй ҙә башланы.

– Аларҙы ла кеше туҡмарға яҡшылап өйрәтәләр икән, менттарҙы әйтәм. Күгәргән ере булмаһын өсөн, башта бер бетле тун кейҙертәләр, шунан ғына бирәләр кәрәгеңде... – Аяғын-аяҡҡа һалып, түмәр өҫтөнә ҡай арала менеп ултырған тиң, тәмәкәһен дә  көйрәтеп ебәргән, бөтмәҫ хәбәрен дә тылҡый башлаған. – Үҙ аяғыңда  баҫып торғанда әле нисауа, малай, битеңде генә ҡулың менән ҡаплайһың да, улар һине, тоҡ тултырылған ҡапсыҡ шикелле, бер-береһенә еффәреп, бәргесләйҙәр, бына шунда оҙағыраҡ үҙ аяғында баҫып торорға тырышырға кәрәк. Тештәрең йәлке, әлбиттә, ныу, уныһын ҡуйҙыртырға була... Ә бына инде йығылып ятҡанда башлы ботинкалары менән типкеләй башлаһалар... Бөттө башың. Бөйөр менән бауырҙы ҡуйҙыртырға ул бит һиңә теш түгел. Шулай бит?

 Бик күптән ингән, ахырыһы, уның бик оҙаҡ тауыш-тынһыҙ ғына ултырыуы хатта аптыраш. Ауыҙында тештәре ҡойолоп бөткән, башындағы һирәк сәстәре ап-аҡ, таяҡҡа таянып, минут һайын ҡорх-ҡорох йүткергән минең күршегә,   ҡырҡтан саҡ ҡына уҙған булһа ла, бер кем дә үҙ йәшен бирмәҫ, ватылып-ҡырылып бөткән ул шулай.

– Шулай кешенең ғәйебен таныталар, ә минең ниндәй ғәйебем бар? Нишләп Әлпене үлтерәйем, ти, инде. Ул миңә ниндәй насарлыҡ эшләгән? Бер насарлығы ла тейгәне булманы. Атамды үлтермәгән, апамдан көлмәгән. Эшкә алды. Беҙ  уның менән бына шулай йәшәнек...

Күҙемдең ҡырыйы менән генә Әртистең тырнаҡтары тәмәкенән һарғайған, өҫкә тырпайған баш бармағын күреп ҡалам.

Әртискә, иғтибар менән тыңлайһыңмы уны, юҡмы – барыбер, иң мөһиме, бүлдермәһәләр – шул. Ә мин уға ҡыҫылмайым, үҙ эшем менән булам. Шығырҙап торған ап-аҡ ҡар өҫтөнә тағын бер рәт түмәрҙәр теҙеп сығам, ҡулыма балтаны тотам да:  «Шарт!»

Иң мөһиме – туп-тура ғына килтереп бәрергә кәрәк, аҙ  ғына ситтән алһаң, утының да ярылмай, сыйылып  ҡына китә, етмәһә, аяғыңа ла килтереп бәреүең бар. Шуға мин аяҡты яурын киңлегендә айырып баҫҡанмын. Элек радионан көн дә иртән шундай тапшырыу бара ине. «Иртәнге зарядканы башлайбыҙ. Аяҡтарығыҙҙы яурын киңлегендә айырып баҫығыҙ... Бер, ике...»

Ҡаты, аунап ятҡан ағастарҙы ҡабат баҫтырып сығам. Тынлыҡтан файҙаланып, Әртис дауам итә.

- Эсә инек ҡай саҡта бергә... Ә үлтерергә...

Ҡулыма балта алғанды күреп, ул төпсөгөнән тоҡандырып, яңы тәмәке башлай ҙа хәбәренән туҡтап ҡала. Ярылған утындарҙы тиҙ-тиҙ генә йәнәшәгә өйөп, алдымдағы ерҙе таҙартып, икенсе урынға күсәм, бер-ике аҙнанан бөтә өйөлгән утындарҙы бала санаға тейәп, йортҡа  ташып алырмын, аҙыраҡ елләп торһалар, еңеләйеп китә улар.

– Мин ябыуҙа ятҡан арала үҙҙәре табалар бит тегене, Әлпене әйтәм, мәрхүмде...  Боҙлоҡҡа төшөрөп ҡуйғандар, тубыҡланып торған шунда. Әйтмәнеләр. Аларҙан бит тужы һорау алғандар, береһе-бер өндәшеп ҡуйһа! Бер КамАЗ ашлыҡ өсөн кешене үлтер инде, йә! Әҙәм йәне бер тин дә түгел тиң, ә... Бүлешә алмағандар. Тегеләре үҙҙәренә бушаттырырға булған,  ә Әлпе бирмәгән. Улар бит барыһы ла шәптәр, һәр береһе семейныйҙар... Ә мин нимә, үҙем алкаш, бисәм – алкаш, малайым тужы алкаш, беҙҙең кеүеккә барыһын да һыларға мөмкин. Һыламай торһондар әле...

Дөрөҫөн генә әйткәндә, туйҙырҙы был күрше, яратмайым шулай һин эшләгәндә йәнәшәлә ҡарап ултырғандарын. Башҡа кеше булһа, асыуланған да булыр инем, тик Әртискә нисек асыуланаһың инде, ултырһын инде әйҙә.   Йыуан-йыуан түмәрҙәрҙе күтәреп, таҙартылған урынға ташыу менән булдым.

– Әгәр шунда Йәлил брат булмаһа, мине бөтөрәләр ине. Каюк була ине абызыйыңа. Йәлилдең таныш-белеш, үҙең беләң инде, нисә йыл барыһын да дауалай. Ул мине килеп алды, ишетеү менән туп-тура эшенә алып китте. Ә менттар ҡоттары алынып, күҙҙәре тоноп килеп еткәндәр. Ярар инде, абзый, яңылыш булған, имеш. Йәлил улар менән һөйләшеп тә торманы, елтерәтеп ҡыуҙы ла сығарҙы. Минең шундай шәп брат барлығын белмәгәндәр. Белһендәр, бына... «Дело» астылар, эйе... Бына судҡа саҡырып ҡағыҙ килгән, свидетель булып барам инде. Ә миңә группа бирергә итәләр. Ныҡ имгәттеләр, туған... Һау һөйәгемде ҡалдырманылар...

Минең алда һуңғы түмәрҙәр ҡалды, мин уйнап ҡына балатамды күтәрәм дә: «Шалт! Шалт!», үлсәп  ярылғандай тип-тигеҙ киҫәктәр ике яҡҡа сәсрәп  китә.

Был ҡышҡы көн шундай матур. Һалҡынса ғына, утын ғына яра торған көн, күршенең хәбәре лә кәйефте төшөрмәне. Ул эсен бошорған хәбәрен һөйләп сыҡты ла, күңеле булып, ян-яҡҡа ҡарап, ашыҡмай ғына төтәтеп ултыра. Уның да ашығаһы ере юҡ, эшләрен эшләгән, тиҙҙән уға малай сағында гелән уларҙа ятҡан туғаны пенсия юллап бирергә тейеш. Ул бәләкәйҙән әсәһе һәм ҡарт өләсәһе менән генә үҫте, шуға, ҡасан ҡарама, өйөр малай булған туғандарында йөрөнө.

 Һуңғы утынымды өйөп, ярылмаған түмәр өҫтөнә менеп ултырҙым, бындай төптәр байтаҡ ҡына йыйылып китте әле ул. Уларҙы иртәгә калун балта менән ярырмын инде, бәләкәй менән эш итеп килештерерлек түгел.

Ултырҙым да күккә ҡараным, мин утын яра башлағандан әллә ни ваҡыт үтмәгән  кеүек тойолһа ла, инде эңер ҙә төшөп килә. Тау артында болоттар ҙа, ағастар ҙа аҙ ғына алланып тора, торбаларҙан нәҙек кенә булып, алға мансылып төтөн күтәрелә. Йәше әллә ни булмаһа ла, ҡарт бабай булған күршем дә өндәшмәне, күрәһең, һөйләр хәбәрен һөйләп бөтөрҙө.

– Һин былай ултырма, бар, өйөңә кер ҙә өҫтөңдө алыштыр, улайһа сирләп  китерһең.

Әртис таяғын алды ла, һул ҡулын артына ҡуйып, ҡуҙғалып китте. Ә минең   тамсы ла тораһым килмәй, шулай ултырыр ҙа ултырыр инем. Хәҙер күктә йондоҙҙар ҡалҡа башлар, улар йыраҡтан ялт-йолт килеп торорҙар. Күрше дөрөҫ әйтә, мин, тирләп ултырған кеше, тиҙ генә өшөй ҙә башланым, һикереп тороп, өс аҙымда күршемде ҡыуып та еттем. Ул миңә башын бороп ҡарап торҙо ла:

- Эх, рәхәт һиңә... – тине.

 Ә миңә, ысынлап та, шундай рәхәт ине, тәнемдә ниндәйҙер еңеллек, тик яурын баштары ғына аҙыраҡ зымбырҙап торған кеүек. Өйгә   кереп, өҫтәл янына ултырыу менән, әсәйем алдыма һәр береһе йомортҡа һарыһына оҡшап торған ҙур таба ҡоймаҡ килтереп ултыртасаҡ, уларҙы һап-һары майға манып, һөтлө сәй менән ауыҙ тултырып ашаясаҡмын.