Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ноябрь 2012

Дамир Шəрəфетдинов

Нәфис әҙәбиәт: хыял, ысынбарлыҡ, тормош талабы....

   Ижади бойондороҡһоҙлоҡ...

                                   Мәңгелек проблемамы?

(Дамир Шәрәфетдинов һәм Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай менән әңгәмә.)

1. Әҙәбиәт теге йәки был идеяға, йә иһә тотош идеологияға битараф була аламы? Ниндәйҙер идеологияға хеҙмәт итеү бер яҡлылыҡҡа алып килмәйме?

Дамир Шәрәфетдинов:

– Әҙәбиәт ғүмер баҡый идеология ҡоралы булып килгән. Һәр илдә лә, һәр халыҡта ла. Шуға ярашлы шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы йә аҫҡандар, йә күккә күтәргәндәр, йә иһә, әллә ни йоғонтоһо юҡ, тип, иҫәпкә лә алмағандар. Күп тираж менән күмәк халыҡ аңына ниндәйҙер йоғонто яһаусы һәр нәмә лә – идеология ҡоралы ул. Ләкин идеологияның төрлөһө бар: милли, дәүләттеке, халыҡ-ара, рухи һ. б. Мәҫәлән, Нобель премияһын яҙыусыларға биргәндә нимәнән сығып ҡарайҙар: уның әҫәрҙәренең сәйәси һөҙөмтәһенәме, әллә художество кимәленәме? Икенсеһе булһа, уның комиссияһында булған һәр кем дә донъялағы бөтә телде лә белергә тейеш булып сыға түгелме? Шунһыҙ бит әҫәрҙең художество кимәлен билдәләп булмаясаҡ!

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Гөлфирә Гәрәева

Хәҙерге прозала дин әһеле образы

Сәйәхетдиндең мәсет манараһын киҫеп ырғытыуы Шәфиғулла бабай өсөн иң ауыр яза була. Үҙен күпме ыҙалатһа ла, ул Сәйәхетдинен һис бер яманламай, зарланмай, түҙеп йәшәй. Әммә изге йортҡа ҡул күтәргәнен ҡарт күтәрә алмай, Хоҙай алдында улы ҡылған ҡот осҡос енәйәт өсөн ҡайғырыуҙан уның күҙҙәре һуҡырая. Тома һуҡыр, яҡлаусыһыҙ, кеше ярҙамына мохтаж Шәфиғулла бабайға күршеләге йәш ҡыҙҙар Зәйтүнә, Сәрүәрә таяныс булалар. Сәйәхетдин өйҙә саҡта тар ғына үҙ бүлмәһенән сығырға ла ҡурҡҡан Шәфиғулла бабай намаҙ уҡыр алдынан тәһәрәт алыу тәртибен “үҙенсә” башҡара: алдына бүрек ҡуйып, шундағы һыу менән “йыуына”. Был ғибрәтле хәлде күргән Зәйтүнәгә бабай былай тип аңлата: “Мине күрһә, ене ҡотора бит, аҡыра ла баҡыра. Аптырама, Зәйтүнә ҡыҙым, һыуҙы күҙ алдына килтерәм дә йыуынғандай итәм, күңелем тыныслана. Хоҙайҙы түгел, үҙемде алдайым”.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Ғималетдин Яруллин

Зимагур

Повесть

 

Бер зимагур байып ҡайтҡан,

Ҡапҡа төбөнә ятҡан.         

Баш аҫтына таш ҡыҫтырып,

Өҫтөнә гәзит япҡан.

Ҡара көҙ. Көҙҙөң һуңғы көндәрен, ҡыш миҙгеленә күсергә әҙерләнгән мәлен, халыҡ ана шулай тип атай. Һәм уны юҡҡа ғына “ҡара” төшөнсәһе менән бәйләмәй. Сөнки көҙҙөң иң сирҡандырғыс, эс бошорғос мәле ул. Был ваҡытта сағыу зәңгәр күк көлһыу төҫкә инә. Һөттәй күпереп ағылған аҡ болоттар урынына күк сатырына ялбыр-йолбор, йәмһеҙ әләмдәр эленә. Ер өҫтөндәге барса илаһилыҡ тоноҡлана: әле генә йәшелгә, алтынға мансылып  ултырған  урмандар ҡарасҡыға әйләнә, аҡлан-ҡырҙар уларҙың ҡотһоҙ шәүләһен хәтерләтә. Хатта бөтә ғаләмгә баш ҡояштың да алһыулығы юйыла, көмөш тәңкә төҫөнә инә, йылыһы һүрәнләнә, яҡтыһы ла үҙ янынан бик үк китмәй. Ана шуға  таңы ла тиҙ генә ата алмай этләнә…Тәбиғәттең көйһөҙләнгән моңһоу мәле. Әлбиттә ул мәңге шулай көйһөҙләнеп тормаҫ. Ваҡыт үтеү менән аҡҡа төрөнөр, йәшеллеккә сумыр, хозурлыҡҡа сорналыр.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Гөлнур Яҡупова

Ҡатындар

Трилогия

Кесе йыһан – Оло йыһан

Өсөнсө китап

48   

Ә өйҙә Фатих менән мине һынау көтөп торған. Саҡ ойошҡан ғаиләгә тәүге имтихан. Икебеҙ ҙә ҡапылда ҡойолоп төштөк. Фатихты интернатураға саҡырып ҡағыҙ килгән. Уныһы – дипломлы медиктар өсөн  квалификация күтәреү  форсаты икән. Һәр кемгә лә эләкмәй, һайлап ҡына саҡыралар, ти,  һәләтлерәктәрҙе генә.

– Ниңә алдан  әйтмәнең? –  тип Фатихҡа төбәлдем. – Туй булмаҫ элгәре? – Үпкәләүемдән илар хәлдә инем.

– Беҙ бөтә курс менән тиерлек ғариза ҡалдырҙыҡ, интернатураға,  ғәҙәттә, бер-ике йыл эшләгәс саҡыралар. Миңә сығыр был йәрәбә, тип уйламағайным... Нуриям, борсолма, баш тартырға була бит, унда уҡыу мотлаҡ түгел,  теләгең булһа ғына.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Дауыт Амангилдин

«Уҡтар» циклы

Уҡтар

Мәскәү юлы. Ике яҡлап

Баҫтырыша ағастар.

Төпә-төҙҙәр. Ҡарағайҙар,

Ҡайындар, ҡарағастар.

 

Сеү! Ни күрәм: остарында

Ҡаурый-ҡаурый ҡанаттар!..

Ағас түгел, Аллаҡайым…–

Ергә ҡаҙалған уҡтар!

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Радик Хәкимйән

Тыуған илем

Һәр кешенең тыуған йорто була, 

Тамырҙары – тыуған  яғында, 

Тыуған йортом, тамырҙарым минең

Һиндә, Ҡыйғым, Әйҙең ярында!

Һәр кешенең тыуған ере була,

Тыуған иле була донъяла,

Башҡортостан – тыуған ерем, илем,

Күк Уралда балҡып нурлана.

Донъя гиҙҙем, күпме һыуҙар кистем,

Тик ҡайҙарҙа ғына булһам да,

Гел ашҡынып ҡайтам илкәйемә,

Тыуған нигеҙ, тыуған тупһама.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Йомабикә Ильясова

Ғаләмдәрҙә мәңгелек бер тәртип

Өмөт

Яндырырға була китаптарҙы,

Юҡ итергә рәссам һүрәтен,

Әммә бер нәмә лә юя алмай

Ижадсының бөйөк ҡөҙрәтен!

 

Илдәр менән илдәр һуғышалар,

Кеше менән кеше алыша,

Әммә яуызлыҡты еңеп була,

Һөйөү менән йөрәк тулышһа!

Артабан уҡырға


Октябрь 2012

Әҙәби-мәҙәни мөхит

«Туғанлыҡ» фестивале

«Туғанлыҡ» фестивале

Өфөлә V Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивале үтте. 

Ҡаланың Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда асылған сарала төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан килгән 17 театрҙың  парады, Конгресс-холда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы күрһәтелде.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138