Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Февраль 2013

Рауил Шаммас

«Көнөм нурһыҙ, йырһыҙ булмаҫ...»

 Эй, хәйерле иртәм минең!

Көн дә иртән шиғыр яҙам,

Бөгөн яҙа алманым.

Ә шулай ҙа был иртә лә

Шиғриәтһеҙ ҡалманы.

 

Эй, иртәм, тим, һин шиғырһыҙ

Көндө нисек башларһың?

Ниндәй аҫыл нурҙар менән

Түтәлдәрҙе ашларһың?


 

Артабан уҡырға


Февраль 2013

Нәжибә Әминева

Онотторалар

Эш, бала...

Йүгерәм,

Ҡайнап тора көн.

Һуң был йәшендә

Тыныс йәшәй кем?..

Балалар тип, йүгереп

Эшемдән ҡайтам.

Иртүк торам да

Һуң ғына ятам.

Эй, был балалар!..


Артабан уҡырға


Февраль 2013

Риф Әхмәҙиев

Урал алды ҡайындары

Урал алды ҡайындары

Үҙенә бер тамаша!

Тәлгәш-тәлгәш суҡтарына

Ҡарап күҙҙәр ҡамаша.

 

Бөтә нурын йыйған улар

Селләлә йәй айының –

Һәр суғынан балдар тама

Урталыҡ ҡайынының.

Артабан уҡырға


Февраль 2013

Хәлил Һөйөндөков

Ҡыҙғансыҡ

Хикәйә  

– Эх, Барый дуҫ, – тине хирург Хәсән Хөрмәтович, – элегерәк алып килгән булһаң, һис шикһеҙ ҡотҡарып ҡалған булыр инем. Хәҙер инде  …уколдар ғына яҙып бирә алам. 

Өмөтһөҙ сир тураһындағы мәғлүмәтте ауырыуҙың туғандарына хәбәр итеү хирургҡа, ай-һай, еңелдән түгел. Ана, ҡайғылы хәбәрҙе үҙенең балалыҡ дуҫы Барыйға еткерергә мәжбүр  бөгөн. Барый – хәҙрәт, Хәсәндең синыфташы, Бохаралағы дини мәҙрәсәлә уҡыны, хәҙер райондың имам-мөхтәсибе. Абыстайы ныҡлап сирләп киткәс, уны дауаханаға алып килгәйне. 

– Был харам нәмәне ауыҙға алған өсөн ғәфү ит, хәҙрәт, – тине Хәсән бер аҙҙан, өҫтәлдә ятҡан тәмәкеһенең ҡабын аса-аса. – Яман ғәҙәт... Ни өсөндөр, Ғәшүрәнең сирләүендә үҙемде лә ғәйепле тоям...

Артабан уҡырға


Февраль 2013

Зифа Ҡадирова

Һағынырһың – мин булмам.

повесть

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Ниндәй һөйөнөс: Сөмбөлдөң өләсәһе ҡунаҡҡа килгән! Ул күрше ауылда кесе улы менән киленендә йәшәй, йәй көндәре Сөмбөлдәргә лә килгеләй. Ҡыҙыҡай уның менән эс серҙәрен һөйләшергә ярата, сөнки өләсәһе ҡыҙыҡһынып тыңлай белә, етмәһә, бер ҡасан да асыуланмай. Сөмбөлдөң һөйләр һүҙҙәре күп йыйылғайны. Ул өләсәһен ҡосаҡлап алды ла:

– Өләсәй, өләсәйем, мин шундай сибәр егет менән таныштым. Өләсәй, һин уны күрһәң ине: оҙон буйлы, күк күҙле, ҡуңыр сәсле. Шундай сибәр, бер ҙә беҙҙең ауыл егеттәренә оҡшамаған, – тип бармаҡтарын бөкләп һанап китте. – Ә йылмайһа, йылмайһамы – баштарым әйләнеп китә!

Артабан уҡырға


Январь 2013

Әҙәби-мәҙәни мөхит

* * *

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында күренекле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йомабикә Ильясованың «Мин донъяға тик яратып бағам» тип исемләнгән  юбилей кисәһе булды.

Шағирәне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов, Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Гөлфиә Юнысова, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары, журналда бергә эшләүселәр ҡотланы.

Артабан уҡырға


Январь 2013

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Яҡташтарым менән ғорурланам

Борай, Балтас һәм Мишкә райондары биләмәләре киҫешкән урында Иҫке Ҡарағош исемле, тарихы бер нисә быуатты үҙ эсенә алған башҡорт ауылы бар. Ҡасандыр ул Бөрө өйәҙе Ҡыр-Унлар олоҫоноң үҙәге һаналып, уға 29 ауыл буйһонған. Иҫке Ҡарағошҡа ҡасан нигеҙ һалынғаны билдәһеҙ, ләкин БР Үҙәк дәүләт тарих архивында табылған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 1742 йылдың 1 октябрендә ауыл башҡорттарының үҙ биләмәләренә Ҡазан губернаһынан алты татар ғаиләһенә күсеп ултырырға рөхсәт бирә. 

Артабан уҡырға


Январь 2013

Венер Сәхәүетдинов

Мәғрифәтсе

Бер нисә тиҫтә миллион ғүмерҙе алып киткән Бөйөк Ватан һуғышы барлыҡ совет ғаиләләренең дә тормошона ҡара ҡайғы алып килгән кеүек, минең бәләкәй  генә тыуған ауылыма ла ҡағылды. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназияһы, ә ул саҡта 9-сы мәктәп милли кадрҙар әҙерләү үҙәгенә әүерелде. Республиканың ҡайһы ғына тармағын алма, шунда уҡып сыҡҡан кешеләр эшләп йөрөй. Бәхеткә күрә, ул мәктәптә мин дә бишенсе класта бер йыл уҡып ҡалдым. Ә әсәйем тәрбиәсе булып эшләне. Ошо яҙмамдың төп геройы, ғаиләлә иң өлкән бала  булараҡ, туғандарын аслыҡтан ҡотҡарған Мулләхмәт Аллағужин да ошо 9-сы мәктәптә белем алды.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143