Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Август 2012

Олеся Әхмәтрәхимова

Йомро-йомро йомғағым...

Йомғаҡ тураһында һөйләй нәнәйем,

Тағы ҡабатлатам,

Имеш, белмәйем.

 

Тамам төшөнгәс йомғаҡтың бар юлын,

Һандыҡҡа үрелде

Минең уң ҡулым.

 

Артабан уҡырға


Август 2012

Алмас Шаммасов

Быуаттар «аһ»ы

«Хушығыҙ, дуҫтарым!»

А.С.Пушкиндың үлер алдынан

эш бүлмәһендәге китаптарына

әйткән һуңғы һүҙҙәре

 

Пушкин ағай, мин бөгөн һеҙҙә ҡунаҡта булдым.

Бына, ниһайәт, төштө юлым

Һеҙ йәшәгән, һеҙ йән биргән йортҡа:

Әйтерһең дә, моңло гөлбаҡсаға ҡундым,

Мин – бер ҡошо башҡортомдоң.

 

Артабан уҡырға


Август 2012

Айгөл Айытҡолова

Һинһеҙ йәшәгәнмен

Күпме ғүмер уҙған һинһеҙ йәшәп,

Йәшлек инде, ана, йыраҡта...

Һинһеҙ атҡан күпме алһыу таңдар,

Һинһеҙ икән нисек йыр аҡҡан?..

 

Бөрөләнгән һинһеҙ умырзая,

Һинһеҙ яуған көмөш ямғырҙар...

Сит-яттарға нисек йырҙар арнап

Йәшнәгәнмен йәшлек-яҙҙарҙа...

 

Артабан уҡырға


Август 2012

Рамаҙан Өмөтбаев

Ирәндектең күкһел томаны

РОМАН

Беренсе бүлек

Абдрахман Игебаевтың ГПУ тарафынан ҡулға алыныу хәбәре Ялан ауылында йәшен тиҙлеге менән таралып өлгөрҙө. Был йән тетрәткес яңылыҡ ауылдаштар араһында әллә ни саҡлы фараз тыуҙырҙы. Берәүҙәр Абдрахманды ысын күңелдән йәлләһә, икенселәре был хәбәргә асыҡтан-асыҡ кинәнес белдерҙе. Ә өсөнсөләре, урттарына һыу уртлағандай, үҙ мөнәсәбәттәрен бер нисек тә белдермәй, битарафлыҡ күрһәтте. Кинәт килеп сыҡҡан был ваҡиға ошоға тиклем һәүетемсә, үҙ яйына ғына йәшәп ятҡан Яланды әллә нисә төркөмгә бүлде. Бына шул саҡта беленде лә инде кемдең кем икәне. Был хәл-ваҡиға тураһындағы хәбәр Ҡыҙыл һыуының ағышына ғына түгел, уның үр яғына ла таралды. Бер уйлаһаң, мәҙәк һымаҡ: телефон бәйләнеше юҡ, бер  кем хат та  яҙмаған, ә,  тоноҡ һыуға таш ташлағанда  барлыҡҡа килгән бихисап түңәрәктәр кеүек, хәбәр бөтә Нәмәс төбәге ауылдарын да урап сыҡты. Ауылдар борон-борондан шул рәүешле йәшәй инде ул: бер ерҙә ҡапыл яңылыҡ ҡалҡып сыға ла, ялан үрте шикелле, тиҙ генә тирә-яҡҡа таралып китә.

Артабан уҡырға


Август 2012

Рауил Өмөтбаев

Аманатҡа юҡ ул хыянат

Атайым ғүмере буйы тыуған төйәгенең тарихын яҙҙы. Бөйөктәрҙән кемдер «Ҡулъяҙмалар бер ҡасан да янмай» тигән хикмәтле һынамыш әйтеп ҡалдырған. Был дөрөҫтөр, күрәһең. Ҡалған ике ҡалын ғына папкаға, ундағы ҡулъяҙмаларға тотонорға баҙнат итмәй, ун өс йыл буйы өйөмдә һаҡланым. Яҙып бөтөлмәгән трилогияның өсөнсө өлөшө шунда ятҡанын  яҡшы белә инем. Атайым, тормошоноң һуңғы айҙарында әҫәре өҫтөндә бик көсөргәнешле эшләүенә ҡарамаҫтан, романын тамамлай алманы. Үҙем иһә яҙмаларына тотонорға ниңәлер баҙнат итмәнем. Әммә яҙмаларҙы архивҡа ла тапшырырға ҡул барманы...

Шулай, атайым, Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы, 1997 йылдың 24 авгусында был донъянан ҡапыл китеп, үҙенең күп кенә маҡсаттарын, үкенескә ҡаршы, тормошҡа ашыра алманы. Күп йылдар буйы ул үҙенең тыуған төйәге – Әлмөхәмәт ауылы тарихы тураһында яҙырға ниәтләнеп йөрөнө. Күпте үҙе лә күреп белә ине, күп нәмәләрҙе атаһынан, ҡарттарҙан ишетеп, күңелендә йөрөттө.

Артабан уҡырға


Август 2012

Рәмил Йәнбәк

«Бер мәлем дә, беләм, кире ҡайтмаҫ...»

Ялған хыял

Эңер төшә.

Ҡара ҡараңғылыҡ

Ҡанат йәйә ҡала өҫтөнә.

Бүтән донъя – төнгө урамдарҙа,

Бүтән тормош керә көсөнә.

 

Бер аҙ ҡырҡыу, әммә йәп-йәш тормош

Солғап ала төнгө клубты.

Мин, әйтерһең, – улар араһында,

Йыл-йәшемде, гүйә, оноттом.

 

Артабан уҡырға


Август 2012

Әнисә Таһирова

Асылыкүл

Асылыкүл, асылыңды

Асмағанмын.

Ләкин инде тоям ебәк

Тулҡын наҙын.

 

Ошо наҙҙан күңелемә

Һиллек яуа.

Был һиллектән күңел үҫә,

Ҡанатлана.

 

Артабан уҡырға


Август 2012

Сәғиҙулла Хафизов

Өйҙәш ҡатын

Повесть

1

Разия ишектән инеп килешлəй үк һөрəнлəне:

– Таптым, таптым! Әй, Сәфәр, һин ҡайҙа? Таптым даһа!

– Ысынлапмы? – Ауыҙына ҡапҡанды йоторға өлгөрмəгəн ир аш бүлмəһенән сығып, ҡатыны ҡаршыһына килеп баҫты. – Күпме тора? Нимəнән, ағастанмы, таштанмы? Урынын да оҡшаттыңмы?

Көләс Разия, өҫ-башын һала-һала, шаҡтай ҡысҡырып теҙеп китте:

– Йорт шыңғырлап торған ҡарағайҙан буралған, мунса ла ағастан, һап-һары. Ихатала – беседка. Баҙ ҙа бар, ҡоҙоғо ла. Үҙебеҙҙең баҡсала ҡул насосы эшләп ҡуйған инең бит. Нәҡ шуның кеүек ҡоҙоҡ…

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138