Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ноябрь 2014

Илдар Ғәбитов

Ҡыйыш ағастың ботағы төҙ булмаҫ йәки демократия аҡһаҡ буламы?

Демократияға ҡаршы иң көслө дәлил – уртаса һайлаусы менән үткәрелгән биш минутлыҡ әңгәмә.

Уинстон Черчилль, сәйәсмән.

Бер кеше, әйтәйек, N, һуң ғына эштән ҡайтып килә икән. Уны яҡшы ғына кейенгән ике ир туҡтата:

– Һеҙ демократияға ышанаһығыҙмы?

– Эйе, – тип яуаплаған, ти был.

– Әйҙәгеҙ, граждандарҙың бәләкәй генә йыйынын үткәрәбеҙ,– тигәндәр, теге икәү. Был ризалашҡас, йыйындың алып барыусыһын һайлап ҡуйғандар. Әлбиттә, тегеләрҙең береһен. Ул көн тәртибен иғлан иткән:

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Флүр Сибәғәтов

Халҡына табына...

(Фаҡиһа Туғыҙбаева ижадына бер ҡараш)

Факиһа Туғыҙбаева шиғриәткә 1970 йылдар аҙағында килә. 1980 йылда уның “Мәк ялҡыны” исемле тәүге китабы донъя күрә. Беренсе китабынан уҡ ул үҙен үҙенсәлекле философик фекер йөрөтөүсе талантлы шағирә итеп күрһәтә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Факиһа Туғыҙбаеваның “Күҙ ҡараһы” (1984), “Йондоҙ асам” (1987), “Сәғәт моңо” (1991), “Минең ҡошом – Һомай” (2000) һ.б. йыйынтыҡтары баҫылып сыға. Бынан тыш, ул балалар психологияһын тәрән белеүсе һәм улар өсөн зауыҡлы әҫәрҙәр ижад итеүсе булараҡ та танылыу таба – “Шаҡмаҡлы дәфтәр” (1981), “Яңы күлдәк” (1983), “Болонда уйнай сәскәләр” (1995), “Алтын асҡыс – бүләккә” (2004) китаптары ошоға асыҡ миҫал.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Рәмзиә Бикәнәсова

Ҡулъяҙмалар шағир һүҙен һаҡлай

(Рәшит Назаровтың тыуыуына – 70 йыл)

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивында Рәшит Назаровтың бер папка шиғырҙары бар. Мин был папкаға эш буйынса Яҙыусылар союзы фондында ҡаҙынғанда юлыҡтым. Һары ҡатырғанан эшләнгән папканың тышына «Рукописи произведений Рашита Назарова за 1963 – 1965 годы» тип яҙылған аҡ ҡағыҙ киҫәге йәбештерелгән папкала туҡһан бер бит. Был «дело»ның 1970 йылдың 10 февралендә тегелеүе хаҡында яҙыуҙа архив хеҙмәткәренең ҡултамғаһы ҡуйылған. Папка тышында 1963 – 1965 йылдарҙағы әҫәрҙәре тип күрһәтелгән булһа ла, утыҙ һигеҙ шиғыры яҙылған айырым дәфтәрҙә «1962 окт. – дек.» тип шағир үҙе яҙып ҡуйған. Ни сәбәптәндер, архив һүҙҙәре

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Урал Мостафин

БУРҘАР

Хикәйә

Элекке колхоздың ҡаҙанлығын күрше малайҙар Нур менән Алик йәйгеһен үк штабтарына әйләндереп алырға күҙҙәре ҡыҙып йөрөй ине. Һин дә мин һәйбәт кенә эшләп, конторҙы, мәктәпте, магазинды, гараждарҙы йылытып, уларға «йән» өрөп торған ҡаҙанлыҡ елдәре «үҙгәртеп ҡороу» касафатын күтәрә алманы. Әллә аяуһыҙ замана елдәре, әллә түрә-ғара уға һүнергә мәжбүр итте. Һуңғыһы дөрөҫөрәктер, сөнки көҙгө әсе елдәрҙә, ҡышҡы һалҡын бурандарҙа, яҙғы епшек көндәрҙә күпме кеше уның йылыһын тойоп,  уңайлыҡҡа, рәхәтлеккә өйрәнеп бөткәйне, уның кәрәклеге эш кешеһенә, бәхәсһеҙ, билдәле. Таш-тимерҙән ҡоролған булһа ла, әллә нисәмә кеше һыйынырлыҡ йылы биналарҙың «йөрәге» бит ул, ә һәйбәт кенә эшләп торған йөрәк үҙен үҙе юҡ итәме һуң?

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Сәләхетдин КАРАМОВ

Ауыл балладаһы

Повесть-хроника

Ғаилә – Хоҙай ҡушҡан тормош нигеҙе

Семья – это кристалл общества.

В. Гюго.

Дүртенсе бүлек

1977 йылдың июне. Баш ҡалала үткән ике көнлөк ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре кәңәшмәһе. Унда миңә лә ҡатнашырға тура килде. Бер аҙға колхоз эштәренән айырып торҙо. Хужалыҡта тынғыһыҙ эшкә өйрәнгәнлектән, бында ҙур ҡалала, бер ниндәй көсөргәнешлек кисермәгәнлектән, үҙемә күрә ял итеп алдым. Кәңәшмәнән һуң беҙ, унда саҡырылғандар, оҙаҡ итеп ҡаланың үҙәк урамдары, тарихи урындар, сквер һәм парктар буйлап гиҙҙек. Мин үҙем белем алған институтҡа барып килдем

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Ринат Сөләймәнов

Маяҡ

(Ҡыҫҡа поэма)

Рәми Ғарипов иҫтәлегенә

I

Ҡышҡы төн. Уттар һүнгән.

Тирә-яғым тып-тыныс.

Һалҡын һауала йөҙә

Ихлас ҡына ай-ҡылыс.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Хисмәт ЮЛДАШЕВ

Сығып китәм Себергә

Себер болото

Ағыла ла болот ағыла…

Х. Туфан

Мин урманға ҡарайым,

Урман тора ҡарайып.

Арабыҙҙа ҡара һыулы

Һаҙлыҡ бында, дала юҡ.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖА

Үҙ илемдә

(Тыуған яҡ сихәттәре)

Еләк еҫе. Бөтнөк еҫе.

Тау һауаһы...

Бына ҡайҙа йән шифаһы,

Тән дауаһы!

 

Бына ҡайҙан тыуған ерҙең

Сихәттәре,

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152