Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Октябрь 2014

Ильяс Вәлиев

Мостай Кәримдең тыуыуына – 95 йыл

Мостай Кәримдең

дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

«Мостай Кәрим – республиканың ғына түгел, илебеҙҙҙең дә әҙәби һәм ижтимағи-сәйәси тормошонда күренекле шәхес булып тора. Уның шиғырҙары, пьесалары, повестары әҙәби генә түгел, ә ижтимағи-сәйәси ҙә күренеш. Ул үтә мөһим мәсьәләләрҙе ваҡытында күтәрә һәм шуның менән йәмәғәтселектең иғтибарын уларға йүнәлтә», – тип билдәләй тарих фәндәре докторы Ирек Аҡманов.

Мостай Кәрим – исеме донъяға танылған әҙәбиәтсе генә түгел. Уның тормошо әҙәби ижадтан ғына тормай. Халҡына ижады менән генә түгел, ә башҡа төрлө эшмәкәрлек аша ла хеҙмәт иткәндә күпме көс һәм күңел йылыһы сарыф иткәнен үҙе лә, башҡа берәйһе лә әйтә алмаҫтыр, моғайын. Бер тапҡыр уға ошондай һорау биргәндәр: «Һеҙҙең эш көнөгөҙ күпмегә һуҙыла?» «Билдәле бер тәртип менән эшләмәйем, – тип яуап биргән ул.

Артабан уҡырға


Октябрь 2014

Илдус Фазлетдинов

Рух берлеге, ижад дуҫлығы

Бөйөктәр бер-береһен яратмай, ул ғына ла түгел, күрәлмай... Таланттар бер-береһенән көнләшеп, үсләшеп ижад итә... Һәм был көнсөллөк бәйгеһе йыш ҡына фажиғәгә лә килтерергә мөмкин... Моцарт менән Сальери  яҙмышы – быға асыҡ миҫал...

Ошо фекер «һары» матбуғат биттәренән, телевидение, радио тапшырыуҙарынан бер туҡтауһыҙ ағылып,  ябай кешенең  мейеһенә һеңдерелә,  үрмәксе  ауы кеүек уның күңелен уратып ала. Һөҙөмтәлә,  рух илсеһе булған сәнғәт кешеһенең, зыялының абруйы төшә, әҙәбиәт, мәҙәниәткә иғтибар таланттарҙың үҙ-ара низағтарына, шәхси тормошона ҡайтып ҡалып, ғаилә-түшәк яҫылығына  күсә...  Халыҡ иһә, үҙе лә һиҙмәҫтән,  аҡты ҡаранан айырмаҫ һарыҡ көтөүенә  әүерелә бара...

Артабан уҡырға


Октябрь 2014

Лариса Абдуллина

“...Ә МИН БЕЛӘМ ҺИНЕҢ БАРЛЫҒЫҢДЫ“ йәки АЗАМАТ ЮЛДАШБАЕВҠА СӘЙӘХӘТ

Һәр һөйләмен шиғыр менән һөйләгән, һәр фекере афоризм булып яңғыраған яҙыусылар бик һирәк. Бының өсөн зирәклек кенә түгел, киң күңеллелек тә кәрәктер.  Донъя шиғриәттән генә тормай бит, әммә тап шиғриәт уны мөхәббәтле итә! Шундай яҙыусыларҙың береһе Азамат Юлдашбаев хаҡында бөгөн бер кәлимә һүҙ әйтәйем тим. Сәбәбе лә бар, күптән йыйылған фекерҙәр ҙә тупланған.

Донъяға сәнғәтсә бағыу еңелме? Һәр хәлдә шиғриәт эсендә йәшәп, унан  был фанилыҡҡа әйләнеп ҡайтыу нисек бирелә? Әллә Азамат ошо ике арауыҡты бәйләп тороусы Салауат күперен тапҡанмы?

Артабан уҡырға


Октябрь 2014

Наил Ғәйетбай

ДИВЕРСАНТ

Комедия, ике бүлектә

 

Ҡатнашалар:

Ғаяз, Таһир, Хәким, Руслан, Миләүшә, Йәмилә,  Сара.

Беренсе бүлек

Вагон алды. Вагонға “Мәскәү – Өфө” тип яҙылған. Миләүшә, Ғаяз һәм Таһир инәләр. Миләүшә проводница кейемендә, Таһир хәрби формала, лейтенант, баян күтәргән. Ғаяз граждан кейемендә, ҡулы бығаулы.

Артабан уҡырға


Октябрь 2014

Бәхтейәр ХӘЛИТОВ

Көҙҙәр еткәс...

Янһын!

Ағастарға йәшел ут тоҡанды,

Ялҡынмы ни кескәй һәр япраҡ.

Янһын әйҙә, янһын яҙғы урман,

Көл-күмерһеҙ янһын – нығыраҡ!

 

Йүгерһен ут йәшен тиҙлегендә,

Артабан уҡырға


Октябрь 2014

Фәрит Суфияров

Яңы көн тыуа

Аҡ ҡанатын ҡағып, таң уяна,

Ауаз һалып яңы көн тыуа.

Тирәктәрҙә ҡоштар шау-гөр килә,

Йәмле үҙәндәргә моң тула.

 

Зәңгәр иртә менән көнгә керәм,

Яҡтылыҡ, нур ата донъяға.

Артабан уҡырға


Октябрь 2014

Тамара Ғәниева

Буҙ турғай

Хикәйә

Сыңғыҙ күҙен асҡас та тәҙрәгә ҡараны. Хәҙер ул көн һайын шулай итә. Олатаһы ауырый. Ә бер көндө әсәһе менән Сәмиға инәһенең һөйләшкәнен ишеткәйне. “Әсәйем үлер көндө,– тип һөйләне әсәһе, – бер буҙ турғай тәҙрә эргәһенән китмәне. Килә лә тәҙрәне суҡый, килә лә суҡый... Әсәйем мәрхүмәне ерләгәс тә анау сирен ағасы менән тәҙрә араһында йөрөнө. Йә ағаста сутылдаған була, йә тәҙрә ҡапҡасына баҫып һайрай. Ҡырҡына тиклем шулай итте...” – “Зарифа еңгәмдең йәне булған инде...”– тип ҡуйҙы Сәмиға инәй.

Йәндең нимә икәнен, нишләп уның буҙ турғай булып осоуын Сыңғыҙ төшөнмәй, ләкин шул һөйләшеүҙе ишеткәне бирле, олатаһының йәне 

Артабан уҡырға


Октябрь 2014

Сәләхетдин КАРАМОВ

Ауыл балладаһы

Повесть-хроника

Лишь тот достоин жизни и свободы,

Кто каждый день идет за них на бой.

                                                     И. Гёте.    

Булаттай булып тыуған

Беренсе бүлек             

1

1973 июль... Телеграмма мине оло ҡайғыға һалды һәм мин автовокзалға ашыҡтым: ауылға ата-әсә янына ҡайтырға кәрәк ине. Ваҡыты ла ниндәй бит әле уның! Беҙ әле генә ауыл хужалығы институтында уҡыуҙы тамамланыҡ  һәм юғары белем тураһында диплом алырға йыйынабыҙ. Әйтергә лә түгел, институт тамамлау – һирәк хәл һәм йәш кешенең ҙур хеҙмәт биографияһында берҙән-бер ваҡиға.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152