Февраль 2013
Хәлил Һөйөндөков
Хикәйә
– Эх, Барый дуҫ, – тине хирург Хәсән Хөрмәтович, – элегерәк алып килгән булһаң, һис шикһеҙ ҡотҡарып ҡалған булыр инем. Хәҙер инде …уколдар ғына яҙып бирә алам.
Өмөтһөҙ сир тураһындағы мәғлүмәтте ауырыуҙың туғандарына хәбәр итеү хирургҡа, ай-һай, еңелдән түгел. Ана, ҡайғылы хәбәрҙе үҙенең балалыҡ дуҫы Барыйға еткерергә мәжбүр бөгөн. Барый – хәҙрәт, Хәсәндең синыфташы, Бохаралағы дини мәҙрәсәлә уҡыны, хәҙер райондың имам-мөхтәсибе. Абыстайы ныҡлап сирләп киткәс, уны дауаханаға алып килгәйне.
– Был харам нәмәне ауыҙға алған өсөн ғәфү ит, хәҙрәт, – тине Хәсән бер аҙҙан, өҫтәлдә ятҡан тәмәкеһенең ҡабын аса-аса. – Яман ғәҙәт... Ни өсөндөр, Ғәшүрәнең сирләүендә үҙемде лә ғәйепле тоям...
Артабан уҡырға
Февраль 2013
Зифа Ҡадирова
повесть
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Ниндәй һөйөнөс: Сөмбөлдөң өләсәһе ҡунаҡҡа килгән! Ул күрше ауылда кесе улы менән киленендә йәшәй, йәй көндәре Сөмбөлдәргә лә килгеләй. Ҡыҙыҡай уның менән эс серҙәрен һөйләшергә ярата, сөнки өләсәһе ҡыҙыҡһынып тыңлай белә, етмәһә, бер ҡасан да асыуланмай. Сөмбөлдөң һөйләр һүҙҙәре күп йыйылғайны. Ул өләсәһен ҡосаҡлап алды ла:
– Өләсәй, өләсәйем, мин шундай сибәр егет менән таныштым. Өләсәй, һин уны күрһәң ине: оҙон буйлы, күк күҙле, ҡуңыр сәсле. Шундай сибәр, бер ҙә беҙҙең ауыл егеттәренә оҡшамаған, – тип бармаҡтарын бөкләп һанап китте. – Ә йылмайһа, йылмайһамы – баштарым әйләнеп китә!
Артабан уҡырға
Январь 2013
Әҙәби-мәҙәни мөхит
* * *
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында күренекле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йомабикә Ильясованың «Мин донъяға тик яратып бағам» тип исемләнгән юбилей кисәһе булды.
Шағирәне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов, Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Гөлфиә Юнысова, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары, журналда бергә эшләүселәр ҡотланы.
Артабан уҡырға
Январь 2013
«Ағиҙел»гә хаттар килә
Борай, Балтас һәм Мишкә райондары биләмәләре киҫешкән урында Иҫке Ҡарағош исемле, тарихы бер нисә быуатты үҙ эсенә алған башҡорт ауылы бар. Ҡасандыр ул Бөрө өйәҙе Ҡыр-Унлар олоҫоноң үҙәге һаналып, уға 29 ауыл буйһонған. Иҫке Ҡарағошҡа ҡасан нигеҙ һалынғаны билдәһеҙ, ләкин БР Үҙәк дәүләт тарих архивында табылған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 1742 йылдың 1 октябрендә ауыл башҡорттарының үҙ биләмәләренә Ҡазан губернаһынан алты татар ғаиләһенә күсеп ултырырға рөхсәт бирә.
Артабан уҡырға
Январь 2013
Венер Сәхәүетдинов
Бер нисә тиҫтә миллион ғүмерҙе алып киткән Бөйөк Ватан һуғышы барлыҡ совет ғаиләләренең дә тормошона ҡара ҡайғы алып килгән кеүек, минең бәләкәй генә тыуған ауылыма ла ҡағылды. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназияһы, ә ул саҡта 9-сы мәктәп милли кадрҙар әҙерләү үҙәгенә әүерелде. Республиканың ҡайһы ғына тармағын алма, шунда уҡып сыҡҡан кешеләр эшләп йөрөй. Бәхеткә күрә, ул мәктәптә мин дә бишенсе класта бер йыл уҡып ҡалдым. Ә әсәйем тәрбиәсе булып эшләне. Ошо яҙмамдың төп геройы, ғаиләлә иң өлкән бала булараҡ, туғандарын аслыҡтан ҡотҡарған Мулләхмәт Аллағужин да ошо 9-сы мәктәптә белем алды.
Артабан уҡырға
Январь 2013
Рауил Бикбаев
 |
Барлыҡ замандарҙан өҫтөн,
Бар йәмдән ғәзиз йәме –
Әле баҫып торған ерем,
Әле осоп барған күгем,
Әле йәшәгән мәлем.
Йәнем донъяға тик был мәл,
Был ер аша тоташа.
|
Артабан уҡырға
Январь 2013
Тәлғәт Шаһманов
Тарихи-документаль очерк
Аяғы һыҙлап, йоҡо алмағас, Усман таңға тиклем һуҡыр шәм яҡтыһында яҙышып ултырҙы. Ырымбур баҙарынан алып ҡайтҡан ҡара һауыты менән ҡаурыйын ҡәҙерләп кенә ѳҫтәлдән ситкә, тәҙрә тѳбѳнә, алып ҡуйҙы ла мѳйѳштәге һандыҡ янына килеп, ипләп кенә уның ҡапҡасын асты. Билдәле урынға, китап, ҡулъяҙмалар араһына, йәшереп тигәндәй һалып ҡуйған бер ҡағыҙҙы ҡулына алды. Боронғо бабаһы – Тамъян ырыуы бейе Шағәле Шаҡмандың Рус дәүләте батшаһы Иван Грозный, йәғни аҡ батша биргән «Жалованная грамота» ине ул. Икенсе тѳрлѳ уны башҡорттар «ярлыҡаш» тип тә йѳрѳткән. Был үтә ҡиммәтле лә, ҡәҙерле лә ҡомартҡыны Усман Мѳхәмәтғариф улы күрше Мәмбәтҡол ауылындағы туғаны Ғәбиҙулла Мәмбәтҡоловтан алып ҡайтҡайны. XVI быуат урталарында яҙылған әлеге документ, бер уйлаһаң, бик күп дәүер-быуаттар аша бѳгѳнгәсә килеп еткән бит. Заманында ул «Жалованная грамота» кемдәрҙең ҡулы аша ғына үтмәгән дә ҡайҙарҙа ғына булмаған! Ни мѳғжизә менәндер хәҙер Усмандың ҡулына килеп эләкте.
Артабан уҡырға
Январь 2013
Рәмилә Аллаярова
(Ғәзим Аллаяровтың тыуыуына – 100 йыл)
Ғәзим Закир улы Аллаяров әҙәбиәткә оло тормош тәжрибәһе туплап килгән яҙыусыларҙың береһе ине. Ул 1913 йылдың 1 ғинуарында Учалы районының Ураҙ ауылында тыуған. 15 йәшенән комсомол сафына инә, колхоздар ойоштороуҙа актив ҡатнаша. 1933 – 1934 йылдарҙа Стәрлетамаҡ совет-партия мәктәбен тамамлағас, Учалы МТС-ы политбүлегендә эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Ғәзим Аллаяров Ҡыйғы район газетаһында редактор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Дүрт йыл фронтта була, япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша.
Артабан уҡырға