Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Март 2013

Нәфис әҙәбиәт: хыял, ысынбарлыҡ, тормош талабы

Алдынғы әҙәбиәт – йәмғиәттәге ҡараштар сағылышы

Ярты йыл һуҙымында дауам иткән әңгәмәләрҙән аңлашылыуынса, нәфис әҙәбиәтебеҙ халҡыбыҙҙың бөгөнгөһөн барса жанрҙарҙа ла художестволы алымдар, сағыу образдар аша күрһәтә килә, үткәнде байҡап, һабаҡ алырға саҡыра, киләсәкте фаразлап, йүнәлештәрҙе билдәләй. Табыштар ҙа юҡ түгел. Башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел, халҡының да визиткаһына әйләнгән Мостай Кәрим ҡәләмдәштәренә, милләтенә «түп-түңәрәк ер, сатнамаған ҡояш» ҡалдырҙы. Ғайса Хөсәйенов «Әҙәбиәт теорияһы»н (Өфө, 2010) яңыртты. Нәжиб Асанбаев Зәки Вәлидиҙең ҡатмарлы образын сәхнәгә сығарҙы. Әмир Әминев, милләт яҙмышына бәйле борсолоп, ерһеҙ («Ҡытай-город»),  нигеҙһеҙ («Йондоҙ сәскә»), хәтерһеҙ, рухһыҙ («Танкист») ҡала барыуыбыҙ хаҡында саң һуға. Факиһа Туғыҙбаева ил инәһе ролендәге бүре менән бергә үкһей...

Артабан уҡырға


Март 2013

Рауил Бикбаев

Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер...

1.01.2000. Шәмбе.

Бисмилларахманрахим! Бына, ниһайәт, ҡағыҙ битенә «2000 йыл» тигән һүҙҙәрҙе тәүге тапҡыр яҙҙым. Күктән йәки хыялдан алып түгел, ҡайҙандыр күсереп түгел, ә үҙемдең яҙмышымдан, үҙемдең ваҡытым ағышынан сығып яҙҙым. Йә, хоҙай! «Ике мең йыл» тигән ваҡытҡа ла килеп еттек. Малай саҡтарҙа «2000» тигән дәүер хыялда ла барып етә алмаҫлыҡ серле донъя ине.

Артабан уҡырға


Март 2013

Зөһрә Сафина

Аҡ нур

Ауыр ҡара пәрҙәләрҙән

Һарҡылып инде аҡ нур.

Ҡара төндән ал таң матур,

Ал таңдарҙан көн матур.

 

Өйрәнелгән һуҡыр тормош

Элә ҡара пәрҙәһен,

Аҙаштыра бирә әле

Кешеләр күңелдәрен.

Артабан уҡырға


Март 2013

Гөлкәй Исмәғилева

Изге ер

Көмөш һыулы Эйек туғайында

Балан, муйыл уңып үҫкән ер.

Йомшаҡ ҡына һыйпап, ҡылғандарҙан

Ап-аҡ диңгеҙ яһай иҫкән ел.

 

Текә ҡаяларҙың түбәһенә

Сая бөркөт оя ҡорор ер.

Батырҙарға, сибәр ҡатындарға,

Байлыҡтарға тулы ғорур ер.

Артабан уҡырға


Март 2013

Мөғлифә Үтәшева

Хыялдарым минең

    Хыялдарым минең

Бөгөн улар мине күреп китте,

Алдарымда туҡтап торҙолар.

Башын эйеп бер аҙ яйланы ла

Күккә күтәрелеп уҙҙылар.

 

Хыял, хыял, тиеп һөйләһәм дә,

Белмәй инем ниндәй булғанын.

Минең хыял йылҡы тоҡомонан,

Ут ҡанатлы минең хыялым.

Артабан уҡырға


Март 2013

Зифа ҠАДИРОВА

Һағынырһың – мин булмам

Повесть

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

...Сөмбөл йәшеллеккә күмелеп ултырған Сәмәрҡәнд ҡалаһына килеп төштө. Халыҡ ташҡынына эйәреп, ҙур бинаға табан атланы. Ишектән инеүгә, кемдер уның еңенән тартты. Был кешенең ағаһы икәнен танып, Сөмбөл шатлығынан илап ебәрҙе.

– Ағай, килмәһәгеҙ, аҙашырмын тип бик ҡурҡҡайным, рәхмәт, ярай ҙа килгәнһегеҙ.

Ағаһы һеңлеһен ҡосаҡлап, маңлайынан үбеп алды.

Артабан уҡырға


Март 2013

Спартак Ильясов

СӨКӘК

ХИКӘЙӘ

Тормош иптәшем күңелһеҙләнеп оҙатып ҡалды. Инде алтынсы тиҫтәне ҡыуһам да, үҙемдең дә йөрәгем семтеп-семтеп ала. Әммә ваҡыт тигәнең көтөп тормай.

– Йә, гүзәлем, оҙаҡҡа түгел бит. Бер ай үтер ҙә китер. Иң мөһиме – иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға Аллаһы Тәғәлә насип итһен, – тип ҡулын еңелсә генә ҡыҫып, вагон купема кереп ултырҙым.

Бына поезд һыҙғыртты. Шыуғандай, тауышһыҙ ғына ҡуҙғалып киттек, тәҙрә аша бер-беребеҙгә ҡул болғайбыҙ. Перронда тороп ҡалды. Тик ҡыҙыл яулығы ғына уны башҡа кешеләрҙән айырып, ана тора ҡатының, тип күрһәткәндәй. Боролмала бөтәһе лә юғалды.

Артабан уҡырға


Март 2013

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

МИҢӘ ПАРИЖДАН АЛЫП ҠАЙТ…

Хикәйә

Атаһы Һеләүһендең арҡаһынан ҡаҡты.

– Һеләүһен улым, мин һиңә, һрансуз яуына китмә, тороп ҡал, тип әйтә алмайым. Яҙмыш йөрөтә әҙәм балаһын… Йәнә лә, ата һүҙе түгел был, – Сәмерхан ҡарт, хис-тойғоһон тышҡа сығармаҫҡа тырышып, туҡталыбыраҡ торҙо, тамағын ҡырып алған булды, шунан һүҙен дауам итте. – Хәбибйән ағайың менән икегеҙ ҙә имен-аман әйләнеп ҡайтырһығыҙ, тип өмөт итәм. Тик нығытып әйтеп ҡуяйым: иллә-алла, ағайың менән бер-берегеҙгә терәк булығыҙ.

Сәмерхан ҡарт хәҙер өлкән улына табан боролдо.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138