Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 2013

Мөнир Иҡсанов

Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә сонет жанры

Сонет – ҡалыплашҡан шиғри форма: 14 юлдан тора. Строфалар ике   дүрт юллыҡҡа (катрендарға) һәм ике өс юллыҡҡа (терцетҡа) бүленә. Шиғыр шулай уҡ өс катрендан һәм ике юллыҡтан да торорға мөмкин. Сонетта, ғәҙәттә, катрендарҙың ике рифманан, ә терцеттарҙың ике йәки өс рифманан ҡоролоуы шарт. Рифмаларҙың урынлашыу ысулына ҡарап, сонеттарҙы төрлө формаларға бүлеп йөрөтәләр. Уларҙың ике төрө киң таралған. Тәүгеһе – итальян форма: рифмаларҙың схемаһы аbаb аbаb сdc dcd (cde cde) рәүешендә килә. Сонеттың француз төрөндә рифмалар катрендарҙа ҡаймаланып килеүе һәм терцеттарҙа өс рифма булыуы менән айырыла: abba abba cce dde. Бынан тыш, инглиз формаһы йәки Шекспир сонеты ла ярайһы уҡ киң таралған. Унда рифмалар һаны арта төшә: abab cdcd efef gg1. Сонет жанры рус әҙәбиәтендә XVIII быуатта уҡ тамыр йәйеп, традицион жанрға әүерелгән. А. Пушкин,           Ю. Лермонтов, XX быуат башында ижад иткән шағирҙар ижадында рус сонеты яңы үҫеш алған. 

Артабан уҡырға


Январь 2013

Нияз Алсынбаев

Ил сигендә йәшәгән ҡарттың аты юғалды...

Хикәйә

Район мәғариф бүлегенә ике путевка килде. Италияға. Бушлай. Өс аҙнаға. Халыҡ-ара балалар лагерында ял итеп ҡайтыу өсөн. Берәүһен прокурор ҡыҙына тәғәйенләнеләр. Сөнки 13 йәшлек балаға уҙған йыл аҙағында йөрәгенә операция яһағайнылар, реабилитация курсын дауам итергә кәрәк, тип таптылар. Икенсеһен урман төпкөлөндә ятҡан Һаҡмарбай урта мәктәбенән Фәғилә Һамарова тигән етемгә бирергә булдылар. Яҡшы өлгәшә, моңло йырлай, былтыр республика кимәлендә уҙған олимпиадала еңеп сыҡты. Әсәһе бынан бер нисә йыл элек вафат булған. Атаһы төрмәлә. Был фани донъялыҡта меҫкенкәй тағы ниндәй генә рәхәтлек күргән тиһең.

Артабан уҡырға


Январь 2013

Мәхмүт Хужин

Яттар мөһөрө

Хикәйә

 

Йәшел «Жигули» сираттағы боролманы үтеү менән, уң яҡлап бейек кенә ҡалҡыулыҡтар теҙмәһе күҙгә салынды. Ямғыр был яҡта мул яуған, күрәһең: ҡалҡыулыҡтар битләп үҫкән һарғылт-йәшел ҡылған шул тиклем ҡуйы, алыҫтан уҡ күҙгә ташланып, иртәнге талғын елдә диңгеҙ тулҡындарына оҡшап китә. Офоҡта улар зәңгәр күк менән ҡушылып, ғәжәйеп дәрәжәлә һоҡланғыс пейзаж барлыҡҡа килтерә. Тәбиғи матурлыҡты күрә-тоя белгән күңел өсөн шундайын сихри күренеш, – моғайын, уны сәғәттәр буйы күҙәтеүҙән дә ялҡмаҫһың. Талғын ел йәйҙең тиҫтәләрсә, бәлки, йөҙҙәрсәлер үҙенә генә хас төҫ-еҫкә бай энергияһын ошо ҡылғанлы ҡалҡыулыҡ аша ҡайҙалыр йыраҡтарға алып китә. Ә бит бындай ҡабатланмаҫ иртәләр йәйҙәрен генә була. Ғүмер иртәһе кеүек.

Артабан уҡырға


Январь 2013

Сәүиә Бикмөхәмәтова

Сәфәртуй яланы

Хикәйә

«Сәфәрбикә». Инглиз телендә яҙылған ошо ник аҫтында ҡыҙыҡ ҡына бер статус тора: «Every person has his own field Safartuy» («Һәр кешенең үҙ Сәфәртуй яланы бар»). Ник аҫтында яҙышҡан кеше үҙенең йәшен (22 йәш) һәм итальянка икәнен генә белдергән, бүтән бер мәғлүмәт тә юҡ.

Осраҡлы ғына был биткә килеп юлыҡҡан Илһам, ошо статусты күреп, быуар йылан алдына килеп сыҡҡан ҡуяндай, ни алға, ни артҡа бара алмай туҡтап ҡалды. Әйтерһең дә, икһеҙ-сикһеҙ Интернет донъяһының ошо нөктәһе, ғалимдар йыһанда барлығын иҫбат иткән «ҡара тишек» кеүек, йәш ирҙең бөтә иғтибарын, ихтыяр көсөн үҙенә һурып алды, гипнозланы, сихырланы. Илһам, мейеһенең хәтер өсөн яуап биргән бөтә күҙәнәктәрен эшкә егеп, ниндәйҙер мөһим төшөнсәне күҙ алдына килтерергә тырышты..

Артабан уҡырға


Январь 2013

Тәскирә Даянова

Фәрештәм минең

Хикәйә

– Тағы ла ҡал... бер аҙнаға?

– Һин нимә? Былай ҙа оҙаҡ йөрөлдө. Йә эштән сығарып ташларҙар.

– Иҫең дә китмәһен. Миндә йәшә лә ҡуй, тип әйтмәйемме ни? Өйҙә ултырғың килмәһә, «һә» тигәнсе эш табам.

– Магазиндамы? Сауҙа эшен енем һөймәй, йәнем тартмай. Унан килеп, гел һинең күҙеңә генә ҡарап торайыммы һуң?

– Мин һиңә ситме инде?

 Студент йылдарында бергә йәшәп, бер табаҡтан ашап, бер эскәмйәлә лекциялар тыңлаған әхирәтем Fәлимә менән бер үк мәсьәләгә нисәнсе тапҡыр әйләнеп ҡайтабыҙ. Уртаҡ фекергә килә алмай, йәнә туҡтап ҡалабыҙ.

Артабан уҡырға


Январь 2013

Риф Мифтахов

Беҙ – һуғыш балалары.

Мөғжизәләр

Булһа икән күрер күҙлегем,

Бар нәмәне аңлар һүҙлегем.

Сәфәр сығып, хатта бер үҙем

Урап ҡайтыр инем ер йөҙөн.

 

Хыялы ҙур өмөт-күңелдең,

Ә шулай ҙа мин бит күп күрҙем:

Мөғжизәле ғүмер кисерҙем –

Башҡортостан, һин бит бер үҙең, –

Артабан уҡырға


Январь 2013

Фәнил Күзбәков

Өҫтә – күк, аҫта – даръя...

***

Тормош сикһеҙ диңгеҙгә тиң –

Кем һуң сыҡҡан осона?!.

Бер тын тартыр тапсыҡ та юҡ

Йәнемә –

                  ҡошсоғома.

 

Өҫтә – күк,

                 аҫта – даръя,

Талпынған ҡайҙа ҡая?

Талпыныр ҡайҙа ҡая?

Өҫтә – күк,

                  аҫта – даръя!..

Артабан уҡырға


Январь 2013

Тамара Искәндәриә

Шишмәләр тынған мәлдә…

Рух көмбәҙе

Йыһан икән ҡалҡаны,

Меңәр йондоҙ ҡалҡҡаны:

Оло йөрәк – ысын ирҙең

Күкрәгендә ҡаҡҡаны.

 

Илем, тиеп ҡалҡыр ул,

Илем, тиеп балҡыр ул.

Йөрәгенең түрҙәрендә

Йөрөтөр гел халҡын ул.

 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143