Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Август 2013

Әхәт СӘЛИХОВ

Ҡарасауғлан – төрөктәрҙең Ҡарас сәсәне

Анатолия төркмәндәре араһынан сыҡҡан Ҡарасауғлан (төрөксә: Ҡаражаоғлан, ҡыҫҡартылған рәүештәре: Ҡаражоглан, Ҡаража) исемле мәшһүр шағир, башҡорттарҙың билдәле Ҡарас сәсәне кеүек, XVII быуатта йәшәгән. Башҡорт сәсәне Ҡарас ҡаҙаҡ аҡыны Аҡша менән әйтеше аша  танылған. Ҡарасауғлан иһә – иң мәшһүр төрөк сәсәндәренең береһе. Исемен башҡортсалап әйткәндә, Ҡарасауғлан йә ҡыҫҡаса Ҡараса тип әйтергә була. Тикшеренеүселәр, Ҡарасауғлан 1606 йылда тыуған, тип иҫәпләй. Дүрт йөҙ йылдан ашыу элек донъяға килгән шағирҙың әҫәрҙәре XIX быуат баштарында ғына нәшер ителә башланы. 

Артабан уҡырға


Август 2013

Рауил Бикбаев

Өфө-1, Өфө-2

      Академик Нияз Мәжитовҡа

Быуын-быуын олатайҙар

Был ерҙә ғүмер сиккән.

Бәлә тиһәң,

Бәхет үҙе

Аяҡ аҫтында икән.

Артабан уҡырға


Август 2013

Нияз Мәжитов

ЯЙЫҠТАР – БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ИҢ БОРОНҒО АТА-БАБАЛАРЫ

Мәҡәләмдең башында халҡыбыҙҙың барлыҡҡа килеүе тураһында тарих фәнендәге фекерҙәр менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтке килә. Башҡорттарҙың халыҡ булып ойошоуы, Уралда уларҙың ҡасандан бирле йәшәүе тураһындағы мәсьәлә – фәндә иң бәхәсле проблемаларҙың береһе. Мәҫәлән, урындағы тарихсыларҙың күбеһе, башҡорттар Көньяҡ Уралға IX – X быуаттарҙа ғына килгән, уға тиклем бында фин-уғыр, боронғо иран телле ҡәбиләләр йәшәгән, тигән ҡараш яҡлы. Уның иң абруйлы авторы – академик Р. Ғ. Кузеев булһа, хәҙер был фекерҙе  академиктың эйәрсендәре профессор В. А. Иванов, фән кандидаттары Г. Н. Гарустович, И. В. Антонов берҙәм яҡларға тырыша. Был ғалимдарҙың, шул иҫәптән академик Р. Ғ. Кузеевтың да, хеҙмәттәрендә уларҙың ҡарашын нигеҙләрлек дәлилдәр килтерелмәй. Тимәк,  уны уйлап сығарылған төшөнсә тип ҡарарға кәрәк.

Артабан уҡырға


Август 2013

Наоми Вульф

Матурлыҡ хаҡында миф

Азат булыу ихтыяжы

Ниһайәт, оҙаҡ шымып торғандан һуң, ҡатын-ҡыҙ урамға сыҡты. 1970 йыл башында феминизм тергеҙелеүҙең эҙемтәһе булып килгән ике тиҫтә йыл эсендәге тәүәккәл эшмәкәрлектән һуң, Көнбайыш ҡатындары юридик азатлыҡҡа өлгәште, бала табыуҙы контролләү, юғары белем хоҡуғын алды, эшҡыуарҙар рәтен тулыландырҙы һәм төрлө һөнәргә эйә булды, үҙенең  социаль роле тураһындағы иҫке, ҡатып ҡалған төшөнсәне баштүбән әйләндерҙе. Бер быуын алышынғандан һуң гүзәл зат үҙен азат итеп тоямы икән?

Артабан уҡырға


Август 2013

Рәшиҙә Ғиззәтуллина

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә

Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың быуаттар һуҙымында тупланған тапҡыр аҡылын һаҡлауы менән әһәмиәтле. Уларҙың туғанлыҡҡа бәйлеләрен ҡарап үтәйек.

Ҡан-ҡәрҙәште мал ҡәрҙәше айырған.

Ауырыу – аштан, дау – ҡәрендәштән,

Таҙ – таныштан, ҡутыр – ҡамыштан.

Ашап-эскәндә дуҫ яҡшы,  ҡанлы көндә ҡәрендәш яҡшы.

Ҡатын ҡәрендәш ҡаҙан янында, ир ҡәрендәш ишек төбөндә.

Артабан уҡырға


Август 2013

Фәүриә АҠҠУЖИНА

Даны һәм эше ҡалды…

(Булат Ғафаровтың тыуыуына – 75 йыл)

Булат Баҡый улы Ғафаров 1938 йылдың 27 авгусында Ейәнсура районының Өмбәт ауылында тыуған. Ошонда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Абзан урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Башҡорт әҙәбиәтенә  һөйөүе, филолог булыу хыялы 1957 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына алып килә. Университетты 1962 йылда тамамлағас, Булат Баҡый улы Баймаҡ районы Түбә ҡасабаһындағы 2-се мәктәпкә эшкә ебәрелә. Ул бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Мәктәптә эшләгән йылдарҙа ул әҙәбиәт уҡытыу методикаһы менән ҡыҙыҡһына, эҙләнә һәм, тәжрибә уртаҡлашыу ниәтенән,  

Артабан уҡырға


Август 2013

Марат Зәйнуллин

Төрки һәм башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы

(Николай Константинович Дмитриевтың  тыуыуына – 115 йыл)

Донъя фәненең күренекле вәкиле, атаҡлы тюрколог, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе профессор Николай Константинович Дмитриевтың (1898–1956) тыуыуына 115 йыл тулды. Профессор Н. К. Дмитриевтың ғилми һәм педагогик эшмәкәрлегенең һәм уның фундаменталь хеҙмәттәренең әһәмиәте донъя фәне, айырыуса тюркология, шул иҫәптән башҡорт филологияһы өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур. Уның исеме В. В. Радлов, П. М. Мелиоранский, В. А. Гордлевский, М. А. Казембек,  А. Н. Самойлович, Н. А. Ашмарин,  С. Е. Малов кеүек тюркология корифейҙары менән бер рәттән тора, ә хеҙмәттәре классик көнсығыш фәненең алтын фондына ингән әҫәрҙәрҙән һанала.

Артабан уҡырға


Август 2013

Суфиян Поварисов

Йософ һәм Зөләйха мөхәббәте

(Ҡол Ғәлиҙең «Ҡиссаи Йософ» поэмаһы донъя күреүгә – 800 йыл)

Ҡулымда – ҡәләм. Күңелем – сал тарихта. Ҡом сәхрәләре. Күк йондоҙҙар менән сигелгән. Моңһоу ай йөҙә. Офоҡ алға мансылған. Таң ата. Сабах елдәре иҫә. Күктәге матурлык-шәфҡәтлелекте ергә таратыусы ел был. Ул матурлыҡ фәрештәләр ҡанатына тейәлеп тә килә, имеш. Ел уларҙы өлөшләп-өлөшләп тарата. Бик кәрәк урындарға. Ел, мәрхәмәтле-мәрәүәтле кеше һынына әүерелеп, изге хәбәр ташыусы сихри-тылсымлы көскә әйләнә. Ел йөрәге менән күк йөрәген бәйләп, йондоҙҙарҙан яҡтылыҡ, ҡояштан эҫелек, айҙан моңһоулыҡ, таңдарҙан алһыулыҡ алып, Ҡәнған һәм Мысыр илдәре бәндәләренә хәйер-хаҡ биреп,

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152