Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сентябрь 2014

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ЫСЫН ХАЛЫҠ ДЕПУТАТЫ БУЛДЫ

(Булат Рафиҡовтың тыуыуына – 80 йыл)

Быйыл 4 августа милләтебеҙҙең һөйөклө улы, күренекле яҙыусы, шағир, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, 1988 йылдан башлап ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире булып эшләүсе Булат Заһрый улы Рафиҡовтың тыуыуына 80 йыл тулды.

Шағир һәм прозаик Булат Рафиҡов әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенең төрлө йылдарҙа донъя күргән “Ғәжәбстан”, “Мөғжизәләр иле”, “Кисеүҙәр”, “Йыһан сәғәтсеһе” тигән шиғыр китаптары, “Тауҙарҙа ҡар иртә ята”, 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Марат Әминев

“ӘСӘЙЕМ БАШҠОРТСА БЕЛӘ ИНЕ...”

Михаил Чванов 1944 йылда тыуған. БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Мәктәптә математика һәм черчение уҡытыусыһы була, төҙөлөштә эшләй. “Ленинец” гәзитендә махсус хәбәрсе, бүлек мөдире, Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир, Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант вазифаларын башҡара. Өс тиҫтәгә яҡын йыйынтыҡ авторы. 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Наил Ғәйетбай

Илешкә рухи һәйкәл

     (Бер китапты уҡығас тыуған уйҙар)

(Суфиян Поварисовҡа – 90 йәш)

 

 

Мин очерктар уҡырға яратмайым. Уларҙың күбеһе баштан аҙағынаса ялған пафос, ышандырмаҫ ситуациялар, тормошсан булмаған диалогтар, яһалма һығымталар менән тултырыла. Геройҙарҙың эске донъяһы асылмай – бар иғтибар тышҡы хәрәкәттәрен күрһәтеүгә ҡайтып ҡала, шуға уҡыуы  ҡыҙыҡ түгел.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Ҡамса МОРТАЗИН

Егеттәрҙең солтаны ине…

Милләттең түбәнлеккә төшөүендә һәм

юғалыуында  төп сәбәп – тупаҫлыҡ.

Ризаитдин  Фәхретдинов 

Уҙаманға  хөрмәт ит   

 Баш һүҙ

Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары Рәсәй йәмғиәтенә ҙур үҙгәрештәр алып килә. Илде тамырынан үҙгәртеп яңы дәүләтселек ҡороу сәйәсәте, һәр өлкәлә реформалар һәм милли мәҙәниәтте тергеҙеү эштәре башлана. 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Рауил Бикбаев

ТАМЫРЫҢ БАШҠОРТ ИКӘН – БАШҠОРТ БУЛ!

Өфө – Ырымбур араһы “Өфө – Ырымбур араһы өс йөҙ етмеш саҡрым” тигән һүҙҙәр байтаҡтан бирле бер йырҙа ишетелеп тора. Саҡрымдар менән үлсәнгән аралар һәр ваҡыт шул көйө ҡалһа ла, ошо юлдар аша барған бәйләнештәр заман менән бергә үҙгәреп тороусан. Әле мин рухи бәйләнештәр тураһында һөйләргә йыйынам. Яҙыусылар яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән кешеләр. Ғүмерҙәренең күпселек ваҡытын улар, алдарындағы аҡ ҡағыҙға эйелеп, бер үҙҙәре генә үткәрә. Ошо хаҡта минең быға тиклем дә әйткәнем булды. Йылдар үткән һайын был турала мин күберәк уйланам. Йәшерәк саҡта ҡәләмдәштәрең менән йышыраҡ аралашаһың. Әҙәбиәт даръяһына тәү башлап аяҡ баҫҡан осорҙа беҙ бер өйөр һымаҡ йөрөй торғайныҡ. Бер-беребеҙҙең нимә яҙғанын яҡшы белдек, яңы шиғыр яҙылһа, уны тиҙерәк башҡаларға уҡырға тип, ҡәләмдәштәргә йүгерер инек.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Марат Сәйетов

Ағас сәғәт

Хәтирәләр

***

Һунар өсөн команданы һунарсының ғаиләһендә уның ҡыҙыҡһыныуына нисек ҡарауҙарына ҡарап йыйырға кәрәк. Мышыға Ришат өсөн лицензия алғанда, беҙ шуны иҫәпкә алмағанбыҙ, һөҙөмтәлә бына нимә килеп сыҡты.

Һунар өсөн буш көндәр ул йылда бары тик Яңы йыл каникулдарына тура килде. Был хаҡта Ришатҡа әйткәйнек, ул ҡатыным ебәрмәй, әммә тайырмын, тине. Икенсе көндө, һөйләшкәнсә, беҙ уның өйө янына килеп туҡтаныҡ та, көтә башланыҡ. Бер сәғәттән ашыу ваҡыт

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Рәсүл Байгилдин

Һуңғы дәрес

Хикәйә

 

Ишек шаҡыуға бер кем дә яуап бирмәне. Бикһеҙ икән – этеүгә ул асылып китте.

– Кем унда? – Көсһөҙ генә тауыш ишетелде.

– Беҙ күмәк, унынсы «б», бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә һикһән өсөнсө йылғы, мәктәп-интернат…

– Һеҙ икән. Яратҡан уҡыусыларым, – Мөршиҙә Рәхим ҡыҙы үҙе күренде.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Флүр Ғәлимов

Аҙғын тәүбәһе

Трилогия

Беренсе китап

ТӘН ҒАЗАБЫ

Өсөнсө бүлек

Эшҡыуарҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш-мәшәҡәттәре менән көнө буйы сабыулап, Салауат киске сәғәт туғыҙҙа ғына өйөнә ҡайтып инде. Йыуынып-сайынып алғас, киске ашты ашап та тормайынса, кисә һөйләшелгәнсә, каналға баҫты ла күҙҙәрен йомдо. Сөнки каналдар аҫтында күҙҙәрҙе йомоп тороу шарт ине.  Ныҡлы тулҡынланыу кисерҙе, йөрәкһеү тойғоһона бер аҙ ҡыҙыҡһыныу ғәләмәте лә ҡушылғайны.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152