Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сентябрь 2014

ӘҘӘБИ - МӘҘӘНИ МӨХИТ

Төрки телле журналдар форумы

27-30 августа Ҡазанда, әйткәндәй ул ТӨрксой тарафынан 2014 йылда төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителгәйне, төрки телле әҙәби журналдарҙың форумы булып үтте. Форумда Әзербайжан, Иран, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан илдәренең, Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Ҡарасәй-Черкес, Дағстан, Ғағауыз, Ҡырым республикаларының әҙәби журналдарының баш мөхәррирҙәре, Татарстан һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлектәре рәйестәре Рәфис Ҡорбан менән Наил Ғәйетбаев, урындағы ғалимдар, яҙыусылар ҡатнашты.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

“Ағиҙел“гә хаттар килә

Туҡһанынсы баҫҡыста

Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге икенсе һанлы лицей-интернат үткән быуаттың егерме дүртенсе йылында асыла.

Беҙҙәге мәктәптәр тураһында күп һөйләргә була. Ысынлап, һәр береһе тиерлек балҡып тора. Мәктәп музейҙары  ла үтә ҡыҙыҡлы. Һәр мәктәптең тарихы тураһында китаптар яҙырға  була. Ә бына лицей-интернат тураһында ғына бер нисә китап яҙылған да инде. Бына береһе, Миңлеғәле Яҡуповтың “Беҙ үҙебеҙ ленинсылар” тигәне,  алдымда ята.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Кристина АНДРИАНОВА

ҮҘЕҢДЕҢ СИТ ЙӨРӘГЕҢ

Яҙыусы фантаст Евгений Витковский хаҡлы рәүештә билдәләүенсә, «шиғри тәржемәләр мөмкин булмаған эш, ләкин улар кәрәк». «Ни өсөн – мөмкин булмаған?» – тип аптырар берәүҙәр. «Шулай уҡ кәрәк микән улар?» –  тип төрттөрөр икенселәре.

Яуаптар күптән билгеле.

Тәржемә – оригиналдың игеҙәге түгел. Клон яһап булһа ла, күңелде икегә бүлеп булмай. Шулай ҙа икенсе әҫәргә йән өрөп була. Йәғни – әҫәреңде икенсе мәҙәниәттең  йәненә буйһондораһың инде.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Юныс Әмрә

Төрөк шиғриәтенең нигеҙ ташы

XIII быуаттың икенсе яртыһында – XIV быуат баштарында Анатолияла ижад итеүсе Юныс Әмрә төрөк әҙәбиәтендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Ул төрөк телендә яҙыусы тәүге шағирҙарҙың береһе, төрөк әҙәбиәтенең, шиғриәтенең нигеҙен ҡороусы булып иҫәпләнә. Әхмәт Йәсәуи, Солтан Вәләд кеүек билдәле шағирҙар менән бер рәттән Юныс Әмрә лә туған телендә яҙа башлай. Шағир гуманизм,  суфыйсылыҡ менән һуғарылған байтаҡ шиғырҙар ижад итә. Иң мәшһүр әҫәрендә “Һөйәйек, һөйөләйек – был донъяла һис кем ҡалмаҫ” тигән һүҙҙәр бар. Был фекерҙәр урта быуат шиғриәтендә йыш осрай. 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Марат ӘМИНЕВ

Өфөлә ШОС һәм BRICS осрашыуы

Ашау барҙа – йәшәү бар

Баласаҡтағы хәтирәләр матур иҫтәлек булып күңел түрендә һаҡлана. Йәй булһа, Еҙем йылғаһы буйлап аҡҡан туристар аҙыҡ-түлек һорап ишек ҡаға торғайны. Күрше малай менән уларҙың урамында уйнайбыҙ. Әсәһе мейестән яңы ғына алған күпереп бешкән бер нисә буханка икмәкте, өс литр банкы тулы һөттө туристарға тотторғанын кисәгеләй хәтерләйем. Улар рәхмәт әйтеп аҡса һуҙа, тик әсәһе алмай, асыуланып тигәндәй баш тарта. Туристар былай ҙа юлда йөрөп йонсоған, йәл бит, оялмайынса нисек аҡса һорайһың, ти улына. Ә мин аңлап етмәйем. Сиртһәң ҡаны сығырҙай һимеҙ битле, 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Гөлфирә Гәрәева

Хәҙерге тарихи-революцион романдарҙың художество үҙенсәлектәре

ХХ быуат башындағы башҡорт тарихындағы аҡ таптарҙы бөтөрөүгә һиҙелерлек өлөш индергән, идеологик ҡыҫаларҙан азат булған  Әкрәм Бейештең “Ил аҙабы” (2002) исемле тарихи хитабы – бай архив материалдарына таянып яҙылған, документаль нигеҙе көслө булған әҫәр. Унда  автор Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы, ҡыҙыл террор осорондағы Башҡортостандағы тарихи хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлай, башҡорт халҡының үҙ азатлығы, мөстәҡиллеге өсөн тәүәккәл көрәшкә күтәрелеүен күрһәтә. Совет осоронда большевистик идеология, интернационализм идеялары менән һуғарылған тарихи-революцион әҫәрҙәрҙән Ә. Бейештең был романы бығаса тыйылып килгән милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулығын ысынбарлыҡта 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Йыһат Солтанов

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ШӘЖӘРӘҺЕН ТЕРГЕҘЕҮ

Баш һүҙ

Хөрмәтле гәзитебеҙ “Киске Өфө” халҡыбыҙ рухиәтендәге әүҙемәл темаларға туҡтауһыҙ мөрәжәғәт итеп, быйылғы (2014 й.) 25-се һанында “Салауаттың нәҫел тамырҙары” тигән ҡыҙыҡлы ғына әңгәмә уҙғарыуы йәмәғәтселеккә билдәлелер, моғайын. Унда үҙен туранан-тура Салауат Юлаев нәҫеле итеп шәжәрәләр төҙөгән, ҡалын китаптар сығарған эшҡыуар Р. Ш. Вахитовтың версияһы ҡабатлап яҡтыртыла. Был, әлбиттә, һис тә насар эш түгел, донъялағы аңлы һәр башҡорт үҙен Салауат тоҡомо һанап ғорурланырға хаҡлылыр. Әммә бер үк “дәлил”дәрҙең матбуғатта (бер “Киске Өфө”лә генә түгел!) өҫтөнлөк алыуы, башҡаларының һанға һуғылмауы һағайта. Шуға күрә редакцияға үҙемдекен тәҡдим итеп, теманы “мөгөҙөнән матҡырҙан” 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Рәшит Шәкүр

Ялҡынлы ижад ҡомары

(Ғәзим Шафиҡовтың тыуыуына – 75 йыл)

Күренекле шағир, прозаик, драматург, публицист Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡовтың тыуыуына 75 йыл. Халҡыбыҙ, рухиәтебеҙ һағына баҫып, бөтөн ғүмерен йәне-тәне менән әҙәбиәткә – бөйөк һүҙ сәнғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаған ҡәләмдәшебеҙ, үкенескә, арала юҡ бөгөн. Талантлы әҙип 2009 йылдың 29 ғинуарында 70-се йәшендә яҡты донъя менән хушлашты.

Ғәжәйеп бай һәм үҙенсәлекле әҙәби мираҫ ҡалдырҙы Ғәзим Шафиҡов. Әҙәбиәткә ул «Эйәр өҫтөндә тыуғандар» («Рожденные в седле», 1971) тигән шиғырҙар китабы менән килеп керҙе. Артабан «Поющий стебель» (1979), «Песнь Шульганташа»

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152