Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Май 2013

Евгений ШИШКИН

Ғəйеплеме ни мин?

ДРАМА

Ике шаршауҙа

Ҡатнашалар: 

Раҡаев Сəғит Хəсəн улы                – адвокат

Тəслимə                                             – Раҡаевтың ҡатыны

Нурислам                                          – Тəслимəнең дуҫы

Зəбихə ҡарсыҡ

Сəлихйəн ҡарт                                 – Зəбихə ҡарсыҡтың бабайы

Назаров  Харрас Хəким улы          – эшҡыуар, йылҡы үрсетеүсе

Артабан уҡырға


Май 2013

Рәйлә Сабитова

Артыҡбикә

Повесть-монолог

Егерме йылдан артыҡ ваҡыт уҙҙы, Аллаға шөкөр, әсәй шап-шаҡтай. Ул минең ниндәй күңел ғазаптары кисергәнемде белмәй ҙә ҡалды. Ярай, белмәһен.  Уйланиһәң, мин уның кисергәндәре менән ҡыҙыҡһынғаным булдымы? Яраттымы ул берәй ҡасан? Ниңә тап атайҙы ире итеп һайлаған? Ниндәй хыялдар менән йәшәгән, тормошонан ҡәнәғәтме? Бер ни ҙә белмәйем. Беҙҙең бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙарса серләшкәнебеҙ булманы. Мин уны ҡырыҫлыҡта ғәйепләйем, ул – мине. Ҡайһы берҙә ҡылыҡтарын аңлайым кеүек, күпселектә – юҡ. Ул һалҡын мөнәсәбәте менән үҙенән биҙҙереп тора, ә мин һаман уға йылышам.

Артабан уҡырға


Май 2013

Мансаф ҒИЛӘЖЕВ

Ҡәнзәфәр таштары

Роман                              

1775 йылдың 17 мартында Екатерина II-нең Пугачев болаһын «Мәңгегә оноторға һәм тәрән өндәшмәү һаҡларға» тигән манифесы иғлан ителде.

Ағиҙелдең һул яғына урынлашҡан, кем «Ашҡаҙар», кем «Эстәрле» пристане тип йөрөткән урында халыҡ ҡайнаша. Майҙан – баҙар түгел, сөнки бында тик ирҙәр генә, етмәһә бөтәһе лә ҡораллы. «Ҡорал» тигәндәре шул киҫтән, уҡ-һаҙаҡ, суҡмар, айбалта, һөңгө, ике йә  өс йәпле ағас һәнәк.  Яр буйындағы ағастарға, ҡағылған ҡаҙыҡтарға аттар бәйләнгән, тышауланғандары арыраҡ көҙгө елдәр киптерергә өлгөргән үләнде ялмап йөрөй.

Артабан уҡырға


Май 2013

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Төркиәлә шиғриәт байрамдары…

«Бөтә донъяны төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырыу – беҙҙең иң юғары бурысыбыҙ», – тип әйткән бөйөк шәхес, ғалим, яҙыусы, халҡыбыҙҙың ғорурлығы Әхмәтзәки Вәлиди Туған. 

… Беҙ бала  саҡта олатайҙар «Донъяла ожмах иле бар, тиҙәр. Унда ағастар аллы-гөллө сәскәләр менән ҡапланған, төрлө-төрлө ҡоштар мөғжизәле тауыштар сығарып һайрар, алтын балыҡлы диңгеҙҙәр алтын ҡомло ярҙарын әленән-әле ялап таҙартып торор.  Унда халыҡ телен бысратмаҫ, гел аҡтан кейенер…» – тип һөйләгәндәрен ишеткән бар ине. Тик бына ожмах илен, Һинд киноларын ҡарап, моғайын, ошо ишеткәндәр Һиндостандалыр, тип уйлай торғайным. Ә хәҙер инде, донъялар үҙгәреп  ил сиктәре асылғас, бындай ожмах иленең Төркиәлә икәнлегенә инандым.

Артабан уҡырға


Май 2013

Хәлиҙә Миһрани

Ябай шағирә

Ярай, һинеңсә булһын: мин – яп-ябай шағирә,

Инде ни хәл итәһегеҙ: түгелмен ҡатын-түрә.

Ынтылмайым түрәлеккә, түгелмен аҡса ҡоло,

Шағирәлек – минең өсөн бәхет бит ул иң оло.

Бәлки, тормош тәгәрмәсем абына ла һөрөнә

Баралыр ҡара ерҙән шағырлап, кәлтер-көлтөр,

Әммә рухым – осар ҡош, һөйә гел иркенлекте,

Ҡанатым – илһам, йәшәүем – болотһоҙ зәңгәр күктер.

Артабан уҡырға


Май 2013

Марсель Ғафуров

Әсәй

Леп-леп килгән йөрәк менән

Әсәһен һөйә малай.

Һөйөүе таңғы ысыҡтай,

Бешеп еткән алмалай.

 

Үҙе еңмеш, текә маңлай –

Үҙ аршыны һәр нигә.

Әсәһе ябай, ә уға

Типә-тиңдәй Тәңрегә.

Артабан уҡырға


Май 2013

Тимер Йосопов

Эй, ғүмерҙәр!..

***

Арабыҙҙан һалҡын елдәр иҫте,

Йөрәк өшөй, һыуыҡ...

Елдәр иҫә,

Таша инде хәҙер

Йыһан тигән ҡыуыҡ...

Һалҡын елдәр,

Түбәләрҙә ҡунып,

Болоттарҙы һүтә.

Арабыҙҙа һаман көн имшемәй,

Ә ғүмерҙәр үтә...

Артабан уҡырға


Май 2013

Азат Мағазов

Кешелек үҙен үҙе һаҡлаһын!

Минең быуын бала саҡтан уҡ «Беҙ – тыныслыҡ яҡлы!» тигән  аһәңле  лозунг шауҡымында үҫте, кәрәк саҡта илебеҙ изге саҡырыу хаҡына  яу юлдарында миллион-миллион ҡорбандар бирҙе. Орандай яңғыраған ошо саҡырыу бөгөн дә  иң  актуаль халыҡ-ара  сәйәси мәсьәләләрҙе  күҙ уңында тоторға әйҙәй. Был өндәмә фронт  һәм тыл ветерандарының сығыштарында әйтелә, фронтовиктарҙың окоптарҙан яҙған  хаттарында  телгә алына, ә ул хаттар ғаилә архивтарында, музейҙарҙа ҡәҙерләп һаҡлана.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143