Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Апрель 2013

Гөлнара Абдрафиҡова

Поэтик оҫталыҡ, таһыллыҡ өлгөһө

Әҙәбиәт донъяһында сағыштырмаса аҙ дәүер эсендә мәңге онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған таланттар күп. Кемдер берәү әллә күпме яҙып-яҙышып та танылыу ала алмай, ә икенсеһе тәүге әҫәре, берәгәйле бер китабы менән үк уҡыусы күңеленә хуш килеп, уның иғтибарын һәм ихтирамын яулап ала.

– Ниндәй китаптар шәп?

– Зиһенгә һәм күңелгә һеңгәне.

– Ниндәйҙәре йәнә шәберәк?

Артабан уҡырға


Апрель 2013

Фирҙәүес Юнысова

Фән азаматы Ил азаматтары тураһында

Күренекле ғалим һәм әҙип Ғайса Хөсәйенов – үҙенең ижади һәм фәнни тикшеренеүҙәре менән башҡорт әҙәбиәтенә һәм ғилеменә ҙур өлөш индергән, башҡорт әҙәбиәте тарихын өйрәнеү өлкәһендә үҙенең фәнни мәктәбен булдырған оло шәхес. Тиҫтәләгән ғилми хеҙмәттәре, тәнҡит-биографик очерктары булһынмы, әҙәби күҙәтеүҙәре, теоретик мәҡәләләре, йылъяҙмалары, лирик-философик эсселары, парсалары – былар барыһы ла әҙип ижадының күп яҡлы икәнен дәлилләй.

Артабан уҡырға


Апрель 2013

Фәнил Күзбәков

Академик Ғайса Хөсәйенов менән башҡорт әҙәбиәте һәм әҙәбиәт ғилеме хаҡында әңгәмә

– Хөрмәтле Ғайса  Батыргәрәй улы!

Һеҙҙең ғүмер юлығыҙ, шөкөр, оҙайлы (күҙ теймәһен – 85 йәш!), ижад юлығыҙ тағы ла байыраҡ, тармаҡлыраҡ, емешлерәк. Тормошоғоҙҙа хәтерләрлек, уйландырырлыҡ, фәһем алырлыҡ мәлдәрегеҙ ҙә, уртаҡлашыр тәжрибәгеҙ ҙә етерлек...

– Ғүмер юлым тыуған илем тормошонан айырылмай.

Ауыр осорҙо ла, ауылдың 30-сы йылдарҙа гөрләберәк алған сағын да, Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр һәм хәтәр йылдарын да, унан һуң яйлап күтәрелеш, уңышлы үҫеш дәүерҙәрен дә кисерергә яҙҙы.

Артабан уҡырға


Апрель 2013

Рауил Бикбаев

Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер...

23 май 2004 йыл, йәкшәмбе.

*Орел ерендә ниндәйҙер әҙәби мөхит солғап ала. Бында Тургенев, Фет, Лесков, Бунин, Андреев һ.б. исемдәренә бәйле әллә күпме иҫтәлектәр һаҡлана.

Орелда һәм Мценскиҙа Тургенев һәйкәлдәренә сәскәләр һалдыҡ. Орелда Бунин музейында булдыҡ. Был ҡалала Тургенев, Лесков, Бунин, Андреев, «Орел яҙыусылары» музейҙары бар. 

Артабан уҡырға


Апрель 2013

Айнур Хужәхмәтов

Эш күрһәткән улын ил онотмай

2012 йылда «Китап» нәшриәтендә күренекле башҡорт ғалимы, әҙибе, педагогы һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев хаҡында монография донъя күрҙе. Уның тормошон һәм ижадын тулайым күҙ алдына баҫтырған бындай хеҙмәт күптән кәрәк ине. Юғиһә 2011 йылда оло шәхестең тыуыуына 100, мәрхүм булыуына 43 йыл булып та китте бит. Ниһайәт, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, БДУ профессоры Ғиниәт Ҡунафин бик мөһим, изге эште тормошҡа ашырҙы – «Жәлил Кейекбаев.

Артабан уҡырға


Апрель 2013

Гөлфирә ГӘРӘЕВА

Яңы фекерҙәр, төплө күҙәтеүҙәр емеше

2011 йылдың аҙағында «Ғилем» нәшриәте республикабыҙҙың фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды ярҙамында Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, БДУ профессоры, күренекле әҙәбиәт белгесе Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафиндың урыҫ телендә «XIX – XX быуат башы башҡорт шиғриәте. Жанр һәм идея-художество үҙенсәлектәре мәсьәләләре» тигән монографияһын баҫтырып сығарҙы. Унда автор башҡорт әҙәбиәт ғилемендә тәү башлап әҙәбиәтебеҙҙең теоретик тарихын тыуҙырыу мәсьәләһен күтәрә.

Артабан уҡырға


Апрель 2013

Рамай Ҡаһир

Урмансылар

2013– Тирә-яҡ тәбиғәтте һаҡлау йылы

Яҙ килә. Ирей аҡ ҡарҙар.

Урамда күләүектәр.

Урманда үлән моронлай,

Терелә күбәләктәр.

Яҙ килә нурҙар сайпылтып,

Йөҙҙәрҙә юҡ борсолоу.

Кешеләргә үҙе шатлыҡ

Имен-аман ҡыш сығыу.

Артабан уҡырға


Апрель 2013

Хәлисә Мөҙәрисова

Кем булһаң да

Яҡшыртаһы килеп донъяны

Тир түккән ир – сират артында

Тешен ҡыҫа, төйнәй йоҙроҡ,

Түрә «эш күрһәтә», ә ысынында –

Этеш-төртөш ҡояш аҫтында.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138