Ер еләккәйҙәре бешеп бөттө,
Инде беште ҡыҙыл бөрлөгән.
Ҡайһы арала еләк мәлем үткән,
Бөрлөгәнле мәлем өлгөргән?
Яҙым үтте инде, йәйем үтте,
Етеп килә инде көҙгөнәм.
Журналдың һандары
«Ағиҙел» рубрикалары
Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө
1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл
«Ағиҙел»дең 8-се һанында:
Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.
Әбүскә 100 йыл.
Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.
Февраль 2014
Ер еләккәйҙәре бешеп бөттө,
Инде беште ҡыҙыл бөрлөгән.
Ҡайһы арала еләк мәлем үткән,
Бөрлөгәнле мәлем өлгөргән?
Яҙым үтте инде, йәйем үтте,
Етеп килә инде көҙгөнәм.
Йәшлегемә ҡайтып еттем –
Мөхәббәтем иленә.
Һөйөү бында зыр әйләнә
Мәңгелектең көйөнә.
Ҡулдарынан ҡыҫып тотоп
Аҡ ҡайын араһында,
Ҡан аҡҡанын күпме күрһәләр ҙә,
Таптар ҡунмай ап-аҡ халатҡа.
Аҡ халатлы шәфҡәт туташтары,
Мин оҡшатам һеҙҙе һалдатҡа.
Һалдат кеүек, тораһығыҙ һаҡта,
Ябынып һеҙ шинель-халатты.
Ерҙе күктән айырып та булмай,
Гүйә, улар бергә тоташҡан.
Көнгә һыймай ярһый Аҡман-Тоҡман,
Был буранға, Хоҙай, ни булған?!
Аҡман-Тоҡман ябай буран түгел:
Үҙе көслө, үҙе дәһшәтле.
«Ҡыҙыл китап» сәскәһендәй аҙһығыҙ,
Тик әлегә ер йөҙөндә барһығыҙ;
Мал утлауы булып ҡалған төйәктә
Төп тоҡомдо һаҡлап алып ҡалдығыҙ.
Ялан бик бай, үләндәре күп кенә,
Араһында беҙҙең сәскә күренә.
Кемде генә һоҡландырмай икән
Салауаттың суйын һәйкәле:
Арғымағын ҡара – йылҡы ҡото!
Баҫып тороуҙарын әйтсәле!
Киң күкрәген киреп, ғорур байҡай
Икһеҙ-сикһеҙ урман-ҡырҙарын;
Устарымды ҡайнар күмер өтә,
Йөрәгемдә дөрләй мөхәббәт.
Мин сырамы, майшәм, әллә усаҡ?
Янам, янам, һөйөү – мәрхәмәт.
Мәрхәмәтме һөйөү, әллә зәхмәт?
Күккә осоу, әллә ҡолаумы?
Меңйәшәрҙәр заты ҡарағасҡа
Түрә килгән. Түрә – бүрәнә.
Түрәләргә ғорур ҡарағас та
Бер бүрәнә булып күренә.
Ҡарағастың тамырҙары тәрән,
Быуат төпкөлөнә тоташа.
123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152