Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 2014

Закир ӘҠбәров

Аштың ҡушаматҡа әйләнгәне...

Юмористик хикәйә

– Эй, егеттәр, бар ине заманалар!.. Диңгеҙсе хеҙмәте – ауыр, әммә күңелле хеҙмәт. Күпме диңгеҙ-океан гиҙәһең, күпме донъя күрәһең... – Солтан ағай ауыҙын ҡаплап эйәгенә төшөп барған мыйығын һыпырғыланы, һүнгән төрөпкәһен ҡабыҙҙы, йәйен-ҡышын өҫтөнән төшөрмәгән тельняшкаһының еңдәрен һыҙғана бирҙе. Шунан тау аҫтында иҙрәп ятҡан Ағиҙелгә ҡарап, бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. Уфтаныңҡырап тамағын ҡырҙы. Көтмәгәндә уның тәрән бураҙналар йырғылаған ҡара тут йөҙөндә мөләйем йылмайыу яғылды. – Хәтеремдә, «капитан Хижияк»та  старпом булып йөҙәм. Сухогруз карабыбыҙ Одесса портына теркәлгән, ә диңгеҙҙә йөрөүебеҙ – оло бер география: Варна, Стамбул, Неаполь, Марсель, Алжир, Дакар, Луанда...

Артабан уҡырға


Январь 2014

Юлай Ғәйнетдинов

Һайлап ҡына юнған уҡ кеүек

(Кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына – 80 йыл)

Әмир Абдразаҡов тигән исем иң беренсе «Халҡым һағышы» фильмы аша күңелгә уйылып инде, тиһәм, хаҡ булыр. 1968 йылда сыҡҡан был фильм телевидениенан күрһәтелде һәм мине генә түгел, күптәрҙе тетрәндергәндер. «Әрме», «Бейеш», «Буранбай», «Зөлхизә», «Ашҡаҙар», «Таштуғай» йырҙары, хәҙерге тел менән әйткәндә, видеоклип рәүешендә төшөрөлгән, әммә ниндәй зауыҡ менән, башҡорттоң менталитетын ни хәтлем тәрән тойоп эшләнгән улар! Бөгөн Башҡортостан телевидениеһы өсөн музыкаль номерҙарҙы клип рәүешендә күрһәтеү – ғәҙәти хәл, шул иҫәптән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар ҙа был иғтибарҙан мәхрүм түгел. Әммә ҡайһы бер йырҙарҙың клибы, дөрөҫөн әйткәндә, «нимә күрәм – шуны йырлайым» кимәлендә генә.

Артабан уҡырға


Январь 2014

Хәлил Барлыбаев

Тарихи һынылыш дәүере

Халҡыбыҙҙың егерме беренсе быуатҡа тиклемге тарихын оҙайлы өс дәүергә бүлеп ҡарарға була:

1) боронғо заман (XVI быуатта Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем);

2) Рәсәй составында (XVI быуаттан 1917 йылғы революцияға ҡәҙәр);

3) Советтар Союзы осоро.

Иң оҙайлы беренсе дәүерҙә ата-бабаларыбыҙ күпселек күсмә һәм ярым күсмә тормош рәүешендә йәшәп, киң Урал тәбиғәте ҡосағында урмандағы кейек, күктәге ҡош кеүек иркен көн күреп, тауар-аҡса, һатыу-һатып алыу, кеше иҙеү, яллап-ялланыу мөнәсәбәттәренә бигүк бирелмәй, үҙ аллы мал-тыуар көтөп, бал ҡорто үрсетеп, һунарсылыҡ  итеп тәбиғи йәшәйеш кисергән.

Артабан уҡырға


Январь 2014

Мирас Иҙелбаев

Мәхмүт Ҡашғариҙың «Диуани лөғәт-әт төрк» ҡомартҡыһы һәм башҡорт һүҙ сәнғәте

Ислам дине менән бергә төрки халыҡтары йәшәгән төбәктәргә ғәрәп яҙмаһы тарала. Төрки ҡағанаты еренең бер өлөшөндә – Көнсығыш Төркстанда, Ете Һыу, Көньяҡ Тянь-Шань яҡтарында Х быуатта барлыҡҡа килгән Ҡараханлылыр дәүләте ерҙәрендә ул тәү сиратта күренә башлай. Аҙағыраҡ икегә бүленгән был дәүләттең баш ҡалалары Баласағун менән Ҡашғар тиҙ арала ҙур сәйәси-мәҙәни төбәккә әүерелә. Тап ошо үҙәктәрҙең береһендә ХI быуатта ғәрәп яҙмаһында Мәхмүт Ҡашғариҙың мәшһүр әҫәре «Диуани лөғәт-әт төрк» ижад ителә.

Ҡашғари – авторҙың ҡушаматы. Әҙиптәр борон-борондан ҡушамат итеп йә тыуған төбәгенең, йә белем алған ҡалаһының исемен һайлар булғандар. Мәхмүт (Мәхмүт ибн әл-Хөсәйен ибн Мөхәмәт) 

Артабан уҡырға


Январь 2014

Әнғәм Хәбиров

«Ҡабул итсе, тормош, ҡосағыңа...»

(Әлфиә Әсәҙуллина ижадына бер ҡараш)

Әлфиә Әсәҙуллинаның сирек быуатлыҡ ижадын күҙаллау ниәтенән сығып яҙылған был мәҡәләмде авторҙың үҙ һүҙҙәре менән атарға булдым. Сөнки йөрәк төпкөлөнән сыҡҡан һәм эскерһеҙ ялбарыу һымағыраҡ яңғыраған ошо һөйләм нимәһе менәндер башҡаларҙан айырылыбыраҡ торғандай.

Үҙе яҙ айында тыуғанға күрәлер инде, «Ҡабул ит» шиғырында Әлфиә Әсәҙуллина һүрәтләү объекты итеп йылдың тап ошо мәлен һайлаған, әйтергә теләгән төп фекере лә ошо фонда яңғырай:

Артабан уҡырға


Январь 2014

Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

Яҙҙар булып кил һин

Яҙҙар булып бер мәл кил һин миңә,

Төштәремә инсе иртәлә.

Күңел юшҡындарын йыуып ташлар,

Ләйсән ямғыр булып иркәлә.

 

Йәйҙәр булып тағы кил һин миңә,

Йәнем танһыҡлаған йәйҙәрҙе.

Артабан уҡырға


Январь 2014

Илнур ҒӘЛИН

Һөйөү йыры

Йәш саҡтарҙа ҡулға гармун тотоп,

Яңғыратып ауыл урамын.

Һин йәшәгән өйҙөң эргәһенән,

Нисә тапҡыр икән ураным.

 

Йырлаһам да һөйөү йырҙарымды,

Тәҙ(е)рәңдән алмай күҙемде.

Артабан уҡырға


Январь 2014

Фирүз Әхтәмов

Дим ярында

Күк тирәгем Дим ярында,

Аҡ шәлкәйен ябынып,

Моңһоу ғына уйға талған,

Йәмле йәйҙе һағынып.

 

Бойоҡмасы һалҡын көнгә,

Килер яҙҙар тағы ла.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152