Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәт Мәхмүтов

Яуҙарҙа сыныҡҡан әҙип

(Нәжиб Иҙелбайҙың тыуыуына 100 йыл)

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, көр тауышлы һәм көр күңелле кеше ине Нәжиб Иҙелбай. Хистәргә бай йөрәкле, ижади уйлы шағир ине. Үткер телле публицист, оҫта тәржемәсе, яуҙарҙа  сыныҡҡан әҙип булды ул.

Нәжиб Иҙелбай (Нәжиб Сафа улы Иҙелбаев) 1912 йылдың 12 мартында хәҙерге Баймаҡ районының Иҙелбай ауылында тыуған. Бер ни тиклем ваҡыт мәктәптә белем алғас, урман ҡырҡыусы, ауыл Советы секретары, китапханасы була. 1929 йылда Баймаҡ тау сәнәғәте техникумын тамамлай, бер нисә йыл Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшләп ала. «Ҡыҙыл байраҡ» исемле район гәзите ойошторолғас, журналистика өлкәһенә күсә. Мәскәү – Волга каналы төҙөлөшөндә эшләй, ундағы «Ударники канала» гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр ҙә була. 1937–1938 йылдарҙа Башҡортостан  китап нәшриәтендә мөхәррир һәм тәржемәсе булып эшләй, бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

Нәжиб Иҙелбай 1938 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан  һуғышы йылдарында взвод, рота командиры була. Ҡаты яраланып дауаланғандан һуң демобилизациялана һәм Өфөгә  ҡайта. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 – 1955 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәре редакцияларында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй.

Әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнеүе һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. «Күк шинель» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1947 йылда донъя күрә. «Ел, ерәнем!», «Йырым һиңә булһын», «Еңеү иртәһе» исемле китаптарына ингән шиғри әҫәрҙәрендә Н. Иҙелбай  тыуған ерен, Башҡортостанды данлай, туған халҡына сикһеҙ һөйөүен еткерә. Уның күпселек әҫәрҙәре башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадына нигеҙләнгән, ҡобайыр формаһында яҙылған.

Шулай ҙа Нәжиб Иҙелбай күберәк популяр йыр текстары авторы булараҡ танылыу яуланы. Бер актлы пьесалар ижад итеүсе драматург та ине.

Нәжиб Иҙелбай талантлы тәржемәсе булараҡ киң билдәле. Ул Джек Лондон,  Н. Гоголь, Т. Аксаков, А.Чехов, А. Островский, М. Горький, А. Гайдар, П. Бажов, С. Злобин, С. Бабаевский, О. Гончар, С. Айытматов, С. Михалков һ.б. әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итте. М. Ауэзовтың «Абай юлы» эпопеяһын иһә ҡаҙаҡсанан башҡортсаға туранан-тура  ҡайтарҙы.