Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сентябрь 2013

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Ололарҙың бала-саға уйыны

2012 йыл мәғариф тарихына уҡыусыһы аҙ булған ауыл мәктәптәрен ябыу, туған телдәрҙе  артабан ҡыҫырыҡлау, күп һанлы уҡытыусыларҙың эшһеҙ ҡалыу, башланғыс класс уҡыусыларының сит ауылдарға автобустарҙа интегеп йөрөү йылы булараҡ инеп ҡалды. Властар был күңелһеҙ хәлдәргә атамаһын да тапты: «оптималләштереү». Хатта ауыр һуғыш йылдарында, унан һуңғы ҡатмарлы осорҙарҙа ла белем биргән ауыл мәктәптәре эшләүҙән туҡтаны. Ә мәктәпһеҙ ауыл инде ул «юғалыуға дусар ителгән» тигәнде аңлата.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2013

Рәйлә НӘҘЕРҒОЛОВА

Юморескалар

Яңы бизнес

Спонсорҙар кәрәк, приют асам... Ирҙәргә... Ниңә көләһегеҙ? Йәлләйем, мин уларҙы. Хәҙер бит арыу ирҙәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ, улары ла әллә нисә ғаиләне обеспечивать итә – көс төшә, көс. Заманалар үҙгәрҙе шул, үҙгәрҙе. Бейектә йәшәйем мин. Шунда балкондан ҡараһаң, әллә нисә мусор йәшниге күренә, ирҙәр килә лә шунда соҡсона. Бисәләр ҙә килә, ә ирҙәр – күберәк, араларында типһә тимер өҙөрҙәйҙәре бар. Шундай ирҙәрҙе лә сүплеккә ташларҙар икән, эй Хоҙайым.

Ирҙәр слабый халыҡ шул, улар бит бала шикелле, күңелдәре гел йәш, ә үҙҙәре... Уларға защита кәрәк, защита, һаҡларға кәрәк, тим, ирҙәрҙе.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2013

Хөрмәтулла Абдрафиҡов

Ҡырмыҫҡалы районының ҡайһы бер ауылдары тарихынан

Хөрмәтулла Лотфулла улы Абдрафиҡов – башҡорт халҡының тарихы буйынса бик күп сығанаҡтар өйрәнеп, йәмәғәтселеккә милли тамырҙарҙы аңғартыу буйынса арымай-талмай эшләгән шәхестәрҙең береһе. Ул 1938 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Һарт-Науруз ауылында һарт башҡорттары ғаиләһендә донъяға килгән. Тыуған ауылында алған ете класс белем менән генә сикләнмәйенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, киске урта мәктәпкә йөрөй һәм ҡулына өлгөргәнлек аттестаты ала.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2013

Рәмзиә Бикәнәсова

Иман иле – Мәккә бишегенә асып индем донъя ишеген...

Бисмилләһир-рәхмәниир-рәхиим! Рәсәйҙең хажға барыуҙы үҫтереүгә ярҙам күрһәтеүсе хәйриә фонды аша беҙҙең төркөм, 2011 йылда тур операторҙарҙан алданып, хаж сәфәренә бара алмаған мосолмандар, 2012 йылдың 19 октябрендә Ислам диненең бишенсе әрҡанын үтәү өсөн сәфәргә юлландыҡ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тигән: “…Кешеләрҙең Аллаһ алдында булған бурыстарына  хаж ҡылыу керә, әгәр улар быны үтәй алырлыҡ булһалар” (“Ғимран”сүрәһе, 97).

Артабан уҡырға


Сентябрь 2013

Дамир Шәрәфетдинов

Һаҡсыллыҡ тыйыуҙан башлана

Геология һәм агрономия фәне тупраҡ эрозияһын ерҙең өҫкө ҡатламының һыу һәм елдән ашалыуы менән аңлата. Башҡортостанда уны тупраҡтың да иң өҫкө  уңдырышлы ҡатламының (гумус) һыуҙарҙан ашалыуы тип ҡабул итәләр, сөнки  беҙҙең яҡтарҙа ҙур хәүеф тыуҙырыусы елдәр, ҡом бурандары күҙәтелмәй. Әммә тупраҡҡа һыуҙың йоғонтоһо һәр ерҙә күҙәтелә, сөнки республикабыҙ таулы зонаға ҡарай. Яҙғы һыуҙар ғына түгел, ә һәр ҡойма ямғыр ҙа ҡалҡыу урындарҙан уйһыуҙарға ашҡынған буръяҡ шарламалар барлыҡҡа килтерә. Яңы ғына һөрөлгән йомшаҡ тупраҡты йырғанаҡтар саҡ ҡына ауышыраҡ булған баҫыуҙарҙан  еңел генә йыуып алып китә,

Артабан уҡырға


Сентябрь 2013

Муҡағәле Маҡатаев

*  *  *

Ай-һай, ғүмер!

Үтәһең бит бер көнө,

Тыяһың бит ҡыуаныслы көлкөнө.

Ғүмер тигән – балҡыған бер нәжәғәй,

Ғүмер тигән – күк асмандың бер өнө.

Ай-һай, ғүмер, үтәһең бит бер көнө!

Артабан уҡырға


Сентябрь 2013

Мәүлит Ямалетдин

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ҡаҙаҡ  әҙәбиәте тарихында үҙенең шәхси һәм ижади яҙмышы менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа ике тамсы һыу һымаҡ оҡшаған бер әҙип бар. Ул – мәшһүр шағир һәм тәржемәсе Муҡағәле Маҡатаев. Был хикмәтле оҡшашлыҡты күрһәтер өсөн, уларҙың биографияларына ҡыҫҡаса күҙ һалайыҡ.   М. Маҡатаев 1931 йылда Ҡаҙағстандағы Алматы өлкәһенең Нарынкүл районына ҡараған Ҡараһаҙ ауылында тыуа (Рәми Ғарипов – 1932 йылда). Тәүгеһенең тыуған көнө 9 февраль, икенсеһенеке – 12 февраль. Муҡағәле Маҡатаев 1954 – 1962 йылдарҙа Ҡаҙағстан радиоһында диктор, уҡытыусы булып эшләй, 1962 – 1972 йылдарҙа “Социалистик Ҡаҙағстан”,

Артабан уҡырға


Сентябрь 2013

Миләүшә Ҡолмөхәмәтова

Йылдарҙа ҡалған йырҙар

(Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына – 95 йыл)

Яҙ килә лә китә,

Йөрәк көтә-көтә,

Йәшлек үтә-үтә

Яҙ һымаҡ.

Һин былбылым минең,

Йырланмаған йырым,


Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138