Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Май 2017

"Ағиҙел"гә хаттар килә

ХЫЯНАТ ИЗГЕ БУЛЫРМЫ?

Мөнир Ҡунафиндың “Кешелеккә тоғролоҡ” хикәйәһе (“Ағиҙел” журналы, 2017 йылдың 1-се һаны) сәйер генә башланып китеүе менән иғтибарҙы йәлеп итә, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә. Нәфисәнең иренә төбәлеп: “Иҙрис, бер тапҡыр ғына… хыянат итергә ирек бир,” – тип ялбарыуы һағайта ла (был ҡатын үҙ аҡылындамы икән?), ғәжәпләндерә лә (шулай тип асыҡтан-асыҡ әйт әле!). Әммә ҡатын һис кенә лә яңылышмай, ниәтендә бер ниндәй шаярыу ҙа юҡ икән. “Мин балаһыҙ йәшәй алмайым, аңла,”

Артабан уҡырға


Май 2017

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

АУЫЛДАРЫБЫҘҒА КЕМ КӘРӘК? Брсиҙәтел түгел, бай кәрәк...

Иҡтисад ниндәй шарттарҙа үҫешә ала? Ауылдарҙы нисек һаҡлап ҡалырға? Кемдәр улар байҙар һәм хәлле кешеләр? Бөтә кешеләр ҙә бай була аламы? Кем ул ҡулланыусы? Ни өсөн кредитҡа машина, фатир алыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй? Ни өсөн беҙ юғары класлы бойҙайҙы ҡиммәт хаҡҡа сит илгә һатабыҙ, үҙебеҙ түбән класлыһын сит илдән арзан хаҡҡа һатып алырға мәжбүрбеҙ? Демография мәсьәләһе һаман да ауылда хәл ителәме? Ни өсөн пай ерҙәрен алырға кеше атлығып тормай? Кооперациялар ауылдарҙы ҡотҡарыуға һәләтлеме? Климат шарттары иҡтисад үҫешенә нисек йоғонто яһай? Беҙгә ҡулаҡса кәрәкме?

Артабан уҡырға


Май 2017

ӨМӨТЛӨ ҠӘЛӘМ

Сибайҙар сәләме

Журналыбыҙҙың уҙған һанында беҙ Сибай ҡалаһы ҡәләм тирбәтеүселәренең күстәнәстәренән ауыҙ иттергәйнек. Шунда уҡ  Сибайҙа балалар араһында Таңсулпан Ғарипова исемендәге конкурс үткәрелеүе тураһында мәғлүмәт тә булды. Был һанда беҙ шул бәйгелә ҡатнашҡан уҡыусыларҙың шиғри өлгөләре менән таныштырабыҙ. 

Беҙ тыныслыҡ яҡлы 
Ҡоштар һайрай тал-тирәктә,
Елдәр иҫә иркәләп.
Донъя шулай матур булһын,
Тыныс булһын иртәләр.

Артабан уҡырға


Май 2017

Роза Ҡобағошова

КИЛӘСӘКТЕ ҮТКӘНДӘР МЕНӘН ТОТАШТЫРЫП

Илаһи ҡөҙрәт эйәһе

Бынан ете йыл самаһы элек ҡулыма осраҡлы ғына рәүештә “Мөжәүир хәҙрәт” тип аталған бер китап килеп эләкте. Мөжәүир хәҙрәт тигән данлыҡлы әүлиә булыуын ишетеп белһәм дә, уның тураһында китап барлығын белмәй инем әле. Әйтерһең, күптән эҙләгән нәмәмде таптым – шатлығымдан бер тынала уҡып сыҡтым. Иремдең үлеменән һуң, ҡайғынан арына алмай, һеңгәҙәп йөрөгән сағымда йәнемә дауа булды ул. “Шул тиклем киң ҡөҙрәт эйәһе тураһында кем яҙырға йөрьәт итте икән?” – тигән уй килде башыма. Китаптың тышлығында Лира Әхмәт-Яҡшыбаева тип яҙылғайны. Автор ваҡиғаларҙы шундай оҫта итеп һүрәтләгән, әйтерһең дә, Мөжәүир хәҙрәттең үҙен белеп-күреп, янында йөрөгән! Уҡығандарымдан бер нисә көн әҫәрләнеп йөрөнөм. Һуҡырҙарҙың күҙен асыр, аяҡтан

Артабан уҡырға


Май 2017

Нәилә Ыласынова

БУЛМЫШЫНДА – ЯҘ ҺУЛЫШЫ

Яҙ... Тыуған еребеҙгә йәмле яҙ килә. Тап ошондай сихри миҙгелдә сирек быуатҡа яҡын ғүмерен Сибай институтына арнаған филология фәндәре кандидаты, доцент, ә хәҙер Өфөләге Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова үҙенең 60 йәшен билдәләй.

Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы хозур тәбиғәтле Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Бөтә ғүмерҙәрен уҡытыу-тәрбиә эшенә бағышлаған Рәхилә Ирназарова һәм Мөҙәрис Ғәликәевтәрҙең 7 балаһына ла мәктәп, дәрес, уҡыу-уҡытыу, уҡыусы-уҡытыусы төшөнсәләре кескәй саҡтан яҡшы та-ныш. Сөнки ғаилә ағзаларының барыһы

Артабан уҡырға


Май 2017

Фәнил Күзбәков

ҠӨРЬӘН КӘРИМ СҮРӘЛӘРЕНӘ ШИҒРИ АҢЛАТМА

Рухи даирәбеҙҙән хәбәрҙар инсандар иғтибарға алғандыр: талантлы шағир, билдәле прозаик Мәүлит Ямалетдиндың 2015 йылда “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” тигән ҡабатланғыһыҙ (уникаль) баҫмаһы донъя күрҙе. Башта уҡ шуныһын айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеү фарыз: был изгеләрҙән-изге башланғысҡа әҙерлекле килде әҙип. Уның тәүге художестволы әҫәрҙәре үк авторының тәҡүәле булыуын күрһәткәйне. Мәҫәлән, дан көҫәп, даһилыҡҡа дәғүә белдереүселәрҙе күҙ уңында тотоп, былай тигәйне: 
Даһилыҡ күк ихтыяры,
Тәңренең хөкөм эше.
Илаһиҙар өлөшөнә
Ниңә ҡыҫыла кеше?..

Артабан уҡырға


Май 2017

Мирас ИҘЕЛБАЕВ

«Салауатҡа бер тотондоңмо – унан айырылып булмайҙыр...»

Мирас Иҙелбаев (1945) Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан. Филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре. Әлеге ваҡытта БДУ-ла уҡыта. Бик күп фәнни хеҙмәттәр һәм әҙәби китаптар авторы.  

– Мирас Хәмзә улы, Һеҙҙең ижадҡа ынтылышығыҙ ҡасан башланды?
– Минең тиҫтерҙәрҙән журналистикаға, әҙәби ижадҡа килеүселәрҙең күбеһе иң тәүҙә бер үк хәлгә осрағандыр. Йәш ижадсы “Пионер” журналына йәки “Башҡортостан пионере” гәзитенә тәүге яҙмаһын ебәрә... Ә унан: “Мәҡәләңде (шиғырыңды) баҫа алмайбыҙ, шундай-шундай етешһеҙлектәре бар”, – тигән хат килә.

Артабан уҡырға


Май 2017

Сәлимйән Ғүмәров

Атайым аманаты

Өлкән ағайым Ғәфүрйән балаларын йыйып алды ла: «Мин колхоздың абруйлы бухгалтеры булдым, шуға күрә армия сафына алыу ваҡытын кисектереп торғайнылар. Ватанды һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы, миңә лә китергә кәрәк. Донъя хәлен белеп булмай, әсәйегеҙгә ярҙам итегеҙ, һеҙ бит аҡыллы, дуҫ йәшәгеҙ. Оҙаҡламай йә ҡустығыҙ, йә һеңлегеҙ, донъяға килер, уға бик иғтибарлы булығыҙ, сөнки ул һеҙҙән өлгө аласаҡ», – тип еңгәйҙең күҙҙәренә ҡараны.
1942 йылда ағай һуғышҡа китте, оҙаҡ та үтмәй уның улы тыуҙы. Иҫ белеп йөрөй башлағас, ултырғысҡа баҫып, стенаға элеп ҡуйылған фотоһүрәтте: «Минең атайым бик матур» – тип, бәләкәй ҡулдары менән уның битен һыйпап ҡуя торғайны. Быны күреп торған Бәхтиямал еңгәй күҙ йәштәрен яулығы менән һөртә-һөртә сығып китә... 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152