XIX быуаттың уҡырға-яҙырға һәләтле кешеләре, моғайын, Л. И. Добротворскийҙың «В глуши Башкирии» тигән очеркында башҡорт Вәлиҙең: «Урыҫ законы яҡшы, бик яҡшы, тик тәртип кенә юҡ» тигән фекеренә иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Ысынлап та, арабыҙҙа әле лә, быуат ярым ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ошондай һығымтаға килгән кешеләр аҙ түгел. Ә бит был фекер бөтөнләй башҡа шарттарҙа, күптән үткән тарихи дәүерҙә әйтелгән. Солох судьяһы булып эшләгән автор Өфө губернаторы Ипполит Щербитский менән аслыҡ йылды губернаның көнбайыш ауылдарында йөрөгәндә ишетә уны.
Март 2013
Рим Гәрәев
Һөнәрҙе тыуған ерендә тапты
Март 2013
Хәким ҒИЛӘЖЕВ
Һәйкәл ҡуйыр инем
![]() |
Йырлайһы ине, дуҫтар, шундай йырҙы, Йырҙарҙың да иң-иң матурын, Сулпан кеүек, беҙҙең һәр бер ҡыҙҙың Даны торһон ине яҡтырып.
Лайыҡ улар иң-иң гүзәл йырға, Мөхәббәттең иң-иң сафына, Һәйкәл ҡуйыр инем мин ҡыҙҙарға Уралтауҙың ҡыҙыл ташынан. |
Март 2013
Фәнил КҮЗБӘКОВ
Яугир шағир, ҡоласлы прозаик, алыштырғыһыҙ мөхәррир
(Хәким Ғиләжевтың тыуыуына – 90 йыл)
Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы Ғиләжев (1923 – 1997) – башҡорт художестволы әҙәбиәтенә генә түгел, ваҡытлы матбуғат үҫешенә лә тос өлөш индергән, иң оло хөрмәткә лайыҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Замандаштары уны илһөйәр, телһөйәр, сая рухлы, ҡырыҫлыҡ һирпелткән ғорур тәбиғәтле итеп һынландыра. Шиғриәтендә лә сағылыш тапҡан был сифаттар ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан яуға ингән быуынды ла тулыһынса тиерлек ҡылыҡһырлайҙыр һымаҡ. Ысынында ла шағир Хәким Ғиләжевтың:
... Эй-йе, миңә ун һигеҙ йәш ине, –
Иртә эйәр һалған тай кеүек,
Йәшлегемдең хозур сахраһына
Дыулап килеп керҙе яу көнө.
Март 2013
Әхмәт Мәхмүтов
Ҡыҫҡа жанр оҫтаһы
(Шакир Насировтың тыуыуына – 100 йыл)
Шакир Ғиниәт улы Насиров 1913 йылдың 6 мартында хәҙерге Ғафури районының Ибраһим ауылында тыуған. Башланғыс белемде үҙҙәренең ауыл мәктәбендә ала. 1929 – 1931 йылдарҙа Өфө сәнәғәт-иҡтисади техникумын тамамлай. Артабан уның журналистлыҡ эше башлана: «Башҡортостан» гәзите редакцияһында махсус хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. 1935 – 1937 йылдарҙа иһә Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.
1942 йылда Быҙаулыҡ хәрби училищеһын тамамлап, Башҡорт атлы дивизияһының фронт шарттарында сыҡҡан гәзитендә яуаплы секретарь, полк агитаторы булып эшләй. 1943 йылда яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән наградлана.
Март 2013
Миңлеғәли Нәҙерғолов
Тәүгеләрҙең береһе
(Прозаик Закир Һаҙиҙың тыуыуына – 150 йыл)
XIX быуат аҙағы – XX быуат башы башҡорт әҙәбиәте тарихына яңырыу осоро булып ингән. Нәҡ ошо осорҙа быуаттар һуҙымында ҡатнаш-синкретик рәүештә йәшәп килгән художестволы проза айырым әҙәби төр булараҡ үҫеү юлына баҫа, хикәйә, нәҫер, повесть жанрҙарында тәүге әҫәрҙәр донъя күрә башлай. Нәфис проза өлкәһендә беренселәрҙән булып ҡәләм тирбәтеүсе Риза Фәхретдинов, Мәжит Ғафури, Әхнәф Танғатаров, Фәтхелҡадир Сөләймәнов, Һаҙи Сәғҙи, Зыя Өммәти, Әхкәметдин Иҫәнбирҙин, Вәсим Солтанов, Кәбир Туйкин, Фәйзи Вәлиев, Афзал Таһиров, Ғәли Рафиҡиҙар сафында үҙенсәлекле әҫәрҙәр авторы Закир Һаҙи ҙа була.
Март 2013
Нәфис әҙәбиәт: хыял, ысынбарлыҡ, тормош талабы
Алдынғы әҙәбиәт – йәмғиәттәге ҡараштар сағылышы
Ярты йыл һуҙымында дауам иткән әңгәмәләрҙән аңлашылыуынса, нәфис әҙәбиәтебеҙ халҡыбыҙҙың бөгөнгөһөн барса жанрҙарҙа ла художестволы алымдар, сағыу образдар аша күрһәтә килә, үткәнде байҡап, һабаҡ алырға саҡыра, киләсәкте фаразлап, йүнәлештәрҙе билдәләй. Табыштар ҙа юҡ түгел. Башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел, халҡының да визиткаһына әйләнгән Мостай Кәрим ҡәләмдәштәренә, милләтенә «түп-түңәрәк ер, сатнамаған ҡояш» ҡалдырҙы. Ғайса Хөсәйенов «Әҙәбиәт теорияһы»н (Өфө, 2010) яңыртты. Нәжиб Асанбаев Зәки Вәлидиҙең ҡатмарлы образын сәхнәгә сығарҙы. Әмир Әминев, милләт яҙмышына бәйле борсолоп, ерһеҙ («Ҡытай-город»), нигеҙһеҙ («Йондоҙ сәскә»), хәтерһеҙ, рухһыҙ («Танкист») ҡала барыуыбыҙ хаҡында саң һуға. Факиһа Туғыҙбаева ил инәһе ролендәге бүре менән бергә үкһей...
Март 2013
Рауил Бикбаев
Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер...
1.01.2000. Шәмбе.
Бисмилларахманрахим! Бына, ниһайәт, ҡағыҙ битенә «2000 йыл» тигән һүҙҙәрҙе тәүге тапҡыр яҙҙым. Күктән йәки хыялдан алып түгел, ҡайҙандыр күсереп түгел, ә үҙемдең яҙмышымдан, үҙемдең ваҡытым ағышынан сығып яҙҙым. Йә, хоҙай! «Ике мең йыл» тигән ваҡытҡа ла килеп еттек. Малай саҡтарҙа «2000» тигән дәүер хыялда ла барып етә алмаҫлыҡ серле донъя ине.
Март 2013
Зөһрә Сафина
Аҡ нур
Ауыр ҡара пәрҙәләрҙән
Һарҡылып инде аҡ нур.
Ҡара төндән ал таң матур,
Ал таңдарҙан көн матур.
Өйрәнелгән һуҡыр тормош
Элә ҡара пәрҙәһен,
Аҙаштыра бирә әле
Кешеләр күңелдәрен.
123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152