Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әҙәби-мәҙәни мөхит

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Төркиәлә Евразия Яҙыусылар союзы 2011 йыл аҙағында халыҡ-ара әҙәби бәйләнештәрҙе, дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ иткән, ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эшләгән барлыҡ сараларға  йомғаҡ яһап, йыл яҙыусыһын, йыл журналын, йыл тәржемәселәрен, йыл телеканалын билдәләне. 

Әзербайжан Яҙыусылар союзы рәйесе Анарҙы төрки донъяла «Йыл кешеһе» тип иғлан итергә Төньяҡ Кипрҙың Лефкос ҡалаһында үткән IV Төрки донъяһы әҙәбиәт журналдары конгресында ҡарар ителгәйне. Анар, шулай итеп, төрки донъяла «Йыл кешеһе» тип танылды.

Төрки телдәр араһында иң яҡшы шиғыр тәржемәләре премияһы Ҡаҙағстанда нәшер ителгән «Донъя әҙәбиәте» журналында төрөк әҙәбиәтенән тәржемәләре өсөн ҡаҙаҡ шағиры Бауыржан Жаныпҡа биреләсәк.

Әзербайжан яҙыусыһы Эльчиндың «Яҡты төштәр» хикәйәләр китабын төрөк теленә ауҙарғаны һәм башҡа тәржемәләре өсөн төрөк яҙыусыһы Имдат Авшар шундай уҡ бүләккә лайыҡ тип табылған.

Татар яҙыусыһы Аяз Ғиләжевтың «Өс аршын ер» романын төрөк теленә тәржемә иткән Фәтих Ҡотло ла премия лауреаты тип билдәләнгән.

Хакасиянан Тимур Дәүләтовтың фәнни тәржемәләре иң яҡшыһы тип табылған. Профессор, доктор Рамиз Аскериҙың тәржемәләләре лә – ошо мәртәбәле премия лауреаты. Төркиәләге «Ауаз» телеканалы  – ошо бүләк эйәһе.

Ошондай мәртәбәле премияға лайыҡлылар араһында беҙҙең баҫмабыҙҙың да аталыуы айырыуса һөйөнөслө, көтөлмәгән шатлыҡ булды!

Һәр һанында дуҫлыҡты, әҙәби бәйләнештәрҙе нығытыуға арнап әҫәрҙәр баҫтырған, ҡәрҙәш яҙыусыларҙың ижады менән таныштыра барған, үҙе лә тәржемә ителәсәк әҫәрҙәрҙе һайлап алыу критерийына әйләнгән «Ағиҙел» журналының төрки донъяһында «Йыл журналы» тип билдәләнеүе – төрки донъяһы журналдары вәкилдәре саҡырылған йыйылыштарҙа ҡатнашыу ғына түгел, йыл әйләнәһенә алып барылған эште күреү, баһалау, тип тә аңларға кәрәк.

Премия быйыл Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында үтәсәк V Төрки донъяһы әҙәбиәт журналдары конгресында тапшырыласаҡ.

***

Башҡорт дәүләт универститетында «Күп милләтле Рәсәй  киңлегендә Аксаковтар ғаиләһе миҫалында рус мәҙәниәтенең һәм әҙәбиәтенең тотҡан урыны» тигән Бөтә Рәсәй конференцияһы булып уҙҙы. Сара Сергей Аксаковтың тыуыуына 220 йыл тулыу һәм Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы айҡанлы ойошторолғайны. БДУ профессоры Сергей Семенов «Рәсәйҙең күп милләтлелеге, уның мәғәнәһе һәм әһәмиәтенең асылы: Аксаковтар күҙлегенән»  тигән ҙур доклад менән сығыш яһаны.

Конференцияла Мәскәү ҡунаҡтары: Рәсәй философия йәмғиәтенең  беренсе вице-президенты, философия фәндәре докторы, профессор Александр Чумаков, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры, философия фәндәре докторы Михаил Маслин, РФ-ның Президент янындағы дәүләт хеҙмәте һәм халыҡ хужалығы академияһы профессоры Хәлил Барлыбаев, шулай уҡ Рәсәй өлкәләренән байтаҡ вәкил ҡатнашты.

***

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуровтың шәхси күргәҙмәһе  булып үтте.

Төрлө милләт вәкилдәренә арналған «Онотолған геройҙар» экспозицияһы  авторҙың егермеләгән ижад өлгөһөн үҙ эсенә йыйған. Скульптуралар араһында башҡорт ханы Ҡараһаҡал да, ҡурҡыу белмәҫ Понтиак, Әрмәнстандың батшаһы Тиран Аршакуни һ.б. бар. Күргәҙмә Рафаил Зинуровтың Әрмәнстан тарихын шиғри юлдар ярҙамында бәйән иткән «Әрмәнстан – меңйыллыҡтар юлы» китабының презентацияһы менән тап килде.

 Авторҙың өс скульптураһы нигеҙендә һәйкәлдәр ҡойолған: Кинйә Арыҫлановҡа (Көйөргәҙе районы Кинйә ауылында), Ҡаранай Моратовҡа (Стәрлебашта), Зәки Вәлидигә (Ишембайҙа ошо арала ҡуйыласаҡ). Юридик фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, РФ һәм БР Яҙыусылар, Рәссамдар,  Журналистар союздары ағзаһы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рафаил Зиннуровҡа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев китаптың исем туйы һәм күргәҙмә асылыу айҡанлы ҡотлау ебәрҙе. Уны шулай уҡ президент аппараты, республиканың ижади союздары, министрлыҡтар вәкилдәре, хеҙмәттәштәре, коллегалары тәбрикләне.

***

Башҡорт дәүләт универститетының «Шоңҡар» әҙәби ижад берекмәһе ойошторолоуға 77 йыл тулды. Ошо үҙенсәлекле юбилей (ике «7») айҡанлы, вуздың ҙур залында ижади осрашыу үткәрелде. Ул бик ҡыҙыҡлы уйланылған: ижадсылар дүрт төркөмгә бүленеп сығыш яһаны.

Тәүҙә сәхнәгә өлкән быуын әҙиптәре сыҡты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Рәшит Шәкүр, Гөлфиә Юнысова, Ирек Кинйәбулатовтарҙың иҫтәлектәре, шиғырҙары сағыу яңғыраны. Алып барыусы Ирек Кинйәбулатов ҡорҙаштарын сәхнәгә шаян эпиграммалар менән  саҡырҙы.

Уларҙан һуң килгән быуын – етмешенсе йылдар шоңҡарсыларының алып барыусыһы Рәмил Йәнбәк бер-бер артлы Зөһрә Ҡотлогилдина, Сабир Шәрипов, Таңсулпан Ғарипова, Рәсимә Ураҡсина, Тамара Искәндәриә, Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина, Ринат Камалға һүҙ бирҙе.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина етәкселегендә сәхнәгә күтәрелгән төркөмдәге Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлназ Ҡотоева, Мөнир Ҡунафиндың сығыштары ла ихлас алҡыштарға күмелде. Дүртенсе төркөм – «Шоңҡар»ҙың хәҙерге ағзалары. Улар араһында өмөтлө йәш ижадсылар байтаҡ. Зарина Бағышаева менән Урания Вахитова ана шундайҙарҙан.

Әҙәби ижад берекмәһе етәксеһе, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипованың хеҙмәте киләсәккә ҙур өмөттәр уята.

***

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының ҙур сәхнәһендә «Аҡ ҡар балҡышы» тип исемләнгән шиғыр һәм йыр байрамы булып уҙҙы. Уны БР Яҙыусылар союзының урындағы ойошмаһы менән ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ойошторғайны.

Байрамды инеш һүҙ менән Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Хәмит Ирғәлин асты. Артабан шағирҙар Рәмил Йәнбәк (Өфө), Земфира Муллағәлиева, Рәсим Шәфи-Рәхмәт, Вера Витека, Андрей Ефремов, Римма Ғәлимова, Эльмира Сәсәнбаева, Рита Фәтҡуллина (бөтәһе лә  Стәрлетамаҡ), шулай уҡ Мөҙәрис Багаев менән Сибәғәт Рахманғолов (Ишембай), Тимер Ниәтшин менән менән Рәзилә Ҡотлогилдина (Мәләүез) сығыш яһаны. Үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының концерт номерҙары ла байрамға йәм өҫтәне.

***

Мәләүез ҡала китапханаһында йыр - моң оҙатыуында  прозаик Сәлмән Яҡуповтың юбилей кисәһе уҙҙы. Юбилярҙы «Ағиҙел» журналы исеменән шағир Фәнил Күзбәков, ҡәләмдәштәре Тимер Ниәтшин, Мәрйәм Күсмәева, Юнир Кинйәбаев, «Мәләүез таңдары» әҙәби берекмәһе ағзалары, урындағы ойошмалар исеменән Ю.Ғ. Аҙнағолов һ.б. ҡотланы, ихлас теләктәрен еткерҙе.

***

Ишембай ҡалаһының 11-се (директоры Н.В. Михеева), Этҡол ауылының дөйөм урта белем биреү (директоры Д.С. Баһауетдинов) мәктәптәрендә шағир, әҙәби тәнҡитсе Фәнил Күзбәков уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, юғары синыф уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәрҙе. Әңгәмәләр «Ағиҙел»гә яҙылыу, әҙәбиәт, туған телде уҡытыу проблемаларына арналды.

***

 Шағирҙар Мөхәммәт Закиров менән Рәмил Йәнбәк Асҡын, Ҡариҙел райондарында ижади осрашыуҙар үткәреп ҡайтты. Асҡындағы 1-се, 2-се мәктәптәрҙә, 96-сы һөнәрселек училищеһында, Кубияҙ ауылында улар уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдында шиғырҙар уҡыны, һорауҙарға яуап бирҙе, «Ағиҙел» журналы хаҡында һөйләне, уға әүҙем яҙылырға саҡырҙы.

Ҡариҙел районы үҙәгендәге 2-се мәктәптә, Хәлил, Иҫке Аҡбүләк ауылдарында ла әҙиптәрҙең сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Был яҡтарҙа «Ағиҙел»дең дуҫтары артасағына шик юҡ.