Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Февраль 2013

Булат Иҙрисов

Атамаларға тарих һыйынған

Мейәс ҡала тимер юл станцияһындағы буфет кәштәләрендә шешәләргә ҡойолған ниндәй генә һыуҙар теҙелешеп ултырмай! Һыуһын ҡандырам тиһәң, ал йә әсеһен, йә сөсөһөн: Кавказ яғынан килгәндәре – «Архыз», «Ессентуки»;  Ҡурған өлкәһенән – «Шадринская»,  Мейәстең үҙендә тултырылғаны – «Ильменит», Янғантауҙан алдырылғаны – «Ҡорғаҙаҡ», Нөйәзепетровск яҡтарынан килгән «Куказар» исемлеһе лә бар. Исемдәре үк ер-һыу атамалары, топонимия  йүнәлешендәге һуҡмаҡҡа ылыҡтырырға ғына тора. Кавказ яғыныҡыларға ҡағылмай ғына, Уралыбыҙҙағы атамаларға туҡталайыҡ. Мәҫәлән, Ҡорғаҙаҡ, топонимия белгестәре фекеренсә, рч., лев. пр. Юрюзани в Салават. р-не. Источник, обладающий лечебными свойствами, используется в санатории «Янгантау». От ҡоро – «сухая», пересыхающая»,  древнебашк. «ғаҙаҡ – «речка», –  тип аңлата «Словари топонимов Баш. АССР», 93-сө бит (Өфө, «Китап» нәшриәте, 1980 й.).

Артабан уҡырға


Февраль 2013

Таңһылыу Ғәйнуллина

Бармағыңа аң килһә, һөнәреңә дан килер

Техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы Азат Сәлимйән улы Вәлиев менән осраҡлы рәүештә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты ойошторған күргәҙмәләр залында тап булыштыҡ. Был  көндәр технология факультеты етәксеһе А.С. Вәлиев өсөн үтә лә  мәшәҡәтле – уҡыу йортонда уҙғарыласаҡ оло сараға әҙерлек көндәре ине. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул  матурлыҡ, эшһөйәрлек донъяһы хаҡында буласаҡ әңгәмәгә ихлас ризалашты. Беҙҙең алдыбыҙҙа – ул етәкләгән факультеттың ижад емештәре булып теҙелеп киткән күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр. Милләтебеҙҙең кәсеп булып формалашҡан элекке сәнғәт төрҙәре яңы һулыш алып, Сибай институтының ҡотон, именлеген һаҡлаған кеүек, изгелек, әхлаҡи сафлыҡ символы булып яҡтыртты беҙҙең күңелдәрҙе. Оло ҡыҙыҡһыныу менән мин,  хәҙер кейеҙҙән кейем баҫалармы ни, тип һораным.

Артабан уҡырға


Февраль 2013

Фидаил Сафин

Аҡ һынлы алыптар нисек балыҡсы булып киткән?

Боронғо дәүерҙәргә ҡараш ташлағанда тарихсы-тикшеренеүсе күп ауырлыҡтарға осрай. Уны ҡыҙыҡһындырған осорҙа яҙма булған хәлдә – бик хуп.  Бында инде уйланырға нигеҙ бар, боронғо ата-бабаларыбыҙҙың уй-хыялдарын ниндәйҙер дәрәжәлә төҫмөрләргә, тарих һулышын  тойомларға мөмкин. Ә уларҙың береһе лә булмаһа? Әлбиттә, ҡомартҡыларҙы ҡаҙығанда һәм өйрәнгәндә, беҙ теге йәки был халыҡтың хужалыҡ, төҙөлөш эшмәкәрлеге, һөнәрселеге тураһында ысынбарлыҡты асыҡларға ярҙам иткән шаҡтай күп мәғлүмәт алабыҙ. Ҡәберлектәр, яндырылған йорттар беҙгә боронғо кешеләрҙең аяуһыҙ көрәше тураһында һөйләй. Ләкин кем кемгә ҡаршы һуғышҡан, был осорҙа ниндәй тарихи үҙгәрештәр барған – бөтәһе лә сер булып ҡала.

Артабан уҡырға


Февраль 2013

Дамир Күскилдин

Икеләтә «ышанысһыҙ» батша армияһы офицеры һәм большевик

1917 – 1920 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең береһе  Тәҡиулла Абдулханнан улы Алиев 1894 йылдың 14 июлендә Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙенең Яңы Зейәш ауылында донъяға килә. Атаһы 1901 йылға тиклем шул  ауылда мулла вазифаһын башҡара, мәҙрәсәлә яңыса уҡытыу яҡлы була. Ауылында урыҫ мәктәбе асылғас, Абдулханнан  өҫтөнән кемдер шикәйәт яҙа, һәм 1901 йылда суд приставы килеп, тентеү ойоштора ла  муллалыҡ «указ»ын алып китә. Бынан һуң Тәҡиулланың  атаһы крәҫтиән синыфына күсеп, дүрт улы һәм ҡыҙы менән  иртә таңдан кискә  тиклем иген игеп, мал аҫрап көн күрә.

Артабан уҡырға


Февраль 2013

Әмир Әминев

Дуҫымды юҡһыныу

(Юрий Андриановтың тыуыуына – 60 йыл)

Юрий Андрианов тигән шағирҙы башҡорт уҡыусыһы әҙип булараҡ бөтөнләй белмәй тиерлек. Үҙе байтаҡ башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын руссаға тәржемә итеп республика матбуғатында, төрлө йыйынтыҡтарҙа, альманахтарҙа, антологияларҙа баҫтырһа ла, бер нисә шәлкем, хатта бер нисә бөртөк шиғырын иҫәпләмәгәндә, үҙенекен башҡорт теленә ауҙарыусы булманы ла. Ул талантлы әҙип ине. Тәүҙә нәшриәт эшенә, ошо эшенә параллель рәүештә тәржемә хеҙмәтенә ныҡлап күмелеп, унан русса сыҡҡан «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡарып, ижады тәүҙәрәк икенсе планға күсте, үҙенең шиғырҙарын тәржемәләү эшен бөтөнләй ҙә хәстәрләмәне. 

Артабан уҡырға


Февраль 2013

Фәниә Гәрәева

Йылмайыуы мәңге күңелдә...

(Әмир Гәрәевтың тыуыуына – 85 йыл)

Беҙ, театр училищеһының 1952 йылғы сығарылыш студенттары, бөтәбеҙ ҙә театрға эләгә  алманыҡ. Һуғыш йылдарында уҡ һәм унан һуң да театрҙар ябыла торҙо. Сөнки улар хозрасчетта ултырҙы, үҙҙәрен аҫырай алманы. Һабаҡташтарым талантлы  ине. Күптәребеҙ район культура  йорттарына, хатта Алтай крайына художество етәксеһе итеп ебәрелде. Хәллерәктәр уҡыуҙарын дауам итте. Ә ҡайһыларыбыҙ китапханасы, балалар  баҡсаһында тәрбиәсе, хатта һатыусы булып эшләне. Нишләйһең, йәшәргә кәрәк бит. Шулай ҙа береһе ла юғалып ҡалманы. Беҙҙән һуң 1953 йылда һуңғы сығарылыш булды һәм училище оҙаҡ ваҡытҡа ябылды.

Артабан уҡырға


Февраль 2013

Әмир Әминев

Нәфис әҙәбиәт: хыял, ысынбарлыҡ, тормош талабы

 ТАЛАНТ  ТАЛАПТАН  ҠУРҠАМЫ?

(Әмир Әминев һәм Зәки Әлибаев менән әңгәмә)

– Журналыбыҙҙың юбилейы айҡанлы ойошторолған әңгәмәләрҙә, әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгө торошона бәйле, ҡәләмдәштәребеҙ иғтибарға алырҙай фекерҙәр әйтте. Баш мөхәррир үҙе, Әмир Мөхәмәт улы, әңгәмәләргә ҡағылышлы ниҙәр уйлай?

Әмир Әминев:

– Иң беренсе сиратта оло һөйләшеүгә ҡатнашҡан бар иптәштәргә лә рәхмәт әйткем килә: уларҙың һәр ҡайһыһы, был – журналдың ғына эше, тип  торманы, дөйөм әҙәбиәт эше тип ҡараны һәм бөгөнгө әҙәби процесты, уңыштарын барлау менән бергә, проблемаларын да күрһәтергә, асыҡларға тырышты, теге йәки был мәсьәләгә үҙенең мөнәсәбәтен белдерҙе, айырым әҫәрҙәргә туҡталыу менән бер рәттән, дөйөм йүнәлеште лә тоҫмалланы. Тамсынан күл йыйыла, ти, әлеге һөйләшеү ҙә айырым әҙиптең шәхси фекерҙәренән, күҙаллауынан ғибәрәт бит.

Артабан уҡырға


Февраль 2013

Рауил Бикбаев

Көндәлектәр

Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер...

 

25.06.89. Йәкшәмбе.

Кисә Рәшит Назаровтың «Ағиҙел»дәге шәлкемен уҡып сыҡтым. Журналға бирер алдынан да уҡығайным, әле ташҡа баҫылғас, күҙ алдына  тулыраҡ баҫа. Бындай феномен беҙҙең әҙәбиәттә генә түгел, ғөмүмән, тиҙ ҡабатлана торған мөғжизәләрҙән түгел. Араһында өйрәнсек шиғырҙар ҙа бар, әлбиттә. Ләкин быларҙың барыһын да малай, үҫмер яҙған бит. Ошо шиғырҙарында уҡ донъяны ни тиклем тетрәнеп, һыҙланып аңлау, күпме аяуһыҙ философия. Уларҙа киләсәктә буласаҡ әллә ниндәй фажиғәләрҙе, трагик яҙмышты тойған кеүек булаһың. Бәлки, хәҙер барыһын белгәс кенә шулай тойолалыр. Әммә ул саҡта уҡ Рәшиттең донъя менән мөнәсәбәтендә фажиғә ята.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143