Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Декабрь 2013

Әсғәт НУРЕТДИНОВ

Әсә күңеле

Гонаһтарың, ҡылыҡтарың өсөн

Борсоғанда намыҫ ғазабы,

Ярлыҡау йә яҡлау өмөт итеп,

Әсәң күҙҙәренә ҡара һин:

 

Иң йылыһы – әсә ҡарашы,

Иң хәтәре – әсә ҡарашы.

Артабан уҡырға


Декабрь 2013

Зимфира ӘБУШАХМАНОВА

Ҡайтыу

Ҡайттым, әсәй, ризыҡ яҙғас,

Йылдар аша юлдар гиҙеп,

Һарыларға һабышыуҙан

Һағыныуҙан күңел биҙеп.

 

Ябыҡ тора ғәзиз ҡапҡам

Бау тартырға көс ҡалмаған.

Артабан уҡырға


Декабрь 2013

Әлфидә ҠАНСУРИНА

Шағир-иҫәр

«Шағир-иҫәр» – кемдер әйткән шулай,

(Ғәйеп ташлаусыһы сер булһын!)

Әгәр инде иҫәр булһа шағир,

Торған ерҙә ерем убылһын.

Уйылманы... бәлки, шулай зарур,

Тыйып буламы ни йөрәкте?!

Артабан уҡырға


Декабрь 2013

Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА

Ҡырағай йән

Мин, моғайын, мәңге шулай,

Ҡырағай бер йән булып,

Алыҫ утрауҙа йәшәрмен,

Үҙ-үҙемә ғәм булып.

 

Күгем уйылып төшһә лә –

Ҡабат уны ялғайым.

Артабан уҡырға


Декабрь 2013

Хәбир Дауытов, Вәли Байморатов

Киләсәкте яҡшыға юрайыҡ!

Һуңғы йылдарҙа республиканың ҡайһы ғына төбәген алма, айырым ғаиләләр, хатта бәғзе ырыу-аралар үҙ нәҫелдәрен барлау менән шөғөлләнә. Был бик ҡыуаныслы хәл. Район һәм ҡалалар ҙа үҙ «шәжәрә»ләрен төҙөй. Был йәһәттән Күгәрсен районы аҡһаҡалдарынан алып, ғалим һәм башҡа шәхестәре лә бынан 15 йыл элек күләмле район йылъяҙмаһын яҙғандар ине. Бәхәс юҡ, ул китапты яҙыуға күп көс һалынған. Бөгөн шул китапты яҙыуҙа ҡатнашҡан авторҙарға бөтә район халҡы исеменән йәнә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Һабантуйҙа ҡайһы бер яҡташтар: «Беҙ йәшәгән осорҙо ла яҙып була инде. Арабыҙҙа күпме һәйбәт кешеләр бар! Беҙ донъянан киткәс, яҙҙың ни ҙә, яҙманың ни...», – тип торҙолар. Был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ бар бит. Тарихты артыҡ аҡтармай ғына был турала Күгәрсен районының хакимиәт башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин менән әңгәмә ҡорорға булдыҡ.

Артабан уҡырға


Декабрь 2013

Салауат Хөсәйенов

Егәрле публицист

(Мәхмүт Хужин ижады хаҡында)

Публицистика, ысынбарлыҡты үҙенсәлекле сағылдырған әҙәбиәт жанры булараҡ, идеологик көрәштең алдынғы сафында тора. Әҙәбиәттең башҡа жанрҙарынан айырмалы рәүештә, уға оперативлыҡ һәм динамизм хас. Уның мөмкинлектәренә күрә, был өлкәләге ижад илдәге сәйәси, социаль, мәҙәни һәм иҡтисади тормошҡа нығыраҡ тәьҫир итә ала. Әгәр ҙә «нәфис әҙәбиәт тормошто образлы формала сағылдырыу, факттарҙы һәм күренештәрҙе типиклаштырыу саралары, уйҙырма менән файҙаланһа, публицистика иһә – факттар, фекерләүҙәр, йәғни логика, дидактика, документалистика сараларын ҡуллана»1, – ти күренекле публицист, филология фәндәре кандидаты Р. Хажиев. Г. В. Плеханов үҙенең «сәнғәт һәм йәмғиәт тормошо» тигән хеҙмәтендә «рәссам үҙенең идеяһын образдар менән һүрәтләй, шул уҡ мәлдә публицист үҙенең фекерен логик һығымталар ярҙамында раҫлай», – тип яҙа. Әҙәбиәттең башҡа жанрҙарына ҡарағанда публицистика – тура фекерле һәм ҡыйыу жанр.

Артабан уҡырға


Декабрь 2013

Фәнил Күзбәков

Мөхәмәтша Буранғолов драматургияһында милли фәлсәфә

(Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 125 йыл тулыуға ҡарата)

Атаҡлы фольклорсы, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов милли ерлекле драматург булараҡ та танылыу яулаған әҙип ине.

Ул 1888 йылдың 15 (27) декабрендә хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыҙылгвардеец районы Үрге Ильяс ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1900 йылда үкһеҙ етем ҡала. Автобиографияһында яҙыуынса, ағалары тәрбиәһендә үҫә. Күршеләге Иҫке Юлдаш ауылында земство мәктәбен тамамлағас, Ырымбурға бара. Йәйҙәрен төрлө эштәрҙә йөрөп (башлыса ҡаҙаҡ балаларын уҡытып), ҡыштарын белемен арттырыуҙы дауам итә. 1907 йылда – Ҡарғалы, 1911 йылда «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлай. 1912 – 1916 йылдарҙа Ҡайыпҡол ауылы мәктәбендә эшләй, аҙаҡ Быҙаулыҡ ҡалаһындағы халыҡ мәғарифы бүлегенә милли мәктәптәр инспекторы булып урынлаша.

Артабан уҡырға


Декабрь 2013

Миңлегөл Тайсина

Башҡорт шиғриәтендә әйтеш

Әйтеш – башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ халыҡтарында аҡын, сәсәндәрҙең халыҡ алдында ойошторолған шиғри бәйгеһе, ярышы.

Ул бөтә асылы менән ауыҙ-тел әҙәбиәте жанры. Ике кешенең шиғри бәйгеһе үҙ мәлендә үк төплө, мәғәнәле һорау биреүҙе, уға кинәйәле, йөкмәткеле яуап табыуҙы талап итә. Әйтеш, ғөмүмән, ауыҙ-тел ижадсыһының оҫталыҡ кимәлен билдәләүсе жанр, «импровизаторлыҡ сәнғәтенең иң юғары нөктәһе».

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143