Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Апрель 2017

Таңсулпан Ғарипова

Ап-аҡ ҡарҙар яуһын, яуһын әле

Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләгән сағым. 1996 йыл. Ниһайәт, ойош­ма үҙенең офисын – ижадсы халыҡ­тың йыйылып һөйләшер, кәңәш­ләшер урынын – булдырҙы. Урал аръяғы яҙыу­сылар ойошмаһы биш ҙур районды берләш­тергәс, әҙәби консультант берә­меген юллау ихтыяжы алға баҫты. Үте­несте кире ҡаҡманылар. Инде эшләр­гә, ең һыҙғанып, ҡолас йәйеп эшләргә! Ижадсының бурысы, миңә ҡалһа, үҙе ижад итеү генә түгел, үҙеңдән һуң алмаш әҙерләү ҙә. Сибайға, муниципаль телевидениела башҡорт редакцияһы ойошто­рорға мине ул саҡтағы ҡала хакимиәте башлығы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәр­мөхәмәтов 1995 йылдың көҙөндә саҡы­рып алғайны. Ул саҡта инде ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә башҡорт теле, ин­шалла, уҡытыла ине.

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Самат Мөхәмәтйәнов

Ниңә, Юлай, улай иртә киттең?

Өфөгә Сибайҙан төнгө өстә ҡайтырға сыҡтыҡ. Көҙ менән ҡыш араһында була торған күңелһеҙ көндәрҙең береһе башланырға ғына торған мәл. Ер туңырға әҙерләнгән, әммә ҡарҙан һуғылған юрғанына әле төрөнмәгән. Салауат менән мин алда ултырам, ә Кәрим менән Шамил артта урын алған. Ҡаланың Таусылар урамын үттек тә, көнсығышҡа ҡарай юл тоттоҡ. Кескәй генә ҡар бөртөктәре тәҙрәгә һуғылырға ниәтләнә лә, ҡапыл йә ситкә, йә өҫкә оса. Мин уларҙы ниңәлер баҡыйлыҡҡа киткән кешеләрҙең йәндәре һымаҡ ҡабул итәм.
Күңелдәрҙә бушлыҡ, йөрәктәрҙә 

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Гөлфиә Юнысова

“Телевидение – ғүмерлек мөхәббәтем”

Шәүрә Ғилманова...
Был исем Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәйҙең Татарстан, Ырымбур, Силәбе, Курган, Себер, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек төбәктәренең телевизор ҡараусылары өсөн дә киң билдәле. 1978 йылдан бирле тәүҙә Башҡортостан радиоһында, унан һуң телевидениела төрлө ижади вазифалар һәм уларҙан башҡа һанап бөтөргөһөҙ йәмәғәтселек эштәре... Хәстәрлекле әсә (хәҙер инде өләсәй ҙә), изгелекле апай, һеңле булараҡ мәшәҡәттәр... Шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт йыйнаҡ, һылыу, мөләйем ҡатын булып та ҡалырға кәрәк. Сөнки бар тормошоң бөтә республиканың күҙ алдында. Биләгән вазифалар

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Әлнисә Алдырханова

Мәкер

Мажаралы хикәйә

1
Поезд Магнит ҡалаһына еткәс, Бибинур ҡыҙы менән һауа алыштырырға сыҡтылар. Гөлнур әсәһенә киоск янында көтөргә ҡушты ла үҙе нимәлер мыңғырҙап вокзалға йүгерҙе. Ҡыҙының хәбәренең айышына төшөнмәгән Бибинур баҫҡан еренән бер аҙым да ҡуҙғалмай поезд янында мәж килгән халыҡты күҙәтте. Баш әйләндергес ығы-зығы башланды. Кемдәрҙер тирҙәрен һөртә-һөртә, ҙур-ҙур сумкаларын һөйрәп, вагондарға ашыҡты, ҡайһылары таныштары, туғандары-яҡындарының ҡулын ҡыҫып, ҡосаҡлап оҙатты, кемдәрелер күҙ йәштәрен мөлдөрәтеп, моңһоу ғына хушлаштылар. 

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Әлиә САМАТОВА

Кәкүк

1
Кә-күк, кә-кү-үк... Бер, ике, өс, дүрт...
– Ҡәһәр һуҡҡыр ҡош! Тағы ла нәмәңте саҡырып ултыраһың, хаслыҡлы нәмә! Көш-ш-ш! Үҙеңә булһын барыһы ла, башың ҡороғор! Вәт йүнһеҙ, етмәһә, ауыл уртаһындағы ҡайынҡа ҡунып ҡаза саҡырып ултыра. Ашағаны таш булғыры! Көш-ш-ш...
Ҡәһәрләп ҡысҡырыуға тертләп китте Моталлап. Уның баш осонан ғына фыр-р-рлап осҡан таяҡ ағас олонона барып тейҙе. Маһиҙә апайҙың зәһәрле тауышы, үҙе соланына инеп киткәс тә, тынманы. Үҙенә табан осоп килгән таяҡтан ҡото алынған кәкүк тә тотлоға-тотлоға, тамағына таш тығылғандай йәмһеҙ өндәр сығарып, ҡайҙа һуғылырға белмәй, тау яғына ялтанды. 

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Мәхмүт ХУЖИН

Әруахтар ауазы

Роман

1
Боронғо донъя тарихы кафедраһы. Ҡасан ҡуйылғаны ла билдәһеҙ иҫке мебель: өҫтәлдәр, ултырғыстар, шкаф, тумбочка ... Стеналарҙа боронғо грек, фарсы, ҡытай, швед, урыҫ, немец ғалимдарының тарих саңы ҡунған һүрәттәре. Иҙәндәге линолеум да күп тапалыуҙан ашалып, урыны менән бетоны күренеп ята. Кафедраның исеме есеменә тап килһен өсөн шулай эшләнгән, тиерһең. Иҫке өҫтәл артында сал төшкән сәстәре ныҡ ҡына һирәгәйгән, һорғолт күҙҙәре ҡалын быяла артына ышыҡланған ҙур ҡолаҡтары тырпайыбыраҡ торған киң генә яурынлы олоғайып барыусы ир кеше яҙышып ултыра. Ҡараштары етди, йыйырсыҡтар телгеләгән маңлайы йыйырылған, ара-тирә ишетелгән

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Ғәфейә ҒАФАРОВА-БИШЕВА

Кәмәлек

Беренсе бәйән
ТИФТАН ЙӘШЕРЕЛГӘН ЛОҠМАНХӘКИМ
Тутыя ике бәләкәс бала ҡарай. Килене эштән ҡайтып, әҙерәк сабыйҙарҙан бушаһа, намаҙҙарын үтәп, ете төн уртаһына тиклем теләктә ултыра. Лоҡманхәкиме тереме, юҡмы икәнен белмәй, уға һәм Ғәбделхәлиленә ғүмер, барыһына ла һаулыҡ, ғүмер, донъяларға тыныслыҡ теләй. Ошо теләктәр етептер инде, Хәлилгә һуғышта һалдаттар хайран ҡала: хатты алып барып килгәнсе, шинеленең итәге иләк кеүек була, тик һис бер ере яраланмай часҡа ҡайтып етә.

Артабан уҡырға


Май 2017

Рауил Бикбаев

Вахталағы шағир

1. Сирек быуат элек 
Әле мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ Хисмәт Юлдашев мине Өфөлә эҙләп тапҡайны. Аралар алыҫ тип тормаған, әллә ҡайҙағы Туҡ буйҙарынан яҙғы каникул ваҡытында яҡташын эҙләп килеп еткән. Юғары класта уҡып йөрөгәндер, таҙа, матур егет булып үҫеп еткәйне. Спорт ярыштарында еңәм тип тә һөйләгәйне. Был хаҡта әйтмәһә лә, көс-ғәйрәте кәүҙәһенән, буй-һынынан, үҙен тотошонан күренеп тора ине.
Килеп инеү менән үк яңы танышым әҙәбиәт тураһында һүҙ башланы, үҙенең байтаҡ шиғырҙарын яттан һөйләне. Бигерәк тә “Шаһиҙәм” тигәне хәтерҙә. Мин уны Есениндың Шаганэһе

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152