Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Май 2017

Фәнил Күзбәков

ҠӨРЬӘН КӘРИМ СҮРӘЛӘРЕНӘ ШИҒРИ АҢЛАТМА

Рухи даирәбеҙҙән хәбәрҙар инсандар иғтибарға алғандыр: талантлы шағир, билдәле прозаик Мәүлит Ямалетдиндың 2015 йылда “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” тигән ҡабатланғыһыҙ (уникаль) баҫмаһы донъя күрҙе. Башта уҡ шуныһын айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеү фарыз: был изгеләрҙән-изге башланғысҡа әҙерлекле килде әҙип. Уның тәүге художестволы әҫәрҙәре үк авторының тәҡүәле булыуын күрһәткәйне. Мәҫәлән, дан көҫәп, даһилыҡҡа дәғүә белдереүселәрҙе күҙ уңында тотоп, былай тигәйне: 
Даһилыҡ күк ихтыяры,
Тәңренең хөкөм эше.
Илаһиҙар өлөшөнә
Ниңә ҡыҫыла кеше?..

Артабан уҡырға


Май 2017

Мирас ИҘЕЛБАЕВ

«Салауатҡа бер тотондоңмо – унан айырылып булмайҙыр...»

Мирас Иҙелбаев (1945) Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан. Филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре. Әлеге ваҡытта БДУ-ла уҡыта. Бик күп фәнни хеҙмәттәр һәм әҙәби китаптар авторы.  

– Мирас Хәмзә улы, Һеҙҙең ижадҡа ынтылышығыҙ ҡасан башланды?
– Минең тиҫтерҙәрҙән журналистикаға, әҙәби ижадҡа килеүселәрҙең күбеһе иң тәүҙә бер үк хәлгә осрағандыр. Йәш ижадсы “Пионер” журналына йәки “Башҡортостан пионере” гәзитенә тәүге яҙмаһын ебәрә... Ә унан: “Мәҡәләңде (шиғырыңды) баҫа алмайбыҙ, шундай-шундай етешһеҙлектәре бар”, – тигән хат килә.

Артабан уҡырға


Май 2017

Сәлимйән Ғүмәров

Атайым аманаты

Өлкән ағайым Ғәфүрйән балаларын йыйып алды ла: «Мин колхоздың абруйлы бухгалтеры булдым, шуға күрә армия сафына алыу ваҡытын кисектереп торғайнылар. Ватанды һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы, миңә лә китергә кәрәк. Донъя хәлен белеп булмай, әсәйегеҙгә ярҙам итегеҙ, һеҙ бит аҡыллы, дуҫ йәшәгеҙ. Оҙаҡламай йә ҡустығыҙ, йә һеңлегеҙ, донъяға килер, уға бик иғтибарлы булығыҙ, сөнки ул һеҙҙән өлгө аласаҡ», – тип еңгәйҙең күҙҙәренә ҡараны.
1942 йылда ағай һуғышҡа китте, оҙаҡ та үтмәй уның улы тыуҙы. Иҫ белеп йөрөй башлағас, ултырғысҡа баҫып, стенаға элеп ҡуйылған фотоһүрәтте: «Минең атайым бик матур» – тип, бәләкәй ҡулдары менән уның битен һыйпап ҡуя торғайны. Быны күреп торған Бәхтиямал еңгәй күҙ йәштәрен яулығы менән һөртә-һөртә сығып китә... 

Артабан уҡырға


Май 2017

Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН

МӘҢГЕЛЕК ҺОРАУ

Хикәйә

Зыяратҡа ғәйәт күп халыҡ йыйылды. Ҡалала йәшәгән Хәбипте, әйткән васыяты буйынса, тыуған ауылына ҡайтарып ерләнеләр. Үҙенең яман сирҙән һауыға алмаясағын аңлап, һуңғы үтенесен әйтеп өлгөргән, ти, мәрхүм.
Мулла үҙ вазифаһын белеп башҡара. Доға уҡый, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә, өгөт-нәсихәт бирә. Зыяраттағы бар халыҡ, ауыҙҙарына һыу ҡапҡандай, мөкиббән китеп уны тыңлай. 
Ҡәберҙең дүрт мөйөшөнә мәрхүмдең туғандары баҫҡан. Шуларҙың иң кесеһе – Хәбиптең энеһе Харис – төп йортта йәшәй. 
Ауылдың иң өлкән кешеһе – һикһән һигеҙ йәшлек Әхмәтнур бабай аяғүрә баҫып тороп арыны, шикелле, ҡойма буйына барып, йәшел сиҙәмгә ултырҙы. 

Артабан уҡырға


Май 2017

Ғәлиә Фәйзуллина

УЙҘАРЫМ САБЫШ АТЫ

Шаярыу ҡатыш хәҡиҡәт

Бармы икән тағы берәй мәхлүк – 
Беҙҙең һымаҡ, танауҙары менән 
Ерҙе һөрә-һөрә алға барған?
Ил-йорт йәме тиеп, кеҫәһенән
Тинен сығарып һалған, хыялында
Айға, йондоҙҙарға менә алған?

Бармы икән тағы берәй мәхлүк – 
Йөҙөн йыртмайым, тип, хужаһының,
Башын баҫып ҡына тыңлап торған?

Артабан уҡырға


Май 2017

Риф ӘХМӘҘИЕВ

“ТӘҠДИРЕҢДЕ МАҢЛАЙ ҺЫРЫ ИТЕП, ХАҠ ТӘҒӘЛӘ АЛДАН ЯҘА, ТИ...”

Рух менән аҡса
1
Рух менән аҡса,
Аҡса менән Рух –
Һәр береһе етди төшөнсә.
Шулар бер саҡ,
Дуҫ һәм татыу булып,
Йәшәп китер микән кешесә?

Береһе – визуаль,
Виртуаль – икенсеһе, 
Шулар көндөң үҙәк темаһы.

Артабан уҡырға


Май 2017

Йәмил Мостафин

Убыр

Тайшет күгенән бына бер нисә көн инде әскелтем һөрөм еҫе аңҡый. Поселок кешеләре әленән-әле көнсығышҡа баға, тайга өҫтөндә уйнаған ялҡын телдәрен күҙәтә. Гүйә кемдер офоҡта ҙур ҡыҙыл яулыҡ болғай ине.
Көндөҙ ҡояш еҙ батмус һымаҡ төтөн шаршауы араһында өҙөк-һурыҡ ҡына күренеп ҡала. Тайшет малайҙары ҡояшҡа ҡарап ғәжәпләнә, шунан үҙҙәренсә һығымта яһай.
– Хәтәр дөрләй бит! Күрегеҙсе, хатта ҡояш ирегән, – быларҙы һипкелле Гога ҡысҡыра ине.
– Ысын даһа, ҡояштағы тауҙар ҙа яна икән! 

Артабан уҡырға


Май 2017

Мәхмүт ХУЖИН

Әруахтар ауазы

Роман

Зәйнәп Камаловна үҙ ҡыҙы менән һөйләшмәне түгел, һөйләште, мул тәжрибә туплаған ҡатын булараҡ, уның ғаилә ҡороуға күптән үҙ ҡарашы бар ине. Шулай була бит ул: йылдар үтеп, аҡыл ултырғас, кеше үткәненә ололарса баға ла, теге саҡта улай итергә түгел, былай итергә кәрәк булған, тигән һығымта яһап ҡуя. Ул ғына ла түгел, йәшерәктәргә аҡыл өйрәтә:
– Һинең урыныңда булһаммы?

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143