Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Октябрь 2013

Ризван Хажиев

Иңдәрендә ине ил хәстәре

Очерк 

(Партия һәм дәүләттең күренекле эшмәкәре

Фәйзрахман Зағафурановтың тыуыуына – 100 йыл)

Фәйзрахман Зағафуран улы Зағафуранов 1913 йылдың 10 октябрендә хәҙерге Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуа. Вафаты  – 1975 йылдың 5 сентябре, Өфө. Совет-Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша. 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Башҡортостан юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай. Башҡортостан коммунистик юғары уҡыу йортонда (1935 – 1937) уҡыта,

Артабан уҡырға


Октябрь 2013

Зәйтүнә Шәрипова

Ғүмер үә ғилем баҫҡыстары

(Академик Зиннур Нурғәлинға – 85 йәш)

Башҡорт ғилемендә милли булмышыбыҙҙы төрлө юҫыҡта:  әҙәби фекер һәм әҙәби тел (дәүләт теле), социология һәм философия, сәйәсәт һәм мәҙәниәт, иң мөһиме, төрки халыҡтар этногенезын дөйөм күҙлектән өйрәнгән, ошо  ҡатмарлы мәсьәләләрҙе заманалар ағышына ярашлы яҡтыртҡан ғалимдарыбыҙ, үкенескә, әллә ни күп түгел, әммә бар. Шуларҙың берәүһе һәм берәгәйе – З. Ә. Нурғәлин. Фән аҡһаҡалы бөгөн – филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы. Маҡтаулы исемдәргә, юғары наградаларға эйә.

Артабан уҡырға


Октябрь 2013

Әмир Әминев

Һуңлаған бүләк

Повесть 

Рәссам ағайым Рәшит Зәйнетдиновҡа                           

Ҡасан башланды һуң әле барыһы ла? Шул йылда, шул йәштә, тип һис  теүәл генә әйтә алмай. Сөнки Рәссам үҙен белгәне бирле һүрәт төшөрә. Бәлки, ул атай ҡаны менән кергәндер: атаһы ҡамыт, ыңғырсаҡ, арба, сана эшләгән, ҡалтағай, тәгәрмәс, дуға бөккән. Өйҙө лә бит шыңғырҙап торған  ҡарағайҙан һалған, һарайҙары, келәттәре ныҡлы ине, тимәк, матурлыҡты тойған, күрә, аңлай белгән, көнкүрештә лә шуға ынтылған. Ә былай оҙон көндәр буйы тәҙрәнән тышҡа ҡарап торғанын  яҡшы иҫләй Рәссам. Бигерәк тә  иртә яҙлы, һуң көҙлө, сатнама һыуыҡ, әсе бурандар мәлендә... Үҙенә  күрә күҙәтеү пункты ине бит тәҙрәләр уның өсөн. 

Артабан уҡырға


Октябрь 2013

Иҙрис НОҒМАНОВ

Сыбай ҡашҡа

Повесть-ҡисса

Ҡайнар һулышы менән өтөп барған томра көн ахырында, ҡояш офоҡ ҡырына ауышып, көнбатыш тарафтары алһыу-һарғылт төҫкә мансыла башлаған саҡта көтөү ҡайта. Беҙ – ауыл малайҙары өсөн ошонан да яуаплыраҡ мәл бармы икән? Юҡтыр. Ни өсөн тигәндә, иртәнге көн сәйеңде һөтләп эсеүең дә, артабан өҫтәлеңдә май-ҡаймаҡтың булыу-булмауы ла тап ошо мәлдән тора. Көтөү ҡайтҡанда йоҡлап ҡалдыңмы, иртәгәһен телеңде яндыра-яндыра үҙе әрем ише әсе, үҙе ғәләмәт тәмһеҙ, йөрәккә ятмаҫ ҡара сәй һемереүең – ҡотолғоһоҙ хәл. Өҫтәүенә, иҫ киткес ләззәттән күҙҙәреңде йома төшөп, ҡалын ғына ҡаймаҡ яғылған хәләл икмәгеңде ашауҙан да мәхрүм ҡаласаҡһың. Аңы бар кешегә, үҙ бурысыңды еренә еткереп үтәмәгәнлектән, ашаған икмәгең дә хәрәм тойола башлай.

Артабан уҡырға


Октябрь 2013

Фәрит Суфияров

Тыуған ерҙә

Тыуған ерҙән яҙмыш айырмаһын,

Татып йәшәйем уның йылыһын.

Күкрәүҙәре булып күкрә әле,

Ташҡынына тиңдәш йырым һин.

 

Һоҡланам мин таңдар сафлығына,

Аҡҡан һыуҙар бирә тауышын.

Артабан уҡырға


Октябрь 2013

Гөлнара Хәлфетдинова

Уттан бер сатҡымын

Күпме урман кәрәк,

Кәрәк күпме утын

Һүндермәй тоторға

Мейестең утын.

Тирә-яҡ донъяны

Гел йылы тоторға

Йоҡа туҙ бармай ул,

Артабан уҡырға


Октябрь 2013

Гөлфиә Юнысова

Бер һүҙҙән

Ебәк кенә хистәремдә

Фекерҙәр – мәрйен сылбыр.

Күҙ алдымда ялтлап китте,

Сыңлап китте бер шиғыр.

 

Бер һүҙеңдән өркөп ҡасты

Шул илаһи мәлдәрем.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2013

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Төпкөл ауылда...

Төпкөл ауылда...

Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов Ишембай тарафтарында эш сәфәре менән йөрөшләй, тау-урман төпкөлөндәге 350 йортлоҡ боронғо Ҡолғонаға туҡталып, ауыл активистары һәм  уҡытыусылар менән осрашты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың ижад йортон ҡарағандан һуң, әҙип менән йәнле әңгәмә уҙғарҙы. Мәғлүм ки, төбәктә малсылыҡты, умартасылыҡты, фермер хужалыҡтарын үҫтереүгә, шулай уҡ туризм төрҙәрен ойоштороуға ҡулай шарттар етерлек. Киләсәктә заманса юл, элемтә,  мәктәп транспорты һәм  төбәккә хас башҡа мәсьәләләр ыңғай хәл ителәсәк.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143