Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Август 2013

Рауил БИКБАЕВ

Граждандарҙы ҡабул итеү көнө

Поэма

Граждандарҙы ҡабул итеүҙәрем –

Ниндәй өмөт менән көтөүҙәре...

Бәләләргә тарыған йәштәр, ҡарттар

Ярҙам һорап килә депутатҡа.

 

Дәртлеләр бар,

Эш тип сапҡандар бар,

Артабан уҡырға


Июль 2013

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

***

Ырымбур яҡтары – халҡыбыҙҙың күп  арҙаҡлы шәхестәре үҫеп сыҡҡан төбәк. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов етәкселегендә бер төркөм әҙиптәр: уның урынбаҫары Фәниә Ғәбиҙуллина, Йыһат Солтанов, Ринат Камал, Гүзәл Ситдиҡова, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев, журналист Айгиз Баймөхәмәтов өлкәнең Красногвардейский районында әҙәби осрашыуҙар уҙғарып йөрөнө. Район үҙәге Пләшәндә Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғоловтарҙың ижади биографияларына арналған әҙәби-музыкаль кисәләр ойошторолдо, делегацияны Үрге Ильяс, Юлтый ауылдарында ла ҡәрҙәштәр бик йылы ҡаршыланы.

Артабан уҡырға


Июль 2013

Леонид СОКОЛОВ

Ҡыҫҡа хикәйәләр

Магазинда

Варвара Петровна ҡайһы саҡта иренә магазинға барып аҙыҡ-түлек алып ҡайтырға ҡуша. Ә Иван Кузьмич был эште яратмай. Ул киреләнә, ат кеүек бышҡырып ала, әммә ҡулына аҡса тотторғас, теләр-теләмәҫ кенә ишеккә йүнәлә. Аҙыҡ-түлек алыу – тулыһынса ҡатыны ҡарамағында булыуына өйрәнгән ул. Шуға магазинда үҙен симфоник оркестр концертында ултырған пигмей йәки папуас кеүек тоя. Иҫәңгерәгән килеш кәштәләр буйлап йөрөп арығас, кеҫә телефонына йәбешә:

– Варь, тим, Варь! Ниндәй колбаса алайым?

– Үҙең ҡара, – тип яуаплай ҡатыны.

– Мин ҡайһыһын алырға белмәйем!

 


Артабан уҡырға


Июль 2013

Мирас Иҙелбаев

Төрки донъяһының рухи Мәккәһе

Башҡорт телендә «төрки» тигән матур һүҙ бар. Ҡаҙаҡса – «түрiк». Рус  телендә иһә был һүҙ  ике мәғәнәһен йәнәш ҡуйғанда ғына тулыһынса аңлашылыр: «тюрки» (с ударением на первый гласный звук) – «тюркские народы», «тюрки» (с ударением на второй) – «тюркские языки». Төрки телдәренең береһендә һөйләшкән, уны үҙ туған теле тип һанаған һәр кем, әгәр үҙенең тәрән тамырҙары менән  ҡыҙыҡһынһа,  үҙенең ошо һүҙгә мөнәсәбәтле икәнлеге менән ғорурлана алыр ине. Ә был телдәрҙә – төрки телдәрендә – 160 миллиондан ашыу кеше һөйләшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә үҙ телен дә һанға һуҡмаған, туған телендә бөтөнләй һөйләшә белмәгәндәр бар. Ошо ике рухи сиктә йәшәгәндәрҙең күңел байлығы нисбәтен күҙ алдына килтереп ҡарасы! – берәүҙәр үҙенең кем икәнлеген дә белмәйенсә быҫҡый, төтәй; берәүҙәрҙең дәрт-дарманы, ҡөҙрәте, изге ынтылыштары ярты донъя кешеләренең күңелен йылытыуға етә.

Артабан уҡырға


Июль 2013

Хәлил БАРЛЫБАЕВ

Яҙмыш-һикәлтәле юл

Сәйәсәт – үткеһеҙ һаҙлыҡ

Совет осоронда мин сәйәси тормошта бик әүҙем ҡатнашманым, бер ниндәй юғары органдарға ла һайланманым, нигеҙҙә уҡытыу һәм ғилми эш менән шөғөлләндем. Тик СССР менән КПСС-тың тарҡалыуы башланғас ҡына, мине сәйәси тормошҡа йәлеп итергә тотондолар. Илдә төрлө  сәйәси ойошмалар төҙөлөп, Мәскәүҙәге иптәштәр мине «Марксистик платформа» тигән ойошмаға өгөтләп, шундай уҡ ойошма Башҡортостанда ла барлыҡҡа килгәс, мин уның етәксеһе булып киттем. 1990 йылдың июнендә РСФСР Коммунистар партияһының ойоштороу съезы булып, унда мин ойошманың контроль-ревизия комитеты ағзаһы итеп һайландым.  И. Полозков, В. Купцов, Г. Зюганов партияның етәкселәре булып китте. Миңә яңы ойошма  үҙәк комитетының, контроль-ревизия комитетының бер нисә пленумында ҡатнашырға насип булды. 

Артабан уҡырға


Июль 2013

Рима Ҡотлоғәлләмова

Акрил проекты: мул тормошмо, әллә өҫтәмә мәшәҡәттәрме?

Имен мөхит – кеше һәр яҡлап уңайлы ғүмер кисерһен өсөн мотлаҡ шарттарҙың береһе. БР Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә ошо проблеманы алға ҡуйып, ағымдағы йылды тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бағышларға саҡырғайны. Әлбиттә, был төшөнсә беҙҙе уратып алған тәбиғи мөхитте генә түгел, күберәк әҙәм балаһының уға мөнәсәбәтен үҙ эсенә ала. Ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу, атмосфера һауаһын ағыуламау, һыу ятҡылыҡтарын бысратмау, тәбиғәттә балансты һаҡлау һ.б. – шулар рәтендә.

Артабан уҡырға


Июль 2013

Мәхмүт Хужин

Ваҡытты эйәрләгән һыбайлы

«Унынсыны бөткәндән бирле аттан төшкәнем юҡ, сабам да сабам», – юғары категориялы хирург Әхтәм Фәйзуллин һуңғы ҡырҡ йыллап ғүмеренең көсөргәнешлеген шулай баһалай. Әҙәби ижад мөхитендә ҡәләм һынап ҡараған кеше булмаһа ла, бик тапҡыр, образлы әйтә алған. «Урта мәктәпте тамамлап, өлгөргәнлек аттестаты ҡулына килеп эләккәндән бирле йән менән тәнемдең тынғылыҡ күргәне юҡ» тигәнде аңлата ул. Бәләкәй генә төҙәтмә индерәйек, сөнки табипҡа, ғөмүмән, ат өҫтөндә түгел, ә үҙенең ике аяғында сабырға тура килә. Әлбиттә, яйы килгәндә, еңел машинаһын да «эйәрләп» ала. Ни ҡылмаҡ кәрәк, хирург ярҙамына күҙ терәп тороусыларҙың арта барыуы технократик үҫеш юлынан тайпылышһыҙ барған йәмғиәтебеҙҙә ғәрипләнеүселәрҙең һуңғы «автомобилләштереү» йылдарында айырыуса юғары тиҙлектә күбәйеүенә бәйле. 

Артабан уҡырға


Июль 2013

Әхмәт Мәхмүтов

Юмор һәм сатира оҫтаһы

(Зөлфәр Хисмәтуллиндың тыуыуына  – 90 йыл)

Һәр ваҡыт асыҡ  сырайлы, көләкәс йөҙлө, баҫалҡы һәм тыныс тәбиғәтле ине Зөлфәр ағай. Уның берәйһенә асыулы  һүҙ әйткәнен йәки тупаҫ мөғәмәләһен күргән дә, ишеткән дә булманы. Үҙе сикһеҙ ярҙамсыл һәм ихлас ине.

Зөлфәр Фазылетдин улы Хисмәтуллин 1933 йылдың 11 июлендә Башҡортостандың хәҙерге Белорет районы Сермән ауылында тыуған. Ошонда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет металлургия техникумына уҡырға инә. 1941 йылда диплом ала һәм Белорет металлургия заводында техник булып эшләй башлай.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152